СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Внеклассное мероприятие " Дружна семья- лицо страны"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Внеклассное мероприятие " Дружна семья- лицо страны"»











Татыу ғаилә- ил күрке.

















Әҙерләне:

Благовещен районы Туғай төп

мәктәбенең башҡорт теле

уҡытыусыһы Әхмәҙинурова

Филүзә Рамаҙан ҡыҙы

2018



Кластан тыш сара. (5-7 синыфтар)

Тема: Татыу ғаилә- ил күрке.

Маҡсат: балаларҙың ғаиләгә, туған телгә ҡарата һөйөү; уларға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү,логик фекерен, телмәрен, иғтибарын үҫтереү.

Йыһазландырыу: проектор, слайдтар, компьютер.

Уйын барышы:

-Хәйерле көн, уҡыусылар, уҡытыусылар! Бөгөнгө кластан тыш сара ниндәй темаға арналғанын асыҡлар өсөн, таҡталағы һүрәттәрҙе ҡарап үтәйек. Иҫкәртеп китәйем, кем беренсе булып яуап бирәсәк, ул уҡыусыға жетон бирелеп барыласаҡ.

(Һүрәттәр буйынса әңгәмә ойоштороу)

-Эйе, афариндар! Тимәк, нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

Бөгөнгө кластан тыш сарабыҙ “Татыу ғаилә- ил күрке” тип атала. Быйылғы 2018 йыл беҙҙең республикала Ғаилә йылы тип иғлан ителде.

Берҙәм ғаилә Гөрләп тора өйөбөҙ,
Беҙ күмәкбеҙ, татыубыҙ,
Атай, әсәй, олатай,
Дүрт малай ҙа алты ҡыҙ.
Аҙбар тулы мал-тыуар,
Баҡса тулы йәшелсә,
Ялҡауланып тормайбыҙ,
Һәр кем эш белеп үҫә.
Хәрәкәттә- бәрәкәт,
Емешһеҙ ҡалмай хеҙмәт,
Эшләһәң, Аллаһ бирә,
Табын тулы һый-ниғмәт.
- Күршеләргә хөрмәтле,
Кешеләргә хөрмәтле,
Булығыҙ, - ти, - олатай, -
 Беҙ - Мөхәммәт өммәте!

-Бына һеҙ Гүзәл Ситдиҡованың бик матур «Берҙәм ғаилә» тигән шиғырын тыңланығыҙ. Ә, һеҙҙеңсә, нимә ул ғаилә?

- Ғаилә- ул беҙҙең өй, ата-әсәйебеҙ, туғандарыбыҙ, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Ғаилә ул һине һаҡлай, яҡлай, йылы оя ул. Ата-әсә- ғаиләнең тотҡаһы,ә балалар- көҙгөһө.

- Ә ғаилә ныҡлы, бәхетле, матур булһын өсөн ниндәй көскә эйә булырға тейеш?

(бер- береңде ихтирам итеү, һәр ваҡыт ярҙам күрһәтеү, татыу булыу)

-Дөрөҫ, уҡыусылар, ғаилә ҡиммәтәренә, иң беренсе, мөхәббәт, тоғролоҡ, ғаилә ағзаларының бер-береһенә яҡшы,ихтирамлы мөнәсәбәте, балаларының ата-әсәһенә изгелекле мөғәләмәһе, үҙ-ара татыулыҡ инә.

-Һәр ғаиләнең үҙ йолаһы, ғөрөф-ғәҙәте, мәҙәниәте була. Ә һеҙҙең ғаиләгеҙҙең ниндәй йолалары бар?

(ялдарҙа ғаилә менән сана, саңғы шыуыу, тыуған көндәрҙе үткәреү һ.б.)

-Шулай уҡ һәр ата-әсә балаларын милли рухта тәрбиәләргә тырыша, туған телдә-әсә телендә иркен аралашырға өйрәтә. Һәм беҙ туған телебеҙҙе яҡшы белергә тейешбеҙ.

-Ә хәҙер, уҡыусылар, таҡтала эленгән мәҡәлдәрҙә нөктәләр урынына төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе ҡуйып, уҡып сығайыҡ.

____ ____атаһына таяу, ____ _____ өй эсендә буяу.

____ янында бала етем булмай.

_____-_____ тыңлаған əҙəм булған, тыңламаған əрəм булған.

____ күңеле балала, _____ күңеле далала.

Астан үлһəң дə, ____ ________ ташлама.

Атаны күреп __ үҫер, _____ күреп ҡыҙ үҫер.


Ир бала, ата-әсәһе, ата-әсәңде, әсә, ул, бала, әсәне, ҡыҙ бала,әсә.



-Ә һеҙ ата-әсәйҙәрегеҙгә нисек ярҙам итәһегеҙ?



-Ә хәҙер ошо хәрефтәрҙән ғаилә ағзаларын төҙөргә кәрәк.



ӨСЛӘЙӘ ТАЙА

СҠТУЫ ҒЙАА

ЛЕҺҢЕ ОЙАТАЛА

СӘЙӘ ЙПАА





-Афариндар, шулай итеп, беҙ бөгөн нимә тураһындә һөйләштек?

- Һәр уҡыусының алдында ҡояш һүрәте ята, ғаилә лә ҡояш кеүек беҙҙе йылыта, нур һибә! Һеҙ ниндәй ғаиләне матур ғаилә тип уйлайһығыҙ, шуны нурҙарға яҙып сығығыҙ.









-Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, иң әүҙем ҡатнашыусыларҙы билдәләп үтәйек.

- Тимәк, балалар, ғаиләлә бөтәһе лә яҡшы булһын өсөн татыу,берҙәм,ярҙамсыл, сәләмәт булыу кәрәк. Мин дә һәр ғаиләгә именлек теләйем, ата-әсәләрегеҙҙе ҡыуандырып ҡыны тороғоҙ!


Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!