СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Внеклассное мероприятие Белем байрамы

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Внеклассное мероприятие Белем байрамы»

Музыка аҫтында 1 һәм 11 класс уҡыусыларын саҡыралар

11 кластарға һүҙ бирәләр

Ильфир

Хушлаштыҡ йәмле йәй менән

Үтте лә каникулдар

Бөгөн байрам – белем көнө

Мәктәпкә илтә юлдар.

Яҙгөл

Гөжләгәндәй бал ҡорттары

Гөр килә мәктәп алды

Шат тауыштар, кемдәр ҡайҙа,

Нисек үткәргән ялды.

Ҡыңғырау ҙа һағынғандыр

Моң һарылған теленә,

Парта артына саҡыра,

Әйҙәп белем иленә.

Данияр

Ашҡынамын мәктәбемә

Әйтерһең тыуған йортом.

Мәктәбемә илтер һуҡмаҡ

Гел шулай нурлы булһын.

Мәктәпкәйем ҡаршы ала

Барыбыҙҙы иркәләп

Ҡосағына ҡыҫа кеүек

Килгән өсөн иртәрәк.

Гөлшат

Кеше ғүмере мәктәп юлы аша

Моңло бер йыр кеүек һуҙыла

Белем һуҡмаҡтарын яра-яра

Киләсәккә юлы һуҙыла









Фирүзә

Һәр бер бала бик шатлана,

Бар тирә-яҡ гөр килә

Балҡып ултырған мәктәптән

Донъяға нур бөркөлә

Һаумы мәктәп һиңә тағын

Беҙ йыйылдыҡ һағынып

Йәй буйына көс-дәрт туплап

Сынығып һәм нығынып.

Исмәғил

Мәктәбем ихатаһы

Шау сәскәгә күмелгән

Бөгөн уҡыусылар килгәс

Ул да ихлас һөйөнгән.

Ғәлинур

Эй мәктәбем, белем усағыңдан

Сәсән йомғаҡтарын һүрәмен.

Һинең ярҙамыңда киләсәктең

Алтын һуҡмаҡтарын күрәмен.

Йыр ҺАУМЫ МӘКТӘП

  1. Йәйге ялдар, тамам бөгөнгө көн

Белем йорто беҙҙе саҡыра

Ишектәрен аса мәктәбебеҙ

Ғилем бирер өсөн тағы ла

Припев

Һаумы мәктәп дуҫлыҡ иле һиндә

Китап йорто белем усағы

Маҡсаттарға илтер юлдар һалдың

Ысынбарлыҡ итеп хыялды

  1. Дуғтар менән ихлас күрешәбеҙ

Шатлыҡ нуры беҙҙең күҙҙәрҙә

Серле белем яҡты маяҡ булып

Әйҙә алға бейек үрҙәргә

Припев

  1. Һағындырған ҡыңғырауҙың моңо

Уҡытыусы биргән кәңәштәр

Фән тауҙары юғарыға әйҙәй

Көтә беҙҙе изге ҙур эштәр



Мансур

Уҡытыусы, мәктәп- был ике һүҙ

Күңелемдә йәшәй йәнәшә,

Мәктәбем тип әйткән саҡта

Уҡытыусым, тиеп, йөрәк өндәшә

Зилиә

Уҡытыусым! Түҙемлегең һинең ҡая һымаҡ,

Күңелең изге, алда нур ғына.

Ябайһың да,бөйөкһөң дә үҙең,

Һиңә тиң маҡтау йыр ғына.

Уҡытыусы, яҡты ҡояш кеңек,

Күңелемде наҙлап йылыта.

Ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙа,

Сабыр һүҙе менән йыуата.

Алмаз

Ҡайғы килгәндә лә Егет бул, - тип,

Шул остаздар беҙҙе өйрәткән.

Уҡытыусы менән Әсәй һүҙе

Бергә һарҡып сыға йөрәктән.

Рәсимә

Сәскә тотоп сығам бөгөн

Уҡытыусым, һинең ҡаршыңа.

Ысын күңелдән һине тәбрик итәм

Яңы уҡыу йылы башында.

Белем тауҙарының үрҙәренә

Етәкләшеп тағын менербеҙ.

Һеҙҙе матур сәскәләргә тиңләп

Гөлләмәләр бүләк итәбеҙ.

Искәндәр

Хөрмәтле уҡытыусылар!

Һеҙгә булған хөрмәтебеҙ

Йәшәй беҙҙең йөрәктә.

Сәскәләрҙең хуш еҫлеһе

Ысын күңелдән һеҙгә бүләккә.

Йыр УҠЫТЫУСЫМ

  1. Яҙғы ҡояш нурын һипкән кеүек

Яҡтыртаһың барыр юлымды

Аҡыл көсөн өҫтәп хистәреңә

Өләшәһең йөрәк йылыңды

ПРИПЕВ

Уҡтыусым, белем биреп

Һәр саҡ алға әйҙәйһең

Күңелдәрҙе күңелдәргә

Ептәр менән бәйләйһең

  1. Гел дөрөҫлөк һинең күҙҙәредә

Гел ихласлыҡ һинең яныңда

Ҡояш тирәһендә әйләнгәндәй

Уҡыусылар һәр саҡ яныңда

ПРИПЕВ

  1. Ғәҙел саф йөрәкле уҡытыусым

Ҙур хөрмәткә лайыҡ кеше һин

Сафлыҡ ғҫтәп бала күңеленә

Беҙгә үрнәк булып йәшәйһең

ПРИПЕВ

Сәскәләр биреү



Әлфиә

Беҙҙә бөгөн татнтана

Йөҙҙәр нисек нурлана

Беҙҙең менән бергәләп

Әсәйҙәр ҙә ҡыуана, атаәҙар ҙа шатлана.

Үҫеп еттек бына беҙ

Ҙур кешеләр булырбыҙ

Ата-әсә йылыһын

Түгел онотаһыбыҙ!



Бергә- Рәхмәт һеҙгә әсәйҙә!

Рәхмәт һеҙгә атайҙар!






Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!