Башҡорттарҙа йондоҙҙар исеме
Арҙаҡлы башҡорт ғалимы, мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев
һәр башҡорт үҙенең ете быуынын , риүәйәт , өләңдәрҙе һәм йондоҙҙарҙы белергә тейеш,
тип яҙған үҙенең “Йәдкәр” исемле китабында.
- Тимерҡаҙыҡ – түңкәрелгән бәләкәй сүмес (тотҡаһының) формаһындағы йондоҙлоҡтоң иң осондағы сағыу йондоҙ (урыҫса Полярная звезда ).
Башҡортостан территорияһында был йондоҙ бер ҡасан да байымай һәм үҙ урынынан шылмай. Шуға күрә лә был йондоҙҙо башҡорттар борон-борондан Тимер ҡаҙыҡ , тип атап йөрөткән, йәғни тимер ҡаҙыҡ менән ҡатып ҡуйылған, шылмай торған йондоҙ, тигәндәр. Тимер ҡаҙыҡтың ошо уҡ сифаты менән бәйле икенсе исеме – Алтын бағана . Төндә ошо йондоҙға ҡарап башҡорттар тура юлды билдәләгән, аҙашмаған. “Ҡәнифә юлы” риүәйәтендә ҡаҙаҡтарҙан ҡайтыу өсөн Ҡәнифә исемле ҡыҙға тәрбиәсеһе: “– Бар ҡыҙым, тик юл ҡырыйлап төндә генә атла. Тимер ҡаҙыҡ йондоҙо һәр саҡ уң яғыңда булһын”, – тип кәнәш бирә.
Күк йөҙөнөң төньяҡ ярымшарында урынлашҡан ете сағыу йондоҙҙан торған йондоҙлоҡто һәр кемебеҙ белә, әлбиттә. Урыҫса ул йондоҙлоҡ Большая медведица , тип аталаһа, башҡортса – Етегән .
легенда
Етегән йондоҙ тураһында легендалар башҡорт халыҡ ижадында байтаҡ ҡына.
Бер легендала Етегән Алыптың (дәү кешенең) сүмесе, тиелһә, икенсеһендә ете бүре , тип нарыҡланған.
“ Етегән тигән ете йондоҙ – ете бүре ул. Етегәндән алыҫ түгел ике йондоҙҙо Һарат менән Буҙат , тиҙәр. Теге ете бүре шул Һарат менән Буҙатты баҫтыралар. Инде ҡыуып етеп, тотоп ашайым, тиһәләр, таң ата ла ҡуя. Таң атһа, ашай алмай.
Етегән тигән ете йондоҙҙо бер тында ете уратып әйтһәң, һауап була”, – тигәндәр боронғолар.
Был йондоҙлоҡҡа бәйле киң легенда, әлбиттә, “Етегән йондоҙ – ете ҡыҙ”. Унда былай, тип бәйән ителә: “ Элек берәүҙең ете ҡыҙы булған. Етеһе лә матур, етеһе лә батыр икән. Ҡырға сыҡһалар, гел бергә йөрөйҙәр икән. Һоҡланмаған әҙәм заты ҡалмай, ти, быларға, ҡыҙыҡмаған йән эйәһе ҡалмай, ти.
Бер саҡ был ҡыҙҙар тауға сыҡҡандар. Дейеү батшаһы быларҙы күреп ҡалған да арттарынан төшкән. Былар етәкләшеп тау башына менеп киткәндәр. Дейеү баҫтырып улар артынан килгән. Инде тотам, инде электәрем тигәндә, ҡыҙҙар берәм-берәм һикереп күккә ашҡандар. Етеһе ете урынға боҫҡандар. Айырылмаҫ өсөн бер-береһенә яҡын торорға тырышҡандар. Шул ете ҡыҙ ете йондоҙ булып ялтырай башлаған. Аҙаҡ уларҙы Етегән йондоҙ, тип атағандар ”.
Һынамыш: Етегән йондоҙ ҡараһыу булып күренһә, ямғыр булыр .
Өлкәр йондоҙо
Зөһрә йондоҙо
Тағы ла башҡортса атамаһы булған күк есеме – Венера планетаһы. Ул беҙгә һәр иртән сағыу йондоҙ рәүешендә күренә. Был пленетаны башҡорттар борондан Сулпан , йәки Зөһрә йондоҙо, тип атай.
Башҡорттарҙа Аҡбуҙат , Күкбуҙат , Зөлфәр , Яҡты йондоҙ , Эңер йондоҙ , тигән йондоҙ исемдәре лә билдәле.
Ҡош юлы
Башҡорттар борон-борондан, башҡа халыҡтар кеүек үк, күк есемдәрен күҙәткән, өйрәнгән. Халыҡта ай, ҡояш һәм йондоҙҙарға бәйле легендалар барлыҡҡа килгән. Һәр кемегеҙ төнгө күктә бер-береһенә тығыҙ урынлашған, бихисап йондоҙҙар теҙмәһен, һыҙатын күҙәткәне барҙыр. Башҡорттарҙа был йондоҙҙар иләүен Ҡош юлы , тип атайҙар (урыҫса уның исеме Млечный путь ).
Ҡош юлының килеп сығышы тураһында башҡорт легендаһында былай тиелә: “ Бик борон булған хәл. Ул саҡта әле йондоҙҙар ҙа, Ҡош юлы ла булмаған. Ҡайҙандыр алыҫтан, көньяҡтан, Уралға, Һаҡмар, Ағиҙел буйҙарына торналар килеп йәйләр булған. Элек уларҙы Һиндостан тигән ерҙән килә тип һөйләй торғайнылар.
Бер йылды торналар теҙелешеп йылы яҡҡа осҡан мәлдә ел-дауыл ҡупҡан. Бала торналар аҙаша башлаған, ҡайһы берҙәре, арып, ергә төшөп ҡала барған. Шул саҡ оло торналар, ҡалғандарына юл күрһәтеү өсөн,ҡауырһындарын сәсеп киткәндәр. Был ҡауырһындар йондоҙға әйләнгән . Торналар осҡан юлда ана шулай йондоҙҙар хасил булған. Тороп ҡалған торналар ошо йондоҙҙарға ҡарап ҡайтыр булғандар. Ҡош юлы тигәндәре ана шунан ҡалған ул ”.
ҡауырһын
торналар
Өлкәр – созвездие стожары
Һынамыш:
Өлкәр ергә төшкәндә, һыйыр һыуға төшөр