СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Конспект урока по башкирской литературе на тему "Жизнь и творчество З. Биишевой. Анализ повести "Будем друзьями", 6 класс.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Конспект урока по башкирской литературе на тему "Жизнь и творчество З. Биишевой. Анализ повести "Будем друзьями", 6 класс.»

З.Биишеваның тормош һәм ижад юлын ҡабатлау, «Дуҫ булайыҡ» повесына анализ.

Маҡсат:

1. З. Биишеваның тормош һәм ижад юлын ҡабатлау, повестың идея-эстетик мәғәнәһен асыу һөҙөмтәһендә уҡыусыларҙың белемдәрен тәрәнәйтеү. 2. Уҡыусыларҙың  һүҙ байлығын, уҡыу һәм фекерләү һәләтен үҫтереү.

З. Биишева ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, хөрмәт, хеҙмәткә һөйөү, дуҫлыҡ тойғоларын тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: З.Биишева портреты, китаптар күргәҙмәһе, мультимедия проекторы, ноутбук, уҡыусыларҙың төшөргән һүрәттәренән күргәҙмә, мәҡәлдәр.

Методик алымдар: лекция, әңгәмәләшеү,уҡыусыларҙың сығышы, һорауҙар һәм әҙәби текст өҫтөндә эш.

Ойоштороу формалары: фронталь (уҡытыусы лекцияһы, әңгәмәләшеү), төркөмдә эш (тексты анализлау, индивидуаль (проблемалы һорау, тест үткәреү, әҫәрҙәге ваҡиғаларҙы бөгөнгө көн менән бәйләү, сағыштырыу, миҫалдар килтереү)

Дәрес барышы:

I.Ойоштороу моменты:

Эпиграф:

Яҡшы дуҫ яфаға һалмаҫ.

Дуҫың үҙеңдән яҡшы булһын.

Күҙе һуҡырға дуҫ булһаң да, күңеле һуҡырға дуҫ булма.

Урал түбәһенән ҡарап торам

Йырлай-көйләй уҙған юлыма.

Илем, халҡым тиеп дөрләп янған

Йөрәгемде услап ҡулыма. ( З.Биишева) (Слайдта З.Биишеваның портреты)

Дәрестең маҡсаты менән таныштырыу.

Уҡтыусының инеш һүҙе.

1) - Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Һәр иртәбеҙ, көнөбөҙ, һәр дәресебеҙ ошо яғымлы һүҙҙән, сәләмләүҙән башлана. Бөгөн дә бер-беребеҙгә сәләмәтлек теләп, ихлас йылмайыу бүләк итеп, дәресебеҙҙе башлап ебәрәйек.

Борондан беҙҙең халыҡ берәй кеше менән осрашып танышҡанда: «Ҡайһы яҡ кешеһе, ата-бабаларындың шөғөлө ниндәй, нәҫел-нәсәбең кем, ҡайһы йылға һыуын әсәһең?» — тип һорашыр булған. Ысынлап та, тыуып-үҫкән ер- һыуына ҡарап, кешенең холоҡ-фиғелен аңлауы, эске донъяһын асыҡлауы ҡыйын түгел. Бына беҙ ҙә бөгөн тыуған илебеҙ Башҡортостандың иң гүзәл төбәктәренең береһендә тыуып үҫкән, тәү тапҡыр шунда тәпәй баҫҡан, тәүге ауаздарын ошо ерҙә әйткән Күгәрсен районы, Эйек йылғаһында ҡойоноп, уның шифалы һыуҙарын эсеп үҫкән ил инәһе, Башҡортостандың беренсе халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева ижадына әйләнеп ҡайтырбыҙ. (дәфтәргә числоны, теманы яҙыу)

Слайд № 1

«Эйек буйы халҡының да булмышы, тормошҡа ҡарашы башҡа һыуҙы һыулағандарҙан айырылып тора: улар нескә күңелле, алсаҡ, ябай, йомшаҡ холоҡло; хатта телебеҙ ҙә башҡа һөйләштәрҙән айырылып тора, йырға оҡшаш — моңло, яғымлы. Әммә кәрәк ерҙә Эйек кешеһе ҡаты һәм ҡырыҫ та була ала. Был — тормош талабы», - ти яҙыусы.

Ысынлап та Зәйнәб Биишева ла нескә күңелле, алсаҡ, ябай, йомшаҡ холоҡло, ә кәрәк саҡта ҡаты һәм ҡырыҫ та була ала.

2) Слайд № 2 (З. Биишева портреты)

Донъя йөгөн һирпеп ташлап булһа,

Ҡайтыр инем тыуған яғыма.

Йырлар инем баҫып Оло Эйектең

Суҡ тирәктәр үҫкән талына, –

тип әйтә тыуған төйәге хаҡындағы бер шиғырында шағирә.

Һорауҙар өҫтөндә эш.

Слайд № 3 (тыуған ауылы - Туйөмбәт ауылы)

• Ҡайҙан башлана икән уның илһам шишмәһенең башы? Зәйнәб Биишева Башҡортостандың ҡайһы районы, ниндәй ауылда нисәнсе йылда тыуған?

1-се уҡыусы: Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Зәйнәб Биишева 1908 йылдың 2 (15) ғинуарында Башҡортостандың хәҙерге Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылында ерһеҙ крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Слайд № 4

• Яҙыусының бала сағы тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?

2-се уҡыусы: Ата-әсәһенән бик йәшләй етем ҡала: 1911 йылда әсәһе, 1919 йылда атаһы үлеп китә. Зәйнәбтең бала сағы Исем ауылында үтә, шунда асылған мәктәпкә уҡырға төшә. Ләкин тормош ауырлығы арҡаһында дүртенсе класты фәҡәт 1924 йылда ғына тамамлай.

Слайд № 5

•Ҡайҙа уҡып белем ала?

3-сө уҡыусы:Зәйнәб Биишеваны 1924 йылдың йәйендә Ырымбур елкәһенең Ташлы ауылына әҙерлек курстарына уҡырға ебәрәләр, шунан Ырымбурға Башҡорт педагогия техникумына күсерәләр. Ул техникумды уңышлы тамамлап сыға.

Слайд № 6

•Үҙенең хеҙмәт юлын ҡайҙа башлап ебәрә?

4-се уҡыусы: Яҙыусы үҙ еренең булмышына, ата-бабалары шөғөлөнә тоғро ҡалып, уҡытыусы һәнәрен үҙ итә, тормош юлын 1929-1931 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып башлай. Уның ҡартаталары— Ирғәле, Төхфәтулла, атаһы Абдулла Биишевтар үҙ заманының уҡымышлы, белемле кешеләре була. Зәйнәб Темәс комсомол комитеты сәркәтибе булараҡ, колхоз төҙөү эштәрендә әүҙем ҡатнаша.

Слайд №7

•Яҙыусының ата-әсәләре тураһында ҡыҫҡаса кем әйтеп китер?

5-се уҡыусы: Атаһы Абдулла Төхфәтулла улы, йәшләй етем ҡалыуына ҡарамаҫтан, йәйен байҙарға көтөүсе, ҡышын мәҙрәсәләрҙә бай балаларына сәй ҡай­натыусы булып эшләп белем ала, күп ауырлыҡтар аша указлы мөғәллим - мулла дәрәжәһенә күтәрелә. Аҙаҡ Эйек буйына, тыуған ауылы Туйымбәткә ҡай­тып балалар уҡыта башлай. Ул заманда тормошҡа иҫкесә ҡараған, балаларҙы тик дингә генә өйрәтеүсе муллалар етер­лек була. Киләсәкте асыҡ төҫмөрләгән Абдулла Биишев бүлмәгә ҡара таҡта элеп, дин дәрестәренә өҫтәп арифме­тика география фәндәрен өйрәтә, малайҙар менән ҡыҙҙарҙы бергә уҡыта башлай. Ул үҙенең балаларына ла шул юҫыҡта белем һәм тәрбиә бирә. Шуға ла улы Ғибаҙулла, ҡыҙҙары Йәмилә, Хәлимә һәм Зәйнәб атаһы юлын һай­лай. Хәйер, әсәләре Фәғилә лә дәүере­нең белемле ҡатын-ҡыҙы, мәғрифәтлелеге менән тирә-яҡҡа билдәле Ғәлләм хәҙрәттең һеңлеһе, мөғәллимә була. Уның тыуған ауылы Сапыҡта револю­цияға тиклем үк башҡорт-рус гимна­зияһы асыла.

Слайд № 8

• Ниндәй ғаиләлә тыуып үҫкән икән Зәйнәб Биишева?

6-сы уҡыусы: Рухи яҡтан бай, халыҡ араһында ихти­рам ҡаҙанған, аң-белемгә ынтылыусы ғаиләлә тыуып үҫә һәм тәрбиә ала.

Слайд № 9

•Буласаҡ яҙыусы уҡырға-яҙырға нисек өйрәнә?

7-се уҡыусы: Буласаҡ яҙыусы уҡырға-яҙырға атаһы Абдулла Биишевтан, ул Ғибаҙул­ла, Йәмилә, Хәлимә, Хафасаға һабаҡ биргәндә шаршау артында тыңлап улты­рып ҡына өйрәнә. Һуңынан совет мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән ағаһы Ғибаҙулла, апаһы Хәлимә ҡулында уҡып, ун алты йәшендә генә IV класс тамамлай. Ике йәш ярымда — әсәһенән, ун бер йәшендә атаһынан ҡалған Зәйнәб туғандары ярҙамында белем үрҙәренә үрләй һәм үҙенең тырышлығы менән маҡсатына ирешә, яҙыусы булып китә.

Слайд № 10

• З.Биишеваның балалары һәм туғандары тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?

8-се уҡыусы: Тормош иптәше Ғәзиз Әминев, улдары Тельман - химия фәндәре докторы, профессор; Юлай - тәржемәсе, башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәренең рус телендә сығыуына күп көс һалыусы; Дарвин - врач һәм тәржемәсе, Зәйнәб Биишеваның апаһы Хәлимә "Корбанаева - РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, туғаны Әкрәм Бейешев - билдәле ғалим, Ләлә Бейешева - халҡы өсөн янып-көйөп мәғрифәтсе.

Слайд № 11

• Яҙыусы әҫәрҙәрендә нимә тураһында һүрәтләй?

9-сы уҡыусы: Ул үҙ әҫәрҙәрендә тыуған яғын, ауыл халҡының тормо­шон, тәбиғәтен һүрәтләй.

Слайд № 12 • Ниндәй маҡтаулы исемдәре һәм наградалары бар?

Слайд № 13

10-сы уҡыусы: Өс тапҡыр «Почет билдәһе»ордены, миҙалдар, РСФСР, БАССР Верховный Советы Президумдарының Почет грамоталары, 1968 йылда «Яҡтыға» трилогияһы өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, 1990 йылда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исеме бирелә.

Слайд № 14

•Зәйнәб Биишеваның трилогияһы нисә китаптан тора һәм нисек атала

11-се уҡыусы:

Өс китаптан тора:«Кәмһетелгәндәр»,«Оло Эйек буйында»,«Емеш» романдары.

Слайд №15

• Зәйнәб Биишеваның тәүге әҫәрҙәре нисек атала?

12-се уҡыусы: Тәүге хикәйәһен «Гөрләүектәр араһында»тигән 1927 йыл техникумда уҡыған йылдарында,ә икенсе «Өс кис»хикәйәһен 1930 йылда яҙа.

Слайд № 16

•«Дуҫ булайыҡ»повесын нисәнсе йылдарҙа ижад итә?

13-сө уҡыусы: «Дуҫ булайыҡ»повесын 1952-1954 йылдарҙа ижад итә.

Слайд № 1

• «Дуҫ булайыҡ»повесында ниндәй төп проблемалар сағыла?

14-се уҡыусы:

-Төрлө милләт араһындағы дуҫлыҡ

-Бала тәрбиәләүҙә өлкәндәрҙең тәжрибәләре

-Ыңғай традицияларҙың күсә килеүе

- Хеҙмәттең роле:

Слайд №17

Проблемалы һорауҙар ҡуйыу :

Слайд № 18

• Ни өсөн автор был әҫәргә шундай исем биргән? Һүҙ нимә тураһында барыр? (һүҙ дуҫлыҡ тураһында бара.)

• Ул дуҫлыҡ ысын дуҫлыҡмы икән? Бөгөнгө дәресебеҙҙең маҡсаты - ошо һорауға яуап эҙләү.

Слайд № 19

• Кешенең дуҫтары күп булырға тейешме? Ни өсөн? (Эйе,улар менән йәшәүе күңелле.Юҡ, дуҫтар күп булмай. Сөнки һин күңелеңде бөтә кешегә лә аса алмайһың.Ысын дуҫтар ике-өстән артмаһын, һинең серҙәреңде барыһы ла белергә тейеш түгел.)

Слайд № 20

• Дуҫтың ысынмы-юҡмы икәнлеген ҡайҙан беләбеҙ? (Ысын дуҫ һине бер ҡасан да ҡыйын ваҡытта ташлап китмәй һәм башҡа варианттар)

Слайд № 21

• Был әҫәр буйынса ниндәй нәтижә яһап була? (Дуҫлыҡтың ныҡлығы ауырлыҡта һынала).

•Тимәк, бөгөнгө дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? (Ысын дуҫлыҡ тураһында).

Слайд № 22

• Уҡыусылар, әҫәрҫең тәүге бүлеге нисек атала? («Балыҡсылар»)

Слайд № 23

• Әҫәрҙәге хәл ҡайһы районда бара һәм малайҙар ниндәй күлдә балыҡ тоталар? (Баймаҡ районы, Талҡаҫ күле)

• Һеҙҙең күлдә балыҡ тотҡанығыҙ бармы? (Эйе)

Слайд № 24

• Беҙҙең районда ниндәй күлдәр бар?

(«Тоҙло күл», «Аждаһа күле»(Үрге Мотал Ауылынан 1км йыраҡлыҡта)

• Күл янында үҙеңде нисек хис итәһең? Ундағы матурлыҡты һаҡлау өсөн һеҙ нимәләр эшләйһегеҙ? (Тирә - яҡты бысратмайбыҙ, балыҡты ҡармаҡҡа ғына тотабыҙ.)

Эйе, тәбиғәтте һаҡларға бурыслыбыҙ. Ул матурлыҡ киләсәк быуындарға ла ҡалырға тейеш.

Слайд №25

• Әҫәрҙә ниндәй тема күтәрелгән? (Был әҫәр дуҫлыҡ тураһында).

• Ә ниндәй проблемалар сағылдырылған?

Дуҫлыҡ, кешелеклелек, яуаплылыҡ проблемалары күтәрелә.

Слайд № 26

• Әҫәрҙең төп геройҙары кем? Улар менән нисек таныштыҡ? (Юлдаш менән Ҡыҙырас. Малайҙар күл буйында балыҡ тоталар).

Китап менән эш

• Яҙыусы күлдең матурлығын нисек тасуирлай? (Әҫәрҙән табып уҡыу).

Һыуы көҙгө кеүек яҡты, үтә күренмәле. Бик алыҫҡа тиклем ҡайҙа ниндәй балыҡ йөрөгәне күренеп тора. Хатта ҡармаҡ та күренә. Шулай ҙа балыҡтар һис тә абайлап тормай килә лә ҡабалар.

Слайд № 27 (Слайдтарҙа күл күренешен ҡарау).

• Малайҙарҙың кәйефтәре ни өсөн күтәренке? (Тәбиғәт матур, көн аяҙ).

•Юлдаш Ҡыҙырасҡа ниндәй яңылыҡ әйтә? (Юлдаштар ҙа Октябрьский ҡалаһына күсеп китәсәктәр).

•Ҡыҙырастың ни өсөн кәйефе үҙгәрә? (Ул нимәнәндер ҡурҡа).

Китап менән эш

•Тәбиғәт кеше алдына һәр саҡ ҙур кәртәләр ҡуя. Уның серҙәрен асыу, ҡаршылыҡтарын еңеп сығыу кешене сыныҡтыра. Быны беҙ әҫәрҙең “Дауыл” бүлегендә асыҡ күрәбеҙ. Күл өҫтөндә дауылдың башланыуына иғтибар итәйек. Дауыл ваҡытында күл нисек үҙгәрә? Шул ваҡытта тәбиғәттә ниндәй үҙгәрештәр башлана? (слайд № 28)

• Күлдең үҙгәреүе тураһында Ҡыҙырас нимә ти? (Уртаташты күмә, кәмәне ауҙара, яман ҡоторона)

Текстан өҙөктө уҡыу. Слайд № 29,30, 31. (Слайдтарҙа дауыллы көндө күл күренеше).

- Ирәндек өҫтөндә аҫылынып торған хәрәкәтһеҙ аҡ болот һорғотланып, ҡуйырып,ҡаяларға һырыша башланы.Талҡаҫ өҫтө үҙенең күгелйем яҡтылығын юғалтып, ҡараһыу төҫкә инә барҙы.

- Кескәй генә тулҡындар, сәп-сәп итеп, улар ултырған ташҡа килеп бер-бер артлы бәрелеп сәсрәнеләр.

- Талҡаҫ өҫтө ҡараңғыланғандан-ҡараңғылана,Ҡыҙрастың төҫөнә сыҡҡан ҡурҡыу артҡандандан арта барҙы.

- Ел ысынлап та, бик тиҙ көсәйҙе. Көн,тамам күңелһеҙләнеп, һалҡынсаланып китте.Ҡояш нурҙары тоноҡланды. Ирәндек тотош аҡһыл һоро болот менән ҡапланды.

- Ел тағы ла ҡотора төштө. Тулҡындар бер-бер артлы Уртаташҡа килеп бәрелеп, шаулап ауып төшә башланылар.

Һорауҙар өҫтөндә эш.Слайд №32,33.34.

• Ни өсөн З.Биишева Ҡыҙырастың холҡон тәбиғәт менән сағыштыра?

(3.Биишева Ҡыҙырастың холҡон тәбиғәт менән сағыштыра, тыныс ҡына ултырған малай, Юлдаштың хәбәренән һуң, холоҡһоҙлана. Тып-тын ултырған күл дә, дауыл сығып, шаулай башлай.)

• Дауыл башланғас, Ҡыҙырас үҙен нисек тота? (Ул башҡа ваҡытта үҙен бик ҡыйыу тотһа ла, был осраҡта ҡурҡып, ҡаушап ҡала.)

• Ә Юлдаш тураһында нимә әйтерһегеҙ?

(Юлдаш юғалып ҡалмай, кәмәне ярға алып сығырға тырыша. Тик Ҡыҙырас уға ярҙам итмәй, ишкәктәрҙе ташлай. Кәмә әйләнә).

• Һыуға ҡолағас, Юлдаш үҙен нисек тота? (Ҡыҙырасты эҙләй һәм уны ҡотҡара).

•Күлдең ярында уларҙы кем көтә?(Күлдең ярында урланған кәмә хужаһы көтә).

• Был кеше янында малайҙар үҙҙәрен нисек тота?(Ҡыҙырас ҡаса, Юлдаш тороп ҡала).

• Ни өсөн Юлдаш йүгермәй? (Ул үҙе эшләгән эшкә яуап бирә белә, ҡыйыу, батыр).

• Ни өсөн Ҡыҙырас ҡасып дөрөҫ эшләмәгән? (Ҡыҙырас иптәшен ташлап ҡасҡан, Юлдаштың бер үҙенә генә яуап бирергә тура килгән).

• Малайҙарҙың дуҫлығын ысын дуҫлыҡ тип әйтеп буламы? (Был осраҡта малайҙарҙың дуҫлығын ысын дуҫлыҡ тип әйтеп булмай, Ҡыҙырас Юлдашты ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ташлап ҡаса.)

• Ҡурҡыныс алдында Ҡыҙырас һәм Юлдаш үҙҙәрен нисек тота? Был ваҡиғала уларҙың ниндәй сифаттары асыла?

Батырлыҡ менән матурлыҡ йәнәш йөрөй. Беҙ быны Юлдаш образында, уның эш-хәрәкәтендә, иптәшенә һәм кәмә хужаһына булған мөнәсәбәтендә асыҡ күрәбеҙ. Тәбиғәт һынауын еңеп сыҡҡан Юлдаш кеүек малайҙар үҫкәс, тормош ауырлыҡтарын да еңәсәк. Йәмғиәткә файҙалы кеше булып үҫәсәк. Ҡыҙырас характерындағы кире сифаттар беҙҙә лә бар. Үҙ холҡоңдағы кире яҡтарҙы бөтөрөү өсөн ни эшләргә кәрәк?

• Юлдаштың яңы класташтарынан кемдәрҙе беләһегеҙ? Ҡайһыһы һеҙгә оҡшаны? Ни өсөн?

• Ҡыҙырас менән Ғарифтың үҙ-ара мөнәсәбәте тураһында нимәләр белдегеҙ?

• Буранбай ағай менән Ғәли ағайҙар тураһында нимә белдегеҙ? Уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте нисек?

• Ҡыҙырас һәм Юлдаштың дуҫлыҡтары өҙөлөүгә нимә сәбәпсе булды?(Ҡыҙырастың алдашыуы)

• Ни өсөн Ҡыҙырас Юлдашҡа үҙен отличник, пионер, батыр малай итеп күрһәткән?(үҙен шулай итеп күргеһе килгән)

Һүрәттәр менән эш .(Таҡтала уҡыусыларҙың һүрәттәре)

Төркөмдәр менән эш.

• Шулай итеп, повеста Ҡыҙырас менән Юлдаш ниндәй итеп һүрәтләнгән? (слайд) Малайҙарға характеристика биреп ҡарайыҡ. Экранда бирелгән сифаттарҙы, һәр геройға тура килгәндәрен һайлап, ике бағанаға бүлеп яҙайыҡ.

• Слайд №35

Ҡурҡаҡ,кешелекһеҙ,юғалып ҡалыусан, ышанысһыҙ, алдаҡсы,үҙен яҡшы уҡыған малай итеп күрһәткеһе килгән (Ҡыҙрас)

Етеҙ, батыр, ысын дуҫ, үҙ һүҙле, тоғро, ҡыйыу, ауырлыҡтарҙан ҡурҡып тормай, үҙе ҡылған эштәргә яуаплы, дөрөҫ һүҙле, алдашҡанды яратмай. (Юлдаш)

Был эште варианттарға бүлеп ҡарайбыҙ. эшләйек. 1-се вариант – Юлдашҡа ҡағылышлы сифаттарҙы, 2 –се вариант Ҡыҙырасҡа ҡағылышлы сифаттарҙы яҙып ала. (ике образға характеристика биреү)

• Слайд №36. Ҡыҙырастың холҡонда ыңғай яҡтар бармы?( Иптәшенә асыу, үс тотмай беренсе башлап үҙе килә дуҫлашыу).

- Һеҙ малайҙарҙың яңынан дуҫлашыуына шатмы? ҒШЭ – ғәжәп шәп эште Ҡыҙырас нисек аңлай?(дуҫлыҡ, берҙәмлек, ғәҙеллек, тырышлыҡ)

- Уның уйы барып сығамы? Повесть һуңында беҙ ниндәй үҙгәрештәр күрәбеҙ? (Ҡыҙырас үҙгәрә, яҡшы уҡыусы була, оҫта ҡулдар түңәрәген етәкләй)

- Уҡыусылар, һеҙ кемгә оҡшарға теләр инегеҙ? Беҙҙең арала Ҡыҙырас кеүек кешеләр бармы? Юлдашҡа оҡшарға тырышайыҡ. Яҡшыраҡ кешеләр күберәк булған һайын тормошобоҙ матурыраҡ, донъябыҙ именерәк булыр.

Уҡытыусы. Шулай итеп, автор әҫәрҙә мәңгелек тема – дуҫлыҡ темаһына мөрәжәғәт итә.

Слайд №37.

Ә дуҫлыҡ – ул күңел күрке, йәшәү йәме, хистәр даръяһы.

Тест үткәреү

Слайд №38. (слайдта тест һораауҙары)

3. Мәҡәлдәр менән эш.

- Уҡыусылар, дуҫлыҡ ул – ҙур төшөнсә. Халҡыбыҙҙа дуҫлыҡ тураһында күп матур, аҡыллы һүҙҙәр бар - мәҡәл тиҙәр уларҙы. Әйҙәгеҙ, бөгөнгө әҫәр йөкмәткеһенә тап килгәндәрен иҫкә төшөрөп китәйек. Мин мәҡәлдең башын уҡыйым, ә һеҙ дауам итеп әйтеп ҡуйырһығыҙ.

Слайд №39.

- Йөҙ һум аҡсаң булғансы, ...( йөҙ дуҫың булһын).

- Яҡшы менән юлдаш булһаң, уңырһың– ....(яман менән юлдаш булһаң, туңырһың).

- Ҡурҡаҡ дуҫ ....(ҡыйыу дошмандан ҡурҡынысыраҡ).

- Дуҫлыҡ...( яуҙа һынала).

(мәҡәлдәрҙе дәфтәргә яҙҙырыу)

- Бына күпме мәҡәлдәр бар дуҫлыҡ тураһында. Уларҙы иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ.

• Әҫәрҙең жанрын билдәләү.

IV Йомғаҡлау.

• Зәйнәб Биишеваның «Дуҫ булайыҡ» әҫәре оҡшанымы? Был әҫәрҙән ниндәй фәһем алдығыҙ? (Дуҫыңды бер ҡасанда ташлап ҡасырға ярамай. Дуҫлыҡты һаҡлап ҡала белергә кәрәк). Уҡытыусы. Уҡыусылар, шулай итеп, бөгөн дәрестә нимәләр белдек?

• З.Биишева “Дуҫ булайыҡ” повесы аша нимә әйтергә теләй? (был тормошта дуҫтарһыҙ ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуы ҡыйынға тура киләсәк, дуҫтарҙың ҡәҙерен белергә, ауырлыҡтар килгәндә ярҙам ҡулы һуҙырға саҡыра, класташтар менән дуҫ, татыу йәшәргә өндәй)

• Эйе, был повесть бөгөнгө көндә лә үҙенең идея-тематикаһы менән актуаль. Бер-беребеҙҙе аңламағанлыҡтан бик күп хаталар ебәрәбеҙ. Ысын дуҫлыҡ ҡына ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә, йәшәүгә йәм өҫтәй, уҡыуға дәрт бирә, һәр нәмәгә намыҫлы булырға саҡыра. Мин дә һеҙҙең киләсәктә аҡыллы, тырыш булыуығыҙҙы, дуҫтарығыҙҙың ҡәҙерен белеүегеҙҙе, дуҫлыҡҡа тоғро булып ҡалыуығыҙҙы теләйем.

•Тимәк, З.Биишева – бөйөк әҙибә, оло талант эйәһе. Ул хаҡлы рәүештә халҡыбыҙ күңелендә йәшәй. Оҫтаның ҡулы ҡала, шағирҙың һүҙе ҡала, тиҙәр.

Мин белмәйем: ҡәнәғәтме Ерем?

Ҡәнәғәтме халҡым, дуҫтарым?

Тик ышанам: бушҡа йәшәне,тип

Әйтә алмаҫ хатта дошманым. «Үтеп барам» шиғырынан З.Биишева

•Яҙыусының исемен мәңгеләштереү өсөн ниндәй эштәр эшләнә?

- тыуған ауылы Туйымбәттә музей асыла (слайд №40)

- Мораҡ ауылындағы башҡорт гимназияһы исемен йөрөтә (слайд №41)

- Өфө ҡалаһында «Китап» нәшриәте исемен йөрөтә (слайд №42)

- Стәлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы исемен йөрөтә (слайд №43)

- Өфө ҡалаһында бер урам исемен йөрөтә (слайд №44)

З.Биишеваның әҫәрҙәре уҡыусылар тарафынан йылы ҡаршы алына һәм уларҙың яратып уҡыған әҫәрҙәренә әүерелә.

Өй эше

• “Дуҫлыҡ-тормош йәме” темаһына эссе яҙырға.• Интернет селтәрен ҡулланып, З.Биишеваға  арналған фотогалерея  төҙөргә, презентация эшләргә.


Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!