СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ
Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно
Скидки до 50 % на комплекты
только до
Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой
Организационный момент
Проверка знаний
Объяснение материала
Закрепление изученного
Итоги урока
Бер ваҡыт атаһы улы менән ҡала урамы буйлап китеп барған, ти. Атаһы ишәктә ултырған, ә улы йәнәш атлаған. «Бахыр малай! – тигән бер кеше. – Ул бәләкәй генә аяҡтары менән ишәк артынан саҡ-саҡ өлгөрә. Ә был оятһыҙы, уның хәле бөткәнен күрә тороп, йәлләмәй ҙә, бер үҙе йәйелеп ултырып алған». Атайға уңайһыҙ булып киткән һәм ул, ишәктән төшөп, урынына улын ултыртҡан. Тиҙҙән икенсе кеше: «Ҡайһылай оят! Бала ишәктә хан кеүек ҡуҡырайып ултыра, ә ҡарт атаһы арттарынан йүгерә», – тигән. Малай, ҡыйынһынып, атаһын да ишәккә менергә саҡырған. «Эй, бәндәләр! Һеҙҙең бындай хәлде күргәнегеҙ бармы? – тип ҡысҡырып ебәргән бер ҡатын. – Хайуанды ней һынлы ыҙалаталар! Ишәктең һырты бөгөлөп төшкән, ә был ике йүнһеҙ, уны урындыҡтай күреп, рәхәтләнеп ултырған!» Былар, ҡыҙарынышып, ишәктән төшкән дә йәйәү атлаған. Уларға ҡаршы килгән бер әҙәм мыҫҡыллы йылмайып: «Ялҡау ишәгегеҙ ниңә бер нәмә лә эшләмәй? Берәйегеҙҙе арҡаһына ултыртып алһа булмаймы?» – тип әйткән. Шул ваҡыт атаһы улына: «Нисек кенә эшләһәк тә, барыбер беҙҙең менән риза булмаған берәү табыла. Шулай булғас, беҙгә кеше һүҙенә ҡолаҡ һалмай, үҙебеҙ нисек теләйбеҙ – шулай барырға кәрәк», – тигән. Ысынлап та, йәмғиәт күпселек осраҡта башҡалар өйрәткәнсә йәшәгән түгел, ә үҙе һайлаған юлдан барған, үҙенә ышанған, тормоштан нимә кәрәклеген аныҡ белгән маҡсатлы, көслө кешеләргә хөрмәт менән ҡараясаҡ.
© 2017, Яруллина Айгуль Рашитовна 133