Быуындар тауышы
( Шәжәрә байрамына сценарий)
Маҡсат: Балаларҙа ололарға ҡарата шәфҡәтлелек, тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләү. Уҡыусыларҙа халҡыбыҙҙың үткәненә һәм хәҙергеһенә ихтирам уятыу.
Йыһазландырыу: Уҡыусыларҙың презентациялары һәм шәжәрәләре, интерактив таҡта, микрофон.
Фон музыкаһы. Сәхнә артынан тауыш.
Борон башҡорттар, башҡа халыҡтар кеүек үк, ырыу-ырыу булып йәшәгәндәр. Һәр ырыу бер-нисә нәҫелдән торған. Һәр ырыуҙың үҙ атамаһы, ораны, тамғаһы, ағасы һәм ҡошо булған. Был атамалар, тамғалар ырыуҙар араһындағы берлекте аңлатҡан.
“Төп атаңдан алып ете быуыныңды бел”,- ти халыҡ.Башҡорттар элек-электән үҙ ырыуының тарихын яҙып ҡалдыра барғандар. Ошо тарихты уларар шәжәрә тип атағандар...
Музыкаль номер. “Бәйет”
Ҡурай моңо.
1-се а.б. Шәжәрә - ул байрам ғына түгел,
Ул ҡурайҙай рухтың үҫеше.
Мең ғазаптар аша ҡан тартыуы,
Уттар аша ғүмер киҫеше.
2-се а.б. Шәжәрә - ул йәшәү тантанаһы,
Һулар һауа, тупраҡ, ғәзиз ер.
Ул тамырым буйлап аҡҡан ал ҡан,
Боронғо ла , йәш тә, хәҙерге.
1-се а.б. Шәжәрә - ул моңло “Буранбай”ҙай,
Иләүеңде һаҡлар ҡоралдай.
Буш тормаған бала бишегендәй,
Арҡа терәр мәғрүр Уралдай.
2-се а.б. Шәжәрә - ул бөйөк изге йорттай,
Уға тейеш һин бер ҡайтырға.
Унда һине туғаныңа Ер ҙә,
Йән дә, ҡан да тейеш тартырға!
1-се а.б. “Байрам” бейеүе.
2-се а.б. Хәйерле көн,ҡәҙерле ҡунаҡтар!
1-се а.б. Хәйерле көн, ҡәҙерле уҡытыусылар, тәрбиәселәр,ата-
әсәләр һәм уҡыусылар!
2-се а.б. Бөгөн беҙҙә - тарих көнө-ата-бабалар көнө!
Үткәнебеҙ – бөгөнгә тарих.
Бөгөнгөбөҙ – иртәгәгә тарих.
1-се а.б. Бөгөн беҙҙә ырыуҙар - нәҫел-нәсәбәләр көнө!
2-се а.б. Бөгөн беҙҙә ғаилә көнө!
1-се а.б. Бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа 5 нәҫелдән килгәндәр!
2-се а.б. Бөгөн беҙҙең ҡаршыбыҙҙа 5 шәжәрә!
1-се а.б. Ә хәҙер һүҙҙе Юрматы ырыуы вәкилдәре апалы –
һеңлеле Алия һәм Алина Вахитоваларға бирәбеҙ. Улар
үҙҙәренең шәжәрәләре менән таныштырып үтәсәктәр.
(Алина Вахитова башҡарыуында йыр “Минең Ватаным”)
2-се а.б. Шәжәрәне башҡорт халҡы ағас рәүешендә күрһәткән.
Ағастың тамыры- үткәнебеҙ, олоно – бөгөнгөбөҙ,
ботаҡтары – киләсәгебеҙ. “Тамыры ныҡ ағас ҡоромаҫ”,
- ти халыҡ мәҡәле. Ағас ни тиклем нығыраҡ,
сыҙамлыраҡ булһа, ботаҡтары ла көслө була.
1-се а.б. Кеше үҙ халҡының, тыуған ил-ҡортоноң тарихын ни
тиклем төплөрәк белһә, үҙ тамырҙарын тәрәнерәк
өйрәнһә, ул кешенең милли аңы ла, мәҙәнилеге лә
шул тиклем юғарыраҡ була.
1-се а.б. Ә хәҙер һүҙҙе нәҫел ебен барлау өсөн Табын ырыуы
вәкилдәренә бирәбеҙ. Алтынсы класс уҡыусыһы
Әхмәтшин Илназ үҙ шәжәрәһен һөйләй
( Илназ сығышын шиғыр менән тамамлай)
1-се а.б. Һеҙҙең алдығыҙҙа “Дуҫлыҡ” ансамбле башҡарыуында
“Төнъяҡ амурҙары” бейеүе.
2-се а.б. Үҙ шәжәрәһе менән Азнабаев Айнур таныштырып
үтәсәк.
1-се а.б. Шәжәрә-ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,
Күҙ яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән атыр йәҙрә.
Ал бер үрнәк- бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ,
Һин дә ятма: ҡор ояңды, үр шәжәрә!
2-се а.б. Табын ырыуы вәкиле Кәримов Ишморат үҙ шәжәрәһе
менән таныштыра.
1-се а.б. Алина Вахитова башҡарыуында “Ҡурай” йыры.
2-се а.б. Рухы бай, күңеле киң, инсафлы кеше генә үҙ шәжәрәһен
онотмай.
1-се а.б. Шәжәрәмдә сал тарихы бабаларҙың,
Бөгөнгөм дә, киләсәгем дә, балаларым.
Уралымдың яҙыласаҡ, яңырасаҡ
Шәжәрәһе башҡортомдоң ал ҡанында.
Һүҙҙе Ҡыпсаҡ ырыуы вәкиле Ҡотлоғужина Ләйсәнгә
бирәбеҙ.
2-се а.б. Ҡотлоғужина Ләйсән менән Дәүләтшина Миләүшә
башҡарыуында “Аҡ сәскә” бейеүе.
Бергә: Ырыу ағасым һин, эй, Шәжәрәм!
Һин үҫкәндә донъя йәшәрә.
Күкрәк киреп олон тарбайтҡанда,
Күкте терәп ерҙә һин торғанда
Йәшәргә лә әле йәшәргә!
1-се а.б. Сәхнәлә “Дәртле йәштәр” бейеүе.
Иң һуңында “Ҡобайыр”. Вахитова Р.Р.