9 класс өсөн башҡорт әҙәбиәтенән дәрес эшкәртмәһе
Тема: “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосы
Маҡсат: 1) эпостың йөкмәткеһен үҙләштереүҙәрен тикшереү, идея-темаһын, тәрбиәүи маҡсатын билдәләү, Алтын Урҙа менән бәйле тарихи мәғлүмәттәрҙе өйрәнеү, төп образдарға анализ яһау, әҫәр буйынса уҡыусыларҙың белемдәрен дөйөмләштереү;
2) телмәр, хәтер, иғтибар үҫтереү;
3) тарихҡа ҡыҙыҡһыныу, тыуған илгә һәм милләтеңә хөрмәт, ғорурлыҡ, тоғролоҡ, ҡыйыулыҡ тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: тарихтан Алтын Урҙа картаһы, кроссворд карточкаһы, терәк һүҙҙәр, яуҙы һүрәтләгән слайдар, журнал биттәре(биттәрҙең исемдәре уртала тырнаҡ эсендә бирелгән), йөкмәтке буйынса карточкалар.
Дәрес барышы:
Ойоштороу мәле.
Һаумыһығыҙ! Ултырығыҙ!
Ниндәй дәрес булып үтте? Арыманығыҙмы? Минең менән эшләргә әҙерһегеҙме?
Бөгөнгө әҙәбиәт дәресен журнал рәүешендә үткәрәсәкбеҙ. Журналдың исемен “Аманат” тип атаным. Ни өсөн икәнлеген дәрес аҙағында яуап бирерһегеҙ.
“Танышыу”
Әбйәлилдең ожмах ере,
Зәңгәр һыулы күдәр иле,
Хозур тәбиғәттең ере,
Иң дәртле халыҡ ере.
Аһылай – минең илем,
Тыуып буй еткән ерем.
Аһылай – минең илем,
Белем таратҡан ерем.(ҡобайыр көйөнә йырлайым)
Шулай итеп, Аһылай мәктәбенең уҡытыусыһы Ғайсина Эльвира Хәбибулла ҡыҙы - бөгөнгө “Аманат” журналының мөхәррире.
“Баш ватҡыс”
Журнал эстәлегенәинеп китер өсөн, тәүге битен асабыҙ. Дәрескә бер аҙ баштарҙы эшкә әҙерләр өсөн, кроссворд сисеп алайыҡ. Үтелгән темаларығыҙға ярашлы һүҙҙәр алынған. Күрше менән бергәләп эшләйбеҙ. Кемдәр беренсе бөтә, ҡул күтәрегеҙ.
(Кроссвордтағы һүҙҙең һуңғы хәрефе – икенсе һүҙҙең баш хәрефе:
ЭпоСамраУралбатыРиүәйәТаҡмаҠатиЛегендАҡбуҙаТәрбиӘкиәт)
Иң ҙур йөкмәткеле халыҡ ижады жанры.
“Урал батыр” эпосында изге күңелле батша.
Башҡортостандың ете мөғжизәһенә индерелгән әҫәр.
“Таштуғай”ошо халыҡ ижады жанрында яҙылған.
Ҡыҫҡа, йырлана торған халыҡ ижады жанры.
“Урал батыр” эпосында яуыз батша.
Теге йәки был географик атаманың барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләй.
Тылсымлы ат.
Әҙәбиәттең маҡсаты.
“Әминбәк” шул жанрҙа ижад ителгән.
Үтелгәндәрҙе ҡабатлап, белемегеҙҙе бер аҙ тикшереп тә алдыҡ. Минең танышыу йырын, баш ватҡыс һорауҙарын ниндәй төп тема берләштерә?(халыҡ ижады)
Дөрөҫ. Ошо теманың һеҙ һуңғы баҫҡысына еттегеҙ. Алдағы дәрестә ниндәй эпосты үҙләштерҙегеҙ?( “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосы)
Бөгөнгө дөрестә ошо эпос буйынса белемдәрегеҙҙе дөйөмләштереп, әҫәрҙең идея-темаһын, төп образдарҙың әһәмиәтен, тарихи осорға байҡау яһаясаҡбыҙ. Дәфтәрҙәрҙе асып, дата, теманы яҙып үтегеҙ.
“Эпостың яҙылыу тарихы”
“Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосы тураһында һүҙ башлар алдынан, уның беҙҙең көндәргә нисек килеп етеүен белеү мөһимдер. Был эпос – башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, нуғай, үзбәк, ҡарағалпаҡ, төркмән халыҡтарының уртаҡ эпосы. Ошо халыҡтарҙың Алтын Урҙа дәүләтенә ҡаршы көрәшен сағылдырған әҫәрҙәрҙең иң ҙуры. Эпостың варианттары бик күп. “Урал батыр” эпосы кеүек дөйөм бер йөкмәткене береһе лә һаҡламаған. Тик шул төрлө вариантарҙы берләштереп, беҙҙең көнгә улар Нәҡи Иҫәнбәтов һәм Мөхәммәтша Буранғоловтар ярҙамында килеп еткән. Тик Иҫәнбәтов уны татар халҡының эпосы, ә Буранғолов башҡорттоҡо тип баҫтырған.
“Тарих төпкөлдәренә сәйәхәт”
Эпоста ниндәй тарихи ваҡиғалар һүрәтләнгән?
Әлбиттә, нигеҙендә ысын тарихи ваҡиғалар һалынған был эпосҡа. Ике быуат тирәһендәй Азия һәм Европа халыҡтарын аяуһыҙ ҡырған, иң яуыз, ҡанһыҙлыҡтың иң ҙур нөктәһенә еткән татар-монгол яуы тарихта ҙур эҙ ҡалдыра. Әлбиттә, башҡорт милләте лә был яуҙан ситтә ҡалмаған. Ата-бабаларыбыҙҙың Алтын Урҙа заманында күрһәткән батырлыҡтарын үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. Мәҫәлән, һартай ырыуы һуңғы кешеһен юғалтҡансы көрәшкән; Кинйә Арыҫланов олатаһы Бошман бей, баш эймәгәс, монгол ханынан тураҡланған һ.б.ш. Күп ырыуҙар төньяҡтарға ҡасҡан. Ә ҡайһы берәүҙәре татар-монгол ғәсҡәрендә хеҙмәт тә иткән. Мәҫәлән, урыҫтарҙы баҫып алыуҙа башҡорттар ҙа булған. Мөйтән бейҙең хатта Сыңғыҙхан һарайында хеҙмәт итеүе билдәле. Ул хандан башҡорт ерҙәренә хоҡуҡ – ярлыҡаш та алып ҡайта. Ләкин төп халыҡ хандарҙың ауыр яһаҡтарынан ыҙа сиккән. Ризаһыҙлыҡ белдереп, йыш-йыш баш күтәргән.
Эпостағы ваҡиғалар Алтын урҙаның Аҡ һәм Күк Урҙаға бүленеп, айырым ханлыҡтар булып йәшәй башлаған мәлен эсенә алған. Аҡ Урҙаның ханы – Туҡтамыш хан Һарайҙа көн күрә, Рус дәүләтенә ҡаршы походтар ойоштора, Аҡһаҡ Тимер менән 1391, 1395 йылдарҙа ҡанлы һуғыштар алып бара. Иҙеүкәй(Идиге, Идике, Идикү, Едигей) Монголиянан килгән манғыт ырыуынан булған. Тәүҙә Туҡтамыш ханда баш бей булһа, аҙаҡ Аҡһаҡ Тимергә ҡаса. 1391 йылғы һуғыш башҡорт ерҙәрендә була. Икенсе бәрелештә Иҙеүкәй Туҡтамыш ханды үлтерә. Үҙе күп йылдар Тимергә тоғро хеҙмәт иткәс, туған халҡына бей булып ҡайта һәм Нуғай ханлығын барлыҡҡа килтерә. Ул Туҡтамыш хандың улы Ҡадирбирҙе тарафынан үлтерелә. Шулай итеп, эпоста реаль тарихи ваҡиғалар, реаль тарихи шәхестәр тураһында һүҙ бара.
“Эпостың йөкмәткеһе”
Ә һеҙгә бирелгән өлөштән һеҙ нимә тураһында белдегеҙ икән? Әйҙәгеҙ, шуны тикшерәйек: дөрөҫ яуапты һайлап, һөйләмдәрҙе уҡығыҙ:
Ете/биш ырыуҙан ете/биш батыр һаман ҡаршы һуғышҡан.
Ялан/тау ерҙең ҙур бейе Шәғәле/Туҡтамыш башҡорттарға илсе булып килгән.
Туҡтамыш хан һарайға ете/биш батырҙы, өс/ике һунарсыны һәм ҡарт сәсәнде саҡырған.
Биш батыр һәм халыҡ һис һүҙһеҙ ризалашҡан/тарҡалышҡан Туҡтамыштың фарманына.
Һабрау сәсәнгә 100/120/80 йәш.
Етәү/ алтау/ бишәү киткән Урҙаға.
Туҡтамыш, Иҙеүкәйҙе саҡырып, Һабрауҙы/Сәләхиҙе ебәргән.
Иҙеүкәй, Һабрау/атаһы менән уйлашып, Урҙаға барыр булған.
Туҡтамыш Иҙеүкәйгә кейәү/ҡор башы/ҡол бул тигән.
Сәләхи/Һабрау/Юрматы батыр Иҙеүкәйгә көнләшкән.
Хандың бер улы һәм өс ҡыҙы/ ике улы һәм бер ҡыҙы/ бер улы һәм ике ҡыҙы булған.
Иҙеүкәй Туҡтамышҡа ғәҙел һәм тура һүҙле/ көнсөл һәм ҡыйыу/ ханлыҡ, байлыҡ өсөн йән атҡан кеше итеп үҙен күрһәткән.
Туҡтамыш Иҙеүкәйҙе ханлыҡта ҡалдыра/ ҡыуып ебәрә.
“Эпостың төҙөлөшө”
Эпос ниндәй формала яҙылған?
Һеҙ өйрәнгән ҡобайырҙар менән уның ниндәй оҡшашлығы бар?
Ә айырмалығы нимәлә?
Билдәле булыуынса, эпос 7 меңдән ашыу шиғыр юлынан, 24 бүлектән торған ҙур эпик ҡомартҡы. Сюжеты киҫкен, мажаралыҡ шаҡтай көслө. Хикәйәләү нисек бара?(монолог, диалог)
Нинләй халыҡ ижадының жанрҙары һеҙгә осраны?(мәҡәл, йомаҡ)
Ниндәй һүрәтләү саралары эпостың бирелгән өлөшөндә бар икән?
3 төркөм һүрәтләү сараларын әҫәрҙә эҙләйҙәр:
1-се төркөм 2-се төркөм 3-сө төркөм
Сағыштырыу Метафора Эпитет
.... ..... ....
Шулай итеп, халыҡсан телдә ижад ителгән әҫәр һүрәтләү сараларына бик бай икән.
“Образдар донъяһы”
Һеҙгә бирелгән өлөштә ниндәй образдар менән осраштығыҙ? (Һабрау, Туҡтамыш, Шәғәле, Ҡотло, Иҫән, Иҙеүкәй, Юрматы, Ҡыпсаҡ, Ҡатай, Тамьян, Табын, Ҡадирбирҙе, Ынйыбикә, Кинйәбикә, Сәләхи)
Тағы ла төп образдар Мораҙым менән Сатмыр хан исеме менән бәйле бүлектәр индерелмәгән. Сатмыр икенсе төрлө Тимерҙе(Тамерлан, Аҡһаҡ Тимерҙе) аңлата. “Са” фарсы телендә “хан” булып йөрөй.
Мине төп өс образ ҡыҙыҡһындыра. Улар һеҙҙә ниндәй фекер ҡалдырҙылар икән?
Өс төркөм эшләй, ҡылыҡһырлама бирәләр, уҡып үтәләр:
Иҙеүкәй Туҡтамыш Һабрау
.... ..... ....
Мораҙым да ҡыйыу, илһөйәр, оҫта хәрби, мәрәгән, тиҙ ҡыҙыусан. Кемгә оҡшап?
Ә уны бит Иҙеүкәй тәрбиәләмәгән. Ни өсөн уның сифаттарын ҡабул иткән?
Ошоға ярашлы ниндәй башҡорт мәҡәлдәрен беләһегеҙ?
Батырҙан батыр тыуа.
Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән.
Атаһына ҡарап, кейәүле бул, әсәһенә ҡарап, киленле бул.
...
“Минең фекер”
Шулай итеп, “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосы - башҡорт халыҡ ижадында ҙур урын алған әҫәр. Темаһы ниндәй?
Әҫәр аша халыҡ нимә әйтергә теләгән?
Нисә быуаттар буйы халыҡ ниндәй хан таурыһында хыялланған?
Эпостың төп геройҙары башҡорт ерлеге менән бәйлеме?
Ә ни өсөн уны беҙҙең халыҡ үҙенеке итеп ҡабул иткән?
Әҫәр һеҙҙә ниндәй уйҙар, хистәр тыуҙырҙы?
Йомғаҡлау.
Ни өсөн бөгөнгө журналды “Аманат” тип атаным икән?
Ата-бабаларҙан мираҫ булып күскән ҙур өҫөрҙе белегеҙ, онотмағыҙ.
Дәрестән үҙегеҙгә нимә алдығыҙ?
Баһалау.
Өйгә эш: “Атай һәм ул” темаһына эссе яҙырға.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
Башҡорт әҙәбиәте: Урта мәктәптең 9-сы синыфы өсөн дәреслек. – Өфө, Китап, 2020. – 240 бит.
Әҙәбиәт-хрестоматия. Урта мәктәптең 9-сы класы өсөн. – 2-се баҫма. – Өфө: Китап, 2020. – 220 бит.
3 . https://ba.wikipedia.org/wiki/Иҙеүкәй_менән_Мораҙым
4. https://kitaptar.bashkort.org/files/Иҙеүкәй%20менән%20Мораҙым.pdf