СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Абдрафиҡова Наҙгөлдөң конкурс иншаһы.

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

 11 класс уҡыусыһы Абдрафиҡова Наҙгөлдөң Б.Солтангәрәев исемендәге ижади конкурста еңеү яулаған иншаһы. 

Просмотр содержимого документа
«Абдрафиҡова Наҙгөлдөң конкурс иншаһы.»

Мин,Абдрафиҡова Наҙгөл Фәрих ҡыҙы,Әбйәлил районы,Байым урта мәктәбенең 11-се класында белем алам.
Сәнғәтте һөйәм:6 йәштән “Шатлыҡ” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнәм.”Байыҡ”телевизион бейеү конкурсында,”Сыңлы үксә”һәм башҡа төрлө район,республика конкурстарында һәр саҡ призлы урындар,еңеү яуланыҡ.Шулай уҡ,”Күбәләк”балалар халыҡ театрында ла уйнайым.

Спортты ла үҙ итәм:волейбол,баскетбол ярыштарын ҡалдырмайым,гимнастика буйынса 4 йыл рәттән республика күләмендә еңеү яуланыҡ.Быйылғы һәм былтырғы йылда “Йыл спортсыһы”тигән исемгә лайыҡ булдым.

Йыл да фәндәр буйынса олимпиадаларҙа,иншалар бәйгеләрендә,фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып,призлы урындарға лайыҡ булдым.




ҠУШЫМТА
Һуңғы йылдарҙағы уңыштарым:

(маҡтау грамоталарынан күсермә)

1.Благодарность Главы администрации муниципального района за активное участие в спортивной жизни района и республики.
2.1-е место в финальных соревнованиях по
общей гимнастике в г.Стерлитамак 2013
3. 1-е место в финальных соревнованиях по
общей гимнастике в г.Стерлитамак 2012г
4.3-е место в финальных соревнованиях по
общей гимнастике в г.Стерлитамак 2011г.
5.1-е место в республиканских зональных соревнованиях по общей гимнастике в Зианчуринском районе 2013г.
6.1-е место в республиканских зональных соревнованиях по общей гимнастике в Хайбуллинском районе 2011г.
7.1-е место в республиканских зональных соревнованиях по общей гимнастике в Абзелиловском районе 2012г.
8.1-е место в первенство района по общей гимнастике в с.Аскарово 2013г.
9.1-е место в первенство района по общей гимнастике в с.Аскарово 2012г.
10.1-е место в первенство района по общей гимнастике в с.Аскарово 2011г.
11.Победитель в районном конкурсе юных журналистов «Проба пера»
12.Суперфиналист Республиканского интернет -конкурса «Минең Рәми»
13.3-е место в Смотре знаний по башкирскому языку и литературе
14.Диплом за высокие достижения Всероссийском полиатлон-мониторинге
15.Диплом за активное участие предметной олимпиаде по русскому языку
16.Диплом за активное участие предметной олимпиаде по математике
17.Диплом за активное участие предметной олимпиаде по истории.
18.3-е место в районном конкурсе танцев,за коллективный танец
19.1-е место в зональном соревнование по баскетболу среди девочек
20.”Ученик года-2013» Баимовской средней школы

21.Конкурс исследовательских работ,тема: “Һуғыш осоро балалары”2 место.2014г.

22.Конкурс «Проба пера»2 место,2014г.
23.Олимпиада по башкирскому языку,призер


2015/16 уч.год.
1.Конкурс « Проба пера» -2 место

2.Олимпиада по башкирскому языку,призер.
3.Танцевальный конкурс ”Звонкий каблучок”,2 место.

4.Соревнование по баскетболу,2 место

5.Респ.видеоконкурс «Өләсәйем бәйете»

2016/17 уч.год.

1.Конкурс сочинений,пос.юбилею поэта-просветителя М.Акмуллы,победитель

2.Республиканский конкурс сочинений,участник.

3.Олимпиада по башкирскому языку,призер

4.Телев.конкурс “Байыҡ”,(коллектив)Гран при

5.Спортсмен года-2017,грамота гл.района Сингизова.

6.Респ.олимпиада по истории,победитель











Ҙур киләсәк алдынан


Йәш,һәләтле егет моңһоу күҙҙәрен алыҫҡа-киләсәккә өмөт менән төбәгән.Күңелендә йөрөткән уйҙары изге :оло маҡсаттарына,үҙ алдына ҡуйған хыялдарына мотлаҡ ирешәсәк ул!Киләсәктә милләтен күтәрерҙәй,иленә кәрәкле кеше булып үҫәсәк!

Эйе...Булат ағай Солтанғолов бәләкәйҙән үк,һәр бер нәмәне уйлап һөйләүсе,аңлы егет булған.Үҙебеҙҙең башҡорттар араһында ла шундай рухлы егеттәр осрауы ғорурлыҡ тойғоһо уятһа,шундай сағыу ғүмерҙең кинәт кенә селпәрәмә килеүе күңелде әрнетә.”Яҙмыш”китабын, уның тураһында туғандары,яҡындары,дуҫтары яҙған иҫтәлектәрҙе тетрәнмәйенсә уҡып булмай...

Быйыл уға 23 йәш тулған булыр ине... Үҙенә йәшәргә әҙ генә ваҡыт бирелгәнен тойҙомо икән-Булат ағай фотонан беҙгә,бар донъяға һоҡланып,яратып, тормошто аңларға тырышып ҡарай.Ә инде бөтә тереклек йоҡонан уянып,ағастар сәскәгә тумалғанда,ҡоштар сыр-сыу килгән күңелле миҙгелдә,17 генә йәшлек ғүмерҙең ваҡытһыҙ өҙөлөүе генә иҫ киткес ауыр...
Миңә әле 17, Булат ағай менән бер йәштәмен.Уның кеүек спортты үҙ итәм,сәнғәтте яратам,төрлө ярыштарҙа ихлас ҡатнашам.Үҙ шәжәрәмде өйрәнеп,ике яҡтан да нәҫелемде белеүем(9 быуыным билдәле)менән ғорурлана алам.Әле ҙур киләсәк алдында торам.Бер аҙ ҡурҡыта ла,уйландыра ла.Үҙ юлымдан бара алһам ярай ине,тигән уйҙар туҡтауһыҙ борсой.Мине генә түгел,моғайын,мәктәп тамамларға торған,белемдең кәрәклеген тойған һәр бер йәш кеше башындалыр был һорау.

Ләкин әле үк:”Эй,уҡыу нимәгә ул,ана,атай-әсәй һау булһын!”-тип әйтеүсе йәштәштәрем дә бар.Быға аптырап ҡалам.

Моғайын, бөтә нәмәне аҡса ғына хәл итмәйҙер?Хәҙерге заманда аҡса ла кәрәк,унһыҙ күп нәмәне эшләп тә булмай.Тик бына,белемде барыбер аҡса менән генә үлсәп булмай. Әлбиттә,кешеләр яҡшы йәшәһә насар түгел.Хәленән килә икән,әйҙә үҙ эшен асһын,йорттар һалһын,бынамын итеп донъяһын ҡорһон.Ундай милләттәштәрем булыуы ҡыуандыра ғына. Тик урам буйында хәйер һорап торған ,йорт-ерһеҙ байғош хәлендә булмаһындар ине.Ундай күңелһеҙ күренештәр ҙә етәрлек бит хәҙер.Ә бит хәҙерге заман “эшләйем,табам” тигән кешегә бик тә ҡулайлы.Элекке ваҡыттар кеүек тормош көтөүе ҡыйын түгел.Ниндәй ауыр замандарҙа ла, башҡорттар араһында хәлле генә йәшәп, үҙ аҡсаларына мәктәп-мәҙрәсәләр төҙөткән,халҡын наҙанлыҡтан арындырам тиеп йөрөүсе зыялыларыбыҙ күп булған. Бөгөн дә үҙ эшен асып,яҡшы ғына эшләп йөрөгән,теттереп донъя көткән башҡорттарыбыҙ етерлек.Ләкин бик һирәктәре генә ярҙам фондтары аса,мәсеттәр төҙөй,исемле премиялар булдыра.Күберәк кәрәк ундайҙар,шундай мәрхәмәтле сараларға күпләп ҡушылһындар ине, тигән теләктәмен.Ҡөрьәндә лә үҙеңдән артҡанды кеше менән бүлешергә ҡушылған.
Милләттәштәребеҙ араһында эс бошорорлоҡ,беҙгә хас булмаған насар ҡылыҡтар күп таралған. Үҙемде һәм халҡым яҙмышына битараф булмаған күп кенә йәштәштәремде, борсоған ике проблемаға ғына туҡталып үткем килә.

Беренсенән,йәштәрҙең күпләп эсеүе,тартыуы,(мәктәп эскәмйәһенән үк!)хатта наркотиктар, булышырға әүәҫләнеүе хафаландыра.Милләтемде бөтөрөүсе ҡурҡыныс ғәҙәттәр тиер инем мин быларҙы.Ундай насар нәмәләргә баш эйеүселәргә оран һалып ҡысҡыраһы килә:
-Эһе-һеееей,йәштәр, ишетәһегеҙме?!Беҙ-аҫаба башҡорттар!Ғорурланырҙай телебеҙ,әкиәттәргә торошло илебеҙ,ожмахтай еребеҙ бар.Тик үҙебеҙҙе ошо ерҙәребеҙгә тулы хужа итеп тойоғоҙ, кире ғәҙәттәрҙән өҫтөн ҡуйығыҙ!

Эйе,беҙгә милләт булараҡ юҡҡа сыҡмаҫ өсөн,бындай аламалыҡтарҙан ары торорға көс таба белергә кәрәк.

Икенсе проблема-йәштәрҙең уҡыу йорттарына инә алмауҙары,йәки уҡып бөтөп тә эш таба алмай йонсоуҙары.

Ошо ике оло проблема бер-береһенә ныҡ бәйле түгелме ни?! Ысынлап та,күп кенә башлы егет-ҡыҙҙар,уҡырға инә алмай,үҙ урынын таба алмай,шунлыҡтан ояһын да ҡора алмай,тормош өйөрмәһендә юнысҡылай юҡҡа сыға,проблеманан сығыу юлы итеп,эсеү,тартыуҙы һайлай.

Шуларҙы уйлаһам,ҡурҡыныс булып китә.Бәй,шулай бөтәһен дә аҡса ғына хәл итәме икән ни?”Хәҙер аҡсаң,”блатың”булмаһа, уҡыу йортона яҡын да бара алмайһың, тигәнде ололарҙан ишетә йөрөйем. Хатта уҡыу йортона инеп тә әле,уҡыр өсөн аҡсам етмәне,һәр имтихан,зачет өсөн аҡса түләргә тура килә, тигәндәрен дә ишеткәнем булды.Моғайын,бөтә уҡыу йорттарында ла улай түгелдер ҙә,тик утһыҙ төтөн сыҡмай, тигәндәре лә бар бит... Тағы ла, үҙебеҙҙең Өфөгә ҡарағанда Мәскәү,Ҡазанға уҡырға инеүе еңелерәк, тиҙәр. Тик унда белем алыу өсөн күп кенә аҡса талап ителә,был барыһының да хәленән килмәй. Уҡырға теләктәре булған,беҙҙең һымаҡ ябай ауыл балалары, имтихандарҙы яҡшы биреп тә, уҡый,теләгән һөнәрен ала алмаһа,бик үкенесле.Шулай ҙа,бөтә донъя тик алдыҡтан тормайҙыр,тигән ышаныс осҡоно әҙ генә булһа ла күңелде йылыта.
Булат ағай кеүек, мин дә хыялдарға бирелергә,алға өмөт-ышаныс менән ҡарарға яратам.Киләсәккә ҙур пландар ҡорған,был ҡатмарлы донъяны аңларға тырышҡан ябай ғына бер ауыл ҡыҙымын.”Үҙ Башҡортостаныма кәрәкле кеше булып үҫеү”,кеүек күптән тапалған һүҙҙәрҙе ҡабатлағым килмәһә лә,тыуған илгә файҙалы булыу теләге көслө.Белем алып,аяғында ныҡлы баҫып торған, әсәйемдең өмөтөн аҡларҙай,мәрхүм атайымдың яҡты рухына тап төшөрмәҫтәй кеше булһам да үҙемдән ҡәнәғәт ҡалыр инем, тип уйлайым.

Минең фекеремсә,кеше дөрөҫ юлдан барһын өсөн,бөгөн дә белем бик кәрәкле.”Бөтәһен дә аҡса хәл итә”,тиеүселәр менән барыбер килешмәйем.Дөрөҫ,ундайҙарға йәшәү рәхәтерәктер ҙә.теләгән еренә бара ала,теләгәнен эшләй алалыр ҙа.Тик уларҙың уйлауымса,күңел донъяһы ярлыраҡ,белемһеҙ кеше менән аралашыу ҙа ауырыраҡ.

Беҙ оло һынау – тормош алдында.Имтихандар ғына түгел, тормош һынауҙары ла көтә беҙҙе.Тиҙҙән мәктәптәрҙә моңло ҡыңғырауҙар тауыш бирер.Ата-әсәләр, уҡытыусылар беҙгә “аҡ юл”теләр.Әммә бөтәбеҙҙең дә барыр юлы тик аҡтан ғына торормо икән?Тәүҙә мәктәп,һуңынан тормош һынауҙарын уңышлы үтә алһаҡ ҡына,үҙ төйәгебеҙҙә ныҡлы тамыр йәйеп: “Беҙ-башҡорт милләтенән”, тип ауыҙ тултырып, ғорурланып әйтә алыр инек.



Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!