СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

“Бер телдән дә телем кәм түгел- Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла, Кәм күрер уны тик кәм күңел.” ( Р.Ғарипов)

Категория: Всем учителям

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«“Бер телдән дә телем кәм түгел- Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла, Кәм күрер уны тик кәм күңел.” ( Р.Ғарипов)»


Туған телгә юл” исемле республика буйынса эссе бәйгеһенең муниципаль кимәле.




Темаһы:

Бер телдән дә телем кәм түгел-
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер уны тик кәм күңел.”

( Р.Ғарипов)

( эссе )











Башҡарыусыһы: Ғәлиәхмәтова Альбина, 11-се класс уҡыусыһы

Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы

Башҡортостан РеспубликаһыТәтешле районы

муниципаль районы хәкимиәтенең мәғариф бүлеге

Иҫке Ҡайпан ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе


Уҡытыусыһы: Нурыева Лиза Борис ҡыҙы









2018 йыл



Мин-уҡыусы. Уҡыусы – белем шишмәһенең һыуҙарын йотлоғоп эсеүсе йән эйәһе. Ғилем - күңел нурын асыр, наҙанлыҡ ҡараңғылығын таратыр, донъя көтөү юлдарын өйрәтер оло көс, аҡыл ул. Мин көн һайын үткән һуҡмаҡ – мәктәп менән ғаилә араһын бәйләп торған изге юл. Ошо юлда дөрөҫ аҙымды эҙләүсе беҙ – уҡыусылар.

Борондан уҡ кешеләрҙең уй зиһенен донъя сере биләгән. Һәр кем ошо серҙе аңларға тырышҡан. Бөтә серҙе сисер өсөн асҡысын табырға кәрәк булған.

Был асҡыс – ул тел. Минең сумкамда шул асҡыс – туған телебеҙҙең мөғжизәле көсө хаҡында дәреслектәр ята.

Йылдар үтеп күберәк белем туплаған һайын, туған телдең ҡөҙрәтле көсөнә ышанам, уйланам. Мине ошо ышаныс һәм уйланыуҙарға ниндәй көс этәрҙе һуң?

Тыуған еремә, олатай-өләсәйемә, атай-әсәйемә,туғандарыма, туған телгә булған һөйөү ошо уйланыуҙарға этәргес көс булды. Әсә теленә һөйөү уятыусы, күңелемә нур һәм изгелек һалған кешем – һөйөклө Фатима өләсәйем.

Бына беҙ икәүләшеп урман- ҡырҙарға китеп барабыҙ. Өләсәйем тирә яҡтарҙы күҙ күреме менән биләй, ниҙер һөйләнә, теленә килгән өҙөк –өҙөк йырҙар йырлап ала. Һәр урманды, болонлоҡто, уларҙың тарихтарын, легендаларын һөйләп үтә.

Өләсәйемдең иң ҙур байлығы - матурлыҡты күрә белеү, әкиәт, йомаҡтар, мәҡәлдәр, легенда – риүәйәттәр һөйләү. Беҙ, ике бер туған, ошоларҙы тыңлап үҫтек.

Йомарт башҡорт теленең нәфислеген тәү тапҡыр өләсәйемдән тойһам, уның тәрәнлеген, бөйөклөгөн аңларға өйрәтеүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лиза Борис ҡыҙы Нурыева булды.

Иң шатлыҡлы саҡта ла, моңһоу күңелһеҙ саҡтарҙа ла күңел ептәрен ҡуҙғатырлыҡ, хәлемде аңларлыҡ һүҙҙәр табып өләсәйем, әсәйем өндәшә. Йорт йылыһын да ошо туған тел һаҡлап торалыр һымаҡ, сөнки беҙ бер беребеҙ менән туған башҡорт телендә һөйләшәбеҙ, аңлашабыҙ. Аралашыуҙан күңел тыныслана, аңлашыусанлыҡ тыуа, рәхәтлек тоябыҙ.

Мәктәптә уҡытыу рус телендә алып барыла. Туған тел һәм әҙәбиәте дәрестәренә яратып йөрөйөм. Әлбиттә уҡыусылар араһында төрлөсә уйлаусылар бар. Шуғалыр ҙа беҙгә уҡытыусыбыҙ бик ябай ғына итеп аңлатып ҡуйҙы: “ Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәре һеҙгә тормошта матур һәм аҡыллы итеп йәшәр өсөн кәрәк” тине. Был һүҙҙәрҙе үҫә барған һайын нығыраҡ аңлайым.

Был йәшемә етеп ошоно күҙәттем. Беренсе синыф уҡыусылары үҙ-ара тик рус телендә генә аралашалар, әлбиттә был бик һәйбәт. Улар менән әсәләре лә күпселек рус телендә һөйләшә. Был мине бик тә аптыратты, сөнки иң яҡын кешеләрең менән сит телдә һөйләшеп үҙ йылыңды, һөйөүеңде еткереп тә, аңлатып та буламы икән тип уйландым. Минеңсә нисек кенә заман артынан ҡыуып, яҡшы булырға тырышһаң да һин башҡа милләт була алмайһың, башҡорт булып ҡалаһың. Эйе, рус телендә һөйләшкән башҡорт. Был ҡурҡыныс, ҡыҙғаныс.

Туған телде белеү – ата-бабаларыбыҙҙың аманаттай тапшырылған изге бурыс, шуға хыянат итмәйек. Үҙ телебеҙҙе кәмһетмәйек, күңелебеҙҙе кәм күрһәтмәйек. Уҡыусы сумкаһында ятҡан туған тел дәреслектәренең ҙур байлыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ сер асыусы хазина булыуын онотмайыҡ. Шул сағында һәр кем туған телдең бер телдән дә кәм түгеллеген, көслө, бай һәм яғымлы икәнлеген аңлар.




Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!