СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Туған телдән һәм әҙәбиәттән календарь-тематик планлаштырыу (10-сы класс)

Нажмите, чтобы узнать подробности

пользуйтесь

Просмотр содержимого документа
«Туған телдән һәм әҙәбиәттән календарь-тематик планлаштырыу (10-сы класс)»

Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы муниципаль районы хакимиәте

Саҡмағош 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы



Ҡаралған: Килешелгән:

МБ ултырышында УТЭ буйынса директор урынбаҫары

МБ етәксеһе

______/Сәләхова Р.Ә./ _____________ /В.В. Дәүләтова/

протокол №_______ протокол №_______

«__»_________2019 й. «_____»________________2019 й.










Раҫлайым:

Саҡмағош 1-се урта мәктәбе директоры

______________/А.Р. Бикмөхәммәтов/

Приказ №______

«__»_________________2019 й.










10- сы класс өсөн

2019-2020 уҡыу йылына

туған телдән һәм әҙәбиәттән

эш программаһы







Төҙөнө: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Сәләхова Рәмзиә Әлфәрит ҡыҙы















  1. АҢЛАТМА ЯҘЫУ


Эш программаһы түбәндәге норматив–хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:

  • РәсәйФедерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғарифтураһында” Федераль законы 29.12.2012 й. приказ №273-ФЗ.

  • Дәүләт стандарттарының урта дөйөм белем биреү Федераль компоненты

  • ”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)

  • Санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр һәм СанПин нормативтары 2.4.2.2821-10 буйынса РФ баш санитар табибы постановлениеһы менән 29.12.2010 й. раҫланған приказ №189 «Дөйөм белем биреү ойошмаларында белем биреүҙе ойоштороуҙа санитар-эпидемиологик талаптар»; 

  • Башҡортостан Республикаһының ”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 й. приказ №696-3

  • ”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999 й. приказ

№216-3 (28.03.2014 йылдың үҙгәрештәре менән);

  • Башҡорт теле һәм әҙәбиәте : рус мәктәптәренең 10-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн уҡыу ҡулланмаһы . / [авт.-төҙ.: Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Хөснөтдинова Ф.Ә.,]. -Өфө: Китап, 2007.- 344 бит.

  • Саҡмағош 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының Федераль компоненты төп белем биреү программаһы;

  • Саҡмағош 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының 2019-2020 уҡыу йылына “Уҡыу планы”;

  • Саҡмағош 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының Уставы;

  • Саҡмағош 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының эш программаһы тураһындағы положениелар (белем биреү стандарттарының Федераль компоненты);

  • Саҡмағош 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының китапхана фонды .




  1. УҠЫТЫУ ПРЕДМЕТЫНЫҢ ТӨП ЙӨКМӘТКЕҺЕ


1-се бүлек. Башҡорт әҙәбиәте

Егерменсе быуаттың икенсе яртыһында йәмғиәттәге үҙгәрештәрҙең әҙәбиәткә йоғонтоһо.Яңы быуын шағирҙарының яңы ижади табыштары.

2-се бүлек. Дауыт Юлтый

Дауыт Юлтыйҙың тормош юлы һәм ижады. Д.Юлтыйҙың төрлө тематикалы шиғыр һәм поэмалары. Ҡарағол. Әҫәрҙә һүрәтләнгән тарихи осорға белешмә биреү. Ҡан романы. Әҫәрҙең темаһы, идеяһы һалдат образдары.

3-сө бүлек. Әхмәтзәки Вәлиди Туған

Хәтирәләр

4-се бүлек. Мөхәмәтшә Буранғол

Тормош юлы. Башҡорт туйы драмаһы

5-се бүлек. Ғәйнан Хәйри

Биографияһы. Мәҙәниәт, мәғариф эшмәкәрлеге. Боролош романының яҙылыу һәм баҫылыу тарихы. Ҡатын-ҡыҙ образы. Художество сифаты.

6-сы бүлек. Һәҙиә Дәүләтшина

Яҙыусының биографияһы. Башланғыс ижады. Хикәйәләре. Ырғыҙ романының яҙылыу тарихы. Идея-тематик йөкмәткеһе. Әҫәрҙә халыҡ традицияларының сағылышы. Образдарға характеристика.

7-се бүлек. Сәғит Мифтахов

“Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт” драмаһының идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Образдарсистемаһына характеристика.

8-се бүлек. Ғәлимов Сәләм

“Бала” поэмаһы. Ғаилә, бала тураһында әңгәмә. Поэманың художество үҙенсәлектәре.

9-сы бүлек. Рәшит Ниғмәти

Яҙыусының тормошо һәм ижады. Башланғыс ижады. Шиғырҙар, поэмалар, лирик шиғырҙар циклы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары поэзияһы. “Үлтер, улым, фашисты” поэмаһында Тыуған ил, халыҡ образдары. Тел-стиль үҙенсәлектәре. Һуғыштан һуңғы йылдар ижадында хеҙмәт, тыныслыҡ темалары. Әҙәби тәнҡит. Лирик герой тураһында төшөнсә.

10-сы бүлек. Баязит Бикбай

Биографияһы һәм ижады. Б.Бикбай әҫәрҙәрендә азатлыҡ темаһы, поэтик үҙенсәлектәре. “Ҡарлуғас” драмаһының идея-тематик йөкмәткеһе. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары ижады.Һуғыштан һуңғы йылдар. “Салауат” драмаһының йөкмәткеһе. Драмала халыҡтар дуҫлығы. Проза. Әҙәбиәттә һәм театр сәнғәтендә Б.Бикбай ижадының роле.

11-се бүлек. Зәйнәп Биишева

Биографияһы һәм ижад юлы. Балалар өсөн шиғырҙары. Повестары. Драмалары. “Тылсымлыҡурай” драматикпоэмаһыныңидея-тематикйөкмәткеһе. Трилогия. Трилогияныңкомпозицияһы, тел-стильүҙенсәлектәре, художестволыэшләнеше.

12-се бүлек. Назар Нәжми

Н.Нәжмиҙең тормош юлы һәм ижады. Әҙәбиәт һәм йәмғиәт эшмәкәрлеге. Ватан һуғышы йылдары ижады. “Окопта уйҙар”, “Иҫән ҡалһам” шиғырҙарында еңеүгә ышаныуы. Һуғыштан һуңғы поэзияһы. Хәҙерге башҡорт поэзияһында Н.Нәжми ижадының роле, әһәмиәте.”Йәшлек йыры” һ.б. әҫәрҙәренең идея-тематик йөкмәткеһе. Образдар системаһы.

Башҡорт теле

1-се бүлек. Тел тураһында дөйөм төшөнсә

Тел ғилеменең бүлектәре.

2-се бүлек. Лексика

Һүҙ һәм төшөнсә. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Синонимдар. Антонимдар. Омонимдар. Төп башҡорт һүҙҙәре, үҙләштерелгән һүҙҙәр.фразеологизмдарҙың барлыҡҡа килеүе.

3-сө бүлек. Һүҙъяһалыш

Һүҙ төҙөлөшө: тамыр, нигеҙ, һүҙ яһаусы, үҙгәртеүсе ялғауҙар, һүҙъяһалыш төрҙәре.

4-се бүлек.Фонетика һәм графика

Өн һәм хәреф мөнәсәбәте. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Башҡорт теленең өндәре һәм үҙләштерелгән өндәр. Башҡорт графикаһы тарихынан: ғәрәп графикаһы, латин һәм рус графикаһы осорҙары.

5-се бүлек. Орфография

Башҡорт теле орфографияһының төп һәм өҫтәлмә принциптары. Ҡушма һүҙҙәр, уларҙың яҙылышы: ҡушма һәм айырым яҙыу, ҡыҫҡартып яҙыу, һыҙыҡса аша яҙыу. Һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу ҡағиҙәләре, һүҙҙәрҙе юлдан алға күсереү.

6-сы бүлек. Орфоэпия

Башҡорт телендә баҫымдың үҙенсәлектәре: темәр ағышында өндәрҙең үҙгәреше. Сингармонизм, башҡорт телендә уның үҙенсәлектәре.

7-се бүлек. Морфология

Һүҙ төркөмдәре, уларға дөйөм характеристика: үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Исемдәш һүҙ төркөмдәре: исем, алмаш, сифат, һан, уларҙы берләштереүсе билдәләр. Исем. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Исемдәрҙең һан, эйәлек, килеш һәм хәбәрлек категориялары менән үҙгәрешенең үҙенсәлектәре. Сифат. Исемләшкән сифаттар, сифат дәрәжәләре. Һан. Һан төркөмсәләре, нумератив һүҙҙәр. Алмаш. Уның төркөмсәләре, зат алмаштары, күрһәтеү, билдәләү, билдәһеҙлек, юҡлыҡ, эйәлек алмаштары. Рәүеш. Уның мәғәнәләре, дәрәжәләре, яһалышы. Ҡылым . Затлы ҡылымдар һәм ҡылым һөйкәлештәре. Хәбәр һөйкәлеше, бойороҡ һөйкәлеше, шарт, теләк һөйкәлеше. Сифат, хәл, уртаҡ, исем ҡылымдар. Ҡылым йүнәлеше. Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Бәйләүестәр. Теркәүестәр. Киҫәксәләр. Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Ымлыҡтар.

Контроль эштәр

Үткәндәрҙе дөйөмләштереп ҡабатлау



















10-сы класс өсөн туған телдән һәм әҙәбиәттән календарь-тематик планлаштырыу.

Уҡыу ҡулланмаһы: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте : рус мәктәптәренең 10-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн уҡыу ҡулланмаһы. / [авт.-төҙ.: Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Хөснөтдинова Ф.Ә.,]. -Өфө: Китап, 2007.- 344 бит.

Аҙнаға 1 сәғәт

Дата

Тема

Сәғәттәр һаны

Иҫкәрмә

Кален. б-са

Факт.

4.09


Тел тураһында дөйөм төшөнсә. Тел ғилеменең бүлектәре

1


11.09


Башҡорт теленең һүҙлек составы.

Дауыт Юлтыйҙың тормош юлы, ижады.

1


18.09


Башҡорт теленең һүҙлек составы. “Ҡарағол” драмаһы.

1


25.09


Актив һәм пассив ҡулланылышлы һүҙҙәр. Ә.В.Туған “Хәтирәләр”

1


2.10


Синонимдар. Антонимдар. Омонимдар. М. Буранғол ”Башҡорт туйы” драмаһы.

1


9.10


Фразеология. Лексикография. Ғ. Хәйри “Боролош”

1


16.10


Контроль диктант “Балыҡта”

1


23.10


Һүҙ төҙөлөшө һәм һүҙьяһалыш. Хаталар өҫтөндә эш. “Боролош” романында образдар системаһы.

1


6.11


Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Һ.Дәүләтшинаның тормош юлы һәм ижады.

1


13.11


Орфорграфия. “Ырғыҙ” романы.

1


20.11


Орфоэпия. Прототип, роман-эпопея тураһында төшөнсә.

1


27.11


Изложение “Ике һандуғас”.



4.12


Һүҙ төркөмдәре. Хаталар өҫтөндә эш.

1


11.12


Исем. Хәбәрлек һәм эйәлек категорияһы. С.Мифтахов “Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт”.

1


18.12


Контроль диктант “Маҡсат менән йәшәү”.

1


25.12


Сифат. Хаталар өҫтөндә эш.

1


15.01


Сифат дәрәжәләре. Ғ.Сәләм.” Бала” поэмаһы

1


22.01


Һан. Р.Ниғмәти “Һалҡын ураған”.

1


29.01


Һан төркөмсәләре. “Үлтер, улым , фашисты!” поэмаһы.

1


5.02


Нумератив һүҙҙәр. Һинең кәләшеңдең хаттары.

1


12.02


Алмаш. “Һаҡмар ҡыҙы”.

1


19.02


Алмаш төркөмсәләре. Лирик герой тураһында төшөнсә.

1


26.02


Рәүеш. Б.Бикбайҙың тормош юлы һәм ижады.

1


4.03


Ҡылым. Ҡылым һөйкәлештәре. “Ҡарлуғас” драмаһы.

1


11.03


Контроль диктант «Китап ул ҡояш кеүек».

1


18.03


Хаталар өҫтөндә эш. “Ҡарлуғас драмаһында образдар системаһы.

1


1.04


Хәбәр һөйкәлеше ҡылымы. “Аҡсәскә” повесы.

1


8.04


Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымы. З.Биишеваның тормош юлы һәм ижады.

1


15.04


Шарт һөйкәлеше ҡылымдары. “Йырлайым” шиғыры.

1


22.04


Инша “Мин кем булырға теләйем.”

1


29.04


Хаталар өҫтөндә эш. Н.Нәжмиҙең тормошо, ижады.

1


6.05


Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Н.Нәжми “Урал”поэмаһы.

1


13.05


Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Н.Нәжми «Йыр тураһында баллада”.

1


20.05


Контроль диктант.”Һабантуй”.

1


27.05


Хаталар өҫтөндә эш. Йомғаҡлау дәресе.

1



Контроль-тикшереү материалдары.


Контроль диктанттар



Балыҡта.

Ҡамыштар тирәһендә кемдер ташлаған икмәк киҫәге йөҙөп йөрөй ине. Күрәһең, берәйһе балыҡ эйәләштермәксе булғандыр. Шунда ҡайҙандыр бер сәпсек килеп сыҡты ла, уны суҡып, валсығын ҡабып алып китте. Шунан тағы килде, тағы суҡыны. Батырая биреп, икмәк киҫәге өҫтөнә ултырырға тырышты. Ләкин килеп сыҡманы: үҙе һыуға бата яҙҙы.

Бына бер мәл, икмәк киҫәге өйрөлмәккә тура килде лә бер урында өйрөлә башланы. Сәпсек бер нисек тә уны суҡый алмай: икмәк йә әкренерәк, йә шәберәк өйөрөлә. Уның тынысланғанын көтөп, сәпсек бер урында ҡанаттары менән елпенеп тора башланы.

Шул саҡ, ҡапыл һыу сәсрәтеп, уҡтай атылып, суртан килеп сыҡты һәм сәпсекте йотоп та ебәрҙе. Шунан балыҡсыларҙы мыҫҡыл иткәндәй, ҡойроғон болғап алды ла һыуға сумды.

(“Зоология сәйәхәте” китабынан.)

Өҫтәлмә эштәр: тестан антонимдарҙы табырға.



Маҡсат менән йәшәү

Маҡсат менән йәшәү- ихтияр көсө тәрбиәләүгә беренсе аҙым. Ләкин маҡсатты билдәләгәндә көсөңдән, хәлеңдән килерлеген һайларға кәрәк. Юғиһә аҙаҡ төшөнкөлөккә бирелеүең ихтимал. Һәр кемгә тәбиғәт һәләт биргән. Шул һәләтте күрә, аса һәм үҫтерә белергә кәрәк. Тауышы булмаған кеше, күпме генә тырышмаһын, йырсы була алмай, шуның һымаҡ һөнәр һайлаған саҡта, самаңды белеп ынтылыу яҡшыраҡ булыр. Маҡсат ҡуя белмәү арҡаһында бик күптәр төшөнкөлөккә бирелә. Ҡайһылары баштарын эскелеккә һала, ҡайһылары яҡты донъянан үҙ ирке менән китергә ашыға. Хатта маҡсатты билдәләгәндә яңылышҡан осраҡта ла төҙәтеп була уны. Донъяла ике генә нәмәне төҙәтеп булмай: үлемде, намыҫ юғалтыуҙы. Былар икеһе лә үлем: рухи үлем һәм физик үлем.

("Тормош һабаҡтары" дәреслегенән.)

Өҫтәлмә эштәр: ике һөйләмдең баш киҫәктәрен табып аҫтарына һыҙырға.

Китап ул ҡояш кеүек.

Элек-электән зиһенде асҡан, аҡылды үҫтергән рухи байлыҡ сығанағы китап булған. Ошо сығанаҡтан, белем шишмәһенән һәр кем, белем һыуын йотлоғоп эсеп, донъяны танып белә, хаҡ юлға күнә. Ул тылсымлы көс һымаҡ кешене рухландыра, ҡанатландыра, эштә ярҙам итә, ҡыйынлыҡтарҙан ҡотҡара, бөткөһөҙ мәғлүмәт, белешмә бирә, телде байыта. Бер китап меңәләгән кешене мәғлүмәтле итеү, өйрәтеү ҡөҙрәтенә эйә. Шуға ла боронғо заманда уҡ төрлө яҙмаларҙы, әҫәрҙәрҙе, баҫмаларҙы йыя, һаҡлай һәм уҡырға биреп торған урындар булдырылған да инде.

Был фани донъяла иң яҡын рухташыбыҙ, дуҫыбыҙ, юлдашыбыҙ ҙа – китап. Кеше бала саҡтан алып ғүмеренең аҙағына тиклем китаптан айырылмай, унан рухи көс, дәрт, илһам алып йәшәй.


Өҫтәлмә эштәр: текстағы ҡылымдарҙың һөйкәлешен билдәләргә.


Һабантуй.

Республикабыҙҙың ауылдарында, райондарында һәм ҡалаларында, йәйҙең иң матур көндәрендә, күңелле байрам – һабантуй үткәрелә. Унда баҫыу эштәрендә еңеүселәрҙе, хеҙмәт алдынғыларын һәм бөтә халыҡты хөрмәтләп, байраҡ күтәрелә. Байрамда күмәк кешеләр ҡатнашлығында төрлө ярыштар үткәрелә. Берәүҙәр һырғауылға үрмәләй, икенселәре бүрәнә өҫтөндә тоҡ менән алыша. Ҡатын-ҡыҙҙар йомортка һалынған ҡалаҡ тешләп йә һыулы биҙрәләрен көйәнтәләп уҙыша. Балаларға ла уйын етерлек: улар тоҡ кейеп йүгерә, күҙ бәйләп, епкә тағылғае бүләктәрҙе киҫә, йүгереп йә һикереп ярыша. Иң ҡыҙығы – ҡурайсылар, бейеүселәр сығышы, милли көрәш, аттарҙа уҙышыу бәйгеһелер, моғайын. Улар тирәһендә халыҡ һәр саҡ күп була. Элекке йола буйынса, еңеүселәргә бүләктәр бирелә.

Халыҡ һабантуйҙы бик ярата. Унана кешеләр илһам алып тарала.

Өҫтәлмә эштәр:текста ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен билдәләргә.


Изложение.



Ике һандуғас.

Һығылмалы муйыл ботағында бәләкәс кенә һоро ҡошсоҡ бүленеп тора. Үҙе, башын әле уңға, әле һулға бороп, яҡ-яғына күҙ һала. "Минең ҡалай хәтәр күрше- тирәләр", - тип уйлай.

Тап ошо саҡ эргәләге ботаҡҡа ошондай уҡ һоро ҡошсоҡ пырылдап килеп ҡунды. Ҡыуаҡ хужаһы мыжыбыраҡ һорай һалды:

-Һин кем – ул тиклем пырылдап минең ҡыуаҡҡа ҡунарға?

- Мин һандуғас. Зелпе ҡыуағында йәшәйем, - тип яуапланы ҡошсоҡ.

- Һөйләмә бушты. Һандуғас ул – мин, - тип раҫланы хужа.

-Йә, һайрап күрһәт, улайһа,- тине ситтән килгәне.

Хужа ҡошсоҡ өҙҙөрөп һайрарға кереште. Шундай моңло, дәртле һайраны, теге шаҡ ҡатты. "Вәт һандуғас, исмаһам!"- тип һоҡланды. Һайрап бөткәс, йырсы тамаҡ ҡырып алды ла эре генә, вайымһыҙ ғына әйткән булды:

  • Йә, инде һин маташтырып ҡара, "һандуғасмын" тиһең.

Шулай тейеүе булды, күрше ботаҡтағы һарыҡай һыҙҙырып һайрап та ебәрҙе. Ярһыу моңо бөтөн әрәмәне хайран ҡалдырҙы. Хужа һандуғас мауығыуҙан тәүҙә муйынын һуҙҙы, йырға ҡушылмаҡсы итте, тик тыйылып ҡалды. Шунан күңеле тулды. Ике күҙенән яңаҡтарына йәш бөрсөктәре тәгәрәне. Йәште ул һул ҡанаты менән һөртөп алды. Ҡайһы саҡ ҡатыраҡ һөйләшһә лә күңеле йомшарып китә ине уның.

  • Һин – ысын һандуғас, һин һандуғас: бая тупаҫ һөйләшеп хәтереңде ҡалдырһам, ғәфү ит, - тине ул.

  • Уныһы ваҡ нәмә. Һин үҙең мине ғүмерлеккә арбаның. Азамат һандуғас һин.

Шулай һөйләште улар. Һандуғасты һандуғас ҡына ихлас таный, баһалай, хөрмәтләй икән.

  • Әйҙә, бер-беребеҙгә йөрөшөп һайрайыҡ, - тине беренсеһе.

Әйҙә, мин бик тә ризамын, - тине икенсеһе.

Бынан һуң улар тап шулай итәләр ҙә. Ҡыуаҡтан ҡыуаҡҡа күсеп, берәм-берәм дә, парлашып та һайранылар.

Күңеле киңгә әрәмә тармыни?

( М.Кәрим.)

Инша темаһы: “Мин кем булырға теләйем?”


Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар.

Уҡыусылар күнекмәләргә эйә булырға тейеш:

- үҙ милләтен, Ватанын, тыуған яғын яратыу;

- этник һәм милли сағылышын таныу;

- ғаилә һәм йәмғиәт ҡиммәттәрен ихтирам итеү, үҙ аллы эшләү һәм үҙ эштәренә яуап бирергә әҙер булыу;

- ҡыҙыҡһыныусан, әүҙем булыу һәм донъяны танып белергә ынтылыу;

- уҡыу күнекмәләре нигеҙҙәрен белеү, үҙенең эшмәкәрлеген ойошторорға һәләтле булыу;

- аңлы уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, төрлө стиль һәм жанрҙағы текстарҙы үҙ аллы уҡый белеү, текстың төп фекерен билдәләү, йөкмәткеһен еткерә алыу, уның буйынса һорауҙарға яуап биреү;

- сағыштырыу, анализлау, синтез, дөйөмләштереү кеүек логик эшмәкәрлеккә эйә булыу, оҡшаш сифаттары буйынса классификациялау, сәбәп-эҙемтә бәйләнештәрен һәм оҡшашлыҡты булдырыу;

- әҙәбиәтте милләт һәм халыҡ-ара мәҙәниәттең күрһәткесе булараҡ аңлау;

- һөйләмгә тулы синтаксиск анализ: интонация буйынса һөйләм төрөн билдәләү, баш һәм эйәрсән киҫәктәрен табыу, һөйләмде мәғәнәһе яғынан бәйле һүҙбәйләнештәргә тарҡата белеү;

-әйрәнелгән әҫәрҙең исемен һәм авторын белеү;

-әҫәрҙәге ваҡиғаларҙы (сюжетты, геройҙарҙы, геройҙар менән ваҡиғаларҙың үҙ-ара бәйләнешен) аңлау;

-әҫәрҙең композицияһын аңлата белеү;

-юмор, сатира, строфа, метафора һәм әҙәби төрҙәрҙең төп билдәләрен белеү;

-портрет, пейзаж, аллегория, гипербола, даими эпитет төшөнсәләренең төп билдәләрен белеү;

-ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр тексын белеү;

-өйрәнелгән әҫәрҙең эпизодтарын айырып күрһәтә белеү;

-яҙыусы ижад иткән картиналарҙы күҙ алдына баҫтырыу;

-әҫәрҙә ҡатнашыусыларҙы характерлауҙа мөһим урын тотҡан эпизодтарҙы айырып күрһәтеү;

-өйрәнелгән әҫәрҙә сюжет элементтарының (экспозиция, төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация, сиселеш) идея-художество урынын билдәләү;

-телдең һүрәтләү сараларының контекстағы идея-художество урынын билдәләү;

-авторҙың мөнәсәбәтен асыҡлау маҡсатында өйрәнелгән әҫәрҙең ике геройын үҙ-ара сағыштырыу;

-эпик һәм лирик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;

-телдән йәки яҙма сығыш яһау өсөн план төҙөү;

-һорауҙарға тулы яуап һәм һәм геройҙарға характеристика биреү;

-өйрәнелгән әҫәр буйынса телдән йәки яҙма рәүештә фекерләү характерындағы инша яҙыу;

-художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;

-эпик, лирик, лиро-эпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

Уҡыусылар белергә тейеш:

  1. Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү.

Художество әҫәрҙәрҙе инсценировкалау.

  1. Уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында геройға характеристика биреү.

  • Тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙе тәржемә итә белеү, таныш булмаған һүҙҙәрҙе айыра белеү.

  • 12-14 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

  • Эпик, лирик, лироэпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

  1. Һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү

  • Уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү.

  1. Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү.

  • Диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү.

  • Һүҙлектәр менән файҙалана белеү.

  • Диктант, изложение һәи иншалар яҙыу.

  • Бирелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белергә тейеш;

  • программала ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең тексын ятлау.

  • Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу;

  • - эпик һәм лирик әҫәрҙеайырабелеү;

  • - 8-10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

  • Художестволы, фәнни популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып, етеҙ уҡыу;

  • - художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;

  • - Ҙур булмаған хикәйәләрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү.

  • Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте;

  • - фонетика, телмәр өндәре, ижек, баҫым. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр;

  • - графика, алфавит; хәрефтәрҙең өндәрҙең сағылдырыуы төшөнсәләре;

  • - лексика; һүҙҙең лексик мәғәнәһе; һүҙҙең тура һәм күсмә мәғәнәһе; синоним, антоним, омоним;

  • - исемдарҙеңһан, килешменәнүҙгәреше, күплек һәмкилеш ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы. Яңғыҙлык исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

  • - ҡылымдарҙың заман, һан, зат менән үҙгәреше.

  • - ижади диктанттар һәм иншалар яҙыу.



Саҡмағош 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының китапхана фонды:

Уҡытыусының уҡытыу методик комплекты:

  1. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте : рус мәктәптәренең 10-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн уҡыу ҡулланмаһы . / [авт.-төҙ.: Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Хөснөтдинова Ф.Ә.,]. -Өфө: Китап, 2007.- 344 бит.

  2. М.Г. Усманова. “Грамматика башкирского языка”. Электронное учебное издание. Министерство образования РБ, 2016.3.

  3. М.Ғ. Усманова. Интерактив электрон дәреслек. “Башҡорт теле: фонетика һәм грамматика”. Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы, 2011.

4. М.Ғ. Усманова, З.М. Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Өфө – Китап – 2009. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. Өфө: «Эдвис» уҡытыу-методика үҙәге, 2010.

6. Рахимова Э.Ф., Вахитова Р.К., Искужина Ф.С. Самоучитель башкирского языка. Министерство образования РБ, 2013.

7. Рахимова Э.Ф., Вахитова Р.К., Искужина Ф.С. Электронное учебное издание. Самоучитель башкирского языка.(базовый уровень), Министерство образования РБ, 2013.

8. Саяхова Л.Г., Усманова М.Г. Электронное учебное издание. Башкирско-русский, русско-башкирский словарь. Министерство образования РБ, 2014.

9. “Башҡорт әҙәбиәте” буйынса электрон ҡулланма. Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы, 2013.

10.М.Ғ Усманова, З.М Ғәбитова. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-11 синыф уҡыусылары өсөн ҡулланма. Өфө, “Китап”, 2009.


Электрон ресурстар

Сайт, посвященный изучению башкирского языка - http://tel.bashqort.com/home

2. Электронный журнал учителей башкирского языка и литературы - http://ostaz.ru/

3. Башкирский языковой портал - http://bashkort-tele.narod.ru/

4. Башкирский форум - http://www.bashforum.net/

5. http://bashkort-tele.livejournal.com/

6. Официальный сайт Министерства образования Республики Башкортостан- www.morb.ru

7. Персональный сайт учителя башкирского языка и литературы Фаршатовой Альфии Анваровны http://farshatova.jimdo.com/, http://anvarovna.jimdo.com/




Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!