9 класс
Тема: Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады
Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы
Маҡсат: М. Аҡмулланың тормош һәм ижад юлы менән таныштырыу; дөрөҫ һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен формалаштырыу; һүҙ байлығын үҫтереү; уҡыусыларҙа яҡшы сифаттар тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: М. Аҡмулланың портреты, китаптар күргәҙмәһе, интерактив таҡта
Дәрес барышы
I. Ойоштороу мәле
-Хәйерле көн, уҡыусылар!
-Дәресебеҙҙе изге сәғәттә башлайыҡ.
Күк көмбәҙен еурға манған
Йәйғор кеүек балҡының.
Наҙанлыҡты еңеп сыҡты
Һинең йәшәү ялҡының!
(Рафаэль Абдулов)
-Шиғырҙы тасуири итеп уҡып сығабыҙ.
-Р. Абдуловтың был шиғыры нимә тураһында
-Кем белем алырға, ғилемле булырға өндәгән
- Дөрөҫ, М. Аҡмулла.
- Белемдең, ғилемдең кешегә файҙаһы, ярҙамы нимәләрҙә күренә.
(Уҡыусыларҙың яуаптары)
II. Дәрестең маҡсаты менән таныштырыу.
Бөгөнгө дәрестә беҙ заманында «ҡара төндә яҡты йондоҙ» булып балҡыған оло талант, халыҡты яҡтылыҡҡа , белемгә, тик яҡшылыҡҡа ғына өндәгән мәғрифәтсе М. Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады менән танышабыҙ.
III. Төп өлөш.
Тормош юлы
Уның тормош юлын һәм ижадын беҙ кординаталар системаһында күрһәтәбеҙ.
Аҡмулланың ысын исеме Мифтахетдин. Уға Аҡмулла тип халыҡ ҡушҡан. Ни өсөн уны Аҡмулла тип йөрөткәндәр, ни өсөн яҡтылыҡ йырсыһы тигәндәр?
Был һорауға без дәрес аҙағында яуап бирербеҙ.
Тыуған яғы
1-се слайд
Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла 1831 йылдың 14 (26) декабрендә Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙе Күл иле – мең олоҫо (Башҡортостандың хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында тыуған.
Аҡмулланың атаһы Камалетдин ауылдарында мулла булып торһа ла ғаиләләре бик ишле булып, фәҡирлек менән йәшәйҙәр. Үҙ әсәһе үлеп киткәс, Аҡмуллаға бик йәшләй үгәй әсәнең ҡыйырһытыуҙарын, үгәйһетеүҙәрен дә күрергә тура килгән.
Белемгә юл
2-се слайд
Аҡмулла башта үҙ ауылдарында тәүге һабаҡтарҙы атаһынан ала, унан күрше олоҫтағы Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс ауылы мәҙрәсәләрендә уҡый. Һуңынан атаҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһенә китеп уҡый, унда шағир Шәмсетдин Зәкиҙең дәрестәрен тыңлай. Троицк ҡалаһындағы «Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә ул, дини тәғлимәттән тыш , ғәрәп, фарсы телдәре, Көнсығыш әҙәбиәте буынса төплө белем ала. Йәй көндәрендә ҡаҙаҡ далаларына китеп, ҡаҙаҡ балаларын уҡытып йөрөй, ҡышын кире Троицкиға уҡырға ҡайта.
Сығып китеүенә ун өс йыл тигәндә, Аҡмулла тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ләкин атаһы һәм үгәй әсәһе уны яҡты йөҙ менән ҡаршыламай. Оҙаҡламай ул тыуған ауылын бөтөнләйгә ташлап сығып китә.
Шул ваҡыттан алып, Аҡмулланың халыҡ араһында илгизәр тормошо башлана.
Ижад емештәре
3-сө слайд
Аҡмулланың шағирлыҡ һәләте бик иртә уяна. Бала сағында уҡ ул үҙе уҡыған мәҙрәсә тәртиптәренән, наҙан муллаларҙан көлгән шиғырҙар сығара. Үҙенең шиғырҙарын, ул шағир, сәсн булараҡ телдән дә ижад иткән. Ул ҡаҙаҡ аҡындары һәм. М. Өмөтбаев менән шиғри бәйгелә ҡатнашҡан, был импровизацияларҙың күбеһе яҙып алынмағанлыҡтан беҙгә килеп темәгән. Шуның өсөн беҙ, хәҙерге заман уҡыусылары Аҡмулланың поэтик ижадын тулыһынса уҡый алмайбыҙ. Шулай ҙа шағир үҙе тере саҡта бер китабы баҫылып сыға. 1892 йылда “Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе” тигән китап . Бынан һуң Аҡмулланың Ҡазанда тағы ике китабы донъя күрә. Береһе -1904, икенсеһе – 1907 йылда. Аҡмулланың иң тулы йыйынтығы уның тыуыуына 150 йыл тулған көндәрҙә 1981 йылда Өфөлә башҡорт телендә баҫылып сыҡҡан. Уның китаптары башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, урыҫ телдәрендә баҫыла. Аҡмулла башҡорт телендә генә түгел, ҡаҙаҡ, татар, төрки, ғәрәп, фарсы, рус телдәрен дә яҡшы белгән, башҡорттар арһында – башҡортса, ҡаҙаҡтар арһында ҡаҙаҡса һөйләшкән.
Һеҙ уның ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ?
«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» М. Аҡмулланың халыҡ араһында телдән таралған шиғри әҫәрҙәренең береһе. Уның был шиғырын визит карточкаһы тип тә әйтергә була.
Уның был шиғырын «Каруанһарай» төркөмөнән Салауат Юлдыбаев башҡарыуында тыңлайыҡ. (йыр тыңлау)
Әйҙәгеҙ, тағы ла бер тапҡыр, тасуири итеп уҡып сығайыҡ.
Һүҙлек эше 4-се слайд
Наҙан – безграмотный
Аңғыра – невежда
Илтифат ит – обрати внимание, запомни
Афәт – бәлә-ҡаза, бәхетһеҙлек
Сағыштырыуҙар табыу 5-се слайд
(Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай)
Эпиттетар табыу 6-сы слайд
(аңҡыра айыу, ҙур афәт, көслө батыр)
Был шиғырҙың бөгөнгө көндә лә әһәмиәте бармы? (Мөрәжәғәте)
Эйе, Аҡмулланың шиғырҙары хәҙерге дәүер кешеләренә лә төбәп әйтелгәндәй. Йылдар үткән һайын мәшһүр Аҡмулла һынының мөһабәтлеге, ул сәсеп ҡалдырған гүзәл шиғри ынйыларҙың күркәмлеге тағы ла асығыраҡ күренә.
Халыҡ Аҡмулланы саф күңелелеге, тапҡырлығы өсөн ярата, байҙар, түрәләр иһә уның һүҙенән ҡурҡыр булғандар. Уларға әсе шиғри юл менән тел тейҙергән өсөн үс алырға тырышҡандар, хатта бер заман нахаҡҡа ғәйепләп төрмәгә ултыртҡандар. Ул Троицкиҙа дүрт йылға яҡын төрмәлә ултыра. Аҙаҡ ул Петерургка барып аҡланып ҡайта.
Был турала беҙ Фәнис Янышевтың Ағиҙел журналында баҫылып сыҡҡан “Аҡмулла аманаты” повесында уҡыныҡ. (7-се слайд)
1895 йылдың 8 октябрендә Троицкиҙан Златаусҡа килгән ерендә, Миәс ҡалаһынан йыраҡ түгел ерҙә байҙар яллаған кешеләр тарафынан үлтерелә. Миәс ҡалаһының мосолмандар зыяратында ерләнгән. Аҡмулланың тынғыһыҙ ғүмере шулай фажиғәле рәүештә аяныслы өҙөлөп ҡала.
Исеме йөрәктәрҙә.
8-се слайд
Йыл һайын үҙ ижадын Аҡмуллаға арнаған шағирҙар, яҙыусылар, рәссамдар, скульпторҙар 1989 йылдың 17 ғинуарында булдырылған М. Аҡмулла исемендәге премияға лайыҡ булалар.
Аҡмулла премияһы лауреаттарынан кемдәрҙе беләһегеҙ?
2006 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетына Аҡмулла исеме бирелә.
Шағирҙың ҡәберенә мемориаль һәйкәл ҡуйылған, тыуған ауылы Туҡһанбайҙа музейы бар.
Йыл һайын киң йәмәғәтселек ҡатнашлығында Аҡмулла көндәре уҙғарыла.
Ни өсөн халыҡ Мифтахетдинды Аҡмулла тип йөрөткән?
(Халыҡҡа тоғро күңелле булғаны һәм яҡтылыҡҡа, белемгә өндәгәне өсөн уны Аҡмулла тип йөрөткәндәр. Тура һүҙлелеге, уҡымышлылығы, сәснлеге өсөн)
Аҡмулла ҡаҙаҡса тура һүҙле, ғәҙел тигәнде аңлата.
IV. Йомғаҡлау.
Синквейн (9-сы слайд)
Аҡмулла
1-се юл – исем
2-се юл -2 сифат
3-сө юл – 3 ҡылым
4 -се юл - фраза
5 –се юл - 1 һүҙ, һығымта
Аҡмулла
Тура һүҙле, инсафлы
Уҡыта, өндәй, ижад итә
Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы
Мәғрифәтсе
V. Өй эше биреү
«Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы» тигән темаға инша яҙып килергә
VI. Баһалау