Бал һығыу
Маҡсат: балаларҙы башҡорт балы менән таныштырыу. Башҡорт балы тураһында белешмә биреү; халыҡ йолалары һәм башҡорт халыҡ фольклорына ҡарата ихтирам ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.
Сәхнәлә матур тәбиғәт күренеше. Әбей һәм бабай ҡунаҡтар көтә. Бына балалар ҙа килеп етә, иҫәнләшәләр һәм ултырышалар.
Әбей: Балалар әйҙәгеҙ!Түрҙән уҙығыҙ!Яндарыма яҡыныраҡ килегеҙ. Яңы ғына олатайығыҙ эштәрен бөтөп, ял итергә ултырҙы. Умартасыларҙың бер көнө - йылды туйҙыра шул. Умартасының эше бер ваҡытта бөтмәй инде ул!
Балалар: Олатай ултырығыҙ, ял итеп алығыҙ!
Бабай: Мин һеҙгә ҡайҙан бал алғандарын һөйләп үтәйем. Һөйләй торғандарым бик күп. Иркенләп ултырып тыңлағыҙ.
Бабай: Балалар ҡайҙан башҡорт балын алалар икән?
Балалар: Бал ҡортттары бал йыя. Умарта эсендә бал ҡорттары йәшәйҙәр . Бабай: Афарин! Балалар!
1-се бала: Беҙҙең өйҙөң артында умарталар бик күп.Атайым бал ҡорто тота.
2-се бала: Бөрйәндә минең ҡартатайымдың (бабайымдың ) солоғы бар.
Йәйгеһен Бөрйәнгә барһам , ҡартатайым гел мине урманға алып бара. Солоҡтарын ҡарап сығабыҙ. Һыбай йөрөп ҡарайбыҙ. Сөнки солоҡтар араһы алыҫ ҡына.
Бабай: Бик борондан башҡорт халҡы солоҡсолоҡ һәм умартасылыҡ менән шөғөрләнгән.Иң тәүҙә солоҡсолоҡ булған. Ә аҙаҡ инде бал ҡорттарын ҡулға эйәләштергәндәр. Яйлап умартасылы ҡҡа күскәндәр.
3-се бала: Олатай солоҡ ағас башында урынлашҡанмы?
Бабай: Әйе балаҡайҙар! Солоҡ ул ҡороған ағасҡа өңөп, соҡоп эшләнгән бал ҡорттары өсөн оя. Умарта аҙағыраҡ, бал ҡорттарын эйәләштергәс барлыҡҡа килгән. Русса солоҡсолоҡ “бортничество” тип атала. Һәр солоҡтоң үҙ тарихы, тамғаһы бар. Бер кемдә берәүҙекенә ҡул һонмай. Башҡорт солоғона еткән, ер йөҙөндә бер генәлә бал юҡ. Башҡорт балы – беҙҙең ғорурлыҡ!
Әбей: Һеҙҙең арағыҙҙа буласаҡ умартасылар ултыраларҙыр әле...
4-се бала: Мин киләсәктә умартасы булам!
Бабай: Һай афарин! Бигерәк ҡыуандырҙың! Балалар умартасы булыр өсөн бик тырыш, егәрле булырға тейешһегеҙ. Бал ҡортттары кеүек иртә тандан алып кискә тиклем эшләргә тейеш булаһығыҙ.
5-се бала: Мин бал ҡорттарынан ҡурҡам бит әле!
Әбей: Ҡурҡмағыҙ! Бал ҡортттары күс айырғанда ғына уҫал булалар. Ә хужаларын улар бик яраталар.
5-се бала: Нимә була ул күс айырыу?
Әбей: Күс айырыу – ул солоҡтан йәки умартанан бал ҡорттарынын икенсе инә ҡорт менән күсеп китеүе, айырым осоп сығыуы. Күс айырғанда бик тыныс, сәбәләнмәҫкә кәрәк. Тимер туҡмарға мөмкин. (Тимер һуғып күрһәтә). Ҡайһы берҙә һыу һибергә мөмкин.” Ямғыр яуа” тип улар әҙерәк тынысланалар.
Бабай: Балалар! Хатта элек солоҡто инселәгәндәр. Инселәү - балаларына бүлеп бүләк итеп биреү.
Әбей: Әйҙәгеҙ солоҡ инселәп алайыҡ. (Хор менән ҡабатлау).
Бәхет һынайым. Быныһын был балама, тегеһен теге балама инселәйем. Хоҙай тәғәләмдән булып, теге балама инселәйем! Хоҙай тәғәләмдән булып, ҡортом ишәйеп китһен! – тип әйтеп инселәйҙәр.
Бабай: Нимә булып китте балалар?( Бал ҡорттары осоп инәләр).
Балалар: Күс килә! Күс осоп килә!
Бал ҡорттары булып кейкәйҙәр кейенәләр. Осоп өйөрөлөшеп йөрөйләр.
Бал ҡорттары: Зинһар өсөн ашығығыҙ! Беҙгә ярҙам итегеҙ!
Балалар: Бал ҡортттары ашыҡмағыҙ! Айырым-айырым аңлатығыҙ!
Бал ҡорто: Айыу солоҡҡа менгән. Бөтә балды ашап бөтәсәк. Беҙҙе өйһөҙ ҡалдырасаҡ!
Бабай: Хәҙер тайыштабанды ҡыуып ебәрәйек. Ярҙамға ашығайыҡ!
Әбей: Элегерәк айыуға туҡмаҡ элеп ҡуйыр инеләр. Айыу солоҡҡа менһә туҡмаҡты этһә, туҡмаҡ әйләнеп килеп үҙен этер ине. Ә аҫта айыуҙы тағыла имән ҡаҙауҙары көтә... Туҡмаҡ – туҡмап төшөрөү тигәнде аңлата. Ҡаҙау – сөй тигәнде аңлата. Имәндән ҡаҙау яһап ҡаҙап сыҡҡандар. Тештәр кеүек торғандар(ҡулдарын өҫкә тыртайтып күрһәтә). Бына ошондай һаҡлау саралары менән айыуҙы солоҡтан биҙҙҙергәндәр. Айыу бигерәк бал ярата шул!
Бал ҡорттары ҡыуанышып безелдәшәләр.
Бал ҡорто: Ярҙам иттегеҙ! Ҙур рәхмәт!
Бала : Әйҙәгеҙ бергәләп күңел асып алайыҡ!
Бал ҡорто: Балалар менән күңел асып йырлап, бейеп алайыҡ.
(“Минен йырлағым килә” йыры башҡарыла З. Мамалимов музыкаһы, Л. Шәкирйән һүҙҙәре).
Бал ҡорто: Беҙгә ярҙам ҡулы һуҙғанығыҙ өсөн бал тулы кәрәҙдәр бүләк итәбеҙ. Беҙ ҡайтыу яғына осайыҡ. Һау ғына булығыҙ!( Хушлашып, безелдәшеп осоп сығып китәләр).
Бабай кәрәҙдәрҙе өҫкә кутәрә һәм ҡыуана.
Әбей: Ай-һай ҡайһылай быйыл бал уңған! Кәрәҙдәр тулы бал менән. Олатай бар, бал һыҡҡысты алып ин!
Балалар:” Бал бабай – бал давай”( Һамаҡлау)
Бабай: Балалар әйҙәгеҙ бал һыҡҡыс янына. Миңә ярҙам итегеҙ!Кәрәҙдәрҙе ҡуйышығыҙ. Бал һыҡҡысты өрөлтөп ебәрегеҙ. (Балалар ҡарап торалар, сәпәкәй итәләр. Бал ағып сыҡҡҡаста, ашап ебәрәләр. Ҡайһы бер балаларға бабай кәрәҙле бал имергә, ашарға бирә). Һағыҙ кеүек сәйнәргәлә була.
Бабай ҡыуанысынан таҡмаҡ әйтә башлай.
Аяҡтарым һыҙламай,
Үҙҙәре бейергә һорай,
Әйҙә бейеп алайыҡ,
Балалар щатлығына!
Әбей дауам итә.
Башҡорт балы- бик шифалы,
Башҡорт балы-ныҡ файҙалы.
Башҡорт балын ашаһағыҙ –
Ҙур булып үҫерһегеҙ!
Бабай балды һәр балаға ашата һәм теләктәр әйтә:
Балда, майҙа йөҙөп йәшә,
Бал ҡап , бал ҡап!
Һүҙең, тормошоң яҡшы булһын,
Бал ҡап, бал ҡап!
Әбей теләктәр теләй:
Ҡылған эшең яҡшы булһын,
Бал ҡап, бал ҡап!
Ата-әсәңә алмашсы бул.
Бал ҡап, бал ҡап !
Әбей: Ҡайһылай афариндар!
Малай сығып уртаға баҫа:
Һайрат, һайрат гармуныңды,
Бейеһендәр йәш ҡыҙҙар!
Беҙҙең ҡыҙҙар нурлы йөҙлө,
Әйтерһеңдә йондоҙҙар!
Ҡыҙҙар башҡарыуында башҡортса бейеү.
Әбей: Балалар бергәләп баллап һәм мәтрүшкә һалып тәмле итеп сәй эсеп алайыҡ Бергәләп урындыҡ янындағы самауыр янына йыйылышылар.