СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Аҡмулла - һәр заманда хаҡ мулла!

Нажмите, чтобы узнать подробности

Заняла 1 место в Республиканском конкурсе разработок уроков по творчеству Мифтахетдина Акмуллы. Счастлива, что сегодня в день рождения классика башкирской литературы М. Акмуллы и в день официально утвержденного Дня башкирского языка в РБ, создала собственный сайт и напечатала этот ценный материал.

Просмотр содержимого документа
«Аҡмулла - һәр заманда хаҡ мулла!»

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!  Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.  Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,  Әй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк.

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк! Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк. Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай, Әй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк.

Башкиры мои, надо учиться! Башкиры, всем нам нужно просвещенье! Невежд немало, редкость - обучение. Страшней медведя – шатуна незнанье- Усилим, братья, к знанию влеченье. Вот истина: ты можешь при старанье Подняться в небо, плавать в океане. Уменьем наделяет нас и силой Не дух святой, не волшебство, а знанье. Кто просвещен, горд, в общении не скучен, Источник мудрости ему доступен. А неуч с унижением не разлучен. Сложением шести и единицы Десятки, как не бейся, не добиться, Смещеньем стрелок время не ускорить, Без помощи наук мечтам не сбыться.

Башкиры мои, надо учиться!

Башкиры, всем нам нужно просвещенье!

Невежд немало, редкость - обучение.

Страшней медведя – шатуна незнанье-

Усилим, братья, к знанию влеченье.

Вот истина: ты можешь при старанье

Подняться в небо, плавать в океане.

Уменьем наделяет нас и силой

Не дух святой, не волшебство, а знанье.

Кто просвещен, горд, в общении не скучен,

Источник мудрости ему доступен.

А неуч с унижением не разлучен.

Сложением шести и единицы

Десятки, как не бейся, не добиться,

Смещеньем стрелок время не ускорить,

Без помощи наук мечтам не сбыться.

Ғилем тураһында мәҡәлдәр Беләге бар берҙе йығыр, белеме бар – меңде йығыр. Белеме бар күктә осор, һыуҙа йөҙөр. Белеме бар хур булмаҫ. Белеме барҙың ҡәҙере бар.

Ғилем тураһында мәҡәлдәр

  • Беләге бар берҙе йығыр, белеме бар – меңде йығыр.
  • Белеме бар күктә осор, һыуҙа йөҙөр.
  • Белеме бар хур булмаҫ.
  • Белеме барҙың ҡәҙере бар.
Шәхесе, ғүмере, шағирлыҡ яҙмышы менән Аҡмулла шундай талант ул... уның шиғриәтенең үҙ поэтик хикмәте, ҡиммәте һәм һиммәте бар.   Ғайса Хөсәйенов

Шәхесе, ғүмере, шағирлыҡ яҙмышы менән Аҡмулла шундай талант ул... уның шиғриәтенең үҙ поэтик хикмәте, ҡиммәте һәм һиммәте бар. Ғайса Хөсәйенов

  Аҡмулла, Салауаттан һуң беренсе тапҡыр, үҙ халҡына, башҡорттарым, тип ихлас күңелдән өндәшә, уны айырыуса бер ярһыу менән, мәғрифәткә, ғилемгә саҡыра. Тыуған халҡын мотлаҡ культуралы итеп күрергә тырышыу, тормошта гел генә ана шул бөйөк идея менән янып йәшәү Аҡмулланы ғәжәп тәрән фекерле, аҫыл поэтикалы шиғырҙар яҙыуға килтергән.  Әхнәф Харисов

Аҡмулла, Салауаттан һуң беренсе тапҡыр, үҙ халҡына, башҡорттарым, тип ихлас күңелдән өндәшә, уны айырыуса бер ярһыу менән, мәғрифәткә, ғилемгә саҡыра. Тыуған халҡын мотлаҡ культуралы итеп күрергә тырышыу, тормошта гел генә ана шул бөйөк идея менән янып йәшәү Аҡмулланы ғәжәп тәрән фекерле, аҫыл поэтикалы шиғырҙар яҙыуға килтергән. Әхнәф Харисов

Аҡмулла ҡаҙаҡ балаларын уҡыта

Аҡмулла ҡаҙаҡ балаларын уҡыта

Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре Күрмәгәнен күргән, күн итеген кейгән. Барынса – байрам. Алтын ерҙә ятһа ла, тут төшмәҫ. Эт айға ҡарап өргәндән айҙың нуры китмәҫ. Кешене хур иткән, үҙе ҙур булмаҫ Асыу алдан йөрөмәһен, аҡыл алдан йөрөһөн. Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр. Рәхмәтле була бел. Ҡарғыш алма, алғыш ал.

Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре

  • Күрмәгәнен күргән, күн итеген кейгән.
  • Барынса – байрам.
  • Алтын ерҙә ятһа ла, тут төшмәҫ. Эт айға ҡарап өргәндән айҙың нуры китмәҫ. Кешене хур иткән, үҙе ҙур булмаҫ
  • Асыу алдан йөрөмәһен, аҡыл алдан йөрөһөн.
  • Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр.
  • Рәхмәтле була бел.
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал.
Башҡорт дәүләт педагогия университеты Мифтахетдин Аҡмулла исемен йөрөтә

Башҡорт дәүләт педагогия университеты Мифтахетдин Аҡмулла исемен йөрөтә

«Нәсихәттәр» шиғыры Иң әүүәл кәрәк нәмә – иман, тигән, Әхирәт эштәренә инан, тигән. «Хоҙай, кисер!» – тигән менән эш бөтмәйҙер, «Иман шарты»н өйрәнмәһә – Иван, тигән.  Икенсе ҡиммәт нәмә – күңел, тигән, Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл, тигән. Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ, Булмаһа күңел таҙа – күмел, тигән.  Өсөнсө ҡиммәт нәмә – аҡыл, тигән, Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр, тигән. Аҙ эшкә асыуланып, динен боҙор, Иманын көфөрлөккә һатыр, тигән.  Дүртенсе ҡиммәт нәмә - шөкөр, тигән, Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк – көфөр, тигән. Ятҡан ерҙән: «Хоҙай, кисер», - тигән – хурлыҡ, Сәбәп эҙләп, төҙ юл менән йүгер, тигән. Бишенсе ҡиммәт нәмә – әҙәп, тигән, Әҙәп тигән –мөхәббәткә сәбәп, тигән. Көфөрлөк әҙәплелә тормағандай, Әҙәпһеҙҙә иман тороу ғәжәп, тигән.  Алтынсы ҡиммәт нәмә – сабыр, тигән. Сабыр кеше моратын табыр, тигән. Һәр эштә сабырһыҙҙың төбө – хурлыҡ, Сабырһыҙлыҡ башҡа бәлә һалыр, тигән.  Етенсе ҡиммәт нәмә – ихлас, тигән, Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән. Аҡылпылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк: Иман, аҡыл,әҙәп, ихлас – юлдаш, тигән.

«Нәсихәттәр» шиғыры

Иң әүүәл кәрәк нәмә – иман, тигән,

Әхирәт эштәренә инан, тигән.

«Хоҙай, кисер!» – тигән менән эш бөтмәйҙер,

«Иман шарты»н өйрәнмәһә – Иван, тигән.

Икенсе ҡиммәт нәмә – күңел, тигән,

Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл, тигән.

Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ,

Булмаһа күңел таҙа – күмел, тигән.

Өсөнсө ҡиммәт нәмә – аҡыл, тигән,

Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр, тигән.

Аҙ эшкә асыуланып, динен боҙор,

Иманын көфөрлөккә һатыр, тигән.

Дүртенсе ҡиммәт нәмә - шөкөр, тигән,

Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк – көфөр, тигән.

Ятҡан ерҙән: «Хоҙай, кисер», - тигән – хурлыҡ,

Сәбәп эҙләп, төҙ юл менән йүгер, тигән.

Бишенсе ҡиммәт нәмә – әҙәп, тигән,

Әҙәп тигән –мөхәббәткә сәбәп, тигән. Көфөрлөк әҙәплелә тормағандай, Әҙәпһеҙҙә иман тороу ғәжәп, тигән.

Алтынсы ҡиммәт нәмә – сабыр, тигән. Сабыр кеше моратын табыр, тигән. Һәр эштә сабырһыҙҙың төбө – хурлыҡ, Сабырһыҙлыҡ башҡа бәлә һалыр, тигән.

Етенсе ҡиммәт нәмә – ихлас, тигән, Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән. Аҡылпылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк: Иман, аҡыл,әҙәп, ихлас – юлдаш, тигән.

«Нәсихәттәр»ҙең жанры – шиғри монолог. Был бай тормош тәжрибәһе булған, яҡшыны ямандан айыра белгән кеше һүҙе. Шиғыр ете дүрт юллыҡтан тора. Уларҙың һәр ҡайһыһы тамамланған бер уй-фекерҙе белдерә. Автор һүрәтләү сараларына бик һаран. Һәр фекер үткер һәм афоризм кеүек яңғырай. 3-сө зат ҡылымдары әйтелгән һүҙҙәрҙең бөтөн кешегә лә ҡағылыуын, намыҫ кодексы булыуын аңлата. Абстракт исемдәр ҡулланыу шиғырға философик төҫ бирә. Шиғыр ҡабаланмай, тыныс, ышаныслы, хатта бер аҙ көйләберәк уҡыла.

«Нәсихәттәр»ҙең жанры – шиғри монолог. Был бай тормош тәжрибәһе булған, яҡшыны ямандан айыра белгән кеше һүҙе.

Шиғыр ете дүрт юллыҡтан тора. Уларҙың һәр ҡайһыһы тамамланған бер уй-фекерҙе белдерә.

Автор һүрәтләү сараларына бик һаран. Һәр фекер үткер һәм афоризм кеүек яңғырай.

3-сө зат ҡылымдары әйтелгән һүҙҙәрҙең бөтөн кешегә лә ҡағылыуын, намыҫ кодексы булыуын аңлата.

Абстракт исемдәр ҡулланыу шиғырға философик төҫ бирә.

Шиғыр ҡабаланмай, тыныс, ышаныслы, хатта бер аҙ көйләберәк уҡыла.

Уң ғәмәлдәр:  иман күңеле саф аҡыл шөкөр әҙәп сабырлыҡ ихласлыҡ Һул ғәмәлдәр:  иманһыҙ “Иван” “ күңеле боҙоҡ” аҡылһыҙ шөкөрһөҙлөк әҙәпһеҙ сабырһыҙлыҡ ихласһыҙлыҡ

Уң ғәмәлдәр:

иман

күңеле саф

аҡыл

шөкөр

әҙәп

сабырлыҡ

ихласлыҡ

Һул ғәмәлдәр:

иманһыҙ “Иван”

күңеле боҙоҡ”

аҡылһыҙ

шөкөрһөҙлөк

әҙәпһеҙ

сабырһыҙлыҡ

ихласһыҙлыҡ

Баш ҡорт халыҡ намыҫ кодексы  Аҡсаңды юғалтһаң да, аҡылыңды юғалтма. Әҙәмде әҙәм иткән – әҙәп. Дан өсөн йән һатма. Көнсөл кеше көн күрмәҫ . Намыҫыңды йәштән һаҡла. Сабыр иткән – мораҙына еткән. Хур иткән дә ғәҙәт, ҙур иткән дә ғәҙәт. Хөрлөккә сыҙамаған – хурлыҡҡа тарыған. Кешегә яманлыҡ теләгәнсе, үҙеңә яҡшылыҡ телә. Кешенең яманатын һатҡан үҙенең яҡшатын тапмаҫ. Яҡшыға яҡшылыҡ ҡылһаң, бише менән ҡайтарыр. Бала саҡтан кергән ғәҙәт ғүмергә ҡалыр.  Атаһы ниндәй – улы шундай.  Үҙең ҡарға булһаң, балаң һандуғас булмаҫ. Матурлыҡ – күҙ өсөн,  холоҡ - күңел өсөн. Ҡыҙым ҡылығы менән һөйҙөрөр.  Ояты юҡ ул яман, ҡылығы юҡ ҡыҙ яман.  Аҡылдың ҡәҙере әҙәп менән. Асыуыңды ат ит, аҡылыңды теҙген ит.  Баланың буйын ғына үҫтермә, аҡылын да үҫтер.  Алтындың заты, яҡшының аты юғалмай.

Баш ҡорт халыҡ намыҫ кодексы

Аҡсаңды юғалтһаң да, аҡылыңды юғалтма. Әҙәмде әҙәм иткән – әҙәп. Дан өсөн йән һатма. Көнсөл кеше көн күрмәҫ . Намыҫыңды йәштән һаҡла. Сабыр иткән – мораҙына еткән. Хур иткән дә ғәҙәт, ҙур иткән дә ғәҙәт. Хөрлөккә сыҙамаған – хурлыҡҡа тарыған. Кешегә яманлыҡ теләгәнсе, үҙеңә яҡшылыҡ телә. Кешенең яманатын һатҡан үҙенең яҡшатын тапмаҫ. Яҡшыға яҡшылыҡ ҡылһаң, бише менән ҡайтарыр.

Бала саҡтан кергән ғәҙәт ғүмергә ҡалыр. Атаһы ниндәй – улы шундай. Үҙең ҡарға булһаң, балаң һандуғас булмаҫ. Матурлыҡ – күҙ өсөн, холоҡ - күңел өсөн. Ҡыҙым ҡылығы менән һөйҙөрөр. Ояты юҡ ул яман, ҡылығы юҡ ҡыҙ яман. Аҡылдың ҡәҙере әҙәп менән. Асыуыңды ат ит, аҡылыңды теҙген ит. Баланың буйын ғына үҫтермә, аҡылын да үҫтер. Алтындың заты, яҡшының аты юғалмай.

1981 йылда Миәкә районында шағирҙың тыуған ауылы   Туҡһанбайҙа Мифтахетдин Аҡмулла музейы асылды

1981 йылда Миәкә районында шағирҙың тыуған ауылы Туҡһанбайҙа Мифтахетдин Аҡмулла музейы асылды

Аҡмулла – башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, күренекле фәлсәфәсе шағир, аҡыл эйәһе. Аҡмулла – псевдонимы, фамилияһы, исеме, атаһының исеме – Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы.

Аҡмулла – башҡорт шағиры,

мәғрифәтсе, күренекле фәлсәфәсе

шағир, аҡыл эйәһе.

Аҡмулла – псевдонимы, фамилияһы, исеме, атаһының исеме – Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы.

М еңле еренең күгендә И зге ай тулған була. Ф әҡәт 1831- ҙә Т ыуған беҙҙең Аҡмулла. А ҡмулла тип яҡын күреп Х алыҡ ҡушҡан изге исем. Е рҙе гиҙеп, атын егеп, Т аратҡан аҡыл – ғилем. Д анына юҡтыр тиңдәштәр – И лде әйләп буйланы. Н аҙанлыҡҡа ҡаршы көрәш  А манаттай яңғыраны. Ҡ айтһын ине һәр кемгә лә М атур һүҙең: аҡыл, иман. У лар беҙҙең күңелдәргә Л әззәт менән яҙылған. Л әғнәт уҡығанда байың, А ҡ һүҙ таптың һин үҙең. Ғ илем – Йыһанға саҡыра, А лға әйҙәй һәр һүҙең.   Гүзәлиә Татлыбаева Дим йылғаһы буйында Мең ырыуы башҡорттары йәшәгән.    Туҡһанбай ауылы 12 олоҫтоң береһе Күл иле – Мең олоҫона ҡараған булған.

М еңле еренең күгендә

И зге ай тулған була.

Ф әҡәт 1831- ҙә

Т ыуған беҙҙең Аҡмулла.

А ҡмулла тип яҡын күреп

Х алыҡ ҡушҡан изге исем.

Е рҙе гиҙеп, атын егеп,

Т аратҡан аҡыл – ғилем.

Д анына юҡтыр тиңдәштәр –

И лде әйләп буйланы.

Н аҙанлыҡҡа ҡаршы көрәш

А манаттай яңғыраны.

Ҡ айтһын ине һәр кемгә лә

М атур һүҙең: аҡыл, иман.

У лар беҙҙең күңелдәргә

Л әззәт менән яҙылған.

Л әғнәт уҡығанда байың,

А ҡ һүҙ таптың һин үҙең.

Ғ илем – Йыһанға саҡыра,

А лға әйҙәй һәр һүҙең.

Гүзәлиә Татлыбаева

Дим йылғаһы буйында Мең ырыуы башҡорттары йәшәгән. Туҡһанбай ауылы 12 олоҫтоң береһе Күл иле – Мең олоҫона ҡараған булған.

  Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт !     Презентацияны Өфө ҡалаһы Дим районы 123 – сө лицейының баш ҡорт теле уҡытыусыһы  Абдуллина Минһылыу Фәйзрахман ҡыҙы әҙерләне

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт !

Презентацияны

Өфө ҡалаһы Дим районы 123 – сө лицейының

баш ҡорт теле уҡытыусыһы

Абдуллина Минһылыу Фәйзрахман ҡыҙы әҙерләне


Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!