СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Башҡорттарҙа халыҡ медицинаһы

Нажмите, чтобы узнать подробности

Этот материал разработан для знакомства учащихся 6 класса с народной медициной у башкир

Просмотр содержимого документа
«Башҡорттарҙа халыҡ медицинаһы»

Һәр бер кеше өсөн иң мөһиме-һаулыҡ.Беҙ ауырый башлаһаҡ, иң беренсе табиптарға мөрәжәғәт итәбеҙ йәки дарыуханаға йүгерәбеҙ. Ләкин һәр осраҡта ла беҙгә дарыуҙар ярҙам итмәй.Шундай афоризм бар: Кемгә дарыуҙар ярҙам итмәй, шуны тәбиғәт дауалай. Һәм был, ысынлап та, дөрөҫ! Күпме кеше официаль медицинанан ярҙам ала алмай, үләндәргә мөрәжәғәт итә һәм һауыға!

Ә нимә һуң ул халыҡ медицинаһы? Халыҡ медицинаһы-халыҡ тарафынан ауырыуҙар, уларҙы дауалау методтары һәм саралары тураһында белемдәре. Улар быуындан-быуынға тапшырыла бара.

XXI быуатта аҙым һайын дарыуханалар тулып торғанда һәм ундағы дарыуҙарҙың бик күплегенән, телевидение һәм киң мәғлүмәт сараларының рекламаларынан кешеләр аяҡ аҫтында үҫеп ултырған дарыуҙар тураһында бөтөнләй онотто, тиерлек.

XVIII быуатҡа тиклем Көньяҡ Урал территорияһында дауалау учреждениелары булмаған. Тик элек-электән башҡорттар тормошонда кешенең һаулығын һаҡлау мөһим урын алып торған. Һаулығы ҡаҡшаған ир-егетүҙенең ырыуын төрлө баҫҡынсыларҙан һаҡлай алмаясағын аҡһаҡалдар яҡшы аңлаған. Ауырыу ҡатын-ҡыҙ ҙа һау бала тыуҙыра алмаған. Шуның өсөн кешеләр элек-электән халыҡ табиптарының хеҙмәте менән файҙаланған. Халыҡ төрлө үләндәрҙең, һыу сығанаҡтарының, минералдарҙың шифалы үҙенсәлектәрен белгән. Ул шулай уҡ йорт хайуандарынан, ҡырағай йәнлектәрҙән, бөжәктәрҙән алынған аҙыҡтарҙың дауалау мөмкинселектәрен белгән.

Шуның өсөн дә кешеләр халыҡ медицинаһындағы тәбиғәт һәләттәрен белеп ҡулланғандар. Халыҡ табиптарының бай тәжрибәһе нигеҙендә төрлө ауырыуҙарҙы дауалау һәм тәбиғәт мөмкинселектәрен файҙаланып, кешеләрҙең һаулығын һаҡлау саралары һәм ысулдары халыҡ медицинаһы тип атала.

Кем һуң ул табип? Табип- халыҡ дауалаусыһы. Улар араһында быуын ултыртыусылар,үлән менән дауалаусылар, им-том менән өшкөрөүселәр булған. Уларҙың белеме һәм бай тәжрибәһе быуындан-быуынға тапшырыла барған. Табиптар күп ауырыуҙарҙың туҡланыуҙың дөрөҫ булмауында, һыуыҡ тейеүҙә, ауыр эш һәм нервыларҙың ҡаҡшауы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгәнлеген белгәндәр. Уларға тағы ла ҡайһы бер ауырыуҙарҙың быуындан күсәгилешлеге һәм инфекциялы икәнлеге таныш булған. Һәм табиптар ниндәй ысул менән дауалаһалар ҙа, уларға һәр ваҡытта ярҙамға тәбиғәт килгән.

Ниндәй үләндәр халыҡ медицинаһында файҙалана һуң?

Кесерткән (урыҫ. Крапи́ва двудо́мная, лат. Urtíca dióica) — кесерткән һымаҡтар ғаиләһенән күп йыллыҡ, бейеклеге 120 см-ға етә алған, сағыусы үлән үҫемлек.

Майҙан алып октябргәсә йәшкелт сәскә ата, емеше июль-октябрҙә өлгөрә. Кесерткән әрһеҙ үлән: йорт эргәһендә, юл буйында, йылға-күл ярҙарында, дымлы тупраҡлы ағастар, ҡыуаҡтар араһында һ.б. ерҙәрҙә үҫә.

Кесерткән япраҡтарынан төнәтмә эшләйҙәр, һуты төрлө яраларҙы төҙәтергә, сәсте нығытырға ярҙам итә.