СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ
Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно
Скидки до 50 % на комплекты
только до
Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой
Организационный момент
Проверка знаний
Объяснение материала
Закрепление изученного
Итоги урока
Разработка предназначена для использования обучающихся старших классов, учителей башкирской литературы
РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫНЫҢ МӘҒАРИФ ҺӘМ ФӘН МИНИСТРЛЫҒЫ
ЮҒАРЫ ПРОФЕССИОНАЛЬ БЕЛЕМ БИРЕҮ БУЙЫНСА
ДӘҮЛӘТ БЮДЖЕТ МӘҒАРИФ УЧЕРЕЖДЕНИЕҺЫ
«М.АҠМУЛЛА ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ ПЕДАГОГИЯ УНИВЕРСИТЕТЫ»
Башҡорт филологияһы факультеты
Башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте
кафедраһы
Специальность: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
VI курс студенткаһы
Ситтән тороп уҡыу бүлеге
НИҒӘМӘТОВА АЛЬБИНА АЛЬФРЕД ҠЫҘЫ
БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫ ЙЫЛДАРЫНДА БАШҠОРТ ПОЭЗИЯҺЫ ҺӘМ УНЫ
МӘКТӘПТӘ ӨЙРӘНЕҮ
Сығарылыш квалификация эше
ҒИЛМИ ЕТӘКСЕҺЕ : т.ф.к., доцент,
М.В. Мырҙабулатов
Яҡлауға тәҡдим ителде _______
Кафедра мөдире, доцент,
Ғәлина Ғ.Ғ. _______
Тапшырыу көнө _______
Яҡлау көнө _______
Баһа _______
ӨФӨ - 2015
ЙӨКМӘТКЕҺЕ
ИНЕШ……………………………………………………………………………..………………….....…… 3
I БҮЛЕК. БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫ ЙЫЛДАРЫНДА БАШҠОРТ ПОЭЗИЯҺЫ……………………….……………………………………………………………………….9
1.1. Яуҙа һәләк булған шағирҙар ижадында байҡау……………………..…………………………………………………………………………………..….12
1.2. Яуҙан әйләнеп ҡайтҡан шағирҙар поэзияһы..…………………………………………………………………..……………………………..……23
1.3. Яугир шағирҙар ижадын мәктәптә өйрәнеү……………………………………………………………………….…………………………………..39
II БҮЛЕК. ҺУҒЫШ ОСОРО ПОЭЗИЯҺЫНДА ТЫЛ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ БАТЫРЛЫҒЫ...………………………..…………………………………………………………………..49
2.1. Тылда ҡалған шағирҙар ижадында һуғыш шаңдауы………………………………………………………………………………………..…………...…49
2.2. Тылда ижад итеүсе шағирҙар ижадын мәктәптә өйрәнеү. ………………………………………………………………………………………………………………..…..….59
ЙОМҒАҠЛАУ………………………………….……………….………......................................70
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ……………………………...……………………………….………….72
ИНЕШ
Кешелек тарихында булған иң яуыз һуғыштарҙың береһе – ул Бөйөк Ватан һуғышы.Уның тамамланыуына быйыл 70 йыл була.Күп вакыт кеүек.Тик был һуғыштың күрһәткән яуызлығы,күз йәштәре,етем балалар һәм ҡатындар һыҡтауы,тугелгән ҡан уны оноттормай.Һуғыш тураһындағы материалдарҙы уҡығанда ла иҫ китәрлек.Һәр бер һан артында күпме ҡайғы.Бына улар:32 мең шартлатылған завод һәм фабрикалар,65 мең километр тимер юлы,40 миллион совет халҡы,1725 мең юҡҡа сығалырған поселок һәм ҡалалар,70 меңдән артыҡ ауылдар.Бына нимә ул был һуғыш-1418 көн.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдан-йыл алыҫлашһа ла, уның шаңдауы кешеләр күңеленә тынғы бирмәй әле. Ул йылдарҙың ауырлығын үҙ иңдәрендә татыған һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре күргән-кисергәндәрен бөгөн дә хәтеренән сығармай. Быйыл Бөйөк Ватан һуғышы Еңеүенә 70 йыл тула.
Бөйөк Ватан һуғышы совет кешеләренең батырлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ сифаттарына ғына түгел, бәлки уларҙың рухи юғарылығы, күңел сафлығы һәм күркәмлегенә лә ҙур һынау йылдары булды.
Яу йылдарында әҙиптәр халыҡтың бөйөклөгөн һәм рухи күркәмлеген тағы нығыраҡ аңланылар һәм уны үҙ әҫәрҙәрендә мөмкин тиклем тулыраҡ сағылдырырға ынтылдылар, тормошто бөтә ҡатмарлылығында ентеклерәк өйрәнделәр, һүҙ сәнғәтенең кеше күңеленә инерҙәй тәьҫирлерәк «араларын ҡыйыуыраҡ эҙләй һәм таба» алдылар. Ә былар бөтәһе бергә башҡорт поэзияһының реалистик принциптарының артабан нығыныуына һәм тәрәнәйеүенә ярҙам итте.
Ҡәләмде штыкка тиңләп яу яланында дошман менән алышып, Тыуған ил өсөн ғүмерҙәрен аямай батырлыҡтарға барған әҙиптәребеҙ, артабан тыныс көндәрҙә үҙҙәренең әҫәрҙәрендә һуғышты бөтә ҡырыҫлығында һәм ҡырағайлығында, аяуһыҙ һәм аяныс фажиғәләре менән һүрәтләүгә өлгәштеләр. Әйтергә кәрәк, улар үҙ шиғырҙарында, совет кешеләренең фронттағы батырлыҡтарын һәм хеҙмәт героизмын сағылдырҙы; уларҙың әҫәрҙәрендә үҙ Ватанына тәрән мөхәббәт, халҡына бирелгәнлек, дошманға ҡаршы нәфрәт тойғолары төп урынды алды.
Теманың актуаллеге. Йәш быуын Бөйөк Ватан һуғышы йылдары тураһында ишетеп, китаптарҙан уҡып, киноларҙан ҡарап ҡына белә. Ә бөтә халыҡ яҙмышын, ил яҙмышын хәл иткән был дәһшәтле йылдар фажиғәһен бөгөнгө быуын кешеләренә генә түгел, ә киләсәк быуынға ла еткереү бик мөһим. Айырыуса, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусыларыбыҙ хаҡында һүҙ алып барыу мөһим; уҡыусыларҙы уйландырыу, уларға тыуған ерҙең ҡәҙерле һәм изге төшөнсә булыуын аңлатыу, уны һаҡлау беҙҙең изге бурысыбыҙ икәнен төшөндөрөү, уларҙа ҡыйыулыҡ, тоғролоҡ, патриотизм кеүек сифаттар тәрбиәләү кеүек маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк. Бының өсөн башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә Бөйөк Ватан һуғышы темаһына арналған әҫәрҙәрҙе тәрәнерәк өйрәнеү бик отошло.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағирҙар ижадында совет һалдаттарының ҡаһарманлығы, уларҙың тыуған илгә бирелгәнлеге, батыр көрәшеүҙәре, халыҡ бәхете өсөн үҙ ғүмерҙәрен дә бирергә әҙер булыуҙары сағыла, был турала белеү – бөгөнгө уҡыусының, әлбиттә, күңелен тетрәндерәсәк, уларҙа ҡыҙыҡһыныу уянасаҡ һәм артабан һуғыш темаһына арналған башҡа әҫәрҙәрҙе уҡыу теләге тыуасаҡ.
Шуға күрә, квалификация эшебеҙҙе Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт поэзияһын өйрәнеүгә арнаныҡ. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, фашистарҙы тар-мар итеүҙә үҙ өлөштәрен индергән, яу яландарында ятып ҡалған һәм тылда хеҙмәт иткән ҡәләм оҫталарының ижадтарын байҡап сыҡтыҡ. Сөнки, үҫеп килеүсе йәш быуында Тыуған илгә һөйөү, уны һаҡлау, ҡәҙерләү тойғоһо тәрбиәләү сараһы булараҡ был бик актуаль тема тип әйтер инек.
Маҡсатыбыҙ «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт поэзияһы һәм уны мәктәптә өйрәтеү » Шул маҡсаттан сығып түбәндәге бурыстар билдәләнде:
- яуҙа һәләк булған шағирҙар ижадын өйрәнеү;
- яугир шағирҙар ижадын мәктәптә өйрәнеү үҙенсәлектәрен күрһәтеү;
- тылда ҡалған шағирҙар ижадында совет кешеһе батырлығы сағылышын өйрәнеү;
- тылда ижад итеүсе шағирҙар ижадын мәктәптә өйрәнеү үҙенсәлектәрен күрһәтеү;
Проблеманың өйрәнелеү кимәле. Яугир шағирҙар заман һулышын һиҙгер тойоп, ил яҙмышында булып үткән ваҡиғаларҙы күңелдәре аша үткәреп, художестволы эшкәртеп, һәр ҡайһыһы үҙенә генә хас юлдар менән образлы итеп халыҡҡа еткерә белә. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир әҙиптәребеҙҙең ижадтарында Бөйөк Ватан һуғышы темаһы бөгөн дә актуаллеген юғалтмаған, иғтибар үҙәгендә ҡала килә. Яугир шағирҙар Тыуған илебеҙ алдындағы изге бурыстарын намыҫ менән үтәнеләр һәм халҡыбыҙҙың героик рухын, совет патриотизмын һәм гуманизмын раҫлаусы күркәм әҫәрҙәр ижад иттеләр. Тылда ҡалған яҙыусылар, иһә, һуғыш осоро шарттарында, үҙҙәренең барлыҡ көсөн, ижади һәләттәрен дөйөм маҡсатҡа, халыҡтың ҡаһарманлыҡ рухын күтәреүсе әҫәрҙәр ижад итеүгә йүнәлтте.
Әҙәбиәт белгестәренең байтаҡ хеҙмәттәре һәм мәҡәләләре ошо теманы асырға бағышлана. Мәҫәлән Ғ. Хөсәйенов «Яу йылдары героикаһы (1941-1945)» [42:292], «Башҡорт әҙәбиәтенең поэтикаһы» [39], Р. Бикбаев «Ҡаһарманлыҡ йыры» [2:492], Р.Бикбаев «Шағир сафта ҡала (М.Хәй)» [2:492] һ.б. мәҡәләләре.
Эштең объекты «Һуғыш осоро поэзияһы һәм уны мәктәптә өйрәтеү үҙенсәлектәре» ғилми яҡтан өйрәнеү.
Хеҙмәттең тикшеренеү предметы яугир әҙиптәрҙең фронт шарттарында яҙылған шиғырҙары, поэмалары.
Хеҙмәттең теоретик һәм методик нигеҙе башҡорт һәм урыҫ ғалимдарының ғилми хеҙмәттәре менән бәйле. Күп тәнҡитселәрҙең, ғалимдарҙың хеҙмәттәре, уларҙың ҡараштары, айырыуса, «Утлы йылдар ауазы», «Һуғыш үтте, һағыш ҡалды» [45:512], Ғ.Хөсәйеновтың «Башҡорт совет поэзияһының үҫеү юлдары» [42:292], «Шағирҙар» [42:217], Р. Шәкүрҙең «Быуаттар аманаты» [49:480] кеүек хеҙмәттәре, Р. Бикбаев[2], Ғ. Рамазанов [37:154] һәм башҡаларҙың мәҡәләләре эштең методик нигеҙен тәшкил итте.
Теманы тикшереү процесында түбәндәге методтар ҡулланылды:
теоретик – эш проблемаһы тураһында әҙәби, психологик, педагогик һәм методик әҙәбиәткә анализ;
педагогик – эш темаһы буйынса уҡыу программаларына, дәреслектәргә һәм әҙәбиәткә анализ;
эксперименталь – педагогик эксперименттар үткәреү.
Эшебеҙҙең ғилми яңылығы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт поэзияһын системалы рәүештә күҙаллау һәм уны мәктәптә өйрәтеү алымдары эшләнелде.
Эшебҙҙең практик әһәмиәте: квалификация сығарылыш эшенең һөҙөмтәләрен мәктәп уҡытыусылары әҙәбиәт дәрестәрендә, әҙәби кисәләрҙә, конференцияларҙа һәм һуғыш ветерандары менән осрашыуҙарҙа уңышлы ҡуллана ала.
Хеҙмәтебеҙҙең структураһы: Хеҙмәт инештән, ике бүлектән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора.
Инештә теманың актуаллеге күрһәтелә, маҡсат һәм бурыстар ҡуйыла, объектты өйрәнеү методтары билдәләнә, фәнни яңылыҡ булараҡ диплом эшенең әһәмиәте асыла.
I БҮЛЕК. БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫ ЙЫЛДАРЫНДА БАШҠОТ ПОЭЗИЯҺЫ
Һуғыш һәм әҙәбиәт. Әҙәбиәт, әҙип һәм һуғыш… Бөйөк Ватан һуғышы йылдары күп милләтле совет әҙәбиәте үҫешендә, ҡәләмде штыкка тиңләгән, ҡәләмдең, әҙип һүҙенең дошман йөрәгенә төбәлгән ҡоралға тиң йылдары булды. Тыуған илебеҙҙең намыҫын, азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап алып ҡалыу, кешелек донъяһын фашизм ҡоллоғонан ҡотҡарыу өсөн көрәшкә совет әҙиптәре лә үҙҙәренең ҙур өлөштәрен индерҙе.
Әйтергә кәрәк, Башҡорт яҙыусылары Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән алып илебеҙҙең азатлығы өсөн көрәшкә күтәрелде. Был ҡан ҡойошло һуғыштың тәүге айҙарында уҡ бер төркөм яҙыусылар һалдат сафтарына баҫты, күптәре фронт һыҙығында үҙ вазифаларын хәрби хәбәрселәр булараҡ башланы. «Ә тылда ҡалған яҙыусыларҙың бөтөн эшмәкәрлеге һәм ижады, һуғыш шарттарына бәйле рәүештә, хәрби шарттарға ҡулайлаштырылды. Әҙәбиәттең үҫеше берҙән-бер изге бурысты үтәүгә фашистик Германияны еңеп сығыу көрәшенә йүнәлтелде», − тип билдәләне ғалим, фольклорсы Рәшит [49:114].
Яҙыусыларҙың бик күптәре дошман менән үлемесле алышҡа үҙҙәре теләп китте, араларында офицерҙар, гвардеецтар һәм политруктар ҙа, хәрби журналистар етерлек ине. Уларҙың башҡарған вазифаларына күҙ йүгертһәң, ниндәй генә һөнәр эйәләре булмаған улар араһында: элемтәселәр, танкистар, кавалеристар, артиллеристар, пехотасылар...
Шағирҙарҙың күбеһе тиерлек, штык үсен ҡәләмгә күсереп, яу яландарында ла ижад ялҡындарын һүндермәй һәм Еңеү таңын яҡынайтыуға тос өлөштәрен индерә.
Эйе, Бөйөк Ватан һуғышында фашист илбаҫарҙарын Башҡортостандан йөҙгә яҡын яҙыусы һәм йәш әҙиптәр айбарланып дөмбәҫләне. Улар ҡулдарына ҡорал алып, ҡорал менән дә, ялҡынлы һүҙ менән дә фашизмға ҡаршы көрәштә алғы һыҙыҡта атланылар.
Әйтергә кәрәк, Хәниф Кәрим, Әкрәм Вәли, Ғайнан Әмири, Сәлих Кулибай, Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Тимер Арслан, Ғилемдар Рамазанов һәм башҡа бик күп яҙыусылар дүрт йыл буйы тиерлек фронтта дошманға ҡаршы аяуһыҙ көрәштә ҡатнаштылар. Ә Мостай Кәрим, Али Карнай, Әнүәр Бикчәнтәев кеүек әҙиптәр, фронт газеталарында эшләнеләр, хәрби кореспондент булдылар.
Рәхимһеҙ һуғыш тиҫтәләгән йәш ижади көстәрҙе алып китте. Мәҫәлән, С. Мифтахов, А. Карнай, М.Хәй, Н.Ҡәрип, Х.Ҡунаҡбай, М.Харис кеүек яҙыусылар һуғыш яланында батырҙарса һәләк булып ҡалдылар. Яу ҡырында ятып ҡалған, әле таланттары ла ныҡлап асылырға өлгөрмәгән йәштәр араһында Мазһар Абдуллин, Ғайса Йосопов, Бәҙрүш Моҡамай, Төхвәт Морат, Сыңғыҙ Ханов, Сабир Кинйәкәй кеүек өмөтлө ижади ҡәләмдәр байтаҡ ине.
Ауыр һуғыш шарттарында тылда эшләгән С.Ҡудаш, С.Агиш, Р.Ниғмәти, Б.Бикбай, Ғ.Ғүмәр кеүек өлкән яҙыусылар иһә тынғыһыҙ ижад менән бергә бик күп төрлө йәмәғәт эштәре алып барҙылар, дошманды еңеү өсөн бөтә көстәрен бирҙеләр.
Үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, гитлерсы фашистарға ҡаршы утлы нәфрәт еңеүгә ныҡлы ышаныс тәрбиәләүҙә, һалдаттарҙың ҡыйыулығын, батырлыҡ һәм тәүәкәллеген, һуғышсанлыҡ сифаттарын үҫтереүҙә әҙәбиәтебеҙҙең һәр жанры ифрат әһәмиәтле роль уйнаны тип әйтергә мөмкин. Мәҫәлән, «башҡорт атлылар дивизияһының яуҙа ятып ҡалған 18 яу батырының кеҫәһендә Ғ. Сәләмдең һуғыш алды көндәрендә Ҡазанда сыҡҡан «Һәйкәл» тигән китабы табылыу ғына ла күп нәмә тураһында һөйләй. Тимәк, шағир үҙе булмаһа ла, уның йөрәге аша үткән шиғырҙары яугирҙарҙы яңынан-яңы еңеүҙәргә дәртләндерҙе, ҡанат ҡуйҙы һәм саҡырыу ораны булды, тип әйтә алабыҙ», − тип яҙҙы күренекле ғалим М. Ғәйнуллин [33:111]. Эйе, башҡорт әҙәбиәтенең халыҡта юғары патриотик рух тәрбиәләү көсө айырыуса фронт йылдарының тәүге көндәренән үк асыҡ күренде. Айырыуса, башҡорт яҙыусыларының дошманға сикһеҙ нәфрәт белдереүсе шиғырҙар яҙып халыҡты яуға күтәрелергә, Тыуған илебеҙ бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғышта батырлыҡ күрһәтергә саҡырыуҙары бик әһәмиәтле булды.
Күреүебеҙсә, был осор әҙәбиәтендә ил азатлығы өсөн көрәш, совет халҡының патриотизмы, Тыуған илгә бирелгәнлек, батырлыҡ темалары, бөтә совет әҙәбиәтендәге кеүек, башҡорт һүҙ сәнғәтенең дә үҙәк темаһына әүерелде тип әйтергә була. Әҙиптәр ниндәй генә жанрҙа эшләмәһендәр, ниндәй генә образға мөрәжәғәт итмәһендәр, барыһы ла ошо темаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелде, барлыҡ әҫәрҙәре лә халыҡты изге көрәшкә туплау, дошманға нәфрәт тәрбиәләү, уны тиҙерәк тар-мар итергә саҡырыу маҡсаты ҡуйылды.
Баштараҡ, шағирҙар ижадында фашистарға ҡарата нәфрәт белдереү, көрәшкә туранан-тура с аҡырыу мотивтары алғы планда торһа, һуңыраҡ иһә лирик шиғырҙарҙа һәм поэмаларҙа совет һалдатының, тылдағы тырыш эшселәрҙең патриотик тойғолары, Тыуған илгә арналған хеҙмәттәре, яу батырлыҡтары тулыраҡ сағылдырыла башланы. Күреүебеҙсә, ҡыҫҡа ғына осор эсендә лә был патриотизм һәм көрәш темаһы үҙенсәлекле үҫеш һәм үҙгәрештәр кисерҙе.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, әҙиптәребеҙҙең яу ҡырында яҙған әҫәрҙәрен, ҡәҙерле ижади мираҫтарын уҡыусылар күңеленә еткереү маҡсатында, Башҡортостан китап нәшриәте 1985 йылда «Утлы йылдар ауазы» һәм «Батырҙар юлы» исемле ике йыйынтыҡ сығарҙы. Йыйынтыҡта әҙиптәргә биографик белешмә бирелгән һәм фронт шиғырҙары урын алған.
1.1. Яуҙа һәләк булған шағирҙар ижадына байҡау
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, бөтә ил халҡы менән бер сафта бик күп әҙиптәр үҙ теләктәре менән тыуған ил азатлығы өсөн көрәшкә күтәрелде. Китаптарҙан уҡып белеүебеҙсә, яу яланында улар штык менән дә ҡәләм менән дә фашистарға ҡаршы йән аямай батырҙарса көрәшәләр. Эйе, шиғри һүҙҙең кешеләр йөрәгенә тиҙерәк үтеп инеүе һәр кемгә мәғлүм. Шуға күрә әҙиптәр бер яҡтан үткер ҡәләмдәре менән яуҙаштарын дәртләндереп шиғырҙар, поэмалар ижад итеп, фронт гәзиттәрендә хәрби хәбәрсе булараҡ фәһемле очерктар яҙһалар, икенсе яҡлап ҡулдарына ҡорал алып дошман менән алғы һыҙыҡта тиңдәшһеҙ батырлыҡтар күрһәттеләр. Яу ҡорбанһыҙ булмай тигәндәй, ошо Рәсәй халҡы өсөн фажиғәле көндәрҙә бик күп әҙиптәребеҙ яу яландарында баштарын һалды һәм шуның менән бәйле әҙәбиәтебеҙ ҙур юғалтыуҙар кисерҙе.
Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы фактик материалдарға ҡарағанда, Рәсәй күләмендә ике йөҙләп әҙип ҡорбан булһа, шуларҙың егерменән ашыуы башҡорт яҙыусылары иҫәпләнә. Бына улар: Абдуллин Маҙһар (1921-1942), Али Карнай (1904-1943), Байков Солтан, Ғамир Дәүләтшин (1923-1944), Ғәли Әхмәти (1920-1941), Зиннәт Ҡотип (1918-1944), Зөфәр Мансуров (1909-1941), Йосопов Ғайса (1905-1941), Ҡәрип Низам (1905-1942), Ҡунаҡбаев Хөсәйен (1912-1943), Кинйәбай Сабир (1919-1945), Сәғит Мифтахов (1907-1942), Мөхәмәтйәров Хәй (1911-1942), Моҡамай Бәҙрүш (1909-1944), Мәлих Харис (1915-1944), Нур Исмәғилев (1919-1942), Төхвәт Морат (1906-1944), Фазыл Хәбир (1918-1941), Ханов Сыңғыҙ (1915-1941), Хәйретдин Мөжәй (1901-1944), Хөрмәт Хәйри (1920-1941), Шакиров Әхмәт (1920-1941), Баязит Дим, Төхфәт Морат (1906-1944) һ.б.
Тыуған ил азатлығы өсөн йәшләй генә ҡаһармандарса вафат булған был әҙиптәр окоп төптәрендә, өҫтәренән дошман самолеттары осоп, ҡурғаш пуляляр яуған мәлдә лә ижад иттеләр; шиғырҙарында фашизмға нәфрәт, ҡанлы көрәштәрҙә яуланасаҡ азатлыҡҡа инаныу, Ватанға мөхәббәт тойғоһонан тыш, совет һалдаттарының фронт яландарында күрһәткән тиңһеҙ батырлыҡтарын тасуирларға тырыштылар.
Батырлыҡ темаһына мөрәжәғәт иткән шағирҙарҙан иң тәү сиратта Бәҙрүш Моҡамайҙы атар инек. Уның ижады, Суфиян Сафуанов яҙыуынса, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында айырыуса активлаша [36:4]. Ошо ҡыҫҡа ғына йылдар арауығында ул совет яугирҙәренең хистәрен сағылдырған ике тиҫтәнән ашыу шиғыр, партизанка Зоя Космодемьянскаяның батырлығына арнап «Таня» исемле поэма ижад итә. Был ижад емештәре уның 1943 йылда донъя күргән «Урал егете» тигән йыйынтығында баҫылып сығалар.
Шағирҙың Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ижад иткән шиғырҙарына байҡау яһарҙан алда, тәү сиратта, әҙиптең Ватаны алдындағы ант биреүен тасуирлап яҙған, ошо уҡ исемдәге «Ант» әҫәренә туҡталып үтеү урынлы булыр. Әйтергә кәрәк, уның 1941 йылдың сентябрь айында ижад ителгән был әҫәре, үҙенең патриотик рухта ижад ителеүе менән күңелгә бик яҡын.
Ант итәм: үлһәм үлермен
Намыҫҡа кер тейҙермәм.
Илкәйемде бер саҡта ла
Дошман ҡулына бирмәм. («Ант») [36:4]
- тип ул шиғыр юлдары аша. Шулай уҡ, был шиғыр һуғыш осоронда, дошмандан илде һаҡларға йүнәлеүсе миллионлаған совет яугирҙәренең анты булараҡ та яңғыраш алған.
Шағирҙың аяуһыҙ фронт шарттарында ижад ителгән «Связист» шиғыры иһә, «сюжетлы булыуы, айырым бер геройҙың батырлығын тасуир итеүе менән ул әҙәби парса – зарисовка характерын» [36:65] алыуы менән иғтибарға лайыҡ тип уйлайбыҙ. Эйе, әҫәр ҡыҫҡа булыуына ҡарамаҫтан йөкмәткеле, унда автор тарафынан совет элемтәсеһенең яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы сағылыш таба.
Ә хәҙер шиғырға байҡау яһап алайыҡ. Әҫәрҙән күреүебеҙсә, һуғыштың иң ҡыҙған, яуаплы мәлендә элемтәсе егеткә өҙөлгән линияны юлға һалырға приказ бирелә. Әлбиттә, ҡурҡыу белмәҫ совет һалдаты үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, дошман ҡамауына сымды ялғарға китә. Ул үҙ антына тоғро ҡала. Өҫтән пуля яуып тороуға ҡарамаҫтан, яуаплы бурысты үтәү юлынан сигенмәй: һәләк булған сағында ла элемтә сыбығының өҙөлгән остарын ауыҙына ҡабып ҡаһарманлыҡ күрһәтә.
Өҙөк кабелдең тиҙ генә
Ике осон да
Тешләне лә винтовкаһын
Алды ҡулына.
Һуғышты егет, үҙ посын
Ташлап китмәне.
Связь уның ауыҙы аша
Яҡшы эшләне. ( «Связист» ) [36:304]
Эйе, фашист пуляһы элемтәсенең ғүмерен өҙһә лә, батырҙың ауыҙында ҡалған элемтә сымы ярҙамында бәйләнеш дауам ителә. Шулай итеп, автор әҫәрендә егеттең иле алдындағы бурысын үтәүен, ҡаһарманлығы менән үлемһеҙлеккә юл алыуы тураһында һөйләп совет һалдатының батырлығына дан йырлай. Был ҡаһарманлыҡ түбәндәге юлдарында айырыуса сағылыш таба:
Ул үлде связь кабеле
Ауыҙында килеш.
Үлек ирендәре аша
Үтте йәнле һүҙ
(«Связист») [36:304]
Бының менән шағир, һуғышсының үлем алдында ҡурҡып ҡалмауын, үҙенең үлеме менән тейешле приказды башҡарып, артабан яуҙаштарына тыуған ер, Ватан өсөн көрәшергә мөмкинселек биреүен тасуирлап бирә.
«Һүҙһеҙ аңланы» шиғырына туҡталайыҡ: ҡаты һуғыш барған мәлдә яраланған, үлем хәлендәге лейтенанттың сержантҡа ҡул менән ымлап яуға күтәрелергә ишара яһауы үҙе бер батырлыҡ өлгөһө. Үлем хәлендә лә яугирҙың изге Ватаны, азатлыҡ тураһында уйлай алыуы һоҡландыра.
Бәҙрүш Моҡамайҙың «Дошман еңелде», «Дөмөк һин әйҙә», «Урал егете», «Ун алты батыр», «Исеме билдәһеҙ герой», «Иҙел егете» кеүек героик темаға яҙылған шиғырҙарында ла совет һуғышсыларының ҡаһарманлығы, фиҙәҡәрлеге яҡтыртыла. Шулай уҡ, уның фронт шарттарында ижад ителгән, данлы Зоя Космодемьянскаяға бағышланған, «Таня» исемле поэмаһын ғына алғанда ла уның патриотизм менән һуғарылғанлығы күҙгә ташлана. Әҙип, Таняның батырлығын бына нисек сағылдыра:
Ул килә, уның билендә
Бензинлы бутылкалар.
Килә, хәрби складҡа
Ҡабыҙырға тип пожар.
…кеҫәһенән шырпы ала
Ут төртөргә бензинға.
Ул һыҙыр бына шырпыһын
Складты ут алыр…
( «Таня» ) [36:24]
Шағир был поэмаһында партизанка Таняның фашистар складын яндырырға ниәтләп барыуын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы уяу часовой ҡулына эләгеп пленға алыныуын, ә артабан был батыр ҡыҙҙың фашистар ҡулынан язалап үлтерелеүен ентекләп тасуир итә. Шағир, Таняның Тыуған иле, яуҙаштары алдында биргән антына тоғро ҡалыуын, партизандар отряды хаҡында серҙе сисмәүен тасуирлап, батыр комсомолканың үлемһеҙ подвигына дан йырланы. Беҙҙеңсә, ошо йәш кенә ҡыҙҙың немецтар тарафынан язаланыу тарихы совет һалдаттарын тәү сиратта тетрәндерһә, ә инде комсомолканың түҙемлеге, батырлығы совет һалдаттарын ҡыйыуыраҡ булырға, фашистарҙан үс алырға өндәп яңы яуҙарға күрәрелер өсөн маяҡ ролен дә үтәгән үҙ заманында.
Байҡау яһалған әҫәрҙәрҙән күреүебеҙсә, Бәҙрүш Моҡамайҙың бындай патриотик темаға мөрәжәғәт итеүе осраҡлы түгел. Сөнки, үлемесле һуғыш барған шарттарҙа ла кешеләрҙең Ватан, Тыуған ер һәм тыныс тормош өсөн йән аямай һуғышыуҙарын шағир үткер ҡәләм ярҙамында уҡыусыларға еткерергә, азатлыҡтың ниндәй юлдар аша яуланыуын күрһәтергә ынтыла һәм ул быға ирешә ала тип уйлайбыҙ.
«Связист» шиғырындағы үлгәндә лә тәне аша йәнле һүҙ үткәргән батыр егет, «Һүҙһеҙ аңланы»ла үлгән ваҡытта үҙ үлеме менән һуғышсыларҙы атакаға күтәргән лейтенант, «Таня» поэмаһында язалауҙарға дусар булып та партизандар хаҡында сер сисмәгән йәш рус ҡыҙы Таня кеүек образдары аша автор батырлыҡ темаһын тулы итеп кәүҙәләнелдереүгә иреште.
«Урал егете» исемле әҫәре тураһында ла әйтеп үтеү урынлы булыр. Шиғырҙың башында беҙ ҡыҙҙарҙың Урал башҡортон яуға наказ биреп, «һуғыштарҙа данға күмел, Салауат батыр кеүек» тип оҙатыу күренешенә юлыҡһаҡ, артабан егет засадала ятҡанда бер дошмандың да үтә алмауын, мушкаға алынған фашистың иҫән ҡалмауын, егеттең үҙен «Ватан өсөн, бәхет өсөн» ҡыҙғанмауын һәм ошолар менән ҡыҙҙарҙың наказын үтәп батырлыҡ өсөн күкрәгенә Ленин ордены ҡаҙауын күрәбеҙ; өлкән лейтенанттың егет батырлығын маҡтап Уралға яҙған рәхмәт хатын шағир үҙенсәлекле итеп һүрәтләп бирә.
Ул засадала ятҡанда
Дошман үтә алманы.
Мушкаға алһа бандитты
Ул үлтермәй ҡалманы. («Урал егете») [36:26]
Шағирҙың “Таня” исемле поэмаһы һәм яу яланында яҙған күп кенә шиғырҙары «Урал егете» исемле йыйынтығында 1943 йылда донъя күрҙе. Үрҙә әйтеп үтеүебеҙсә, әҙип был китабына ингән әҫәрҙәрендә аяуһыҙ һуғыш ваҡиғаларын, һалдаттың Тыуған илгә мөхәббәтен, дошманға асы нәфрәте менән тулы уй-хыялдарын, һалдат батырлығын реаль картиналарҙа тасуирлап биреүгә өлгәште.
Фронтта батырҙарса һәләк булған таланлы шағир Мәлих Харис улы Харисовтың һуғыш осоро лирикаһына килгәндә, уның да фронт поэзияһында Тыуған ил өсөн барған алышта гел үҙ посында ҡалыусы батыр һалдат образы үҙәккә ҡуйыла. Миҫалға «Батыр тураһында баллада», «Ватан ҡыҙы», «Хат», «Партизан анты», «Онотмаһын мине Тыуған ил» кеүек поэтик әҫәрҙәрен алайыҡ. Был әҫәрҙәрҙә Тыуған иле өсөн ғүмерен биргән батырҙарҙың үлемһеҙлеге данлана.
Мәҫәлән, «Батыр тураһында баллада» әҫәрендә шағир героик темаға мөрәжәғәт итеп, немец илбаҫарҙарына ҡаршы барған һуғышта ҡаһарманлыҡ күрһәткән һәм үҙе лә үлемесле яраланған батыр совет һалдаты образын тасуир итә.
Ул йығылды…
Дошмандарға утлы асыу менән
Янды уның тынмаҫ йөрәге. [36:467]
Был юлдарҙан күренеүенсә, ҡаты яраланып йығылһа ла батыр йөрәге һаман дошмандарына нәфрәт менән тибә. Ҡул һуғышы мәлендә уның хәнйәре йыртҡыс-дошман күкрәгендә һынып тороп ҡала.
Батырға дан:
йыртҡыс күкрәгендә
һынды уның ҡорос хәнйәре! [23:468]
Автор яу яланында алышҡан ҡаһармандың яраланыуын, ләкин шул килеш тә дошмандарына ҡаршы хәнйәр менән генә булһа ла ҡаршы тороп үҙ биләмәһен бирмәүен, яуыздарҙы ҡырып үҙе лә ҡанһырап йығылыуын күрһәтә. Ул ҡырған дошман мәйеттәренең иҫәбен киләһе юлдар билдәләй:
…Ул үҙе лә шулай көслө ине,
Ҡайнар көрәш уның аңында,
Һәм ҡәһәрле дошман мәйеттәре
өйөлөп ята тирә-яғында. [23:468]
Был юлдар беҙгә йәш егеттең ни тиклем көслө, таҫыл булыуы хаҡында бәйән итә.
Эйе, совет һалдаттары фронтта һәр метр ер өсөн алыша. Тыуған ергә булған мөхәббәт, ата-бабаларының аманатына тоғролоҡ уларҙы шулай үлемесле алыштарға, үҙ Ватанын ҡурсаларға этәрә.
Ә йыраҡта изге тупрағына
ҡолдар йәше тамды һаман да,
сал ҡарт бары рус булғаны өсөн
һуңғы һулыш алды тағанда.
Шағир был юлдар аша быуаттар төпкөлөнә, тарихҡа әйләнеп ҡайта, рус еренең нисек яуланыуын, ҡоллоҡ бығауын кеймәҫ өсөн борондан тыуған тупраҡ, Тыуған ил өсөн барған һуғыштарға баҫым яһай. Артабан совет яугирҙәренең ошо аманатҡа тоғро ҡалып, үҙ бурыстарын һуңғы тамсы ҡандары ҡалғансы үтәүҙәре тасуири ителә.
Йәш һуғышсы, йыйып барлыҡ көсөн,
Тағы асты талған керпеген.
Хәтерләтте уның күҙ ҡарашы
Үткер күҙле тауҙар бөркөтөн…
Баҫты ергә мәғрур имән кеүек,
әкиәттәге титан шикелле,
һәм атланы алға,
ул бәхетле:
ул буйһонмаҫ, - Рус ерендә…
(«Батыр тураһында баллада») [36:468]
Шулай итеп, шағир бөркөт ҡарашлы яугирҙың, үлем менән күҙгә-күҙ килгән мәлендә лә, иптәштәренең дошманды ҡыуып алға киткәнлегенә, Тыуған ерен фашистарҙан азат ителәсәгенә шатланып, өҙәлгән ҡулынан, яраланған күкрәгенән тамған ҡанына ҡарамаҫтан мәғрур имәндәй тороп баҫып һаман алға барыуын һүрәтләй, совет һалдаттарының һынмаҫ рухлы, баш эймәҫ ғорур халыҡ булыуҙарына ишара яһай.
Авторҙың «Хат» шиғыры яугирҙың үҙ әсәһенә исемләп яҙылған хат формаһында. Шулай ҙа был хатты барлыҡ совет яугирҙәре исеменән ғәзиз әсәләргә төбәп яҙылған тип ҡабул итергә була. Сөнки әҙиптәр күп осраҡта барлыҡ яугирҙәрҙе йәки әсәләрҙе төп образ ярҙамында дөйөмләштереп күрһәтәтеүҙе өҫтөн күрәләр. Мәҫәлән, «Батыр тураһында баллада» әҫәрендә автор барлыҡ һуғышсылар образын бер батыр образы аша күрһәтеүгә өлгәшә. Бында яуҙаштарҙы уртаҡ сифаттар, уртаҡ маҡсаттар, бурыстар берләштерә.
Мәлих Харис үҙенең «Хат» шиғырында һалдат батырлығының үлемһеҙлегенә ишара яһай. Яугирҙың әсәһенә яҙған хатында Тыуған Ватан, ҡәҙерле халҡы һәм әсәһе өсөн яуға инеүен дәлилләп: «иртә таңдан һуғыш барҙы һинең өсөн дә» тип күрһәтелә. Шулай уҡ, шағир әсәһен йыуатып ҡуйырға ла онотмай.
Мин йығылһам әгәр, йәш түкмә һин,
Ә тын ғына шулай хәтерлә:
«Ул Ватанын һөйҙө, ут эсендә
Уның данын, намыҫын яҡланы,
Ул йығылды, ләкин башҡаларға
Ғүмер бирҙе. Юҡҡа ауманы».
(«Хат») [23:403]
«Онотмаһын мине лә Тыуған ил» шиғыры ла үҙенең йөкмәткеһе менән бик бай әҫәр. Кескәй генә шиғырҙа батырлыҡ ҡылып һәләк булған йәш егет тураһында һүҙ бара. Бала әсәһен ҡосҡан кеүек яу ҡырында ерҙе ҡосаҡлап ауған Урал буйынан килгән был батырҙың үлемен күреп:
Әй, ғүмерҙең һуңғы сәғәте,
Һин миңә лә шулай күкрәп кил.
Батырҙарын иҫкә алғанда
Онотмаһын мине лә Тыуған ил, –
(«Онотмаһын мине лә Тыуған ил») [23:388]
ти ул. М. Харистың үҙ ғүмере лә яу ҡырында, әлеге Урал буйы егетенекеләй, иртә өҙөлөп ҡала һәм үҙе лә Тыуған ил батырҙарын иҫкә алғанда онотолмаҫ батырға, үлмәҫ йырға әйләнә.
Шағирҙың һуғыштың иң ҡыҙыу мәлдәрендә, ут эсендә яҙылған «Онотмаһын мине Тыуған ил» (1943) шиғыры яуҙарҙа ятып ҡалған меңәрләгән яҡташтарыбыҙҙың һөйөклө тыуған халҡы, тыуған-үҫкән ерҙәре менән мәңгелеккә хушлашыу йырына әйләнде.
Миҙхәт Ғәйнуллин билдәләүенсә, «үҙенсәлекле шағир М.Харистың фронт шарттарында яҙылған лирикаһында батырлыҡ һәм ҡаһарман һалдат образы төп урында тора. «Батыр тураһында баллада», «Онотмаһын мине Тыуған ил!», «Хат» һәм башҡа әҫәрҙәрендә шағир ата йорто, Тыуған иле, халҡы өсөн ғүмерен биргән батырҙарҙың үлемһеҙлегенә дан йырлай» [33:11].
Яу ҡорбандары араһында әҙәбиәткә ғашиҡ шағир һәм фольклорсы Төхфәт Мораттың поэтик ижады ла иғтибарға лайыҡ. Һуғыш йылдарында уның шағирлыҡ таланты дошманға булған нәфрәттән яңы поэтик көс менән тоҡанып китә тип әйтергә була.
Мәҫәлән, уның «Рәхмәт, һеңлем» исемле шиғырына ҡылыҡһырлама биргәндә, тәү сиратта, әҫәрҙең шәфҡәт туташына арналыуы иғтибарҙы үҙенә тарта. Эйе, шағирҙың был әҫәре, ауыр яралыларҙы миналар, бомбалар шартлауы аҫтында үлемдән аралап йөрөгән был фәрештәрҙәй заттарға - санитаркаларға, уларҙың батырлыҡтарына арнала.
Үлем ҡурҡты һинең батырлыҡтан,
Ҡанаттарын ҡайырып сигенде.
Әйтсе, һеңлем,
ошо кескәй ҡулдар
Һаҡлап ҡалды күпме ғүмерҙе?! («Рәхмәт, һеңлем») [36:81]
Ошо юлдар, иҫән ҡалып, аяғына баҫҡан шағирҙың ғына түгел, ә барлыҡ яралы яугирҙәрҙең дә санитаркаларға рәхмәт ауазы булып яңғырай.
Шағирҙың «Ата һүҙе» поэмаһында етмеш йәшлек ҡаһарман ҡарттың өс һуғышта булыуы, һаҡһыҙлыҡ арҡаһында алған яраһы хаҡында әрнеп һөйләүенә юлығабыҙ.
«Өс һуғышта булдым,
тик күрһәттем аҙаҡ һаҡһыҙлыҡ,
Юҡ, күрһәттем буғай һәләтһеҙлек,
Дошманымдан шулай аттырҙым.
..Дошман уғы ике аяғыма
Берсә һалды ике яраны».
Ҡаһарман ҡарт яугир үҙенең һуғышта батырланып китеүе сәбәпле, һаҡланыу сараһы күрмәүенә нисәмә йыл уҙғас та үкенеүен йәшермәй:
«Батыр еңер булыр
Яра алмайынса үҙенә» [36:77]
Тыуған илде дошман баҫып алғас, яугир ҡарт уландарын саҡырып васыят әйтә:
…бөгөн Ватан һеҙҙе
Дошманына яуға саҡыра.
Ил өҫтөнә баҫып яу килгәндә,
Ятып түҙмәҫ булыр батырҙар,
Быны ҡуша һеҙгә
Ата, әсә балалар һәм ҡыҙҙар, ҡатындар.
Быны ҡуша һеҙгә ере, һыуы, тау, урманы,
данлы илеңдең.
( «Ата һүҙе»)[36:79]
Поэманан күреүебеҙсә, боронғо ата-бабаларыбыҙ ил төшөнсәһен ер-һыу менән бәйләп аңлатҡан. Сөнки ил ағымы – һыу ағымы менән бер. Ә ер – ошо ағымдарҙың күкрәге. Белеүебеҙсә, Ватан ата-әсә йортонан башлана. Ауылың, шишмәң, урман-тауың, йылға-күлдәрең – бөтәһе лә ғәзиз. Ватан – атаң… Ватан – әсәң… Шуға күрә лә, поэмала васыят һүҙҙәре әйткән ҡарт яугирҙың һүҙҙәрен беҙ Ватан саҡырыуы булараҡ та ҡабул итәбеҙ.
Дошманыңды аямаған кеүек,
Һаҡланырға кәрәк үҙең дә.
Батырлыҡ ул –
Яуҙа үлеп түгел,
Үҙең тере ҡалып еңеүҙә.
(«Ата һүҙе»)[36:80]
- тип иҫкәртергә лә онотмай улдарын ҡарт яугир.
Төхфәт Мораттың, киләһе «Әсә һүҙе» исемле шиғыры ла әсәнең наказ биреүе менән «Ата һүҙе» поэмаһына ауаздаш тип әйтер инек.
Улым! Әсәң ҙур ышаныс менән
Ил һаҡларға һине ебәрә,
Һин тейешһең уның теләктәрен
Һис бер тайпылышһыҙ үтәргә.
Ошондай васыят бирә әсә фронтҡа китәсәк улына.
Туҡма дошманыңды аямайса.
Бул дошманға ҡаты бәғерле,
…ҡайҙа ғына һине ҡуйһалар ҙа
Ышанысын аҡла илеңдең.
Аҡла, улым, әсәң ышанысын,
Ышанысын олатайыңдың,
..Батыр һаҡла һәр ус тупрағыңды
Һулыш, һауа, һыуын Ватандың!
( «Әсә һүҙе») [36:73]
Был шиғыр «Әсә һүҙҙәре» тип аталһа ла унда Ватан-әсә саҡырыуына тартым алымдар бар. Шағирҙың дөйөмләштерелгән яугир-ул образына мөрәжәғәт итеүен, Ватан-әсәнең уландарына шанлы һәм данлы яуға күтәрелергә саҡырыуы тип ҡабул итергә мөмкин. Шуға күрә лә әҫәрҙең Тыуған ил, Ватан наказы тип аталырға хаҡы бар тип уйлайбыҙ.
Һығымта. Диплом эшебеҙҙең был бүлегендә, яуҙа һәләк булған шағирҙар ижадына байҡау яһап яһаныҡ. Тикшереүебеҙҙе йомғаҡлап шуны әйтер инек: яу яландарында мәңгелек йоҡоға талған әҙиптәребеҙҙең сағыу поэтик деталдәргә бай ижадтары йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнар тип ышанабыҙ. Сөнки, бөгөнгө көндә башҡорт әҙәбиәтендә яу яландарында һәләк булған шағирҙар ижады бик аҙ өйрәнелгән.
1.2. Яуҙан әйләнеп ҡайтҡан шағирҙар поэзияһы
Бөйөк Ватан һуғышының тәүге айҙарынан уҡ башҡорт шағирҙары үҙ әҫәрҙәрендә фронт һыҙығында ҡаһармандарса алышҡан һалдат батырлығын сағылдырыуға бик ҙур әһәмиәт бирҙеләр. Ошо дүрт йылға һуҙылған ауыр һуғыш осоронда шағирҙар үҙәктә батыр һалдат образы торған шиғырҙар, поэмалар һәм балладалар ижад иттеләр. Шуларҙың «Герой тураһында поэма», «Үлтер, улым, фашисты!», «Һинең кәләшеңдең хаттары» (Рәшит Ниғмәти), «Декабрь йыры», «Үлмәҫбай» (М. Кәрим), «Ленин һәм һалдат» (С. Ҡудаш) кеүектәре башҡорт героик поэзияһының алтын фондына ингән аҫыл әҫәрҙәр булып танылды.
Артабан ғилми хеҙмәтебеҙҙә яуҙан әйләнеп ҡайтҡан шағирҙарҙың әҫәрҙәренә байҡау яһап, уларҙа сағылыш тапҡан һалдат батырлығы темаһына ентекле туҡталып үтәйек.
Кемдәр һуң был ҡот осҡос һуғыш афәтен үҙ баштарында татыған әҙиптәр? Бына улар: Мостай Кәрим, Дауыт Юлтый, Назар Нәжми, Яҡуп Ҡолмай, Хәким Ғиләжев, Муса Ғәли, Ғилемдар Рамазанов, Сәлих Кулибай, Шәриф Биҡҡол, Тимер Арслан, Фәйзи Бикбов, Ғабдулла Байбурин, Батыр Вәлид, Хәниф Кәрим һ.б.
Тәүге һүҙҙе Башҡортостан халыҡ шағиры, Ленин һәм СССР Дәүләт, М.А. Шолохов исемендәге халыҡ-ара, РСФСР-ҙың К.С. Станиславский, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев, С.Т. Аксаков исемендәге премиялары лауреаты Мостай Кәримдән башлайыҡ. Шағирҙың окоптарҙа яҙылған, дары еҫе аңҡыған шиғырҙарының һәм поэмаларының бер нисәһенә туҡталайыҡ.
Мостай Кәримдең был дәһшәтле йылдарҙа яҙылған шиғырҙарында, күп осраҡта, совет яугирҙәренең яу ҡырындағы батырлығы сағыла. Рәсәй һалдаттарының батырлығын үҙ күҙҙәре менән күргән яугир-шағирҙың яраланып госпиталгә ингәс яҙған шиғырҙарына күҙ һалһаҡ, унда әҙиптең тәү сиратта кеше ғүмере һағында тороусы ер фәрештәләренә, йәғни аҡ халатлы санитаркаларға арнап яҙылған әҫәрҙәренә юлығабыҙ. Бына улар: «Бәхет йондоҙҙары», «Ул ҡыҙ мине ташлап китмәне…», «Иҙел ҡыҙы». Был әҫәрҙәр, ут эсендә үлемде ҡыуып, йәшәүгә өмөт уятҡан, яу яланынан яралыларҙы табып, уларҙы әжәл ҡулынан тартып алыусы аҡ халатлы фәрештәләргә, йәғни Рәсәйҙең батыр санитаркаларына арнала.
Батырҙың ғүмере өсөн
Уттар эсенә керә,
Иҙел ҡыҙы, илем ҡыҙы
Санитарка Нәзирә.
«Төрөпкә» (1942) шиғырында ете атаканы елеп үтеп ете яуҙы еңеп һау ҡайтҡан, халыҡ ышанысын аҡлап ут уйнатҡан ҡаһарман егет һүрәтләнә, ләкин кинәт кенә әҫәр аҙағында ошо батыр егеттең иң ҙур үкенесе бар икәне асыҡлана. Был үкенеүҙең сәбәбе, Ирәндек ҡыҙы Нәфисәнең бүләген (төрөпкәне) юғалтыу булып сыға.
Ете атакала елеп сыҡтым,
Ете яуҙа еңеп, һау ҡайттым,
Ышанысың һаҡлап ут уйнаттым,
Ә төрөпкәңде, һылыуым, … юғалттым.,
(«Төрөпкә») [8:34]
Әҙиптең һуғыш осоро ижадына килгәндә, автор Рәсәй яугирҙәрҙең батырлығына, тапҡырлығына, йор һүҙлелегенә һоҡланыуын йәшермәй, һалдаттарҙың күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәүҙәренә ихтирам менән ҡарай һәм был хаҡта күп кенә әҫәрҙәр ижад иткән. Был әҫәрҙәр рәтенә «Үлмәҫбай» поэмаһы ла инә. Поэманан күреүебеҙсә, шағир батыр ҙа, йор һүҙле лә, көр күңелле лә совет һалдаттарының батырлыҡтарын сағылдырырға ынтыла. Поэманың төп геройына килгәндә, Мостай Кәрим уның менән таныштырыуҙы бик ябай ғына итеп башҡара:
Урал батыр тоҡомонан –
Үлмәҫбай атлы егет
Совет Ватанында үҫкән
Большевик затлы егет.
(«Үлмәҫбай») [8:324]
Автор әҫәрендә, был үҙенсәлекле образды һүрәтләгәндә Үлмәҫбайҙың фронтта күрһәткән батырлыҡтары менән маҡтанырға яратмауын телгә ала. Сөнки, ул үҙенең батырлыҡтарын, барлыҡ һалдаттар ҙа башҡара ала торған ғәҙәти эш тип ҡарай. Шуғалыр ҙа үҙенең айырылмаҫ яу юлдашы, ҡурҡыу белмәҫ батыр егет Теребай менән эшләгән өс батырлығын ул өс мәрәкә хәл итеп һөйләй. Поэманан күреүебеҙсә, Үлмәҫбай – шат күңелле, тәүәккәл, хәйләкәр яугир. Шуның өсөн ул дошманды батырлыҡ менән генә түгел, тәүәкәллек һәм хәйлә менән дә ҡулға төшөргән ваҡиғаларҙы «мәрәкә һунар» итеп кенә ҡарай.
Тәүге һунарында Үлмәҫбай немец офицерын тоҙаҡҡа эләктереп «тел» алып ҡайта. Был ваҡиға ла еңел генә эш кеүек һүрәтләнә: йәнәһе Үлмәҫбай «начальник менән постарҙы тикшергән» ҡиәфәттә дошман тылын үтеп китә һәм заданиены уңышлы башҡарып сыға. Автор, Үлмәҫбайҙың немец офицерын пленға алғанын түбәндәге юлдарҙа сағылдыра:
…Хәҙер үҙеңде
Ҡунаҡҡа алып китәм,
Аҙаҡтан маҡтап йөрөрһөң:
«Башҡорт ҡунаҡсыл икән…»
Йәнәшә сығып китәбеҙ,
Бик эре сирттерәбеҙ:
Йәнәһе, начальник менән
Постарҙы тикшерәбеҙ. [8:333]
Икенсе ваҡиға Үлмәҫбай дуҫы Теребай менән бергә немец туйы табынын «күккә күтәреүҙе» һөйләй:
Эскә инеп, шат табынды
Ҡуҙғатырға «ҡыйманыҡ»,
Туй бүләге менән өйҙөң
Дүрт мөйөшөн һыйланыҡ.
(«Үлмәҫбай») [8:332]
Өсөнсө тапҡыр һунарға барғандарында улар «өс дошман имгәген» шыр яланғас көйө ҡулға төшөрәләр. Эйе, батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ, ябайлыҡ һәм сабырлыҡ, көр күңеллелек һәм таҫыллылыҡ – Үлмәҫбай образында сағылған күркәм әхлаҡи сифаттар.
Үҙенсәлекле тел, юмор аша шағир, батыр һуғышсы Үлмәҫбай миҫалында башҡорт халҡындағы ыңғай сифаттарҙы – үҙен-үҙе аямаҫ батырлыҡты, шәфҡәтлелекте оҫталарса сағылдырыуға өлгәшкән.
Үлмәҫбай – геройҙың исеме үк символик мәғәнәгә эйә, ул халыҡ батырҙарының үлемһеҙлеген раҫлай. Уның фронтташ дуҫы Теребай – үлемһеҙлек, мәңге тереклек атамаһы.
Киләһе «Декабрь йыры» (1942) поэмаһында шағир советтар власы осоронда тәрбиәләнеп үҫкән йәш быуынды Тимербаев Юлдаш образы аша һүрәтләй.
Бөйөк Ватан һуғышы башлағас Юлдаш, үҙ быуындаштары менән бергә иң алғы сафҡа баҫа. Ҡаһарман халыҡтың бер вәкиле итеп бирелгән һалдат образы булараҡ Тимербаев Юлдаш конкрет бер шәхес кенә түгел, уның йөҙөндә тулы бер быуындың дөйөм һыны һәм яҙмышы сағылыш алған.
Еңергә тыуҙым, һәм шулай
Үҫтерҙе илем.
Юлдашҡа юлдаш була алмаҫ
Данлыҡһыҙ үлем, - («Декабрь йыры»)
тип, Юлдаш һуғыштың иң ауыр шарттарында ла дошманды барыбер еңеүгә ышаныс менән йәшәй. Йәш быуындың фронт һыҙығында алғы сафта булыуы һәм баҫҡынсыларҙы кире ҡағасағына шик юҡ. Әлбиттә, «еңеү тыуын яулап алыуҙың еңелдән булмаҫын» Юлдаш та яҡшы аңлай, шуға күрә лә ул, барлыҡ ғәйрәтен, көсөн һәм үсен туплап, немец илбаҫарҙарына ҡаршы яуға ташлана.
Юлдаш образы, әҫәрҙән күреүебеҙсә, эпиклаштырылған. Үҙ быуыны исеменән һөйләүсе Юлдаштың әкиәт батырҙарына тиң ғәйрәте һәм рухи матурлығы әҫәрҙә беренсе планға ҡуйыла. Ләкин ул әкиәт батыры түгел, ә реаль тормош батыры икәне һәр кемгә мәғлүм.
Шулай итеп, Мостай Кәрим үҙ поэмаһындағы Юлдаш образы аша Совет власы йылдарында тыуып-үҫкән, характеры формалашҡан һәм яу яландарында иң гүзәл сифаттары ялҡындай ҡабынып киткән яңы быуындың бер уҙаманын кәүҙәләндергән.
Башҡорт халыҡ шағиры Ҡадир Даяндың ижады Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында айырыуса активлаша төшә.
Шағирға билдәлелек йыр поэзияһы аша килә. Уның йыр өлкәһендәге ижады ла жанрҙар төрлөлөгө, темалар байлығы менән айырылып тора. Бында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ижад ителеп, яугир ҡаһарманлығын, халҡыбыҙҙың еңелмәҫ рухын сағылдырған «Гөлсирәнең һөйгәне», «Шайморатов генерал» йырҙарын атап үтергә мөмкин.
Мәҫәлән, Ҡадир Даян «Гөлсирәнең һөйгәне» (1941) исемле шиғырында (йырында) ҡыҙҙың һөйгән егетенә түбәндәгесә поэтик ҡылыҡһырлама бирә.
Ыласындай осҡан саҡта,
Ҡылыстары ялтырай,
Батыр егеттең килгәнен
Дошман күреп ҡалтырай.
…Аты кеүек ярһый егет,
Ҡыра дошман яуҙарын.
(«Гөлсирәнең һөйгәне») [38:242]
Халыҡ йырында йырланғанса, «ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була, ир ҡанаты ат була», тигәндәй әҙиптең был шиғырында батыр егет һәм ат образдары сағылыш алған. Әҫәрҙә кәүҙәләнеш алған батыр яугир егет, ярһыу атында ыласындай осоп дошмандарын ҡылыс менән турай. Ошонан сығып, әҙип шиғырын халыҡ эпосына хас сифаттар менән тулыландырған тип әйтергә мөмкин. Ярһыу аҡбуҙ атлы батыр егетте Бөйөк Ватан һуғышында ҙур ҡаһарманлыҡтар күрһәткән башҡорт атлы дивизияһының ҡаһарман һыбайлыларының береһе тип тә иҫәпләргә була. Әйтергә кәрәк, Ҡадир Даяндың һуғыш осоро поэзияһынан күренеүенсә, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында автор күп кенә шиғырҙарында һыбайлы яугирҙәрҙе сағылдыра. Сөнки ул үҙе башҡорт кавалерия дивизияһы сафында Берлинғаса данлы юл үтә.
«Ҡадир Даян, һуғыш йылдарында, башҡорт яугирҙарына арнап, бик күп патриотик йырҙар һәм шиғырҙар ижад итә… Шағирҙың композитор Заһир Исмәғилев менән берлектә ижад иткән «Шайморатов генерал» исемле мәшһүр йыры Башҡорт кавалерия дивизияһына ысын поэтик һәйкәлгә әйләнә», - тип яҙа ғалим Р.Шәкүр [49:119].
Шайморатовтың яу яланында күрһәткән батырлығын тасуирлаған был әҫәр башҡорт халҡының иң яратҡан патриотик йырҙарының береһенә әйләнә.
Совет иле өсөн яуҙа
Кисте һыуҙы, уттарҙы;
Дошмандарға ябырылғанда,
Утлы дауыл ҡуптарҙы.
(«Шайморатов генерал») [38:282]
Һуғыш йылдарында яҙылған, фашистарға нәфрәт һәм Тыуған ергә һөйөү менән һуғарылған «Тыуған ил», «Гөлъямалдың хаты», «Батыр булһын егетең», «Ватан өсөн», «Украина еренә», «Совет һалдаты» кеүек шиғырҙары һалдаттарға ла, тыл хеҙмәткәрҙәренә лә рух өҫтәп, яуға күтәрелеү, немец илбаҫарҙарын нығыраҡ туҡмарға дәрт бирә. «Гөлъямалдың хаты» әҫәрендә «батыр бул һин, мине яратһаң; иң бәхетле кеше булыр инем, дошман яуын емереп ҡайтһаң», «яуҙа шөһрәт алған егет менән ғүмер итеү үҙе ни тора», «булма ҡурҡаҡ бул баһадир егет, ҡурҡаҡ – ярты үлек», «тыуған илһеҙ, бәхет һәм ирекһеҙ юҡ донъяла иркен мөхәббәт» һымаҡ һүҙҙәрендә әҫәрҙең идея-тематик мәғәнәһе тулы сағыла.
«Александар Матросов» шиғырында Ҡадир Даян Матросовтың батырлығын тасуирлап, уның данлы ғүмерен күрһәтеүгә өлгәшә, батырлығына дан йырлай.
Ярһыу нәфрәт менән йәш Матросов
Ҡаршы барҙы утлы үлемгә,
Тартты уны бөйөк батырлыҡҡа
Мөхәббәте тыуған киң илгә.
(«Александар Матросов») [38:243]
Тыуған илгә мөхәббәт яу ҡырында бик күп һуғышсыларҙы Матросов батырлығын ҡабатларға этәрә.
Ҡадир Даян, совет һалдатының – һыбайлымы, танкисты, летчикмы – кем булыуына ҡарамаҫтан батырлыҡ, фиҙаҡәрлек, сабырлыҡ кеүек гүзәл сифаттарын күреп һоҡлана һәм шуларҙы бер бөтөн итеп лирик геройында сағылдырырға тырыша.
М.Тажиҙың Ватан һуғышы йылдарында яҙылған әҫәрҙәре араһынан «Урал егете» поэмаһы (1941) айырыуса иғтибарға лайыҡлы. Был поэмала автор Сураман образы аша яҡташыбыҙ Александр Матросовҡа ҡәҙәр үк үҙ күкрәге менән дошмандың амбразураһын ҡаплап, ротаның һөжүменә юл асҡан яугирҙы һүрәтләй. Уның тиңдәшһеҙ батырлығын һүрәтләгәндә әҙип башҡорт ир-егеттәренең йәнен-тәнен аямаҫ айбарлыҡтарын асырға тырыша [19:56].
Хәким Ғиләжевтең дә шиғриәте ҡаһарманлыҡ һәм Ватанға тоғролоҡ нурҙарынан туҡылған. Мәҫәлән, «Матросовҡа» шиғырында автор үҙе өсөн был ҡаһармандың һаман да тере булыуын, уның батырлығын күңелендә йөрөтөүен дәлилләй.
Ә ул миңә һаман тере!
Көйҙөргөс ялҡын һулап,
Күкрәге менән үлемде
Ебәрмәй тора һымаҡ.
(«Матросовҡа») [38:57]
Ысынлап та был шиғырҙарҙа автор-һалдат үҙ биографияһындағы теге йәки был факттарҙы, боролоштарҙы хикәйәләү аша лирик геройҙың көслө ихтыярын, характер һыҙаттарын асыуға өлгәшә.
«Иле өсөн йығылғандар үлемһеҙ» тигән юлдар – шағирҙың был осор шиғырҙарының уртаҡ мотивы, һәм шағир хаҡлы рәүештә былай тип ғорурланып яҙҙы:
Беҙҙең быуын Матросов булып
Еңеп сыҡты ҡара үлемде, –
(«Беҙҙең хоҡуҡ» ) [38:119]
Билдәле шағир, Назар Нәжмиҙең шиғриәтенә күҙәтеү яһағанда, уның Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҙылған шиғри әҫәрҙәре әллә ни күп булмағанлығын күрәбеҙ. 1942 йылда һуғышҡа инеп, уға һуғыштың тәүге йылдарында уҡ ижад итергә мөмкинселек булмай. Артабанғы йылдарҙа иһә, һалдаттарҙың тиңһеҙ батырлыҡтарын күреү, тыуған яҡтарҙы һағыныу хисе шиғирҙы әленән-әле ҡәләмгә тотонорға мәжбүр итә.
Ә хәҙер Назар Нәжмиҙең 1944 йылда ижад ителгән «Совет һалдатына» әҫәренә туҡталып үтәйек. Был әҫәрҙә шағир ут-һыу кискән яугирҙың үлемһеҙлегенә дан йырлай:
Ҡош осоп етмәҫ ерҙәргә
Ут аша барҙың атлап.
…Бомбалар төштө өҫтөңә,
Һушыңдан яҙҙың ҡай саҡ.
Күпме тереләй күмелдең...
Һәм иҫән ҡалдың, һалдат!..
(Н. Нәжми «Совет һалдатына») [38:282]
Шиғырҙа әҙип совет һуғышсыларының яу ҡырында күрһәткән батырлыҡтарын сағылдырыуҙан тыш, уларҙың ҡаһарманлығы үлемһеҙ икәнлегенә баҫым яһай.
Боҙло һыуҙарҙа йөҙҙөң һин,
Туңып иренең ҡарҙа,
…Аямайынса ҡаныңды
Индең эсенә уттың.
Төнгө йоҡолар күрмәнең,
Ләкин һин барҙың алға.
Ниндәй уттарҙа булһаң да,
Үлем юҡ һиңә, һалдат!
(Н. Нәжми«Совет һалдатына») [38:337]
Эйе, азатлыҡ хаҡына, Тыуған ил һәм ер хаҡына, яугирҙәр фашистарға ҡаршы һуғышта ниҙәр генә күрмәйҙәр: аслыҡ, йоҡоһоҙлоҡ, атыш, үлтереш, ҡан һ.б. Шағир, фронт һыҙығында һуғышсыларҙың ошондай ауыр шарттарҙа ла артҡа сикмәүен, һәр аҙым ер өсөн үлемесле алышҡа барыуын тасуирлап бирә.
Яугир-шағир Тимер Арсландың поэзияһына килгәндә, уның Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уттар-һыуҙар кискәндә, ҡарлы-боҙло окоптарҙа ижад иткән әҫәрҙәрен тыныс килеш, күңел йыуатыу өсөн генә уҡыу мөмкин түгел. Ул шиғырҙарҙа – ҡайнар мөхәббәт тә, үлтергес нәфрәт һүҙҙәре лә, саҡырыу һәм өндәү ауазы ла яңғырай тип әйтер инек. Уның поэзияһында, илебеҙ өсөн иң ауыр был йылдарҙа, фашистик Германияның ҡара тәреле яуҙарына ҡаршы көрәштә ярһып типкән совет һалдатының ҡайнар йөрәк тибешен дә ишетергә була.
Миҫал өсөн уның 1945 йылда яҙған «Летчик» исемле шиғырына күҙ һалайыҡ. Шиғырҙа автор, «һауа ыласыны»ның бер яңғыҙы алты фашист ҡоҙғоно менән алышыуын һүрәтләй. Батыр летчик ике фашист самолетын юҡҡа сығара, ләкин үҙенең самолетына утлы пуля тейгәс, уны дошман станцияһына табан бороп яғыулыҡ цистерналарын «күккә осора».
«Фердинанд»тар янған,
Улар тупта
Тотор ине аҙмы ҡаланы
Һәм тереләй ергә күмер ине
Аҙмы әсә, аҙмы баланы?
Ялҡын эсендә лә Тыуған илен
Онотмаған егет күңеле.
Шулай итеп егет ҙур һуғышта
Үлмәҫ итте күркәм ғүмерен.
(Тимер Арслан «Летчик») [38119]
тип тасуирлай автор батыр летчиктың ҡаһарманлығын.
Шулай итеп, Тимер Арслан совет һалдатының батырлығын, үҙ ғүмерен ҡорбан итеп фашистар станцияһын юҡҡа сығарыуын үҙенең кескәй генә шиғырында ҙур оҫталыҡ менән асып бирә.
Асылда, был яғыулыҡ күпме немец самолеттарына осорға мөмкинселек биреп, күпме балалар, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғүмерҙәре өҙөлөр, күпме ҡалалар, ауылдар утҡа тотолор ине. Эйе, совет һалдаттары үҙҙәре үлем менән йөҙгә йөҙ килгәндә лә, Тыуған иле, Ватан азатлығы өсөн күркәм батырлыҡтар күрһәтәләр. Бындай батырлыҡтар, әлбиттә онотолмай, уларҙың исемдәрен яуҙаштары, туған халҡы мәңгеләштереп күңелдәрендә һаҡлай.
Тимер Арсландың «Башҡортостан егете» әҫәрендә, ҡаһарманлыҡ мәсьәләһенең халыҡтар дуҫлығы темаһы менән айырылмаҫ дәрәжәлә бергә үрелеп килеүенә тап булабыҙ. Мәҫәлән, шағир был күренекле поэмаһында иғтибарын төп герой Миңлебайҙың батырлығын сағылдырыуға йүнәлтә. Бының менән, капитан һәм һалдат араһындағы йәки окоптарҙа тыуған дуҫлыҡтан да изге дуҫлыҡтың ерҙә булмауын дәлилләргә теләй автор.
Поэмала автор бер нисә һөжүм күренешен тасуирлау аша төп геройҙың батырлығын киңерәк планда сағылдырырға тырыша. Мәҫәлән, ауыл өсөн үлемесле алыш мәлендә фашист пуляһынан взодный үлемесле яраланып йығылғас, Миңлебай ҡаушап ҡалмай, етәкселекте үҙ иңенә алып башҡаларҙы яуға күтәрә:
Мин һеҙҙең командир,
Приказ бирәм мин:
Туҡтауһыҙ барырға,
Ауылды алырға! (Тимер Арслан «Башҡортостан егете») [38: 106]
Шулай итеп, ҡаты алыш мәлендә, командирһыҙ ҡалған взвод Миңлебай артынан күтәрелеп ауылды дошмандарҙан таҙартыуға ирешә.
Киләһе һуғышта был батыр егет үҙ кәүҙәһе менән командирҙы ҡаплап үҙе ҡаты яраланып госпиталгә эләгә.
«…Ул бит капитандың тәнен япты.
Үҙ кәүҙәһен ҡуйып үлемгә.
…Яҡташ уйлай: «Әгәр һәләк булһам,
Тик бер йөрәк ҡаны тамасаҡ;
Рота командиры һәләк булһа,
Бөтә рота етем ҡаласаҡ» .
(Тимер Арслан «Башҡортостан егете») [38: 106]
Поэмала автор һүрәтләүенсә, Миңлебай ниндәй генә яуҙа ҡатнашыуына ҡарамаҫтан һәр саҡ алғы һыҙыҡта була, кәрәк саҡта командалыҡ итә, бер ҙә булмаһа үҙ күкрәге менән дуҫының кәүҙәһен ҡаплап үлем тырнағынан ҡурсалай. Үлемдән Миңлебай ярҙамында иҫән ҡалған капитан иһә, батыр егеттең фоторәсемен ҡәҙерләп һаҡлай һәм, әлбиттә, уның батырлығына һоҡланыуын йәшермәй, уның ҡаты яраланыуы өсөн бошона.
Ватан, Ватан, алыҫтарҙан күрсе
Ниндәй батыр һинең улдарың,
«Тигр»ҙар ҙа ябып тора алмай
Һинең улдарыңдың юлдарын.
[38: 106] («Башҡортостан егете»)
тип яҙа автор ғорурлыҡ менән.
Шулай итеп, шағир, Миңлебай образы аша совет яугирҙарының батырлығын тасуирлай. Ошо поэмала сағылыш тапҡан яугир образында шағир барлыҡ совет һуғышсыларын да күҙ уңында тота. Совет һалдаттарының, Ватанға булған һөйөүе, тормошто яратыуы, дуҫлыҡ ҡәҙерен белеүе, шулай уҡ маҡсатҡа ирешеүсәнлек, яуаплылыҡ кеүек сифаттары үлем сәсеүсе фашизмды тар-мар итеүгә килтерә лә инде.
Был йылдарҙа, Фәйзи Бикбов ижадының да иң әүҙемләшкән осоро була. 1941 йылда ул армия сафына алынып Ленинград фронтына ебәрелә, ҡамауҙа ҡалған ҡаланы дошмандарҙан һаҡлаша. Бына ошонда инде легендар ҡаланы яуыз фашистарҙан ҡурсалаусы батырҙарҙы күреүе, үҙе лә улар менән бергә ут эсендә ҡайнауы һәм көрәшеүе уның шиғырҙарын патриотик аһәңле итә.
Көрәштең сағыу картиналары, йәнле геройҙары Б.Фәйзиҙең «Ҡолғужа һалдат», «Исемһеҙ герой», «Лейтенант» һ.б. балладаларында һәм поэмаларында кәүҙәләнеш таба.
«Исемһеҙ герой» балладаһының геройы, ҡулындағы минаны шартлатып, үҙе менән бергә фашистарҙы ла юҡ итә.
Белмәһәк тә исемен беҙ геройҙың,
Үҙе үҫтергән улын ил белер.
Халыҡ уның мәңге үлмәҫ данын
Килер быуындарға еткерер, - («Исемһеҙ герой»)
ти шағир был исемһеҙ геройҙың батырлығы тураһында.
Яугир-шағирҙың, «Ҡолғужа һалдат» балладаһына килгәндә, әҫәр Ҡолғужа исемле һалдаттың батырлыҡтарын яҡтыртыуға йүнәлтелгән. Әҫәрҙә автор Ҡотлоғужаның фронтҡа инеүен, Ватан өсөн ант биреүен, мәргән атып пуля менән йөҙ фашисты ергә һеңдереүен, унын штык менән, ун берен – приклад менән дөмөктөрөүен, урманда өс немец разведчигын яңғыҙы ғына ҡулға алыуын, яраланған командирын яу яланынан алып сығыуын, фашистарға ҡаршы һуғышта һәр боецҡа өлгө булыуын һүрәтләп күрһәтә.
Өлгө бирә һәр боецҡа
Фашистарға ҡаршы һуғышта.
Һин шундай бул: һис тайшанма,
Ҡалғанда ла һуңғы һулыштан!
( «Ҡолғужа һалдат»)
Билдәле шағир, Муса Ғәли үҙенең «Яраланған һалдат» исемле шиғырында һуғыш ҡырында яраланған һалдат образын сағылдыра. Шиғырҙа һүрәтләнеш тапҡан был яралы һуғышсы, һуңғы көсөнә булһа ла тороп баҫып, дошмандарына ут яуҙыра. Әлбиттә, яугирҙан был хәлде көтмәгән илбаҫарҙарҙы шағир, пуля тейеүҙән «көлтә булып ауалар» тип һүрәтләй.
Йыйҙы ла ул булған һуңғы көсөн,
Ҡалҡты фашистар алдына.
Ул яуҙырған уттан, көлтә булып,
Илбаҫарҙар шыңшып ауҙылар.
(Муса Ғәли «Яраланған һалдат») [38: 226]
Батыр егет үҙе лә ҡан юғалтыуҙан хәлһеҙләнеп ергә йығыла. Шиғырҙың «яранан ныҡ үс вулканы ташты - өмөт, дәрттәр уның һүнмәгән» тигән юлдарынан уҡып яралының иҫән икәнлегенә, тик хәлһеҙләнеп кенә йығылыуына инанабыҙ. Яугирҙы һуғыш яланынан санитарка килеп таба һәм шәфҡәтле ҡулдары менән уның яраһына бинт һала.
Хәниф Кәрим «Утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ» исемле шиғырында, яралыларҙы үлем тырнағынан тартып алыусы санитарға дан йырлай.
Ерҙә үлем батшамы ни?
Йәшәү тигән даһи бар!
Һин яраланһаң, яныңда –
Етеҙ ҡуллы санитар!
Күреп уның егетлеген,
Маҡтай һәр саҡ комиссар:
«Утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ
Беҙҙең иптәш санитар!..»
(Кәрим Х. «Утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ») [38: 106]
Шиғырҙан күреүебеҙсә, батыр санитар, ниндәй генә яу шарттары булһа ла рота менән бергә йөрөй. Миналар ярылһынмы, бомбалар шартлаһынмы ул һәр саҡ яралылар эргәһендә, һәр саҡ яугирҙәр менән ҡорал тотоп һуғыш яланында үҙ бурысын үтәй. Уның шәфҡәтле ҡулдарының етеҙлеге нисәмә батырҙың ғүмерен үлемдән тартып ала. Шиғырҙа автор билдәләүенсә, батыр санитар бар ерҙән үлем дә ҡаса, ул барҙа ерҙә бәхет тә бар.
Күренекле әҙип Ә. Вәлиҙең 1942-1945 йылдар эсендә яҙылған «Ғата Иҙелбаев» тигән поэмаһында Ғата Иҙелбаев образында һуғыштың башынан аҙағынаса, Мәскәү янынан Берлинғаса ауыр һуғыш юлы үткән совет һалдатының образын бирә. Әҫәрҙә бер взводтағы рус Иван Петров, украин Максим Кайдан, башҡорт Ғата Иҙелбаевтың хәрби дуҫлығы һүрәтләнә. Поэмала айырым һуғыш эпизодтары, бигерәк тә Мәскәү янындағы ҡаты һуғыш картиналары һүрәтләнә, һалдаттарҙың ғәйрәтлелегенә яңы ҡеүәт өҫтәгән берҙәмлек һәм дуҫлыҡ ышандырырлыҡ итеп тасуирлана. Институт аудиторияларынан сығып һалдат шинеле кейгән, рота, батальон командиры булып яу юлдары үткән Ғата Иҙелбаевтың интеллектуаль донъяһы ла яҡтыртыла. [38: 57]
Шағирҙың «Танкист тураһында баллада», «Тыуған илгә ҡайтыу», «Фронтовик иптәшкә» һәм башҡа шиғырҙарында совет кешеләренең фронттағы батырлыҡтары һәм хеҙмәт героизмы, үҙ Ватанына тәрән мөхәббәт, үҙ халҡына бирелгәнлек, дошманға ҡаршы нәфрәт тойғолары сағыла.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, Сталинград һалдаты Ғәйнан Әмири легендар ҡалала йөҙ ҙә етмеш тәүлек буйына барған тиңдәшһеҙ һуғыштың утында ҡайнаны. Ул күп ҡатлы йорттарҙың балсыҡ, ташҡа, таштарҙың көлгә әйләнеүен, тимерҙәрҙең эреп ағыуын күрҙе. Ул шунда утта-һыуҙа янмаҫ Сталинград һалдаты ҡаһарманлығының йәнле шаһиты ла булды:
Мин күрҙем: һуғыш ҡырында
Бронялар бөгөлөп төшә.
Әйләнә таштар туҙанға,
Нигеҙенән тауҙар күсә.
Тик һалдат ҡала урынында
Тере йә үле көйө.
«Һәр аҙым ер – илем, – ти ул, –
Һәр окоп – тыуған өйөм».
(«Утлы йылдар ауазы») [38: 402]
Ләкин был яу совет һалдатын, автомат тотҡан шағирҙы ҡаҡшата алманы, киреһенсә, уны ҡоростай сыныҡтыра төштө.
1.3. Яугир шағирҙар ижадын мәктәптә өйрәнеү
1941 йыл, 22 июнь… Был көн совет кешеләре өсөн ҙур ҡайғы алып килде. Илебеҙ ҡурҡыныс аҫтында. Тыуған илен ысын күңелдән һөйгән ир-егет быға тыныс ҡына ҡарай аламы һуң? Һис юҡ…
Яңы ғына аяҡҡа баҫып, сәскә ата башлаған илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан ҡурсалау өсөн совет кешеләре көрәшкә күтәрелде. Әлбиттә, яҙыусылар ҙа ситтә ҡалманы. Уларҙың күбеһе, ҡулдарына ҡорал тотоп, илен һаҡларға китте. Күптәр әйләнеп ҡайтманы.
Яҙыусылар яу ҡырында мылтыҡ тотоп ҡына һуғышманылар, үҙҙәренең үткер ҡәләмдәрен дә дошманға ҡаршы тоҫҡанылар, бының менән дәһшәтле йылдарҙа халыҡҡа дәрт бирҙеләр, дошманға нәфрәттәрен күрһәттеләр. Беҙ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҙылған бик күп күренекле әҫәрҙәрҙе беләбеҙ. Р.Ниғмәти үҙенең «Үлтер, улым, фашисты!», «Һинең кәләшеңдең хаттары» әҫәрҙәре менән һалдаттарҙың рухын арттырҙы. Сәйфи Ҡудаш «Сәләм Ленинградты һаҡлаусыларға!», «Минең республикам» һәм башҡа шиғырҙары менән илебеҙҙе яҡлаусыларға бөтмәҫ көс бирҙе. М.Харис, М.Хәй, А.Карнай, Х.Ҡунаҡбай кеүек мәшһүр әҙиптәр яу ҡырында батырҙарса һәләк булдылар. Әммә уларҙың һуғыш осоронда яҙған әҫәрҙәре Тыуған илгә булған һөйөүҙең, уны һаҡлауҙың, ҡаһарманлыҡтың аҫыл үрнәктәре булып ҡала.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында совет һалдаттарының ҡаһарманлығы, Тыуған илгә бирелгәнлеге, батыр көрәшеүҙәре, халыҡ бәхете өсөн үҙ ғүмерҙәрен бирергә әҙер булыуҙары менән танышыу – бөгөнгө уҡыусының, әлбиттә, күңелен тетрәндерәсәк, уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ һәм Бөйөк Ватан һуғышы темаһына арналған башҡа әҫәрҙәрҙе уҡыу теләген тыуҙырасаҡ. Ҡаһармандар хаҡында киләсәк быуындар ғорурлыҡ менән иҫкә алыр һәм мәңге онотмаҫ тип ышанабыҙ.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ҡатнашҡан «Яугир шағирҙар ижадын мәктәптә өйрәнеү» темаһын үтеү башҡорт әҙәбиәте уҡытыусыһынан йәғни беҙҙән, алда күп төрлө әҙерлек эштәре талап итә. Был ҡатмарлы ла, яуаплы ла тема бер нисә дәрес дауамында өйрәнелә. Шуға ла дәрестәр бик ентекле әҙерлек һәм ваҡыт талап итә. Теманы уҙғарыр алдынан, мин тәү сиратта дәрес маҡсатын билдәләйем: уҡыусыларҙа Тыуған илгә ҡарата һөйөү, патриотик тойғолар, героик халҡыбыҙ менән ғорурланыу хистәрен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуям. Ошо маҡсатҡа ярашлы дәрестең йөкмәткеһен байытам.
Теманы тормош менән бәйләп өйрәнеү өсөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы шағирҙарҙың портреттарын, «Ҡәләм һәм штык менән» албом-журналын, шағирҙарҙың һуғыш осоронда донъя күргән әҫәрҙәрен күргәҙмәгә ҡуям. Йыһазландырыу өсөн техник саралар (интерактив таҡта, компьютер, аудио һәм видео яҙмалар), картиналарҙың репродукцияларын, Ватан һуғышы осорон сағылдырған плакаттарҙы ҡулланам.
Инеш дәрестә, темаға ярашлы рәүештә, Бөйөк Ватан һуғышы осорона һәм шул осор поэзияһына ҡылыҡһырлама биреп үтәм. Унда 1941 йылдың 22 июнендә фашистик Германияның беҙҙең илгә көтмәгәндә һөжүм яһауы һәм Рәсәй халыҡтарының һәммәһе лә Ватан азатлығы өсөн көрәшкә күтәрелеүе хаҡында ҡыҫҡаса тарихи белешмә бирәм. Шулай уҡ, башҡорт яҙыусыларының был һуғышта ҡәләм һәм штык менән илде һаҡлауҙарын, ә күптәренең тыныс тормош хаҡына яуҙа ғүмерҙәрен дә ҡыҙғанмауҙары хаҡында һөйләйем.
Башҡорт поэзияһында һуғыш осоро шағирҙары тигәндә, беҙ иң элек Хәким Ғиләжев, Ғилемдар Рамазанов, Шәриф Бикҡол, Муса Ғәлиҙең исемдәрен хәтерләйбеҙ. Әлбиттә, фронт юлын үткән, уның ауыр һынауҙарын үҙ иңендә күтәргән яугир шағирҙарҙы һанай башлаһаң, шул осорҙа йәшәгән бер генә шағир ҙа был исемлектән ситтә ҡалмай. Һәр кемгә мәғлүм булыуынса, башҡорт яҙыусылары Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк илебеҙҙең азатлығы өсөн көрәшкә күтәрелә. 50-гә яҡын башҡорт яҙыусыһы үҙ теләктәре менән фронтҡа китә. Шулар араһынан С.Мифтахов менән Х.Кәрим тәүгеләрҙән булып һуғыштың алғы һыҙығына юлланһалар, бер аҙ һуңыраҡ Ҡ. Даян, Ә. Вәли, М. Хәй, С. Кулибай, Ғ. Әмири, Х. Ҡунаҡбай, М. Кәрим, М. Абдуллин, М. Харис, А. Карнай, Н. Нәжми, Ш. Биҡҡол, Ғ. Рамазанов, Х. Ғиләжев һ.б. яҙыусылар уларҙың сафын тулыландырҙы.
Сәлих Кулибай, Батыр Вәлид, Ғәйнан Әмири, Әкрәм Вәли, Ҡадир Даян, Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Нәжип Иҙелбай, Яҡуп Ҡолмой, Тимер Арслан… Былар ут-һыу кисеп, иҫән ҡалып, илгә әйләнеп ҡайтҡан яугирҙар. Ә Мәлих Харис, Мөхәмәтйәров Хәй, Хөсәйен Ҡунаҡбай кеүек күпме шағирҙар таланттары күкрәп күтәрелер саҡта яу ҡырында илдең киләсәген, тимәк, башҡорт шиғриәтенең дә киләсәген һаҡлап ғүмерҙәрен ҡорбан иттеләр. Яуҙа ҡатнашҡан һәм ут-һыуҙарҙы кискән яугир шағирҙарҙы ла, илен һаҡлап яу яландарында ятып ҡалған яугир шағирҙарҙы ла беҙ оло хөрмәт менән иҫкә алабыҙ.
Үрҙә һанап кителгәнсә, Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында, фашизмға ҡаршы илебеҙҙең бәхете, кешелектең артабанғы юлы хәл ителгәндә Али Карнай, Сәғит Мифтахов, Хәй Мөхәмәтйәров, Мәлих Харис, Бәҙрүш Моҡамай, Маҙһар Абдуллин, Ғата Йосопов кеүек билдәле яҙыусылар, Фазыл Хәбир, Зиннәт Катип, Ғәли Әхмәти, Нур Исмәғилев, Зөфәр Мансуров, Әхмәт Шакири, Сабир Кинйәкәй, Ғами Дәүләтшин һымаҡ тиҫтәләгән талантлы йәштәр һуғыш яландарында ҡаһармандарса һәләк булды. Улар үҙ әҫәрҙәре менән совет һуғышсыларын Ватандың бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкә рухландырҙылар.
Артабан һуғыш яланында һәләк булған бер нисә яугир тураһында белешмә биреп үтәбеҙ. Тәү сиратта һүҙҙе мин, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт яҙыусылары араһынан шағир Бәҙрүш Моҡамай тураһында һөйләйем. Уның 1909 йылда Дүртөйлө районының Ҡайыш ауылында тыуыуы, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул үҙе теләп һуғышҡа китеүе, фашистарға ҡаршы алышҡанда һәр саҡ алғы һыҙыҡта булыуы, Вязьма, Можайск, Великие Луки ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнашып, бер нисә тапҡыр яраланып, госпиталдә ятыуы һәм 1944 йылдың 20 сентябрендә Латвия ерендә барған ҡаты һуғыштарҙың береһендә батырҙарса һәләк булыуы хаҡында белешмә биреп үтәм. Шағирҙың фронтта ижад иткән, тыуған илгә ҡайнар һөйөү, дошманға сикһеҙ нәфрәт тойғолары менән һуғарылған, утыҙҙан ашыу шиғри әҫәр яҙыуы хаҡында һөйләгәндән һуң уҡыусылар тарафынан бер-нисә шиғырын тасуири уҡырға ҡушам.
Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы башҡорт совет әҙәбиәтендә Мостай Кәримдең ижады бигерәк тә ҙур әһәмиәткә эйә. Уның ижадында совет кешеләренең тыныс хеҙмәте һәм донъяла именлек өсөн барған көрәше менән тығыҙ берлектә совет патриотизмы темаһының асыҡ сағылыуын әйтеп үтәм. артабан һуғыштың башынан алып аҙағына тиклем яу ҡырында булған шағир үҙ әҫәрҙәрендә совет һалдаттарының уй-тойғоларын, фашист илбаҫарҙарына булған нәфрәттәрен бик дөрөҫ итеп һүрәтләүгә ирешеүен билдәләп китәм.
М.Кәрим был йылдарҙа яҙған шиғырҙарында үҙен һәм башҡа совет һалдаттарын Ватандың ысын патриоттары итеп күрһәтте. Һуғыштың тәүге көндәрендә үк шағир «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!» шиғырын яҙҙы. Был әҫәр бөтә совет кешеләрен изге көрәшкә саҡырыу, партия рядовойының үҙ бурысын ысын күңелдән үтәргә әҙер булыуы тураһында.
Алдан әҙерләнгәнсә бер бала яттан Мостай Кәримдең «Мин һуғышҡа китәм, иптәштәр!» шиғырын уҡып күрһәтә.
Сал ҡартлығын һаҡлап ҡарттарымдың,
Һылыуҙарын һаҡлап илемдең,
Бөйөклөгөн һаҡлап Уралымдың,
Гүзәллеген һаҡлап Иҙелдең,
Тыуасаҡ таң, тыуасаҡ яҙ өсөн,
Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,
Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн
Мин һуғышҡа китәм, иптәштәр! –
(Мин һуғышҡа китәм, иптәштәр!)
тигән өҙөк тыңлана.
Әҙиптең күпселек әҫәрҙәренән күреүебеҙсә, Тыуған илгә булған ҡайнар һөйөү, дошманға нәфрәт, еңеүгә тәрән ышаныс совет һалдаттарына бөтмәҫ көс бирә, ҡеүәт өҫтәй. Ҡорос ирегәндә лә, таштар ватылғанда ла совет һалдаттары иҫән ҡала, йәшәү көсө мәрхәмәтһеҙ үлемде лә еңә. Яугирҙәрҙе үлемһеҙлеккә илткән сәбәптәрҙе һәм уларҙағы гүзәл сифаттарҙы М. Кәрим тулыраҡ итеп Совет илендә тәрбиәләнгән Юлдаш Тимербаев образы аша һүрәтләй. Ул «Декабрь йыры» поэмаһы геройы. Юлдаш азат һәм бәхетле илдең йәш хужаһы булып үҫә. Ватан ҡурҡыныс аҫтында ҡалғас, Юлдаш үҙ тиңдәштәре менән көрәштең алғы сафына баҫа. Тыуған ил яҙмышы уларҙың үҙ яҙмышына әүерелә. Еңеүгә булған ныҡлы ышаныс Юлдашҡа көс бирә, был турала поэмала:
Еңергә тыуҙым, һәм шулай
Өйрәтте илем,
Юлдашҡа юлдаш була алмаҫ
Данлыҡһыҙ үлем, -
( «Декабрь йыры»)
тип әйтелә.
Илебеҙҙе һаҡлаусыларҙың сикһеҙ батырлыҡтары шағирҙың «Үлмәҫбай» поэмаһындағы Үлмәҫбай һәм Теребай образдарында дөйөмләштерелә. Уларҙың был батырлыҡтарын автор шаян тел менән уҡыусыларға еткерә. Поэмала халыҡ ижады мотивтары киң ҡулланыла. Эйе, Үлмәҫбай менән Теребай күберәк шаянлыҡ менән алдыралар. Уларҙың батырлыҡтары бик еңел башҡарылған һымаҡ. Ә бит әҫәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғалар тормошта ла булған. Фашистарҙы пленға алыу, тимер юлдарҙы шартлатыу, штабҡа һөжүм итеү – барыһы ла совет һалдатының тәүәккәллеге, ҡаһарманлығы һәм зирәклеге һөҙөмтәһе. Ошо сифаттарға Үлмәҫбай менән Теребай ҙа эйә, сөнки улар үҙ иленең ысын патриоттары, «большевик затлы егеттәр».
М.Кәримдең Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы әҫәрҙәренә байҡау яһағанда уларҙың тәрән патриотизм менән һуғарылыуын күрәбеҙ. Улар йәш быуында Ватанға һөйөү, дошманға нәфрәт тойғоһо тәрбиәләйҙәр.
Ҡадир Даяндың «Шайморатов генерал» йыры тыңланыла.
Тағы бер талант эйәһе – шағир Мәлих Харис ижадына туҡталып китеү урынлы булыр. Айырыуса уның фронт йылдарында ижад иткән «Батыр тураһында баллада», «Онотмаһын мине Тыуған ил», «Хат» һ.б.
шиғырҙарына байҡау яһайбыҙ. Дәрес барышында, был шиғырҙарҙа ҡайһы осор һүрәтләнеүе һәм яҙыусының нимә сағылдырыуы хаҡында һорау бирәм. Уҡыусылар тарафынан, Мәлих Харистың был шиғырҙарын, Бөйөк Ватан һуғышының тәүге ауыр көндәрендә үк яҙыуы, уларҙа Тыуған илгә һөйөү, хәрби антҡа тоғролоҡ, патриот булыуы хаҡында яуап алына. Был шиғырҙарында М. Харис нимә әйтергә теләгән тигән һорауға, уҡыусылар түбәндәгеләрҙе бәйән итәләр: «Тыуған илемә мәңге тоғро булырмын, уны ил баҫҡынсыларынан намыҫлы һаҡлармын, кәрәк булһа, ғүмеремде лә йәлләмәм, тигән».
Эйе, Мәлих Харис улы Харисовтың һуғыш осоро лирикаһында күп ваҡыт Тыуған ил өсөн барған алышта тере йә үле көйө посында ҡалыр батыр һалдат образы үҙәккә ҡуйыла. Мәҫәлән, «Батыр тураһында баллада» әҫәрендә шағир героик темаға мөрәжәғәт итеп немец илбаҫарҙарына ҡаршы барған һуғышта ҡаһарманлыҡ ҡылып үҙе лә үлемесле яраланған батыр совет һалдаты образына иғтибарыбыҙҙы йүнәлтәбеҙ. Был шиғыр буйынса әңгәмә үткәрәбеҙ.
Ул йығылды…
Дошмандарға утлы асыу менән
Янды уның тынмаҫ йөрәге.
(«Батыр тураһында баллада»)
Был юлдарҙы уҡып, ҡаты яраланып йығылһа ла батыр йөрәге һаман дошмандарына нәфрәт менән тибеүен, ҡул һуғышы мәлендә уның хәнйәре йыртҡыс-дошман күкрәгендә һынып тороп ҡалыуы хаҡында шиғырҙа тасуирланыуы хаҡында әңгәмәләшәбеҙ.
Батырға дан:
йыртҡыс күкрәгендә
һынды уның ҡорос хәнйәре!
(«Батыр тураһында баллада»)
Уҡыусылар, автор тарафынан яу яланында алышҡан ҡаһармандың яраланыу мәлен, ләкин яраланған килеш тә дошмандарына ҡаршы хәнйәр менән тороп үҙ биләмәһен бирмәүен, (фронтта һәр метр ер өсөн алыш булғанлығын билдәләп үтәм) яуыздарҙы ҡырып үҙе лә ҡанһырап йығылыуын тасуир итеүе хаҡында һөйләйҙәр. Ә уның ҡырған дошман мәйеттәренең иҫәбен киләһе юлдар билдәләй тип түбәндәге өҙөктө миҫал итеп килтерәләр:
…Ул үҙе лә шулай көслө ине,
Ҡайнар көрәш уның аңында,
Һәм ҡәһәрле дошман мәйеттәре
өйөлөп ята тирә-яғында.
(«Батыр тураһында баллада»)
Был юлдар беҙгә йәш егеттең ни тиклем көслө, таҫыл булыуы хаҡында бәйән итә. Быны һыҙыҡ өҫтөнә алып үтәм.
Артабан, совет һалдаттарының фронт яланында һәр метр ер өсөн алышы, Тыуған ергә булған мөхәббәт, ата-бабаларының аманатына тоғролоҡ уларҙы шулай шанлы һәм данлы һуғыштарға, үҙ Ватанын ҡурсаларға этәреүе тураһында һөйләнелә.
Йәш һуғышсы, йыйып барлыҡ көсөн,
Тағы асты талған керпеген.
Хәтерләтте уның күҙ ҡарашы
Үткер күҙле тауҙар бөркөтөн…
Баҫты ергә мәғрур имән кеүек,
әкиәттәге титан шикелле,
һәм атланы алға,
ул бәхетле:
ул буйһонмаҫ, − Рус ерендә…
(«Батыр тураһында баллада»)
Шулай итеп, шағир бөркөт ҡарашлы яугирҙың, үлем менән күҙгә-күҙ килгән мәлендә лә, иптәштәренең дошманды ҡыуып алға киткәнлегенә, Тыуған ерен фашистарҙан азат ителәсәгенә шатланып, өҙәлгән ҡулы, яраланған күкрәгенән тамған ҡанына ҡарамаҫтан мәғрур имәндәй тороп баҫып һаман алға барыуын һүрәтләп, совет һалдаттарының һынмаҫ рухлы, баш эймәҫ ғорур халыҡ булыуҙарына ишара яһай тип был шиғырға ҡылыҡһырлама биреүҙе тамамлайбыҙ.
Артабан, шағирҙың «Хат» шиғырын бер уҡыусы тасуири яттан һөйләй. «Онотмаһын мине лә Тыуған ил» шиғырын ике уҡыусы бәләкәй монтаж формаһында тасуири итеп уҡый (ятлай).
Уҡыусыларҙың иғтибарын шиғырҙан дәрестең эпиграфы (плакатта) итеп алынған юлдарға йүнәлтәм. Уны бер уҡыусыға уҡырға ҡушам.
Уҡыусы. Эй, ғүмерҙең һуңғы сәғәте,
Һин миңә лә шулай күкрәп кил:
Батырҙарын иҫкә алғанда.
Онотмаһын мине лә Тыуған ил.
Шағир Мәлих Харис ғүмерҙең ҡәҙерле булыуын иҫкәртә, уның һуңғы сәғәте намыҫлы үтеүен теләй. Тыуған ил батырҙарын иҫкә алғанда, уны ла онотмауын теләй.
Шулай итеп, шағирҙың үрҙә атап үтелгән әҫәрҙәрендә ата йорто, Тыуған иле, халҡы өсөн ғүмерен биргән батырҙарҙың үлемһеҙлегенә дан йырлана тип М.Харис шиғырҙарына күҙәтеүҙе тамамлайбыҙ.
Йомғаҡлау дәресендә, бәхетле тормош өсөн изге һуғышта батырҙарса һәләк булған һәм дан менән Тыуған илгә әйләнеп ҡайтҡан яугир шағирҙар ижады менән ҡыҫҡаса ғына булһа ла танышып үтәбеҙ.
Тыуған илгә ҡайнар һөйөү, дошманға әсе нәфрәт, көрәштәге ҡаһарманлыҡ темалары һәм фекерҙәре уртаҡ булһа ла, был замандаш шағирҙарҙың һәр ҡайһыһының үҙенә генә хас поэтик тауышы булыуы, ләкин һуғыш уларҙың уй-хыялын селпәрәмә килтереүе, ижадтарын өҙөүе хаҡында һөйләйем. Әммә ярты юлда бүленеп ҡалған йырҙары ла, килер быуындарға өлгө булырҙай героик ғүмерҙәре лә һаман яҡтыртып, алға әйҙәп тора, ә шәхестәре мәңге тереләр рәтендә иҫкә алына тип дәрескә йомғаҡ яһайым.
Һығымта: Был дәһшәтле осорҙа шағир һүҙе ҡылыстан үткер ҡорал була. Сөнки, аяуһыҙ ҡурғаштай пуля яуып торғанда ла, үлем менән йәнәшә йөрөгән әҙиптәрҙең ҡулдарына ҡәләм алыуы үҙе бер батырлыҡ. Ошо ҡәләм аша башҡаларҙы ла фашизмға баш эймәҫкә, еңелмәҫкә дәртләндергән әҫәрҙәр совет яугирҙарына рухи көс, ышаныс өҫтәгән.
ИКЕНСЕ БҮЛЕК
ҺУҒЫШ ОСОРО ПОЭЗИЯҺЫНДА ТЫЛ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ БАТЫРЛЫҒЫ
1941 йылдың 22 июнендә фашистик Германияның Рәсәйгә баҫып инеүе совет халҡының тыныс тормошон бүлде. Дүрт йылға яҡын һуҙылған Бөйөк Ватан һуғышы, Ватаныбыҙҙың ҡеүәтенә һынау булыу менән бергә, илебеҙ халыҡтарының оло дәһшәт алдында нисек итеп берҙәм тупланыуын, рухи ныҡлығын һәм патриотик тойғоларҙың көсөн дә ҡәтғилек менән раҫланы.
Тыл хеҙмәтсәндәре – эшселәр, крәҫтиәндәр, интеллигенция вәкилдәре лә бөйөк еңеү хаҡына арыу-талыуҙы белмәй эшләнеләр. Улар совет яугирҙәрен ҡорал, икмәк, кейем менән тәьмин итеү өсөн бөтә сараларҙы күрҙеләр.
Башҡорт халҡының һуғыш яландарындағы батырлығы һәм тылдағы фиҙәҡәр хеҙмәте менән дошманды еңеүгә индергән әһәмиәтле өлөшөндә әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең дә ҡатнашы аҙ түгел. Көрәш йылдары әҙәбиәтебеҙҙең халыҡ яҙмышын, ил яҙмышын һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә тотоуын, халыҡтарҙы азатлыҡ өсөн көрәшкә туплаусы мөһим көс булыуын тағы бер ҡат раҫланы. Бөтөн совет халҡы менән бер үк сәғәттә әҙәбиәт тә көрәшкә күтәрелде.
Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк әҙип һүҙенең, шағир йырының дошманға ҡаршы көрәштә көслө ҡорал булыуын тәьмин итте.
Улар тыл тормошон яҡтыртҡанда тәүҙә кешеләрҙең фронтҡа китергә ынтылышы, яу ҡырына йүнәлеүселәргә әсә фатихаһы, һөйгән ҡыҙҙың вәғәҙәһе һәм изге теләге күберәк яңғыраһа, артабан фиҙәҡәр хеҙмәт, фронт һәм тыл берҙәмлеге темаһы өҫтөнлөк алды һәм киңерәк сағылыш тапты. Тыл әҙиптәренең ижадтары тураһында түбәндәге бүлектәрҙә ҡарап үтәрбеҙ.
2.1. Тылда ҡалған шағирҙар ижадында һуғыш шаңдауы
Бөйөк Ватан һуғышы осоро поэзияһына күҙәтеү яһағанда, башҡорт шағирҙарының совет кешеләренең фронттағы һәм тылдағы батырлығына дан йырлауын уларҙың күп кенә әҫәрҙәре аша күрәбеҙ. Айырыуса, был фажиғәле йылдарҙа тылда ҡалған Сәйфи Ҡудаш, Рәшит Ниғмәти, Баязит Бикбай, Сәғит Агиш, Ғариф Ғүмәр кеүек шағирҙар ижадтарында совет кешеләренең фронттағы һәм тылдағы батырлығы яҡтыртылыш алған.
Уларҙың ижадтарында тыл тормошон сағылдырғанда тәүҙәрәк кешеләрҙең фронтҡа китергә ынтылышы, яу ҡырына йүнәлеүселәргә әсә фатихаһы, һөйгән ҡыҙҙың вәғәҙәһе һәм изге теләге күберәк яңғыраһа, артабан фиҙәҡәр хеҙмәт, фронт һәм тыл берҙәмлеге темаһы өҫтөнлөк ала һәм әҫәрҙәрендә киңерәк сағылыш таба.
Халыҡтың тылдағы патриотик хеҙмәт батырлығы темаһына килгәндә был тема айырыуса Р.Ниғмәтиҙең «Нәфисәнең бүләге», Ғ.Ғүмәрҙең «Көмөш хәнйәр», Б.Бикбайҙың «Ҡулъяулыҡ», «Прокат цехында», С.Ҡудаштың «Минең һөйөүем», «Берлиндан яҙ һуңғы хатыңды», М.Сөндөклөнөң «Халыҡ фронтына» кеүек шиғырҙарында асыҡ поэтик күренә.
Тәү сиратта күренекле шағир Рәшит Ниғмәтиҙең ижадына туҡталып үтеү урынлы булыр. Тыл кешеләренең патриотик тойғолары, Ватан өсөн бер ғаилә булып ҡалҡынған Рәсәй халыҡтарының дуҫлығы айырыуса шағирҙың «Нәфисәнең бүләге», «Әсә һүҙе», колхозсы крәҫтиәндәргә һәм эшселәргә төбәп яҙған «Баҫыуға, туғандар!», «Үс ал, патриот!», «Күберәк нефть, иптәштәр!» кеүек шиғырҙарында яҡтыртылыш алды. Мәҫәлән, «Әсә һүҙе» балладаһы, әсәнең фронтҡа китеүсе улына наказы рәүешендә яҙылған әҫәр. Бында әсә һүҙе ил теләге итеп раҫланып, әсә үҙе Ватандың символы төҫөн ала. Шуға әсәнең улы менән һөйләшеүе илдең бөтә совет армияһы менән әңгәмәләшеүе булып ҡабул ителә.
Әсә менән тәбиғәт, халыҡ менән Ватан, һалдат менән армия әҫәрҙә бер бөтөндө күҙ алдына баҫтыра, уларҙың барыһы бергә берләшеп ил теләге төшөнсәһен бирә. Әҫәрҙә героик Ватан образы әсә образында дөйөмләштерелә һәм поэтик юғарылыҡҡа күтәрелә.[19:110]
Р. Ниғмәти «Нәфисәнең бүләге» шиғырында тылдағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың яугирҙарға ҡарата һөйөүе һәм ихтирамы сафлығын, тыл менән фронттың айырылғыһыҙ бәйләнешен кәүҙәләндер [19:110]. «Һинең аҡсаң» шиғырында иһә тыл мөмкинлектәрен, хеҙмәтсәндәрҙең фронтҡа ярҙамын агитацион-публицистик планда яҡтырта. «Мөһим хәбәр» әҫәрендә халыҡ беҙәмлеген, тырыш хеҙмәтен данлай, еңеү тантанаһын яҡтырта.
Халҡым хатта кескәй эштәрҙә лә
Оло подвиг яһай көн һайын.
Сәғәт эсендәге подвигы ла
Роман биттәренә һыймай ул, -
тигән һығымта яһай шағир Бөйөк Ватан һуғышы мәлендәге халыҡтың ҡаһарман көрәше һәм тылдағы ныҡышмалы хеҙмәт хаҡында.
«Һинең кәләшеңдең хаттары» циклының героиняһы иһә кешеләрҙең фронттан хаттар оҙаҡ килә тип зарланыуына ғәжәпләнә. Ә фронт ни тиклем алыҫ китһә, ҡауышыу көнө шул тиклем яҡыная бит:
Мин ризамын, әгәр һине ҡыуып,
Оҙаҡ барһалар ҙа хаттарым.
Тимәк, минең егетем алға бара
Дошман нығытмаһын аҡтарып, −
(«Һинең кәләшеңдең хаттары»)
ти ул.
Фронт һәм тылдың айырылмаҫ берҙәмлеге Р. Ниғмәтиҙең һуғышсының үҙенең һөйгәненә ҡарата тойғоларын сағылдырған «Егеттең яуаптары» (1943) исемле лирик шиғырҙар циклында ла кәүҙәләнде. Был шиғырҙарҙа яу батыры үҙенең Ватаны, героик тыл менән тығыҙ бәйләнгән баҫалҡы һәм ҡыйыу һуғышсы булып күҙ алдына баҫа. Ул «айырылышыу өсөн, йөрәктәге һыҙлау өсөн, тыуған ил өсөн» дошманды туҡмай. Патриот һуғышсы үҙен бөйөк армияның айырылғыһыҙ бер киҫәге итеп тоя. Әгәр ауыр һуғыштарҙа ятып ҡалһа, ул исемһеҙ, билдәһеҙ булып үлергә лә риза. Уға һәйкәлдәр кәрәкмәй. Маяковскийҙең беҙгә уртаҡ һәйкәл буласаҡ социализм хаҡындағы фекерен дауам итеп, батыр һуғышсы үҙенең дуҫтарына: «күтәрегеҙ миңә һәйкәл итеп бәхетле һәм гүзәл тормошто», тип мөрәжәт итә.
Халыҡсан ябайлыҡ, шул уҡ ваҡытта юғары образлылыҡ менән һуғарылған шиғыр юлдарында егет исеменән һөйләүсе шағир фронт һәм тылдың берҙәмлеге идеяһын бирә алған:
Мин винтовканан атҡанда
һин дә атаһың кеүек.
Мин ҡарға сумып ятҡанда
Янда ятаһың кеүек. ...
Беҙ икәү шыуып китәбеҙ
Ҡар диңгеҙҙәрен кисеп,
Беҙ икәүләп һуғышабыҙ
Тыуасаҡ тормош өсөн. («Егеттең яуаптары»)
Шулай итеп, башҡорт шағирҙарының һуғыш йылдарындағы иң яҡшы әҫәрҙәре совет кешеләренең ауыр һынауҙарҙа сыныҡҡан характерҙарының иң гүзәл сифаттарын асыуҙа лирик поэзияның киң мөмкинлектәре һәм һиҙелерлек уңыштары булыуын күрһәтәләр.
Атап үтелгән шағирҙарҙың лирик геройҙары, үҙҙәрендә совет кешеләренең типик һыҙаттарын туплап, йәш быуын вәкилдәренең реалистик образдары булдылар, һуғыш лирикаһында шундай дөйөмләштереү көсө һәм тойғо тәрәнлеге менән тыуҙырылған был образдар әле лә йәштәр өсөн өлгө булып хеҙмәт итәләр.
Рәшит Ниғмәтиҙең «Баҫыуға, туғандар», «Күберәк нефть кәрәк, иптәштәр» кеүек шиғирҙары халыҡта еңеүгә ышаныс уятты, фронт менән тыл берҙәмлеген нығытырға саҡырҙы. Уның «Үлтер, улым, фашисты», «Һинең кәләшеңдең хаттары» исемле әҫәрҙәре лә фронт һәм тыл темаһына яҙылған әҫәрҙәр рәтенә инә. Поэманың исеменән үк күренеүебеҙсә, «Һинең кәләшеңдең хаттары» әҫәрен ул хат формаһында яҙған һәм шул хаттарҙа тормошто һөйгән кешенән үлем тайпыла тигән фекер үткәрә. Автор кешеләр күңелендәге оло патриотик хистәрҙе фронтовик егет һәм уның тылдағы кәләше образдарында кәүҙәләндерә. Был ике йәш йөрәктәрҙә бер-береһенә булған мөхәббәт тойғоһо тыуған илен һөйөү, дошманға ҡарата нәфрәт хистәре менән ҡушыла. Оло һөйөү хистәре фронтовикта дошманға үсен арттыра һәм дәрт, көс өҫтәй.
Яу йылдарының поэтик эпосын «Герой тураһында поэма» менән Рәшит Ниғмәти башлап ебәрҙе. 1941 йылдың июлендә яҙылып, «Башҡортостан» газетаһында баҫылып сыҡҡан был поэмаһында шағир фашистик илбаҫарҙарға ҡаршы көрәштә тиңһеҙ ҡаһарманлыҡтар күрһәтергә өлгөргән, ғәйрәтлеге менән күптәргә өлгө булып әүерелгән совет һалдатының типик образын бирергә тырышты. Ул Гастелло кеүек батыр летчик Вася образы ине. Хәйер, Васяның прототибы һауа һуғыштарында дошмандың бер нисә бомбардировщигын атып төшөргән һәм пулемет лентаһында патрондары бөткәс, бензины аҙ ҡалғас, дошман самолетын үҙ самолеты менән төкөтөп юҡ иткән һәм үҙе лә Ватан өсөн ҡорбан булған өлкән лейтенант Иванов була.
«Герой тураһында поэма»ла летчик Васянең үҙ «ыласын»ында бер көн эсендә генә лә ун бер тапҡыр һауаға күтәрелеп, дошмандың өс «юнкерс»ын һәм ике «мессершмит»ын бәреп төшөрөүе, һуңғы сиктә, патрондары бөткәс, дошман самолетын үҙ самолеты менән бәрҙереп яндырыуы һәм үҙенең дә һәләк булыуы менән бәйле бер батырлығы һүрәтләнә. Шағир был батырлыҡтың ғәҙәттән тыш хәл булыуына түгел, ә совет кешеләренең героик характерына хас тәбиғи күренеш булыуына баҫым яһай. Летчиктың ҡаһарманлығын шағир фашистик фанатизмға ҡаршы ҡуя һәм, Вася йөҙөндә ябай совет кешеһенең, һәр бер һуғышсыбыҙҙың тормошто, йәшәүҙе һөйөүен, үҙен кеше иткән илен, ерен, яуға киткәндә яулыҡ болғап оҙатҡан Катюшаһын, шаулы балалар баҡсаһы балаларын һәм уларҙың шат, саф йырҙарын яҡла аяуһыҙ һуғышыуын ҡеүәтләп, уларҙың ошондай батырлыҡҡа килеү юлдарын күрһәтә.
Васяның биографияһы: «шаулы колхоз ҡыры, тәүге һөйөү, хәрби мәктәп – бына бар юлы». Әммә уның ҡаһарманлығы поэмалар, томдар һыйҙырмаҫтай ҙур, исеме йыр һәм легенда булып йәшәрҙәй үлемһеҙ.
Йыр, поэма һәм легенда булып,
Үлмәй йәшәр ошо батырлыҡ,
Һәм ул байраҡ булып балҡып торор,
Беҙҙе еңеүҙәргә саҡырып, –
(«Герой тураһында поэма»)
тип тамамлана поэма.
Ябай совет кешеһенең йәшәүҙе һөйөүсән, Ватаны өсөн халҡы һәм партияһы алдында үҙен яуаплы тойоусан юғары мораль-сәйәси сифаттары уны подвигтарға илтә, батырлығы үлемһеҙ дан булып ҡалҡа – поэманың идея йөкмәткеһе шундай [19:56] .
Рәшит Ниғмәтиҙең икенсе бер эпик әҫәре – республикабыҙ улдарының яу ҡырында күрһәткән батырлыҡтарына, Ватан алдындағы патриотик бурысты уларҙың тоғро һәм намыҫлы аҡлауҙарына оло дан йырлаусы «Башҡортостан һүҙе» исемле шиғыр-хаты айырыуса мәртәбәле. Республика хеҙмәтсәндәренең фронттағы батырҙарына ебәргән ҡайнар сәләмдәре, бөтә йөрәктән әйтелгән рәхмәттәре, подполковник Күсимов, Әхмәтов, Дәүләтов, Миңлеғолов, Ҡужаҡов кеүек йөҙәрләгән халыҡ батырҙары менән ғорурланыуҙары һәм уларға хөрмәт, дан яуҙырыуҙары шағирҙың был шиғри хатында поэтик төҫ ала.
«Һалҡын шишмә» шиғырында (йыр) Рәшит Ниғмәти шишмә янындағы ҡарт партизандың яңғыҙ ҡәберен һүрәтләй. Әҫәрҙә, иптәштәре еңгән, үҙе үлеп ҡалған ҡарт партизандың батырлығы данлана.
Билдәле шағир Сәйфи Ҡудаш иһә Мәскәүҙе обороналау көндәрендә үҙенең һуғыш дәүерендәге иң яҡшы әҫәрҙәренең береһе – ҙур булмаған «Әсә йыры» тигән шиғырын яҙҙы. Был шиғырҙа сағылыш тапҡан әсә – Совет Ватанының дөйөмләштерелгән образы булып тора. Ватан-әсә саҡырыуының бөтә рухландырыусы көсөн шағир халыҡ йырҙарына хас булған һөйләшеү интонацияһындағы шиғыр юлдарына һала, Мәскәүҙе яҡлаусы һуғышсыға әсә бөтә йөрәктән:
Тере саҡта батыр кәүҙәң аша
Атламаһын фашист дошманың,
Йөҙ тапҡыр бир, балам, йәнкәйеңде,
Тик Мәскәүҙе бирмә, шоңҡарым! —
(«Әсә йыры»)
тигән саҡырыу ташлай.
Эйе, бары тик хәстәрлекле, ғорур әсә генә үҙенең улдары менән шундай ҡыйыу һәм тулҡынландырғыс итеп һөйләшә ала. Халыҡтар өсөн тиңһеҙ ҡурҡыныс тыуған көндәрҙә үҙенең миллиондарса баһадир улдары менән Ватан-әсә лә шундай тел менән һөйләште. Әсә саҡырыуын ишеткән яугирҙәр үҙҙәренең ғүмерҙәрен бирһәләр ҙә, Мәскәүҙе – ил йөрәген дошманға бирмәнеләр. Шундай шоңҡарҙарҙы, Рәсәйҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө, Совет Башҡортостаны ла тәрбиәләне.
Тыуған илде һаҡлау, уның дошмандарына ҡаршы батыр көрәшеү, еңеү яулап алыу эшенә үҙ өлөшөн индереү һәр совет кешеһенең намыҫ эше, Ватан һәм халыҡ алдындағы бурысы – С.Ҡудаштың һуғыш йылдарындағы лирикаһының төп мотивтары булды, айырыуса «Яуап бир һин миңә», «Бирмәбеҙ», «Сәләм һеҙгә, Ленинградты һаҡлаусылар», «Ҡаҙау», «Ике ағас», «Бурыслы кеше» һ.б. шиғырҙарында. Сәйфи Ҡудаштың әҫәрҙәренә күҙәтеү яһағанда, уларҙың Тыуған илгә мөхәббәт, фашизмға утлы нәфрәт менән һуғарылыуы күҙгә ташлана. Шағирҙың Ватан алдындағы яуаплылыҡ, бурыс, ил намыҫын аҡлау проблемалары «Ленин һәм һалдат» (1943) балладаһында, «Минең ауылдашым» поэмаһында тулыраҡ асыла.
Был әҫәрҙәрҙә автор, Ватан өсөн көрәшкә күтәрелгән халыҡты уның типик вәкилдәре йөҙөндә күрһәтеү, ялҡынлы патриот, интернационалист һәм бөйөк гуманист булған совет кешеһе характерын асыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Уларҙың төп темалары − совет кешеһенең ҡайнар патриотизмын, батырлығын һәм ҡурҡыу белмәүен, халыҡтар дуҫлығы идеологияһының тантанаһын һүрәтләү.
Һуғыш йылдарындағы башҡорт поэмаларының геройҙары юғары, яңы типтағы патриотизмды йөрөтөүселәр. Был патриотизм халыҡтың үҙенең тыуған еренә борон-борондан килгән мөхәббәте генә түгел, ә совет халҡының үҙенең күп милләтле Ватанына тиңһеҙ бирелгәнлеген үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, С. Ҡудаштың ҙур булмаған «Минең ауылдашым» (1943) поэмаһының геройы, Салауат Юлаев исемендәге танк экипажының командиры лейтенант Зиннур Кәримов − тап бына шундай патриот. Ул башҡорт халҡының, Салауаттың боронғо патриотик һәм боевой традицияларын яңы шарттарҙа дауам итеүсе. Уға милли ғорурлыҡ хисе, үҙенең иле һәм тыуған ере менән ғорурланыу ят түгел. Герой ҙа, автор ҙа үҙҙәренең «үҫкән бишеге», «яҡты донъяға тәү асып сыҡҡан ишеге» − гүзәл Дим буйындағы тыуған ер менән хаҡлы рәүештә ғорурланалар.
Ләкин совет кешеһе тыуған тупраҡты бының өсөн генә яратмай. Был тыуған ер − көрәштәрҙә яулап алынған, кеше унда үҙенә азатлыҡ һәм бәхет тапҡан бөйөк совет Ватанының бер өлөшө:
Шунда беҙ киң рус еренең
Тәү башлап күрҙек йәмен.
Шунда беҙ рус икмәгенең
Белдек хуш-еҫле тәмен.
Совет патриотизмының ошо ҡеүәтле тойғоһо, юғары идея көсө С.Ҡудаш поэмаһының геройы Зиннурға Салауат исемен йөрөткән танкыла көнөнә егерме бишәр атакаға барырға ҡеүәт бирә.
Егерме биш атакаға
Барған ул батыр егет,
Утҡа янмай, һыуға батмай
Ҡалған ул батыр егет. («Минең ауылдашым»)
Зиннур тыуған ерен эскерһеҙ һөйөп, Ленин һүҙен күңеленә алып, шунда үҫә, дошман илде баҫып ингәс, ул танкыға ултыра. Әҫәр геройы, ил алдындағы бурысын шулай үтәй. Уның подвигтарында башҡорт халҡының героик үткәненең иң яҡшы традициялары дауам итә. Шул уҡ ваҡытта Зиннур − «Чапай эҙенә баҫып» үҫкән совет йәштәре вәкиле лә.
Әйтергә кәрәк, был поэмала С. Ҡудаш ваҡиғаларҙы эпик киңлектә һүрәтләмәй, ә үҙенең геройы хаҡында ҡыҫҡа-ҡыҫҡа белешмә һәм мәғлүмәттәр генә бирә. Автор шулай уҡ, Зиннурҙың Дан ордены һәм медалдәр менән бүләкләнеүен, «утта янмауын, һыуҙа батмауын» да әйтеп үтә.
Шулай итеп, С. Ҡудаш поэмаһындағы Зиннур образы батыр һуғышсы, үҙенең юғары идеялылығы һәм ҡайнар совет патриотизмы тойғолары менән көслө булған совет кешеһе булып кәүҙәләнә.
Шағир был поэмаһында совет кешеләрендәге патриотизм тойғоһоноң Ленин идеяларынан айырылғыһыҙ икәнлегенә лә баҫым яһай. Әҙип һәм уның геройының аңында Ватан образы Ленин исеменән айырылғыһыҙ йәшәй. Һалдат өсөн Ватан алдындағы ғәйеп Ленинға хыянат итеү менән бер, һәм егет дошманды тамам ҡыйратҡанға ҡәҙәр көрәшергә ант итә, кәрәк икән, үҙ ғәйебен ҡаны менән йыуырға әҙер булыуын белдерә.
Билдәле булыуынса, Сәйфи Ҡудаш йыр жанрын үҫтереүгә лә ҙур өлөш индергән шағир. Уның илебеҙгә хәтәр йылдар килгәндә яҙған, һалдаттарҙы ҡыйыу көрәшкә рухландырған, тылдағыларҙы батыр хеҙмәткә дәртләндергән тиҫтәләгән йырҙары ҡайҙарҙа ғына, ниндәй шарттарҙа ғына йырланманы икән! Мәҫәлән, уның «Илде бирмәбеҙ», «Фронтҡа киткәндә», «Ҡайғырма, сибәрем», «Дивизия, алға!», «Комсомолка Хөршиҙә», «Муйыл сәскә атҡанда» шикелле бик күп йырҙарының фронттарҙа ла, баҫыу стандарында ла, мәҙәниәт һарайҙары сәхнәләрендә лә, радио аша ла йырланыла. «Бөйөк Ватан һуғышы йылдары, күпселек совет яҙыусылары ижадындағы шикелле, Сәйфи Ҡудаш ижадына ла ҙур һынау осоро булды. Шағир лирикаһын дәүер яңы баҫҡысҡа күтәрҙе, йыр жанрын ҡеүәтлерәк балҡытып ебәрҙе, поэтик сатираны үткерләй төштө», − тип яҙа Ғ.Б. Хөсәйенов [41:11] . Сәйфи Ҡудаш поэзияһының был осорҙағы шундай сифаттарын характерлап, Рәшит Ниғмәти ҙә түбәндәгеләрҙе яҙа: «С.Ҡудаш эшләп сығара торған боевой ҡорал – уның ялҡынлы патриотик шиғырҙары, улар боевой приказ кеүек ҡыҫҡа һәм аныҡ, снайпер уғы кеүек мәргән, шатлыҡ хисе кеүек йылы» [41:11].
Эйе, С.Ҡудаш ниндәй генә жанрҙарға әҫәр яҙмаһын, уларҙың һәммәһенең нигеҙендә бер үк мотив – Тыуған илде сикһеҙ һөйөү, халыҡҡа тоғролоҡ, дошманға утлы нәфрәт тойғоһо ята. Шуға ҡарап уның ижадын һөйөү һәм нәфрәт, батырлыҡ һәм патриотизм ауазы тип атарға ла мөмкин.
Ғариф Ғүмәрҙең был йылдарҙағы шиғырҙарының идея йөкмәткеһен массаларҙа фашизмға нәфрәт тәрбиәләү, совет кешеләренең патриотизм тойғоһон сағылдырыу, фронт һәм тылдың берҙәмлеген раҫлау тәшкил итте. Айырыуса, һуғыштың тәүге көндәрендә үк яҙылған «Ил өсөн» шиғырында немец фашистарының илебеҙгә яуыздарса баҫып инеүе тураһындағы хәбәрҙе колхозсыларҙың нисек ҡаршы алыуын күрһәтеп, шағир совет кешеләренең Тыуған ил азатлығы өсөн аяуһыҙ көрәшкә әҙер тороуын күрһәтте [19:138].
Шағирҙың «Оҙатыу», «Мәскәү батыры», «Улыма» һымаҡ шиғырҙарында иһә улдарын яу ҡырына оҙатҡан ата-әсәләрҙең өгөт-нәсихәте һәм изге фатихаһы, ҡыҙҙарҙың һөйгән егеттәрен батырлыҡҡа рухландырған теләк-өмөтө яңғыраны. Шулай уҡ, уның дошманды еңергә саҡырған «Ҡоралға тотон!», «Беҙҙең бәхет ерҙә, иптәштәр!» һымаҡ шиғырҙары ла иғтибарға лайыҡ.
Фронт һәм тыл берҙәмлеген, халыҡтың яу ҡырындағы улдарына ярҙамын Ғ. Ғүмәр тағы ла бер үҙенсәлекле материалда – кешеләрҙең иң ҡәҙерле нәмәләрен фронтҡа бүләк итеүе күренешендә йәнле итеп сағылдырҙы. Мәҫәлән, һикһән йәшлек аҡһаҡал үҙенең олаталарынан ҡалған данлы ҡомартҡыны – француз яуын күргән, граждандар һуғышында партизан ҡулында йөрөгән хәнйәрен бүләк итеп бирә («Көмөш хәнйәр»), йәш кәләш ҡасандыр һөйгәне бүләк иткән алмас брошканы еңеү фондына тапшыра («Алмас брошка»), «ил хәсрәтен күргән» ябай хеҙмәтсән ҡарт фронттағы батырҙарға тун һәм быйма ебәрә («Бөйөк йән»). Ә кескенә ҡыҙ сиккән һәм яуыз фашистан үс алырға саҡырыуын да ҡушып ебәргән ҡулъяулыҡ фронтта уның атаһына юлыға («Ҡулъяулыҡ»).
Ғариф Ғүмәр шиғырҙарында бындай факттар кешеләрҙең фронттағы улдарына материаль һәм рухи ярҙамы итеп кенә күрһәтелмәй, ә йыш ҡына халыҡтың азатлыҡ өсөн көрәш рухының һәм тарихи батырлығының быуындан-быуынға эстафета рәүешендә күсә килеүе һәм бына хәҙер совет һуғышсыларына изге аманат итеп тапшырылыуы булып дөйөмләштерелә [19:139] .
«Урал ҡыҙы» исемле поэмаһында Ғ. Ғүмәр Урал ҡыҙының ҡыйыулығын күрһәтеү аша фронтта ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирҙәрҙән һис ҡайтыш булмаған героизмына дан йырлай. Һуңыраҡ ул «Фәйзулла һалдат» поэмаһында конкрет бер реаль шәхесте – ауылдашы Фәйзулла һалдатты, уның батырлығын һүрәтләй. Бында, автор Фәйзулла һалдаттың тормош юлына ҡараш ташлай, геройының нисек көслө характерлы булып формалашып етеүен сағылдыра. Ярлы егеттең элек күргән нужалары ла, колхозға инеп алғас бәхеткә тейенеүе лә, уңғанлығы ла һөйләп үтелә. Асылда былар иһә, дошман штабынан немец баронын тотоп алып ҡайтҡан Фәйзулла һалдаттың батырлығының сығанағын тойорға ярҙам итә.
Һуғыш йылдарында Баязит Бикбай поэзияһында ла патриотизм, Ватанды һаҡлау, тылдағы героик хеҙмәткә дан йырлау, дошманға нәфрәт темалары өҫтөнлөк итте. Ул «Утлы юлдар», «Беҙҙең ҡала», «Ҡулъяулыҡ» йыйынтыҡтарына ингән күпселек шиғырҙарында совет халҡының бына шундай изге уй-тойғоларын, гүзәл характерҙарын һүрәтләне, уларҙың батырлығына, ҡыйыулығына дан йырланы.
Һуғыш йылдарында агитацион-мобилизацион маҡсаттан сығып, Б. Бикбай шиғри телмәр жанрын да тергеҙеп ебәреүгә булышлыҡ итте. Ул «Ҡоралға, иптәштәр!», «Шиғыр-плакат» «Ҡалтыраһын ер шары», «Дошман яуап бирер» кеүек шиғырҙарын антифашистик митингыларҙа телмәр итеп һөйләне [41:42] .
Уның «Башҡорт атлылары» кеүек йыры иһә фронтта ла, тылда ла популярлығын юғалтмай.
Һығымта. Тылда ҡалған шағирҙар ижадына байҡау яһап беҙ, тыл менән фронт яугирҙары берҙәм булып көрәшмәһә, еңеү ҙә бәлки булмаҫ ине тигән фекергә килдек. Сөнки, ҡот осҡос һуғыш яландарында һалдаттарҙың йәндәрен аямай көрәшеүе һәм тылдағы халыҡтың фиҙаҡәр хеҙмәте генә фашизмды юҡ итеп илебеҙгә Бөйөк Еңеү алып килде.