СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

"Туған телем - башҡорт теле" интерактив уйын-дәрес

Нажмите, чтобы узнать подробности

Интерактивный урок-игра "Мой родной язык - башкирский язык"

Просмотр содержимого документа
«"Туған телем - башҡорт теле" интерактив уйын-дәрес»

Тема: Туған телем- башҡорт теле.

Класс: 5-7

Форма: интерактив уйын-дәрес

Максаттар:

1. Туған телде белеү мөһимлеген төшөндөрөү, балаларҙың башҡортса аралашыу кимәлен асыҡлау;

2. Башҡорт телен практикала ҡулланыу күнекмәһен үҫтереү;

3. Туған телдәренә һөйөү, башҡортса аралашыуға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Йыһаздар: интерактиф таҡта, компьютер, колонкалар, хәрефтәр яҙылған ҙур ҡатырҡа кубтар, Р.Ғарипов, Аҡмулла портреты, уларҙың китаптар күргәҙмәһе, күҙ бәйләргә яулыҡтар, пластик хәрефтәр, 2 руль, 2 таж, карточкала һүҙҙәр.



Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу. Теманы актуалләштереү.

Талғын ғына ҡурай көйө ҡуйыла.

Тел асҡысы – иман биргән

Һөйөклө башҡорт телем.

Үҙ телемдә һеҙгә сәләм!

Һаумыһығыҙ, балалар.

-Бөгөн Халыҡ ара тыуған көндәр көнө. Һәр кем үҙ туған телен байрам итә. Ә һеҙҙең туған телегеҙ ниндәй тел?

  • Ә нимә ул һеҙҙеңсә тел?

  • Ни өсөн беҙгә туған тел кәрәк?

Интерактив таҡтала “Туған телем-башҡорт теле”презентацияһы. Унда түбәндәге информация бирелгән.

Тел –ул кешеләрҙең аралашыу ҡоралы. Ул беҙгә бер-беребеҙҙе аңларға, бер-беребеҙгә уй-фекерҙәребеҙҙе, теләктәребеҙҙе әйтергә ярҙам итә. Минең өсөн дә башҡорт теле - туған тел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы туған телебеҙ ЮНЕСКО тарафынан юғалып барған телдәр иҫәбенә индерелде. Ул күп һынауҙар үткән, Аҡмулла, З.Вәлиди, Р.Ғарипов, З.Б, Б Бикбай кеүек тел һаҡсылары ярҙамында ул бөгөнгә еткән. Тик уға тағы юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай. Ни өсөн башҡорт теле юғалып бара, тип уйлайһығыҙ?

  • Балалар, телебеҙ юҡҡа сыҡмаһын өсөн беҙ нимә эшләй алабыҙ?

  • Дөрөҫ, башҡор телебеҙҙе яҡшы белергә, уны яратырға, башҡортса аралашырға, уның матурлығын, өйрәнеү кәрәклеген башҡалараға күрһәтергә.Ә һеҙ үҙегеҙ туған телегеҙҙе яҡшы беләһегеҙме?

  1. Дәрескә маҡсат ҡуйыу.

  • Бик яҡшы, бөгөнгө “Туған телем-башҡорт теле” интерактив уйынында башҡорт телен ни тиклем яҡшы белеүегеҙҙе, уны яратыуығыҙҙы күрһәтерһегеҙ, тип уйлайым. Дәрес һуңында ошо һорауға яуап бирә алырбыҙ, тип уйлайым.

  1. Төп өлөш.

-Балалар, интерактив булғас, бик әүҙем ҡатнашырға кәрәк буласаҡ. Дөрөҫ яуапҡа бына ошондай ҙур кубикта яҙылған бер хәреф аласаҡһығыҙ. Уйын һуңында был кубиктарҙан һүҙ төҙөй алһағыҙ, һеҙ еңеүсе буласаҡһығыҙ. Әҙерһегеҙме? Улайһа, башлайыҡ!

  • 1) Беренсе һынау- “Мәҡәлдәр”.

  • Беҙҙең телебеҙ матур тел. Уның турала бик күп мәҡәлдәр бар. Интерактив таҡтала мәҡәлдең икенсе яртыһын табып, килтереп ҡушырға һәм мәғәнәһен аңлатырға кәрәк.

  • 1.Теле барҙың (иле бар).

  • 2.Теле боҙоҡтоң, (күңеле боҙоҡ).

  • 3.Әсә теле (бер була).

  • 4.Иләк һорарға ла (тел кәрәк).

(Эште дөрөҫ һәм тиҙерәк башҡарыусы команда 1 кубик ала.)

  • Эйе, балалалар, онотмағыҙ, теле барҙың ғына иле бар, атай-әсәй биргән туған телегеҙ берәү генә. Ул һеҙгә ғүмер буйы кәрәк буласаҡ.



2)Икенсе һынау “Бөйөк шәхестәр” тип атала. Туған телебеҙ күпте кисергән. Уға күп тапҡыр юғалыу ҡурҡынысы янаған. Тик уны “Телем, илем, халҡым” тип янып йәшәгән бөйөк шәхестәребеҙ яҡлап алып ҡала алған. Ә һеҙ башҡорт халҡы өсөн күп эштәр эшләгән ниндәй шәхестәрҙе беләһегеҙ?

-Һай афарин. Кем халыҡты ҙурлай, шуны халыҡ ҙурлай, тиҙәр. Беҙ уларҙы онотмаҫҡа тейешбеҙ. Был уйынға миңә команданан 4 кеше кәрәк. Бына һеҙгә шаҡмаҡтар. Һорау бирелгәс команда менән тиҙ генә ниндәй шәхес икәнен асыҡлайһығыҙ ҙа, шаҡмаҡтарҙан уның портретын йыяһығыҙ.

1 командаға һорау: Башҡорттарҙы белемгә әйҙәп йөрөүсе шәхес. Бөгөнгө көндә БДПУ уның исемен йөрөтә. (Аҡмулла)

2 командаға һорау:Туған теле өсөн янып йәшәгән шәхестәрҙең береһе. Бөгөнгө көндә ул уҡыған башҡор гимназияһы уның исемен йөрөтә. (Р. Ғарипов)

  • Һай, афарин, балалар. Халҡыбыҙҙың бөйөк шәхестәрен белергә кәрәк. Тағы бер шаҡмаҡтар һеҙҙеке.

Туған телегеҙҙә һөйләшергә лә, яҙырға ла беләһегеҙҙер? Диктантта, йә телефонда смс яҙғанда хата ебәрмәйһегеҙме? Әйҙәгеҙ тикшереп ҡарайыҡ.

  1. Киләһе һынау “Күҙҙе йомоп та беләм” тип атала. Был уйын өсөн миңә команданан 4 кеше кәрәк.

  • Һеҙҙең ҡулда хәрефтәр, тик һеҙҙең күҙҙәр йомоҡ. Һорауҙы тыңлау менән бергәләп яуап эҙләйбеҙ. Кемдә ниндәй хәреф икәнен әйтеп шул хәрефтәрҙе бер беребеҙгә биреп шул һүҙҙе төҙөйбөҙ.

  • 1-се командаға: Уны асып өйгә инәбеҙ. (Ишек)

  • 2-се командаға: Уны аяҡҡа кейеп йөрөйбөҙ, һыу ҙа үтмәй, батҡаҡ та кермәй.(Итек)

  • Һай афарин. Хатта күҙ йомоп та башҡортса һүҙ төҙөй алаһығыҙ. Шулай балалар, ниндәй генә ауырлыҡтар осрамаһын, туған телегеҙҙе онотмағыҙ. Башҡортса һөйләшергә лә, яҙырға ла белегеҙ. Башҡалар һеҙҙең ике телдә лә диктантты 4-5 яҙғанығыҙға аптырап торһондар. Өсөнсө шаҡмаҡ һеҙҙеке.



  • Уҡыусылар, һеҙ бына магазинда, дауаханала, йә таксила кешеләргә ниндәй телдә өндәшәһегеҙ? Ә ни өсөн? Башҡорт теле бит дәүләт теле. Һеҙ үҙ телегеҙҙә өндәшергә мөмкинһегеҙ. Аңламаһа ғына, русса әйтегеҙ.

3) Шулай итеп киләһе һынау - “Ҡайҙа барабыҙ?” тип атала.

  • Команданан 1 кеше таксист, 3 кеше юлсы. Юлсыларға карточкала һүҙ күрһәтәм, тик улар уның исемен оноталар ҙа , таксиның “Ҡайҙа барабыҙ?” тигән һорауына карточкалағы һүҙҙе әйтмәй генә, үҙ һүҙҙәре менән аңлатырға тейеш. Әгәр ҙә таксист шул һүҙҙе аңлап әйтһә, тимәк кеше урынына барып етә ала, ә команда тағы бер хәреф ала.

  • 1-се командаға: вокзалға, ашханаға, мәктәпкә

  • 2-се командаға: аэропортҡа, дауаханаға, китапханаға

  • Бына бит, юҡҡа ғына “Тел Темәскә еткерә” тимәйҙәр бит. Башҡорт телендә лә аңлашып була икән. Барығыҙҙа урынына етә алды, ҡотлайым. Кубик һеҙҙеке.

Уҡыусылар, ә һеҙ уйларға яратаһығыҙмы әллә һеҙҙең өсөн башҡалар баш ватамы?

Ә беләһегеҙме, башты ни тиклем күберәк эшләтәһең, шул тиклем ул нығыраҡ эшләй башлай. Ә кем уйларға яратмай, тик телевизор ҡарап ҡына ултыра, уларҙың мейеһе ойой башлай, ти ғалимдар.

Минеңсә һеҙ тамыр ебәрә башланығыҙ, әйҙәгеҙ хәрәкәт итеп алайыҡ әле. Балалар, ә һүҙһеҙ ҙә аңлашып була икәнен беләһегеҙме?

  1. Бишенсе һынау “Хәрәкәттә-бәрәкәт” тип атала.

Командалар теҙелеп баҫтыҡ. Һеҙҙең башығыҙға таж кейҙерелә. Унда яҙылған һүҙҙе һеҙ күрмәйһегеҙ, һеҙгә уны иптәшегеҙ ым-ишара менән генә аңлата. Һеҙ уны аңлап һүҙҙе атап әйтә алһағыҙ, 2 бал. Аңлата йә аңлай алмаһағыҙ, таж менән бергә 2 балл сиселә.

1-се командаға йорт хайуандары: эт, бесәй, һыйыр, ат

2-се командаға ҡырағай хайуандар: ҡуян, айыу, төлкө, бүре

-Афарин, тағы бер хәреф һеҙҙеке.

6) Киләһе һынау “Баш ватыу” тип атала. Бында инде мин һеҙҙең нисек итеп башҡортса оҫта аңлата алыуығыҙҙы, йәки һөйләгәнде аңлай ала икәнегеҙҙе һынап ҡарайым.

Команданан 1-әр кеше сыға ла, туҫтаҡтағы карточкалағы һүҙҙе командаһына аңлата. Әгәр улар яуапты әйтһәләр, команда 2 бал ала. Әгәр аңлата алмай кире һала икән, 2 балл команданан алына.

Аҙыҡ-түлек (икмәк, бутҡа, аш, кәнфит) емеш-еләк( алма, әфлисун, лимон, ҡарбуз) йыл миҙгеле (йәй, ҡыш, көҙ, яҙ) йәшелсә( ҡыяр, кишер, һуған, помидор).



IV. Йомғаҡлау.

-Һай афарин! Башта белем булғас, бар һынауҙарҙы ла үттегеҙ.

Әйҙәгеҙ хәҙер йыйылған хәрефтәрҙән һүҙ төҙөйөк.

Ниндәй матур башҡорт һүҙе килеп сыҡты. Ҡотлайым!

Әйҙәгеҙ иҫтәлеккә фото төшәйек тә, дәрескә һығымта эшләп ҡуяйыҡ.



V. Рефлексия.

-Балалар, дәрес башында беҙ туған телебеҙ бөтмәһен өсөн нимә эшләргә кәрәк, тигән һорау ҡуйғайныҡ. Әйҙәгеҙ шуға тағы берҙе яуап бирәйек. Ниндәй һығымта яһанығыҙ инде?

Шулай, балалар, үҙ туған телебеҙҙә һөйләшәйек, башҡортса аралашайыҡ, уйнайыҡ, фекер йөрөтәйек. Телебеҙҙең бәҫен үҙебеҙ күтәрәйек. Башҡаларға өлгө булайыҡ.



Бергәләп “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын йырлау.




Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!