СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Место работы

МОБУ СОШ с.Старосубхангулово Бурзянского района РБ

Обо мне

Уҡытыусымын!

                                                                               Сәскән орлоҡтарым

                                                                               Аҡыл емешенә әйләнгән.

                                                                               Сөнки илем, халҡым киләсге

                                                                               Минең хеҙмәтемә бәйләнгән.

                                                                                                 Гөлнур Ғиззәтуллина

Мин – Уҡытыусы! Яҡтылыҡҡа, белемгә, әҙәп-әхлаҡҡа әйҙәүсе мөғәлимә! Уҡытыусылыҡ һөнәренә ҡарата һөйөү миндә кескәй саҡтан тәрбиәләнде. Сөнки мине  уратып алған мөхиттең, туғандарымдың, уҡытыусыларымдың роле һанап бөткөһөҙ... Мәктәптә уҡымаҫ  элек үҙ тиҫтерҙәрем менән уҡытыусы булып уйнау, уҡытыусыларымдың дәрестәрен иҫем китеп тыңлауым – былар барыһы ла ошо һөнәрҙе һайлауыма тәьҫир иткәндер.

Иҫке-Собханғол урта мәктәбенең һигеҙенсе класын тамамлағас, хыялымды тормошҡа ашырыу өсөн, Белорет педагогия училищеһына юлландым. Хеҙмәт юлымды Әтек урта мәктәбендә башланым, ситтән  тороп Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамланым. Әлеге ваҡытта Иҫке-Собханғол урта мәктәбендә кескәйҙйргә белем һәм тәрбиә бирәм. Эшләй башлағас төшөндөм: уҡытыусы һөнәре – донъялағы иң изге, иң мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе һәм уның ҡулдарында кеше киләсәге, яҙмышы. Уҡытыусы булыу бик изге һәм яуаплы һөнәр, сөнки ул кешелек алдында баланың, уҡыусының киләсәге өсөн яуап бирә, уның шәхес булып формалашыуында ҙур роль башҡара.

Балаларҙы уҡырға, яҙырға өйрәтеү, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, тыуған еребеҙгә ҡарата ихтирам, хөрмәт, һөйөү булдырыу, илем менән таныштырыу – былар барыһы ла башланғыс класс  уҡытыусыһы ҡулында. Уҡыусыларҙың беренсе уҡыусыһын һағынып көтөүҙәре. Дәрестәрҙә һәм дәрестән тыш сараларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашыуҙары уҡытыусыны ҡыуандыра, ғорурландыра. Балаларҙы ҡыҙыҡһындырыу өсөн уҡытыусының үҙенән күп көс талап ителә.

Донъя күләмендә интернет селтәренең үҫешкән дәүерендә заман талаптарына яраҡлаштырып дәрес үткәреү – уҡытыусының бурысы. Мин шуға күрә үҙемдең дәрестәремдә интернетты киң файҙаланам, компьютер тестарын ҡулланам. Компьютер технологиярын һәр дәрестә актив ҡулланыу яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә, уҡыусыны һәр яҡлап үҫтереү өсөн ярҙам итә. Шуның менән бер рәттән милли үҙаң, фекерләү ҡеүәте һәм ижади һәләттәрҙе үҫтереүҙе, рухи-әхлаҡи, патриотик тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуям. Һәр баланың шәхси һәләттәрен үҫтереп ҙур тормошҡа әҙерләү бурыстарын да күҙ уңынан ысҡындырмайым.

Уҡытыусы булараҡ, мин балалар менән бергә үҫтем, уҡыным, тормош дәрестәрен үттем, тәжрибә тупланым. Шулай итеп, 1992 йылдан мин мәктәптә эшләйем. 25 йыл ваҡыт үтеп китеп бара. Ул ваҡытта үҙ өҫтөмә ниндәй яуаплылыҡ алғанымды аңланыммы икән һуң? Бәлки юҡтыр. Эш барышында шуны аңланым: уҡыусыларҙы хөрмәтләргә, уларҙы нисек бар шулай ҡабул итергә, ә үҙеңә талапсан булырға кәрәк. Ошо йылдар эсендә төрлөһө булды: эҙләнеүҙәр, икеләнеүҙәр, күңел төшөнкөлөгө, яңы асыштар.

Үҙ һөнәремде бик яратам. Ул белем, тәжрибә, түҙемлек кенә  түгел, иң мөһиме – балаларға ҡарата иғласлыҡ талап итә. Балалар яһалмалыҡты ҡабул итмәйҙәр. Улар беҙҙең аңлауға, ярҙамыбыҙға, иғтибарыбыҙға һәм иң мөһиме дөрөҫ кәңәштәребеҙгә мохтаж. Уҡыусылар ҡайһы саҡ ата-әсәләренә сисмәҫ серҙәрен, шатлыҡ-борсолоуҙарын уҡытыусыһы менән бүлешә.

Уҡытыу эшмәкәрлеге ике яҡлы булыуы менән үҙенсәлекле. Беҙ – уҡыусыларҙы уҡытабыҙ, уларға дөрөҫ йүнәлеш бирәбеҙ һәм шул  уҡ ваҡытта уларҙан да өйрәнәбеҙ. Шундай мәлдәр була: уҡыусы биргән ябай ғына яуап тетрәндерә, тәрән уйға һала. Илдең киләсәге – балалар. Имным камил: һәр бер бала үҙенсә һәләтле. Уҡытыусы баланың һәләтен күрә белергә, уны асырға, шәхес булараҡ үҫешергә ярҙам итергә тейеш. Әхлаҡле, төплө фекерле шәхес тәрбиәләүҙә уҡытыусының өлөшө бик ҙур.

Ә кем ул шәхес? Үҙ халҡы, үҙ тарихы өсөн ғорурлана алған, йыр-моңо күңеленә һеңеп, шул нигеҙҙә  тәрбиәләнгән, тыуған ерен ғәзиз әсәһе кеүек һөйгән, йөрәге халҡы менән менән бергә типкән, халҡы рухы менән йәшәгән, туған теленң байлығына эйә булып, уның бөтә нескәлектәренә тиклем аңлаған, үҙенең бөтә булмышын халҡына бағышлаған кеше генә шәхес була ала. Х алыҡтың  ҙурлығы шәхестәр  менән билдәләнә. Тимәк, халыҡ шәхесте, ә шәхес халыҡты үҫтерә. Шәхес тураһында был тасуирламаны уҡытыусы үҙ эшмәкәрлегенең методологик нигеҙе, уҡытыу – тәрбиә эшендә иң төп дидактик принциптарҙың береһе итеп ҡабул итергә тейеш.

Уйлап ҡараһаң, уҡытыусы булыу еңел түгел! Минең уйлауымса, ысын уҡытыусы булыу өсөн ғүмер буйы уҡырға, өйрәнергә, иң мөһиме балаларҙы яратырға һәм хөрмәт итә белергә кәрәктер. Уҡытыусы һөнәрен һайлауыма үкенмәйем, яратҡан эшем ҡанат ҡуя, дәртләнеп эшләйем. Йылдар үтеп, күберәк тәжрибә туплаған һайын, уҡытыусы һөнәренең ҡөҙрәтле көсөнә ышанам.

Рейтинг

Баллов: рейтинг783.3 Место: место61893 (Подробнее)

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!