СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Урок на тему "Иш?к , эт , бес?й , ?т?с .Уры? ?ки?те.?ылым тема?ын ны?ытыу."

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

Д?реслек :З.М.Г?битова , М.?.Усманова.

Баш?орт теле: У?ыу уры? теленд? алып барыл?ан м?кт?пт?р?е? 6 синыф ?с?н д?реслек.?ф? : китап ,2003 йыл.

Тема:Иш?к , эт , бес?й , ?т?с .Уры? ?ки?те.?ылым тема?ын ны?ытыу.

Ма?сат:1.У?ыусылар?ы ?ки?тте? й?км?тке?е мен?н танышыу.

2.??йл?? телм?рен ??тере?, ???лек запасын арттырыу.

3.Ду?лы? , бер??млек , татыу й?ш?рг? ?йр?те?.

Йы?азлау:презентация, ?ки?тте ??р?тл??се ролик,аудионан ты?лау ?с?н я?ма.

 

Просмотр содержимого документа
«Урок на тему "Иш?к , эт , бес?й , ?т?с .Уры? ?ки?те.?ылым тема?ын ны?ытыу."»

Дәреслек :З.М.Гәбитова , М.Ғ.Усманова.

Башҡорт теле: Уҡыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6 синыф өсөн дәреслек.Өфө : китап ,2003 йыл.

Тема:Ишәк , эт , бесәй , әтәс .Урыҫ әкиәте.Ҡылым темаһын нығытыу.

Маҡсат:1.Уҡыусыларҙы әкиәттең йөкмәткеһе менән танышыу.

2.Һөйләү телмәрен үҫтереү, һүҙлек запасын арттырыу.

3.Дуҫлыҡ , берҙәмлек , татыу йәшәргә өйрәтеү.

Йыһазлау:презентация, әкиәтте һүрәтләүсе ролик,аудионан тыңлау өсөн яҙма.




Дәре барышы.


1.Ойоштороу минуты.Өйгә эште тикшереү.Өйҙә дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр яҙып килергә тейеш инегеҙ.Шул мәҡәлдәрҙе уҡып китегеҙ.

Дуҫың булмаһа эҙлә , әгәр тапһаң юғалтма.

2.Дәрестең маҡсатын әйтеү.

-Бөгөн беҙ дәрестә дуҫлыҡ һәм дуҫтар тураһында ,улар менән булған хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләшәбеҙ.Ҡылым темаһын ҡабатлаясаҡбыҙ.

3.Артикуляцион күнегеү.

Йомро – йомро йомғаҡҡайҙы

Йә , балалар һүтәйек.

Тылсым – әкиәт донъяһына,

Йәһәт барып етәйек!

Ниндәй башҡорт (өндәре )хәрефтәре бар был шиғырҙа? Шул хәрефтәр менән һүҙҙәр әйтегеҙ.Дәфтәргә күсереп алыу.

4.Матур яҙыу минуты.

5.Яңы тема өҫтөндә эш.Һеҙ әкиәттәр уҡырға яратаһығыҙмы?Ниндәй әкиәттәр уҡығанығыҙ бар?Нимә була ул әкиәт?(Электрон дәреслектән уҡыу.Тема 22.1-секүнегеү).Әкиәттәрзең ниндәй төрҙәрен беләһегеҙ?

Тылсымлы әкиәттәр.

Батырҙар тураһында .

Хайуандар тураһында.

Көнкүреш әкиәттәр.

Әкиәтте уҡыр алдынан йомаҡтар сисеп алайыҡ.

1.Үҙе күп йөк ташый,

Үҙе яй бара,

Нимә ул?( Ишәк)

2.Төнөн дә , кисен дә

Һаҡлай ул беҙҙе ,

Үҙе дуҫ та була ала. (Эт)

3.Ярата ул мейес башын

Йә , әйтеп ҡарағыҙ нимә ул?(Бесәй)

4.Иртән тора ,уята ул беҙҙе,

Ҡыҙыл тарағы бар үҙенең?(Әтәс)

Тимәк, беҙҙең әкиәт ''Ишәк,эт, бесәй, әтәс''.

6.Һүҙлек эше.

Әкиәттең йөкмәткеһен аңлар өсөн , яңы һүҙҙәрҙе уҡыу.Һөйләмдәр төҙөү.Дәфтәргә күсереп яҙыу.

ҡыуып сығарырға-выгнать

артислыҡҡ-в артисты

һикереп төшөү-спрыгнуть

төнәмәк булған-хотел переночевать

7.Ял минуты.Бармаҡтарҙы һанап сығыу.

Был олатай бармаҡ.

Был өләсәй бармаҡ.

Был атай бармаҡ.

Был әсәй бармаҡ.

Был сәтәкәй бармаҡ.

8.Дәреслек менән эш.Видеонан әкиәтте ҡарау.

-Уҡытыусының уҡыуы.

-Уҡыусының уҡыуы.

Һорауҙар ярҙамында план төҙөү.

а)Бабайҙың нимәһе булған?

б)Ни өсөн бабай ишәкте ҡыуып сығарған?

в)Ишәк нимәне осратҡан?

г)Улар ҡайҙа киткәндәр?

ғ)Эт нимә эшләй белгән?

д)Бара торғас нимәне осратҡандар?

е)Бесәйҙең һөнәре?

-Әтәс уларға нисек ҡушылған?

-Нисәү булып киткәндәр?

-Дүртәүләп ҡайҙа барып еткәндәр?

Улар унда нимә күреп ҡалғандар?

План.

1.Бабайҙың ишәге булған.

2.Өсәүләп киткәндәр.

3.Ҡара урманға барып еткәндәр.

Ял минуты.Күҙҙәр өсөн күнегеү.Күҙҙәрҙе йомоп ҡоштар тауышын тыңлау.

9.Дәфтәргә числоны яҙыу.Планды күсереп алыу.План буйынса һөйләп ҡарау.

Тексы уҡып ҡылымдарҙы табыу.Ҡылымдар һөйләмдең ҡайһы өлөшөндә тора?Улар ниндәй һорауҙарға яуап бирә?

10.Йомғаҡлау,баһалау.

-Әкиәт һеҙҙе нимәгә өйрәтте?

-Ниндәй тәрбиә бирә?

Өйгә эш:әкиәтте һөйләргә әҙерләнергә , яңы һүҙҙәрҙе ятларға.









Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!