СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Внеклассное мероприятие по жизни и творчеству Мустая Карима

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Внеклассное мероприятие по жизни и творчеству Мустая Карима»

Мәңгелек ижад шишмәһе

(Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижадына

арналған хәтер-сәйәхәт)

Йөкмәткеһе:

1.М.Кәримдең бала сағы.

2.Мәктәп йылдары.

3.М.Кәримдең ижадын беләһегеҙме?

4.Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.

5.Әҙиптең балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәре.

6.Һин яратырға өйрәттең…



1.Илмир.Хәйерле көн уҡыусылар,уҡытыусылар һәм ҡунаҡтар!

Илнара.Бөгөн мин һеҙҙе Башҡортостандың халыҡ шағиры,яҙыусы,драматург,Салауат Юлаев премияһы лауреаты Мостай Кәримдең ижад һуҡмаҡтары буйлап ҡыҙыҡлы хәтер-сәйәхәткә саҡырам. Барығыҙға ла күтәренке кәйеф, рухи байлыҡ юллап сәйәхәтте башлайбыҙ!

Илмир.Әлбиттә, беҙ тәүҙә халыҡ шағиры,әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Мостай Кәримдең тыуған йортона киләбеҙ.

Ҡыҙ (Айгизә)

Дим буйының гүзәл төбәге- Шишмә районында бер малай тыуа.Уға изге ниәт менән Мостафа тип исем ҡушалар.

Бәләкәй кендек (Илъяс)

Минең оло инәйемде “Кендек әбейе”, ә үҙемде “Кендек бабайы” тип йөрөтәләр.Мин бәләкәймен әле.Оло инәйемдең тылсымлы кеҫәһенән тәм-томло нәмәләр һис ваҡытта ла өҙөлмәй. Йә берәй шаҡмаҡ шәкәр, йә дүрт- биш бөртөк йөҙөм, йә прәник валсығы, йә кипкән муйыл, йә борсаҡ була.Торғаны менән хазина инде ул кеҫә, бөтмәҫ –төкәнмәҫ хазина.

(Ат тауышы, музыка. Сыбыҡҡа атланған малайҙар баҫтырышып сәхнәгә сыға ла Кендекте уратып ала.)

Фәрхәт-Эй-й Кендек!

Радик-Ни хәл кендек!

Биганяков-Бәпес ҡоймағы тәмлеме кендек?

Кендек (Илъяс). Етәр инде, күп шаярмағыҙ, үсегәм дә ҡуям.Ҡайттым-киттем!

Биганяков:-Ярай инде, үсекмә инде кендек?

Фәрхәт:-Беҙгә кәнфит бир әле?

Кендек (Илъяс)Мәгеҙ, ашағыҙ! Мин һаран түгел ул (ул кеҫәһенән төрлө кәнфиттәр ырғыта. Балалар береһенән- береһе уҙышып кәнфит йыялар)

Тауыш сыға.

Лениза-Эй, улым, Кендек!Төлкөсура ағайың килде! Йәһәт кенә йүгерәйек! Айбикә еңгәң бәпәйгә ауырып киткән.

Кендек-Илъяс. Малайҙар, уйын бөттө. Шылығыҙ бынан. Иртәгә теп-теүәл ошо ваҡытҡа бәпес күстейе ашарға килерһегеҙ.Тик был юлы һеҙ миңә кәмит күрһәтәһегеҙ,әҙерләнеп килегеҙ, вәт!

(Балалар таралыша, бик эшлекле ҡиәфәт менән Кендек сығып китә)

2. Илмир.Шулай яҙмыш менән бәхәсләшеп ҡыҙыҡлы, ғәмһеҙ бала саҡ үҙ яйы менән бара.Мостафа буйға етеп һабаҡ алырға ваҡыт етә.Оло инәһе уны мөғәллимәгә алып барып тапшыра,

Серле, мауыҡтырғыс мәктәп йылдары белем һуҡмаҡтары уның йөрәгендә уҡытыусыһына ҡарата йыр булып ярала.

Илнара. Мостай Кәрим һүҙҙәре , Заһир Исмәғилев музыкаһына йыр “Уҡытыусыма”.

3.Илмир.Ҡәҙерле дуҫтарым, хәҙер хәтер китабының икенсе онотолмаҫ битен асайыҡ. Мостай Кәримдең ижадын беҙ беләбеҙме?

Илнара.Әйҙәгеҙ викторина һорауҙарына яуап бирәбеҙ.

-Мостай Кәримдең тәүге шиғырҙары ниндәй гәзиттә баҫыла? (“Йәш төҙөүсе”)

-Мостай Кәримдең тәүге китабы нисек атала? (“Отряд ҡуҙғалды”)

-Балалар өсөн ниндәй әҫәрҙәре бар? (“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Өс таған”, “Беҙҙең өйҙөң йәме”)

- “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесында кемдәр тураһында һүҙ бара? (Оксана,Йәмил)

- “Өс таған” повесының төп геройҙары кем? (Вәзир, Айҙар…)

-Мостай Кәримдең ниндәй драмаларын беләһегеҙ? (“Туй дауам итә”, “Яңғыҙ ҡайын”, “Ҡыҙ урлау”, “Айгөл иле”, “Салауат”)

- Мостай Кәримгә нисәнсе йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелә?(1963)

-Уның әҫәрҙәре ниндәй телдәргә тәржемә ителгән? (татар,рус,азербайжан,авар,алтай,әрмән, грузин, ҡаҙаҡ,ҡарағалпаҡ, ҡырғыҙ, латыш, үзбәк, сыуаш телдәренә тәржемә ителгән)

-Мостай Кәрим Еңеү көнөн ҡайҙа ҡаршылай?(Вена ҡалаһында)

Илмир. Афарин, ҡыҙҙар һәм малайҙар!

4.Илнара.Шағир, драматург, прозаик һәм публицист Мостай Кәрим Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағына тиклем яу юлдарын үтә. Шул дәһшәтле һуғыш йылдарында уға ғәзиз халҡы, ижад рухы һәм мөхәббәте оло терәк,таяныс була.

Илмир. Мин һеҙгә Мостай Кәримдең “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” шиғырын һөйләйем.

(“Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” шиғырын һөйләй).

5.Илнара. Хөрмәтле туғандар, хәтерләү дауам итә.

Илмир. Мостай Кәримдең балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәрен беҙ ҙур теләк менән ҡыҙыҡһынып уҡыйбыҙ.Уның геройҙары хәс тә беҙҙең арала йөрөй, беҙҙең һымаҡ ҡыуана, алға ынтыла, бәхәсләшә, төрлө ҡатмарлы хәл-ваҡиғалар аша характерҙар формалаша.

Илнара.Беҙ яңыраҡ ҡына класыбыҙ менән Мостай Кәримдең “Өс таған” повесын яратып уҡыныҡ һәм һеҙгә бер өҙөктө сәхнәләштереп күрһәтергә булдыҡ.Ул “Башлыҡ һайлау” тип атала.

Динә. Ҡояш алыҫтағы урманға барып төртөлгәндә Шәрифулла фермаға һарыҡтарын ҡыуып китте.Малайҙар ҙа ҡайтыу яғына ыңғайланы.

Айҙар:Малайҙар! Беҙгә ысынлап та бер башлыҡ кәрәк.Кемде һайлайбыҙ?

Азамат(Вәзир):Малайҙар,ә, малайҙар, минең бер генә лә башлыҡ булғаным юҡ (уның тауышы ҡалтыранды). Айҙар ҡыш буйы класта староста булды. Ғабдулла стена газетаһы сығарҙы, слетҡа барҙы. Бер мин генә (Вәзир илай).

Илдар (Ғабдулла):Башлыҡты һорап алмайҙар!

Азамат (Вәзир) (Уйлана, ҡапыл күҙҙәре ялтырап китә һәм йәһәт кенә әйтә):Шыбаға тотабыҙ! Кем өҫкә сыға, шул башлыҡ була.

Айҙар (талапсан тауыш менән): Шыбағаны уйында ғына тоталар,тапҡан уйын! Хәҙер ярышабыҙ ҙа, кем уҙһа, шул башлыҡ була.

Азамат (Вәзир):Харап икән. Йүгеректе башлыҡ итергә, имеш. Иң йәтеше уның - мәргәнлектә ярышыу. Кем мәргән ата, шул командир була! Ана, Ғабдулла әйтһен!

Илдар (Ғабдулла):Иң дөрөҫө-көрәштә көс һынашыу. Кем алышта еңә, шул башлыҡ.

Азамат (Вәзир):Давай, тәүҙә йүгерәбеҙ (балаҡтарын төрәләр,ялан аяҡ һыҙыҡҡа баҫалар) раз, два, три! (Йүгерәләр. Беренсе Айҙар, икенсе Илдар(Ғабдулла) килә , Вәзир ярты юлда юлға ултыра һәм аяғын соҡой башлай, аҡһай биреп тора һәм “Уф”, - тип сатанлап килеп етә).

Илдар(Ғабдулла):Ярыштың яңы төрө башлана. Айҙар түбәтәйеңде эл. Өс аҙым үлсәгеҙ, ошонан атаһығыҙ. Бына һеҙгә өс таш. Кем күберәк тейҙерә,шул ота.

Айҙар: Алфавит буйынса беренсе кеше башлай, тимәк мин атам (өсөһөн дә ҡыйыш ата).

Азамат (Вәзир):Эй эшкинмәгән, мин хәҙер уны һәғәттә (рогаткаһын ҡора, ата, түбәтәй оса). - Бер ҡоймаҡты майланыҡ (икенсегә ата, түбәтәй оса, өсөнсөгә атҡанда ботаҡ һелкенеүҙән төшә)

Ғабдулла өс тапҡыр ата һәм өсөнсөһөндә төшөрә.

Илдар (Ғабдулла):Малайҙар әҙерләнегеҙ, көрәшәбеҙ (Вәзир менән Айҙар устарына төкөрөп ҡаршы килеп баҫалар.Таҫтамал алып көрәшә башлайҙар (Айҙар Вәзирҙең күлдәген йырта, уны йыға күлдәктең еңе менән яғаһы ғына ҡала.)

Ғабдулла ҡысҡырып көлә.

Айҙар.Юлбарыҫ тиреһе ябынған баһадир! Ха-ха-ха.

Вәзир: (Күлдәгенең йыртылғанын белгәс) Баш һау булһа, мал табылыр әле. Алыш бармы,һалыш бармы?

Илдар (Ғабдулла):Алыш та бар, һалыш та бар! (Ғабдулла еңә)

Айҙар:Һайлауҙар бөттө. Башлыҡҡа суҡмарҙы тапшырырға ваҡыт.

Азамат (Вәзир): Иң күп мәрәйҙе Ғабдулла йыйҙы.

Айҙар,Вәзир бергә: Теләһәң утҡа,теләһәң һыуға алып ин. һин-башлыҡ!

Ура!

Илдар (Ғабдулла) иптәштәрен ҡосаҡлай: Кирәмәтте ҡотҡарыу өсөн төҙөлгән отрядҡа “Өс таған” тип исем ҡушайыҡ.

Ҡосаҡлашып сығып китәләр.

Илнара.Шулай итеп, был әҫәрҙә төрлө һынауҙар аша сыныҡҡан дуҫлыҡ һүрәтләнә.

6.Илмир.Хәтер китабының аҙаҡҡы битенә килеп еттек.Уны беҙ “Һин яратырға өйрәттең “ тип атаныҡ.

Илнара. Алтынсы синыфтар Мостай Кәрим ижады буйынса “Һин яратырға өйрәттең..” темаһына иншалар яҙғандар.Мостай Кәримдең әҫәрҙәре һеҙҙең өсөн ҡайһы яғы менән әһәмиәтле?

Азамат: Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен уҡығандан һуң күңелде баҫып торған ауыр уйҙар тарала, киләсәккә дәрт уяна.

Үҙеңде көслөрәк ышаныслыраҡ тояһың.

Айҙар:Беҙ Мостай Кәрим менән ғорурланабыҙ, сөнки ул тормоштоң ҡатмарлы яҡтарын күрә белә,үҙе үтә ябай талантлы һәм халыҡсан!

Земфира. Мин яҙыусының “Россиямын” шиғырын бигерәк тә яратам. Мостай Кәримдең ижады Тыуған илгә мөхәббәт,халҡыбыҙға йыр-моңға ихтирам уята.

Динә.Ә мин яҙыусының “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған” повестарын уҡып, үҙебеҙгә бөгөнгө ҡатмарлы тормошта кәрәк булған сифаттар:ысын дуҫлыҡ, иптәшлек, тоғролоҡ тәрбиәләп була тип иҫәпләйем.

Илмир.Ҡәҙерле дуҫтарым!

Илнара.Һөйөклө уҡытыусыларыбыҙ!

Илмир:Бөгөнгө хәтер - сәйәхәтебеҙ аҙағына яҡынлаштыҡ.

Илнара:Йомғаҡлап әйткәндә,оло әҙип Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижады - үҙе бер батырлыҡ өлгөһө.Уның үлемһеҙ әҫәрҙәрен уҡыған һайын уҡығы килеп кенә тора.

Илмир.Беҙ, йәштәр, киләсәктә Мостай ағай әҫәрҙәрендәге һоҡланғыс ыңғай образдарҙы үҙебеҙҙә үҫтереп һәм байытып, киләсәктә Тыуған илебеҙҙе, еребеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлаусы һәм паҡлаусы ысын патриоттар булып үҫербеҙ!

Илнара.Бөгөнгө эшлекле һөйләшеү бөтәбеҙ өсөн дә бик фәһемле һәм файҙалы булды.

Илмир.Әүҙем ҡатнашыуығыҙ, ихласлығығыҙ өсөн бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт!

Илнара:Киләһе осрашҡанға тиклем һау булығыҙ!

















































Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!