СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Балалар хәүефһеҙлеге һәм уны булдырмау.

Категория: Всем учителям

Нажмите, чтобы узнать подробности

Хәүефһеҙлек мәсьәләһе бик етди һәм яуаплы. Һуңғы мәлдәрҙә илдә, республикала балалар ғүмерен һаҡлау проблемаһы беренсе урынға сыҡты ата-әсәләргә, ошо хаҡта тағы бер тапҡыр иҫкәртеүҙе урынлы һанайбыҙ

Просмотр содержимого документа
«Балалар хәүефһеҙлеге һәм уны булдырмау.»

Доклад «Балалар хәүефһеҙлеге һәм уны булдырмау”. Башҡарҙы:Билалова Розалия Рәис ҡыҙы  Хәүефһеҙлек мәсьәләһе бик етди һәм яуаплы. Һуңғы мәлдәрҙә илдә, республикала балалар ғүмерен һаҡлау проблемаһы беренсе урынға сыҡты ата-әсәләргә, ошо хаҡта тағы бер тапҡыр иҫкәртеүҙе урынлы һанайбыҙ. 



Хәҙерге осорҙа мәктәптең һәм киң йәмғиәтселектең төп маҡсаты: йәш быуынды донъя күләмендә әһәмиәткә эйә булған мәсьәләләрҙе хәл итә алырлыҡ шәхес итеп тәрбиәләү. Шуға күрә беҙҙең республика, ил мәғариф системаһының бурысы донъя мәғарифының бына ошо маҡсатын ғәмәлгә ашырыуҙан ғибәрәт булырға тейеш. Бының өсөн балаларҙа, иң беренсе сиратта, төп мәсьәләләрҙә компетентлыҡ формалаштырырға кәрәк. Беренсе компетентлыҡ – донъя мәғлүмәте даирәһендә шәхестең үҙенә кәрәклеһен һайлап ала белеүе, уны анализлай алыуы, компьютерҙан файҙалана белеүе. Икенсе компетентлыҡ – уҡыусының эшләргә өйрәнеүе һәм тормош көтөү өсөн үҙен һәм ғаиләһен тәъмин итәрлек аҡса эшләп алыу күнекмәһен үҙләштереүе. Өсөнсө компетентлыҡ – аралаша белеү.

Һәр яҡтан сәләмәт, ижади, тәрбиәле шәхес формалаштырыу – мәктәп һәм ғаилә алдында тора торған мәңгелек бурыс. Ә хәҙерге ваҡытта был айырыуса мөһим. Донъла быға ҡәҙәр күренмәгән үҙгәртеп ҡороуҙар бара. Киләсәктә кешелек йәмғиәтенең үҫеше кеше һәм йәмғиәттең интелектуаллеге һәм белемлелеге ни дәрәжәлә булыуы менән билдәләнәсәк. Кешелектең алға табан үҫеше өсөн белемле, интеллектлы, мәҙәниәтле булыуы кәрәк, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр.

Кешеләрҙе әйләндереп алған тирә-яҡ мөхит халыҡҡа ҙур йоғонто яһай. Берәүҙәр дөрөҫ юлдан китһә, икенселәре насар юлҡа баҫалар. Йәш үҫмерҙәр араһында был хәл йыш осрай.









Статистика күрһәткестәре буйынса, студенттар һәм мәктәп уҡыусылары тәмәке, насвай, марихуананы бер тапҡыр ғына ҡабып ҡарау ниәте менән насар юл буйлап китәләр. Ни өсөн?

Өлкәндәр балаларға был һорауҙы йыш бирә, ләкин һорауға яуап бирә алмайҙар. Әмма үҙҙәре үк шуға этәргес ролен үтәйҙәр. Ир кешеләр донъя күләмендә тәмәке тартыусылар рәтендә. Балалар йәмәғәт урындарында ғына түгел, ә өйҙә (атай, олатай) күрәләр, уларҙы күҙәтәләр. Беренсе тапҡыр ҡабып ҡарағылары килә, ә икенсе тапҡыр инде юҡ. Организм күнегә: тағы ла күберәк дәрәжәлә адреналин һорай башлай. Организм һораған норманы тулыландыра. Улар: “Тәмәкенең зыяны юк ул. Ул мине тынысландыра, рухландыра. Уны ташлау дөнъя ла уҙеңдең урыныңды юғалтыу менән бер,”- тиҙәр. Закон тарафынан ҡабул ителгән тыйыуҙар ҙа тартыусыларҙы туктата алманылар. Ир-аттарҙан ҡала, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатын-ҡыҙҙар араһында да тартыусылар булыуы йылдан-йыл арта ғына бара. Фильтрҙы тәмәке тартып, ҡыҙҙар үҙҙәренең организымына зыян килмәй тип уйлайҙар. Был дөрөҫ түгел. Тәмәке ҡатын-ҡыҙҙарҙың организмына бик ҙур дәрәжәлә тиҫкәре йоғонто яһай. Беренсенән, ҡайһы береһе әсә була алмай. Икенсенән, тәмәке -- күп ауырыуҙарҙың башланғыс стадияһы. Язвалар, рак тәмәке төпсөгөнән килеп сыға ла инде. Яуапһыҙ әсәләр ҙә хәҙерге заманда йыш осрай. Балаһына ихтибарһыҙ, уның хәленә керә белмәү ул. Шунан башлана да инде тәмәке тартыусылык. Бала үҙ-үҙендә бикләнә, кешеләр менән һирәк аралаша, уҡыуы төшә, аппетиты бөтә. Унан насар юлға баҫа, тәмәкенән ләззәт ала башлай ул. Был өлөштә ата-әсәнең ҙурҙан-ҙур ғәйебе. Баланы шәхес итеп танымау, уға ихтибар итмәүҙән улар тиҫкәре гаҙәттәргә өйрәнәләр. Эшмәкәр ата-әсәләр, донъя ҡыуып, балаға аҙ ваҡыттарын бағышлайҙар. Бала, нишләргә белмәй, тәмәке, наркотик менән мауығып китә.

Ә тартыусылар тәмәке ҡулланып, организмдарына күпме зыян килгәнен беләләрме һуң? Тештәренең эмале һары төҫкә керһә, үпкәләр төтөн менән ашала. Тартыусыларҙың, ғәҙәттә, аппетиттары юғала. Бара торғас еҫтәрҙе тоймай башлай. Ә тәмәкенең төтөнө һулыш органдарына ултырып, йүткереүгә килтерә. Шулай ук тәмәке тартыусының психикаһы ныҡ ҡаҡшаған була: тиҙ ҡыҙып китә, юҡҡа туҙына, яҡындары менән насар һөйләшә. Яныңдағы кешеләр менән аралашыу теләге юғала. Ғаиләһеңә аҙ ваҡытын сарыф итә һ. б. Бәләкәй балалар янында тәмәке тарту бөтөнләй насар күренеш. Баланың үҫеп, нығып бөтмәгән организмына ҙур зыян килә.

  

Ҡайһы бер ата әсә әйтмешләй, минең улымдан, ҡыҙымдан тәмәке еҫе килмәй тип әйтә ала, бала бит икенсе төрлө лә еҫе сыҡмаған матдә ҡуллана ала. Ул насвай. Насвай тәмәкегә ҡарағанда бала организмына насар тәьҫир итә. Тәмәкегә ҡарағанда күпкә осһоҙ, Үҙәк баҙарҙа бер пакетын егерме һумға ғына һатыа алалар. Насвай ул йәшел төҫтәге борсаҡ. Насвай - арзан хаҡлы һәм еңел һатып алып була торған наркотик. Ошо сәбәпле торған һайын күберәк уҡыусылар һәм йәш үїмерҙәр уға ылыға бара. Насвайҙың ҙур өлөшөн тәмәке тәшкил итә, шунлыҡтан уны тәмәкенән дә зыянлыраҡ түгел, тип раїлаусылар күп. Ләкин сигарет продукцияһы ҡәтғи санитар күҙәтеү аша үтһә, насвай әҙерләү барышын бер кем дә тикшермәй. Уға сысҡан һәм тауыҡ тиҙәге, май, тәмләткестәр өїтәйҙәр... Нисек әҙерләнһә лә, насвай ерәнгес булып күренә, еїе лә ифрат һаїыҡ. Насвайға, "Википедия" электрон энциклопедияһында яҙылыуынса, көл һәм һүндерелгән эзбиз өїтәйҙәр, улары, ауыҙға ҡапҡас та, лайлалы тиресәне ашап, ваҡ-ваҡ ҡына яралар хасил итә, шул яралар аша иїерткес матдәләр ҡанға эләгә. Шулай итеп, бер насвайҙан организмға әллә нисә төрлө зыян килә. Никотин бәйлелек тыуҙыра, йөрәкте, нервы системаһын, мейене зарарлай. Һелте никотиндың һеңдерелеүен тиҙләтә. Ниндәйҙер ҡышлаҡта бысраҡ ҡулдар менән эшләнгән тилерткестә күп төрлө бактериялар, микробтар булыуы тураһында һөйләп тораһы ла түгел. Йәштәребеҙ, балаларыбыҙ араһында ошо хәшәрәтте ауыҙына һалыусылар табыла

Хәҙер һәр бер кибеттә, киоскта, баҙарҙа, урамда тәмәке һаталар. Тимәк, халыҡҡа барлыҡ ишектәр ҙә асыҡ. Үҫмерҙәрҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ала. Дәүләт юғары килтерелгән сараларҙы тормошҡа ашыра алмаһа, кеше үҙ-үҙен ҡайғыртырға тейеш. Урамда тартып тороусыға бер аҙ ғына ваҡытын сарыф итеп “Тартма”,-тиеп әйтеп китһә донъя яҡшы яҡҡа боролор ине.




”Йәмғиәт фекере” Бөтә Рәсәй фонды, баланың үҫешенә нимә ныҡ йоғонто яһай, тигән һорауға ата-әсәләрҙең фекерен белешкән. 
Бик күп пар тәрбиә эшендә телевизор һәм телетапшырыуҙарҙың зыянлы булыуын таныған
Фонд статистикаһына ҡарағанда, илдәге ғаиләләрҙең 44 проценты бәлиғ булмаған бала тәрбиәләй. Ҡасандыр тәртипле, законды теүәл үтәгән ата-әсә, баланы урам боҙа, тип саң һуҡһа, хәҙер ни бары 10 проценты ғына ошо фекерҙә. Телевидениеның нығынып бөтмәгән йәш психикаға һәм аҡылға тәьҫире үтә көслө булыуын ата-әсәләрҙең 78 проценты белдерә. 
Рәсәй телевидениеһы нимәһе менән ҡурҡыта һуң? 20 процент, криминаль мәғлүмәтте киң йәйелдереп, көсләү, туҡмау, талау кеүек кире күренештәрҙе һеңдереп, баланың психикаһын әхлаҡи яҡтан юҡҡа сығара, тип иҫәпләй. Өлкәндәрҙең 14 проценты Рәсәй телевидениеһында бәйһеҙлек, аҙғынлыҡ һәм секс күп тип иҫәпләй.
Респонденттарҙың 5 проценты, “йәш­ник”тә балаларҙы изгелеккә өйрәткән тапшырыуҙар, йәнһүрәттәр етмәй, тип бара. Һәр унынсы кеше, “зыянлы” тапшырыуҙарҙы ҡарағандан һуң бәләкәс үҙен ҡаты бәғерле, агрессив тота, тип билдәләй. Уйлап ҡараһаң, бәләкәй балаға сәғәттәр буйы Ҡөрьән уҡып ултырыуҙан доғаларҙы кескәй йөрәгенә яҡын алыуы икеле. Ә фильм ҡарағандан – бик ентекле һәм аныҡ итеп аңлатып, күрһәтеп биргәндәренән һуң бала шунда уҡ ҡабатлай башлай. Сөнки ул аҡылы менән нимәнең яҡшы, нимәнең насар булыуын аңлап етмәй, барыһын да шуға оҡшатып ҡыланырға кәрәк тип ҡабул итә.

Әлбиттә, телевидение һәм интернеттың кире яҡтарын инҡар итеп булмай. Шулай ҙа баланың кем булып буй еткерәсәге иң беренсе ата-әсәнән тороуы хаҡында ла онотмайыҡ.

Педиатр кәңәше

Ике йәшкә тиклем балаға телевизор ҡарау бөтөнләй рөхсәт ителмәй. Унан ҙурыраҡтар­ға көнөнә 2 сәғәт кенә мөмкин. Был тәүге ике йыл баланың мейе үҫеше өсөн көсөргәнешле мәл булыуына бәйле. Телевидение һәм башҡа электрон киң матбуғат саралары бәләкәстең тәбиғи үҫешендә етди ҡаршылыҡтар тыуҙыра. Был ваҡытта уға социаль һәм физик яҡтан үҫешеү өсөн мөмкин тиклем күберәк тирә-яҡ мөхитте үҙләштерергә, башҡа балалар менән бәйләнешкә инергә, уйнар­ға кәрәк. 
Өлкәнәйә башлағас та оҙаҡ итеп телевизор алдында ултырыу зыянлы – бала артабан өйгә эште әҙерләү, физик әүҙемлек, дуҫтар менән уйнау, ғаилә менән ваҡыт уҙғарыу кеүек башҡа мөһим эштәргә иғтибар бүлергә теләмәйәсәк. 
Нисек итеп баланы “зәңгәр экран”дан йолоп алырға?
− ваҡытында телевизорҙы һүндерә белегеҙ. Телевизор көнө-төнө эшләмәһен;
− телевизор алдында ашамағыҙ;
− баланың бүлмәһендә телевизор ҙа, “аҡыллы йәшник” тә булырға тейеш түгел;
− балаға буш ваҡытын телевизор янында үткәрергә бирмәгеҙ. Шулай уҡ яҡшы ҡылығы йәки билдәһе өсөн дә телевизор ҡарауҙы рөхсәт итмәгеҙ;
− баланың иғтибарын бүтән шөғөлгә йүнәлтегеҙ, мәҫәлән, спорт уйындары, китап уҡыу, хобби һ.б.


Һуңғы арала халыҡта суицидҡа этәреүсе интернет уйындар, сайттар барлыҡҡа килеүе, үҫмерҙәрҙең күпләп депрессияға бирелә башлауы тураһында шомло хәбәрҙәр таралды. Хоҡуҡ һаҡсылары үҫмерҙәрҙе үҙ-үҙенә ҡул һалыуға этәреүсе сайттар менән даими көрәш алып бара. Бер ниндәй ҙә йәшерен һөжүм юҡ, тип тынысландыра улар. Шулай ҙа уяулыҡты юғалтырға ярамай. Һәр ата-әсә был турала белергә һәм балаһын бәләнән араларға тейеш. Нисек эшләй һуң үлемесле сайттар? Уларҙы нисек танып белергә һәм нисек һаҡланырға?

Күптән түгел Өфөлә апалы -һеңлеле ике ҡыҙҙың 17 ҡатлы йорттан  һикереүе тотош республика халҡын шаңҡытты.  Һуңынан асыҡланыуынса, үҫмерҙәр социаль селтәрҙәге хәүефле төркөмдәрҙә ултырып ғүмер менән хушлашырға ашыҡҡан Белгестәр уларҙы был аҙымға тап үлемгә этәреүсе сайт администраторҙары этәргән тигән ҡарашта. 
Бәлиғ булмаған балаларҙы депрессия хәленә еткереү, уларҙың аңында яман уйҙар тыуҙырыу менән шөғөлләнеүселәрҙең береһе был аҙнала ҡулға алынды. 21 йәшлек был егет интернет киңлектәрендә һигеҙ онлайн-төркөмдө етәкләгән.
Әлегә   ғәйепләнеүсенең ҡапҡанына күпме ҡыҙ һәм егет эләгеп, ата-әсәһен, яҡындарын бәхетһеҙлеккә дусар итеүе билдәһеҙ. Сөнки улар социаль селтәрҙәрҙә ялған исемдәр аҫтында эш итә һәм үҙҙәре етәкләгән хәүефле төркөмдәргә барыһын да өҫтәп бармайҙар. Психолог Ирина Хох та сайт администраторҙарын асыҡлау маҡсатында улар менән үҫмер булып аралашып ҡарай. Бер нисә көндән һуң төркөм етәксеһе скайп аша ҡатынды һөйләшеүгә саҡыра һәм хәйлә уңышһыҙ тамамлана. Шуға ла енәйәтселәрҙе асыҡлау ауырға төшә.
Ирина Хох, психология фәндәре кандидаты: «Үлемгә этәреүсе сайттар» етәкселәре өс этапта эшләй. Илле көн эсендә улар үҫмерҙәрҙең ышанысын яулап, былай ҙа йомшаҡ психикаларын ҡаҡшатыу маҡсатын тормошҡа  ашыра. Малай-ҡыҙҙар бойороҡтарҙы теүәл үтәмәй икән, тимәк, оятҡа ҡалып, сайттан ҡыуыласаҡ. Баштан уҡ һәр төркөм ағзаһына куратор тәғәйенләнә, ул көн дә тиерлек бала менән онлайн-һөйләшеүҙәр алып барып, тормоштоң мәғәнәһеҙ булыуын аңлата, һуңғы аҙымға барыу инструкцияһын бирә».          
Үҫмерҙәр өсөн яңы онлайн-дуҫтар тиҙ арала кумирға әйләнә. Ни тиһәң дә, сайт администраторҙары бик хәйләкәр эш итә. Башта «һин иң яҡшыһы», «Һин иң аҡыллыһы» тип һөйөүен күрһәтһәләр, артабан бәлиғ булмағандарҙа кире эмоциялар тыуҙырыу өсөн диуарҙарына күңелһеҙ музыка, ҡурҡыныс фотоһүрәттәр ебәрә башлай. Белгестәр әйтеүенсә, был алымдар үҫеп килгән быуынды психик яҡтан ныҡлы йәрәхәтләй. Сайт администраторҙары йәш ҡорбандарында аҡса ла эшләй. Ябыҡ төркөмдәрҙең күбеһендә теркәлеү өсөн генә лә түләргә  кәрәк. Тимәк, үҫмерҙәр ғүмере артында миллион һумдар ята. Белгестәр ата-әсәләрҙе ғәзиз йәндәренә  ҡарата иғтибарлы булырға саҡыра. Әгәр ҙә бала социаль селтәрҙә төрлө исемдәр аҫтында бер нисә бит булдырып, йәшенеп кем менәндер төндәрен яҙыша икән - был хәүеф сигналдарының береһе. Күп осраҡта балалар ниндәй сайттарҙа ултырыу тарихын да юйып бара.
Интернетта депрессив мөхит булдырыусылар өсөн законда бер ниндәй ҙә яза ҡаралмаған. Йәғни, хәүефле сайт администраторҙарына ҡаршы көрәш алып барыр өсөн ҡануниәткә лә үҙгәрештәр индереү мөһим. Балалар белем усаҡтарында юлда йөрөү ҡағиҙәләрен, светофор төҫтәрен өйрәнгән кеүек, интернеттағы хәүефһеҙлек хаҡында ла белергә тейеш.


Үҙәк каналдарҙың береһендә тележурналист Михаил Зеленский алып барған ток-шоуҙа шундай фекер яңғыраны: “Хәҙер беҙҙә йыртҡыстар үҫә, сѳнки беҙ үҙебеҙ йыртҡыстар, әфәнделәр”, -тип яуапланы ҡатнашыусыларҙың береһе.
Уйланмаҫ ерҙән уйланырһың. Ысынлап та, бѳгѳнгѳ кѳндә үҫмерҙәр араһында баш етмәҫлек уҫал ниәт менән енәйәт ҡылыусылар осрай. Был ҡәҙәр агрессия, ҡанһыҙлыҡ ҡайҙан килә, кем тәрбиәләй йәш енәйәтселәрҙе? 

Заманса йәмғиәткә, башҡаһына һылтанһаҡ та, барыбер тәүге сиратта ата-әсәнең балаһына иғтибары етешмәүе беренсе урында тора. Донъя мәшәҡәтенә башкѳллѳ сумған ата-әсәнең улына, ҡыҙына ваҡыты ҡалмай. Бала күберәк телевизор, компьютер менән “аралашырға” мәжбүр. Ә унда инде донъяның бѳтә кире яғы күрһәтелә: үлтереш, ҡыйралыш, кѳсләү, эскелек һ.б. Хатта хәҙерге йәнһүрәт геройҙары ла ҡанһыҙ, аяуһыҙ була бара. 
Ѳйҙә атай-әсәй үҙен нисек тота, бала барыбер шуны ҡабатлай. Беҙҙең яҡта әйтмешләй, баланы артыҡ буйлатырға ла ярамай. Насар ҡылығына күрә язаһы ла булырға тейеш. Әммә, ҡыҙғанысҡа күрә, күпселек ата-әсә балаһы мәктәптә, урамда эш боҙһа ла, һуҡырҙарса уны яҡлай, күкрәге менән башҡа балаларға, уҡытыусыларға, ата-әсәләргә ташлана. Бына ошо ваҡыт атай йәки әсәй ҙур хата эшләй. Аҙаҡтан был хәл ѳсѳн үкенерҙәр ҙә, әммә ләкин һуң булыуы бар. Самаһыҙ артыҡ тыйыуҙың да, шулай уҡ кәрәкмәгән саҡта баланы йән талашып яҡлашыу ҙа баланың характерын боҙа, аҙаҡтан бик насар эҙемтәләргә килтереүе бар. Ауыл ерендә лә ваҡ хулиганлыҡ ҡылған үҫмерҙәр, бер-береһен ҡаты йәберләгән балалар һаны арта барыуы борсолоу тыуҙыра. 

Элекке заман балалары хәҙергеләрҙән күпкә бәхетле булған, сѳнки ул заманда октябряттар, пионер ойошмалары, комсомол, унан һуң коммунистар партияһы - һәр ҡайһыһы ғаилә һағында, тәртип һағында торған. Атайҙарҙың абруйы кѳслѳ булған. Иҫтә, беҙҙең атайҙар ата-әсәләр йыйылышына үҙҙәре барыр ине. Уйлаһаң, улар бит бик ауыр урман эшендә йѳрѳгән, ә балаға ваҡыт тапҡан. Бармы бѳгѳн шундай атайҙар? Бармаҡ менән генә һанарлыҡтыр...
Әсәйҙәрҙән дә бѳгѳнгѳ кѳндә ҙур түҙемлек, матур тәрбиә биреү кѳсѳ талап ителә. Әммә күпселек тик үҙен уйлай, мәктәптә балаһының нисек уҡыуы, тәртибе менән ҡыҙыҡһынмай. Ә класс етәксеһе элекке етәксе түгел, сѳнки уның кѳн һайын бѳтмәҫ-тѳкәнмәҫ отчеттар яҙаһы бар.

Бына шундай мѳхиттә бѳгѳнгѳ кѳндә хатта ауылда ла, “Атаңдың ғына улы булма, халҡыңдың да улы бул!” тигән матур әйтемгә торошло бала тәрбиәләүе бик тә ауыр. 
Халҡыбыҙҙы, шәжәрәбеҙҙе дауам иттереүҙә нигеҙ ташы - балаларыбыҙ. Уларҙы тотош йәмғиәт, йәмәғәтселек менән киң күңелле, милли рухта, изге тәбиғәтле, ысын кеше итеп тәрбиәләргә тейешбеҙ. Яманлыҡтың да, яҡшылыҡтың да сығанағы үҙебеҙҙә, уны ситтән эҙләп ваҡытты әрәм иткәнсе, һәр минут, һәр сәғәт балабыҙға матур тәрбиә бирергә, үрнәк булырға ашығайыҡ. 

Хөрмәтле ата- әсәләр!

Балаларға, ололарға  хәүеф янаған осраҡтарҙа битараф булмайыҡ. Кемдеңдер бәләгә ҡалыуының  шаһиты булһағыҙ, кеҫә телефоны аша 02 ,112  һандарын йыйып,  хоҡуҡ һаҡлау органдарына шылтыратығыҙ. Бәхетһеҙлеккә осрағанға ҡулдан килгән ярҙамды күрһәтеү -  һәр кемдең намыҫ эше.