СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Аҡмулланың аҡ юлдары

Категория: Всем учителям

Нажмите, чтобы узнать подробности

Маҡсат.

  1. Башланғыс синыф уҡыусыларын М. Аҡмулланың тормош юлы, киләсәк быуынға фәһем булырльгҡ өндәүҙәре менән таныштырыу.
  2. Уҡыусыларҙа белем алыуға ынтылыш, Тыуган илгә һөйөү, туған телгә хөрмәт, ауырлыҡтарҙы еңә белеү, саф күңеллелек һыҙаттары тәрбиәләү.

Йыһазландырыу. М. Аҡмулланың портреты, "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!", "Белемлелек — арыҫландан көслө батыр", "Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр" тип яҙылған плакаттар; таҡтала Аҡмулланың шиғырҙарынан өҙөктәр яҙылган; "Мөғжизәләр яланы" барабаны, уйын үткәреү өсөн табло әҙерләнгән; уҡыусылар                         М. Аҡмулланың биографияһына арнап таҡмаҡтар яҙҙы.

Кисәгә вожатыйҙар саҡырыла.

Уҡытыусы. Балалар, бөгөн беҙ башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхесе, революцияға тиклемге башҡорт әҙәбиәте тарихында киң билдәле шағир, беҙҙең яҡташыбыҙ тураһында белем алырға йыйылдыҡ. Кисәбеҙгә уның шиғыр юлдары алып инер.

(Хор менән таҡтанан уҡыйҙар.)

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк

 Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу кәрәк.

Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,

Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!

  • Кем яҙған был шиғыр юлдарын? Мәктәп    коридорында    стенала    был шиғыр   юлдары   шағирҙың   портреты менән эленеп тора.
  • Аҡмулла яҙған.
  • Афарин, балалар, киләһе йыл Мифтахетдин  Аҡмулланың тыуыуына   175 йыл тула. Әйҙәгеҙ әле, уҡыусылар, уның тапҡыр, аң-белемгә өндәү юлдарын плакаттарҙан да уҡып, уйланайыҡ (уҡыйҙар).
  • (Иртәлектә IV синыф уҡыусылары ижад иткән таҡмаҡтарын йырлайҙар.)

Һандуғасым ашығып ҡайт

Дим буйына таллыҡҡа,

Аҡмулланы данлап һайра

Ишеттереп халыҡҡа.

1-се уҡыусы. Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла 1831 йылдың 26 декабрендә Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе Елдәр волосы (хәҙер Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында тыуған. Әсәһе үлеп киткәс, Аҡмуллаға бик йәшләй үгәй әсәһенең ҡыйырһытыуҙарын күреп үҫергә тура килә. Ул башта үҙ ауылында атаһынан тәүге һабаҡтарҙы ала, унан күрше ауылдарҙағы мәҙрәсәләрҙә уҡый. Аҙаҡ тыуған ауылынан сығып китә. Бер нисә йыл атаҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡый, һуңынан Троицк ҡалаһына юл тота. Ҡышын ул мәҙрәсәләрҙә уҡып, йәй көндәрен ҡаҙаҡ далаларына китеп, ҡаҙаҡ балаларына һабаҡ биреп йөрөй.

Революцияға тиклем тыуған

Миәкә ерҙәрендә.

Туҡһанбай тигән ауылды

Һаҡлаған уйҙарында.

Аҡмулла китеп йөрөгән

Ҡаҙаҡ далаларына.

Һабаҡ биреп йөрөр булған

Ҡаҙаҡ балаларына.

2-се уҡыусы. Аҡмулла күп ғүмерен ҡышын балалар уҡытып, йәй көндәрен балта оҫтаһы булып эшләп үткәргән. Халыҡҡа аң-белемгә эйә булырға өндәп шиғырҙар яҙа. Уҡымышлылығы, тура һүҙлелеге, сәсәнлеге өсөн халыҡ уны Аҡмулла тип атай. Аҡмулла ҡаҙаҡса тура һүҙле, ғәҙел кеше тигән һүҙ.

Ҡышын балалар уҡытып,

Аң-белемен таратҡан.

Йәй көндәрен балта тотоп,

Оҫталығын күрһәткән.

Аҡмулланың шиғырҙары

Өндәй белем алырға.

Шиғырҙарын яттан һөйләп,

Халыҡ данлаған шута.

Уҡымышлы ла булған ул,

Тура һүҙле булған ул.

Оҫта сәсән дә булған ул,

Ғәҙел кеше булған ул.

Саф күңелле булған өсөн

Аҡмулла тип атағандар.

Тапҡырлығы өсөн уны

Бар ерҙә яратҡандар.

3-сө уҡыусы. Аҡмулла донъя гиҙергә яратҡан. Башҡортостанда ул Урал тауҙарының мәғрүр ҡаялары, йәйләүҙәрҙең ҡабатланмаҫ күрке менән һоҡланһа, ҡаҙаҡ яҡтарында иһә дала уның күңелен биләгән. Шул гүзәл тәбиғәт күренештәре, йыл миҙгелдәре хаҡында дәртләнеп шиғырҙар сығарған.

Башҡортостан тәбиғәтен

Маҡтап шиғырҙар яҙған.

Ҡаҙаҡ далаларына һоҡланып,

 Сәсәнлеген арттырған.

(IV синыф уҡыусылары "Яҙ" шиғыры менән таныштыра.)

1-се уҡыусы.

Ҡыҫмаҡ үтеп, ҡыш үткән һуң, килде яҙ,

Ҡыйҡыулашып, килде осоп өйрәк-ҡаҙ.

Ян-януар йәшел үләнгә сығып,

Көллө ғәмәл шатланышып булды мәж.

2-се уҡыусы.

Ерҙең өҫтө  бәрхәт кеүек йылтырар,

Күктә монар, ерҙән быуҙар борҡорар.

Арыҡ малдар йәшел үләнгә туйып,

Ҡырҙан өйгә уйнаҡлашып ҡайтырҙар.

3-сө уҡыусы.

Тирбәлешеп, тәрән күлдәр  шалҡыйҙыр

Төрлө ҡоштар дәртләнешеп ҡалҡыйҙыр.

Күлдә һылыу томбойоҡтар сайҡала,

Иҫерткес көслө  йәш  еҫ аңҡыйҙыр.

4-се уҡыусы.

Ҡупшы ҡыҙҙай шишмә аға сылтырап,

Алыҫта  монар ята тонйорап.

Турғай сырлап, былбыл йырлап һайраша,

Теле сыҡҡан йәш  балалай былдырлап.

Укытыусы. Халыҡ Аҡмулланы саф күңеллелеге, тапҡырлығы өсөн ярата, байҙар, түрәләр иһә уның һүҙенән ҡурҡыр булғандар. Уларға әсе шиғри һүҙ менән тел тейҙергән өсөн үс алырға тырышҡандар, хатта бер заман нахаҡҡа ғәйепләп төрмәгә ултыртҡандар. Аҙаҡтан кешеләр яллап, уны 1895 йылда Урал тауҙары араһында үлтереп киткәндәр. Аҡмулланың ғүмере шулай фажиғәле өҙөлә. Уны 1895 йылдың 8 октябрендә Миәс ҡалаһының Мосолмандар зыяратында ерләгәндәр.

Уҡытыусы. Аҡмулла Салауат Юлаевтан һуң беренсе булып, үҙ халҡына “Башҡорттарым!” тип мөрәжәғәт итә. Уны белемгә, һөнәргә, ғилем нигеҙҙәренә эйә булырға саҡыра. Кешенең яҡтылыҡҡа, прогресҡа мәңгелек ынтылыуын раҫлап, аҡыллылыҡты, ғәҙеллекте, кешелелекте данлай. Аҡмулла башҡорт әҙәби телен үҫтереүҙә һәм байытыуҙа мөһим роль уйнай. Әйҙәгеҙ, күмәкләшеп уның "Тел" шиғырынан өҙөк уҡып китәйек.

Татлы телдең төбө шәрбәт, мөләйем,

Тибрәһен шул шәрбәт телем һәр даим.

Бирҙең, тәңрем, телде беҙгә, һөйлә, тип

Тура юлға телде шуға әйҙәйем!

— Ә хәҙер, кисәбеҙҙе йомғаҡлап, ял минуттары ойоштороп "Мөғжизәләр яланы"уйынын уйнап алайыҡ.

I. 

Шағирға саф күңеллелеге, сәсәнлеге өсөн төҫтө ҡушып, халыҡ биргән атама. Ғүмере буйы ул халыҡҡа аң-белем таратырға тырышҡан. ҡмулла)

II.    

Миәкә районында Аҡмулланың тыуған ауылы. (Туҡһанбай)

III.

Аҡмулланың шиғырынан алынған аң-белемгә саҡырыу һүҙҙәре. (Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!)

Уҡытыусы. Аҡмулланың шиғырҙары, ижады, яҡты исеме халыҡ күңелендә мәңгегә ҡала. Миәкә районының Туҡһанбай ауылында 1981 йылда Аҡмулланың музейы асылды.

Миәкә район Советы ҡарары менән 1989 йылда әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре өсөн Аҡмулла исемендәге премия булдырылды. 15 кеше уның лауреаттары булды.

Урал тауы ҡуйынында

Арҙаҡлы шәхес ята.

Халыҡ уны онотмаған

Дан йырлай уның хаҡта.

Әйҙәгеҙ, дуҫтар, уҡыйыҡ

Биреп бөтә теләкте.

Үҫеп еткәс бик һуң булыр

Тешләп булмаҫ терһәкте.

Тырыш булайыҡ уҡыуҙа,

Тырышты һөйә белем.

Аҡмулланың хаҡ һүҙҙәре

    Аҡ юл бит беҙҙең өсөн.

              Уҡытыусы. Ҡәҙерле уҡыусылар! Аҡмулла кеүек шәхестәрҙән өлгө алып, Башҡортостаныбыҙҙы алға алып барырлыҡ аҡыллы, белемле, тәртипле, саф күңелле, ҡыйыу кешеләр булып үҫегеҙ. Белем алыу еңел түгел. Ләкин тырыш, ныҡышмал, ихтыяр көсө тапҡан кешеләр ауырлыҡты һис шикһеҙ еңеп сыға.

Просмотр содержимого документа
«Аҡмулланың аҡ юлдары»

Аҡмулланың аҡ юлдары

Маҡсат.

  • Башланғыс синыф уҡыусыларын М. Аҡмулланың тормош юлы, киләсәк быуынға фәһем булырльгҡ өндәүҙәре менән таныштырыу.

  • Уҡыусыларҙа белем алыуға ынтылыш, Тыуган илгә һөйөү, туған телгә хөрмәт, ауырлыҡтарҙы еңә белеү, саф күңеллелек һыҙаттары тәрбиәләү.

Йыһазландырыу. М. Аҡмулланың портреты, "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!", "Белемлелек — арыҫландан көслө батыр", "Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр" тип яҙылған плакаттар; таҡтала Аҡмулланың шиғырҙарынан өҙөктәр яҙылган; "Мөғжизәләр яланы" барабаны, уйын үткәреү өсөн табло әҙерләнгән; уҡыусылар М. Аҡмулланың биографияһына арнап таҡмаҡтар яҙҙы.

Кисәгә вожатыйҙар саҡырыла.

Уҡытыусы. Балалар, бөгөн беҙ башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхесе, революцияға тиклемге башҡорт әҙәбиәте тарихында киң билдәле шағир, беҙҙең яҡташыбыҙ тураһында белем алырға йыйылдыҡ. Кисәбеҙгә уның шиғыр юлдары алып инер.

(Хор менән таҡтанан уҡыйҙар.)

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк

Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу кәрәк.

Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,

Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!

  • Кем яҙған был шиғыр юлдарын?
    Мәктәп коридорында стенала был шиғыр юлдары шағирҙың портреты менән эленеп тора.

  • Аҡмулла яҙған.

  • Афарин, балалар, киләһе йыл Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 175 йыл тула. Әйҙәгеҙ әле, уҡыусылар, уның тапҡыр, аң-белемгә өндәү юлдарын плакаттарҙан да уҡып, уйланайыҡ
    (уҡыйҙар).