Башҡортостан ынйылары.
- Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле дуҫтар!
-Хәйерле көн, уҡыуҙа дандар алған егеттәргә һәм ҡыҙҙарға!
- Эштә уңған, уҡыу һөйгән, йыр йырларға, көй көйләргә оҫта булған балаларға – Ҡайнар сәләм!
Килегеҙсе, күрегеҙсе
Бөгөн бында ҙур байрам.
Бәйгегә килгән дуҫтарға
Аблайҙарҙан ҙур сәләм!
Борон-борон борондан
Ауылдар бик күп булған.
Аблай бабай соҡорҙан
Үҙенә урын алған.
Ауылыбыҙ бик ҙур, төҙөк,
Бик матур урамдары,
Мәктәп, магазин, китапхана,
Мәҙәниәт йорттары.
Ауылыбыҙ уртаһында
Мәктәп – белем усағы.
Балаларҙы саҡырып,
Йәйеп тора ҡосағын.
Ауылымдың үткәне.
Тарихы таң ҡалырлыҡ
Бик гүзәл бөгөнгөһө
Күргәндәр һоҡланырлыҡ.
Киләсәге тағын да.
Матурыраҡ буласаҡ.
Бөйөк эштәр, ҡаҙаныштар
Тарихҡа яҙыласаҡ.
Рәхмәтлемен яҙмышҡа,
Шул ауылда тыуғанға.
Бай тарихлы халҡымдың.
Бер балаһы булғанға.
Йәшә. Йәшә, Аблайым!
Минең тыуған ауылым!
Йырҙарымда һәр ваҡыт
Һине маҡтап йырлармын.
Аблай урта мәктәбенең 100 йылдан ашыу тарихы бар. Ошо ваҡыт эсендэ Тыуған мәктәбем даны күптәргә билдәле булған медецина фәндәре докторы, РСФСРҙың һәм БАССРҙың атҡаҙанған күҙ ауырыуҙары врачы, профессор Ғабдулла Ҡоҙаяров, мәшһүр йырсы Венер Мостафин, тел ғалимдары Рәүф Иҙрисов, Рәзинә Мөхиәр кеүек бик күп арҙаҡлы шәхестәрҙе сығарған. Бер ауылдан – биш әҙип булыуы ла үҙе оло бер хазина.
- Ил ҡарттары ни тиҙәр?
- Боронғо ғөрөф ғәҙәтте
Һаҡлауың матур, тиҙәр.
- Ете ырыуың бел, балам,
Шул булыр зарур, тиҙәр.
- Үҙеңә яҡшы сифатты
Үҙләштерә бар, тиҙәр.
- Башҡорт телен һаҡла, тиҙәр.
Фольклор.
Ҡоштар тауышы. Шау-гөр килгән ҡыҙҙар-малайҙар күренә..
Ҡыҙ. Ниндәй гүзәл ер!Был кемдең бесәнлеге икән?
Малай. Ана Әүфә инәй менән Мөхәммәтбаҡый олатай килә, шуларҙыҡы түгелме икән?
- Инәй, олатай! Был һеҙҙең ерегеҙме?
Олатай. Ғүмер буйы туйындырған еребеҙ – бесәнлегебеҙ беҙҙең. Әле инәйең менән кеше бесәнгә төшмәҫ элек күҙ һалайыҡ, сит-яттар эйәләшмәһен тип килә инек.
Малай. Бесәнлегегеҙҙең исеме лә барҙыр әле.
Олатай. Әлбиттә балалар. Беҙҙең Аблай ауылында ундай тарихи иҫтәлеге булған урындар күп. Улайһа, әйҙәгеҙ әле йәшел сиҙәмгә ултырып, әңгәмәләшеп алайыҡ. Һеҙҙең атай-әсәйҙәрегеҙҙән ишеткәнегеҙ барҙыр: Билән урманы, Бабай ҡулы, Осло тау, Әхиәр шишмәһе, Ҡарауылтау, Ат етер ҡул, Нәжмиә шишмәһе һәм башҡа бик күп атамаларҙы. Ә бына беҙҙең бесәнлек – бесән янған ҡул тип атала.
Ҡыҙ. Ни өсөн улай тип әйткәндәр, олатай?
Олатай. Бәрелештәр, ығы-зығылар һәр ваҡыт булып торған. Дошман килгәнде хәбәр биреү өсөн һуғышсылар бесән яндырғандар. Шуның өсөн был бесәнлекте бесән янған ҡул тип атағандар. Ошо урындан үҙ ғәскәре менән Салауат Юлаев үткән. Беҙ өләсәйегеҙ менән был урынды ҡәҙерләп ҡарап, һаҡлап ҡына торабыҙ.
Ҡыҙ. Улай булғас ни, был ергә бер кем дә ҡул һуҙмаҫ.
Өләсәй. Амин, балаҡайҙарым.
Олатай. Ә теге яҡҡа барһаҡ, ат етер ҡулға барып сығабыҙ.
Сәғит исемле бер кешенең аты юғалған. Атын эҙләп урманға килеп сыҡҡан. Һәм атын шунда бер соҡорҙан таба.
Малай. Шуның өсөн был урынды ат етер ҡул тип атағандармы?
Олатай. Эйе, улым. Ә бына шунан киткән юлды Сәғит юлы тип йөретәләр.
Малай. Олатай, бигерәк ҡыҙыҡлы һөйләнегеҙ, рәхмәт!
Ҡыҙ. Өләсәй, беҙҙең ауылдан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр тураһында ла белгебеҙ килә.
Өләсәй. Иии балаҡайҙарым, беҙҙең ауыл бик ҙур шул, һәм унан илебеҙгә кәрәкле бик күп шәхестәр сыҡҡан. Профессор Ғабдулла Ҡоҙаяров, өс бертуған яҙыусылар Иҫәнбирҙиндар, Рәзинә Мөхиәрова, Ғәлә Ҡоҙаяров, Әкрәм Вәли, мәҙәниәт министры Мәсғүт Хәликов, социалистик хеҙмәт герое Ғәйнетдин Моратов, хәрби врач Ғәли Вәлиев һәм башҡа бик күп хеҙмәт алдынғыларын әйтергә була.
Олатай. Шуны ла өҫтәп үтәйем әле оландарым, үҙ заманында Вәли Ҡадиров етәкләгән «Правда» колхозы республикала иң алдынғы колхоздар иҫәбендә булған.
Ҡыҙ. Ҡыҙыҡ, бөгөн көндә беҙҙең урамдар ошо шәхестәрҙең исеме менән аталған
Малай. Ә мин Әкрәм Вәлиҙең шиғырын яттан беләм
Өләсәй. Һай, афарин. Тыңлап үтәйек әле.
Бергә. Афарин!
Ҡыҙ. Инәй, олатай ә һеҙ йәш ваҡытта ниндәй уйындар уйнай инегеҙ?
Өләсәй. Беҙ йәш саҡта киске уйындарға йөрөй торғайныҡ. Ә йәшел болонда Йәшерәм яулыҡ уйынын яратып уйнай инек.
Ҡыҙҙар. Әйҙәгеҙ шуны уйнайбыҙ.
Бергә. Әйҙәгеҙ!
Йәшел сиҙәмгә теҙелешеп ултыралар. «Йәшерәм яулығым» уйынын уйнайҙар.
Йәшерәм яулыҡ, йәшерәм яулыҡ
Йәшел ҡайын аҫтына
Һиҙҙермәйсә һалып китәм
Бер иптәшем артына.
Әтәс булып ҡысҡырһын.
Регина матур йырлай, йырлаһын.
Олатай. Барығыҙға шуны әйтәм:
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ!
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!
Инәй. Балаҡайҙарым, күктәребеҙ гел аяҙ булһын, күңелегеҙ йыр менән тулы булһын! Йә булмаһа ҡайтышайыҡ инде. Өйҙә һеҙҙе юғалтҡандарҙыр.
Бергә. Йырлап сығып китәләр.