СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ
Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно
Скидки до 50 % на комплекты
только до
Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой
Организационный момент
Проверка знаний
Объяснение материала
Закрепление изученного
Итоги урока
ЙӨКМӘТКЕ
ИНЕШ........................................................................................................2
БЕРЕНСЕ БҮЛЕК. Башҡорт лексикаһында үҙләштерелгән һүҙҙәр.....6
ИКЕНСЕ БҮЛЕК. Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең һүҙьяһалыш ысулдары..21
2. 1. Рус теле, рус теле аша башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең һүҙьяһалыш ысулдары............................................................................21
2. 2. Ғәрәп- фарсы телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең һүҙьяһалыш ысулдары.................................................................................................31
ӨСӨНСӨ БҮЛЕК. Һүҙьяһалыш ысулдарын мәктәптә өйрәнеү үҙенсәлеге...............................................................................................37
ЙОМҒАҠ..................................................................................................45
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ....................................................................47
ИНЕШ
Хәҙерге башҡорт әҙәби телендә ҡулланылған бөтә һүҙҙәр, төп башҡорт һүҙҙәре һәм төрлө телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр, шулай уҡ яңғыҙлыҡ исемдәр, йәғни кеше исемдәре һәм ер-һыу, тау, ҡала, ауыл исемдәре - бөтәһе лә башҡорт теленең һүҙлек составын тәшкил итә.
Һәр телдә лә үҙләштерелгән һүҙҙәр була. Башҡорт телендә уның нигеҙен тәшкил иткән төп башҡорт һүҙҙәренән тыш, башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар.
Теманың актуаллеге. Һуңғы йылдарҙа башҡорт телендә үҙләштерелгән һүҙҙәр бик йыш ҡулланыла. Улар башҡорт теленең һүҙьяһалыш ысулдарына буйһона. Шуға күрә үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең һүҙьяһалыш ысулдарын, структураһын өйрәнеү, бер системаға килтереү актуаль булып тора.
Үҙенең килеп сығышы менән башҡорт теленең һүҙлек составы төрлө сығанаҡтарға барып тоташа. Башҡорт теле һүҙлек составының иң күп өлөшөн дөйөм төрки сығанаҡлы төп башҡорт һүҙҙәре тәшкил итә. Бынан тыш, башҡорт теленең һүҙлек составында рус теленән, фарсы һәм ғәрәп телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр бик күп урын ала. Ә Совет осоронда башҡорт теленә бик күп халыҡ-ара (интернациональ) һүҙҙәр килеп инде. Ул һүҙҙәр ҙә хәҙерге башҡорт теленең һүҙлек составында мөһим урын ала. Башҡорт телендә шулай уҡ грек, латин, француз, итальян, инглиз, немец, голланд телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе лә осратып була. Улар телдең лексик составын байытыуҙа хәл иткес роль уйнай.
Эштең маҡсаты - башҡорт теленә башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе өйрәнеү, һүҙьяһалыш ысулдарын ҡарап асыҡлау. Билдәләнгән маҡсаттарҙан сығып, түбәндәге бурыстар ҡуйыла:
- үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең башҡорт телендә тотҡан урынын билдәләү.
- үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең һүҙьяһалыш ысулдарын анализлау.
- мәктәптә һүҙьяһалыш ысулдарын өйрәнеү үҙенсәлектәрен асыҡлау.
Теманың өйрәнеү кимәле. Yҙләштерелгән һүҙҙәрҙе фән докторҙары : Н. К. Дмитриев, Ж. Г. Кейекбаев, М. Х. Әхтәмов тикшерҙе. Уларҙың һүҙьяһалыш үҙенсәлектәрен Ә. Ә. Юлдашев, К. Г. Ишбаев, М. В. Зәйнуллин асыҡланылар.
Тикшереүҙең яңылығы: тел ғилемендә һүҙьяһалыш ысулдарын байтаҡ ғалимдар тарафынан өйрәнелеүгә ҡарамаҫтан үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең һүҙьяһалыш ысулдары айырым комплекслы итеп анализланмаған. Шул йәһәттән эштең яңылығы билдәләнә.
Эштең объекты булып үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең һүҙьяһалыш ысулдары тора.
Эштең предметы - рус теленән, рус теле аша башҡа телдәрҙән, ғәрәп-фарсы телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр.
Эштең практик әһәмиәте ғилми эштең һөҙөмтәләре урта дөйөм белем биреү учреждение уҡыусылары өсөн һәм педагогия колледждары студенттарына методик ҡулланма була ала, теоретик һығымталарҙы курс эше яҙғанда ҡулланырға мөмкин.
Апробацияһы: сығарылыш квалификация эшенең айырым өлөштәре 5 класта «Башҡорт лексикаһында үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең һүҙьяһалыш ысулдарын ҡабатлау» темаһына асыҡ дәрес күрһәтелде. Благовещен районында үткәрелгән методик семинарҙа сығыш яһалды.
Сығарылыш квалификация эшенең структураһы. Эш инештән, өс бүлектән, йомғаҡтан һәм ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора.
Беренсе бүлек “Башҡорт лексикаһында үҙләштерелгән һүҙҙәр» тип атала. Был бүлектә рус теленән, рус теле аша башҡа телдәрҙән, фарсы һәм ғәрәп телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәргә дөйөм төшөнсә бирелә. Уларҙың башҡорт телендә тотҡан урыны билдәләнде.
Икенсе бүлектә үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең һүҙьяһалыш ысулдары анализланды.
Өсөнсө бүлектә мәктәптә һүҙьяһалыш ысулдарын өйрәнеү үҙенсәлектәре ҡаралды.
Йомғаҡта төп һығымталар яһалды.
Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге 38 ғилми сығанаҡтан тора.
БЕРЕНСЕ БҮЛЕК
Башҡорт лексикаһында үҙләштерелгән һүҙҙәр
Бер генә халыҡ та айырым, изоцияланып йәшәй алмай. Элек башҡа ҡәбиләләр менән бергә, һуңға табан халыҡтар, дәүләттәр менән аралашыу һөҙөмтәһендә башҡорт теленә теге йәки был телдән үҙләштерелгән һүҙҙәр килеп ингән. Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ижтимағи-тарихи ерлеге төрлө булған. Бер халыҡтан матди байлыҡ элементтары алышҡанда, икенсе халыҡтан сәйәсәткә, мәҙәниәткә, әҙәбиәткә, дингә, сауҙаға һәм башҡа мөнәсәбәттәргә бәйле һүҙҙәр килеп ингән.
Башҡорт әҙәби теле көнсығыш халыҡтары менән төрлөсә тарихи мөнәсәбәттәргә инеү, аралашыу ерлегендә, һинд, ҡытай һүҙҙәре (алма, дәү, дейеү, еҙ, сан, тәңре, хан, шан, ынйы, әрҙәнә), монгол теленән (дилбегә, нөктә, саған) һүҙҙәр үтеп инә һәм ныҡлап урынлашып ҡала.
Башҡорт телендә фин-уғыр телдәренән ингән һүҙҙәр ҙә байтаҡ. Шулар рәтенә билмән, бүкән, камбала, килька, миләш, морж, норка, пихта, пурга, салака, севрюга, тундра, унты кеүек һүҙҙәрҙе күрһәтергә мөмкин.
Башҡорт телендә үҙенең күплеге һәм активлығы менән айырылып торған үҙләштерелгән һүҙҙәр араһында иң беренсе сиратта рус, ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәренән күрһәтергә мөмкин.
Телгә үҙләштерелгән һүҙҙәр һәр ваҡыт яңы төшөнсәләр менән генә килеп инмәй. Башҡорт телендәге күп кенә үҙләштерелгән һүҙҙәр төп башҡорт һүҙҙәренең синонимы булып йөрөй. Тимәк, улар башҡа сәбәптәр арҡаһында үҙләштерелгән. Уларҙың күбеһе яҙма әҙәбиәт аша килеп ингән. Ә боронғо осорҙа яҙма әҙәбиәт ғәрәп һүҙҙәре менән сыбарланған иҫке төрки телендә булған. Бындай төп башҡорт Һүҙҙәренә синоним булып йөрөгән үҙләштерелгән һүҙҙәргә түбәндәге миҫалдарҙы килтерергә мөмкин: тыныслыҡ - солох, яҙмыш - тәҡдир, түҙем - тәҡәт, көс - ҡеүәт, ҡайғы - хәсрәт, яра - йәрәхәт, йоғонто - тәьҫир, ярлы - фәҡир. Хәҙерге башҡорт телендәге бындай һүҙҙәр стилистик биҙәктәр менән айырылалар: төп башҡорт һүҙҙәре, ҡағиҙә булараҡ, стилистик яҡтан битараф була.
1. 1. Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр
Башҡорттар бик боронғо замандарҙа уҡ рустар менән күрше булып, тығыҙ арлашып йәшәгәндәр. Ул аралашыу башҡорттар Мәскәү дәүләтенә ҡушылмаҫтан (XVI быуаттан) бик күп замандар элек башланған булған. XVI быуатҡа тиклем башҡорттар рус халҡы менән күберәк сауҙа итеү аша аралашҡан. Мәҫәлән, башҡорттар урта быуаттарҙа уҡ элекке Түбәнге Новгород йәрминкәһендә йылҡы малы, бал, дегет, май, мал тиреһе, йөн, туғын, ә һуңғы ваҡытта тирмән ташы, сар ташы алып барып һатыр булғандар һәм унан үҙҙәренә кәрәкле промышленность тауарҙары алып ҡайтҡандар.
Башҡорттарҙың рустар менән бик боронғо замандарҙа уҡ сауҙа аша аралашыуы арҡаһында башҡорт теленә рус теленән бик күп һүҙҙәр үҙләштерелгән. Башҡорт теленә килеп ингәс, ул һүҙҙәр төрлө фонетик үҙгәрештәр кисергән. Рус теленән боронғо осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең күп өлөшөн көндәлек тормошта күп ҡулланылған әйбер исемдәре тәшкил итә.
Рус теленән башҡорт теленә боронғораҡ осорҙа килеп ингән һүҙҙәр
Рус теленән башҡорт теленә революцияға тиклемге осорҙа килеп ингән һүҙҙәр, башлыса, хеҙмәт һәм көнкүрешкә ҡараған конкрет төшөнсәләрҙе белдерә.
Башҡорт теленә рус теленән революцияға тиклем килеп ингән һүҙҙәрҙе түбәндәге төркөмдәргә бүлеп ҡарааға мөмкин:
- йорт-ҡаралты, һауыт-һаба, кейем-һалым, ашамлыҡ исемдәре: багур, бизмән, билмән, бирсәткә, бумала, бүрәнә, гәрбил, дегет, дуға, замаска, йәшник, камфарка, карауат, кашауар, келәт, көрөшкә, көрпә, көрпәсәткә, ҡырандас, кәзәкей, кәрниз, кәрәсин, ҡалас, ҡамыт, лак, лампа, лампасый, лапаҫ, лар, манный, милтә, мискә, рам, самауыр, сепарат, солан, стакан, стена, суйын, сөй, сәйгүн, сәйнүк, сәкүшкә, тас, таҫма, толоп, торба, тәзе, тәрилкә, үтек, һарай, шәшке, шәкәр, шәл, ыҙма, ыҫмала, ышлыя, ыштан, эләүкә, эшләпә һ. б.;
- административ-идара эштәренә ҡараған һүҙҙәр:
акт, бүнәтәй, волость, губерна, губернатор, есаул, император, кантон, кенәгә, ҡаҙна, миҙал, мисәт, өйәҙ, сотник, староста, суд, указ, үрәтник һ. б.;
- игенселек, ер, урман эшенә, тормош- көнкүрешкә ҡараған һүҙҙәр:
арыш, бакуй, бот, бураҙна, бәрән, вәлүк, диләнкә, дисәтинә, канау, керән, кукуруз, кәбеҫтә, кәзә, арбуз, матик, межа, мөгәзәй, мәк, өгөрсө, пар, рига, ридуан, сажин, сана, һалам, һуҡа, ыуал, эҫкерт, әсминнүк, әүен һ. б.;
- хәрби эшкә, промышленностҡа ҡараған һүҙҙәр:
барабан, генерал, дороп, завод, йәҙрә, поручик, майор, клит, ҡаҙаҡ, ҡаҙарма, ҡуласа, никрут, паровоз, пароход, поезд, пүл, рота, старатель, суйын, һалдат, шинель, эзбиз һ. б.
Рус теленән башҡорт теленән һуңғы осорҙа килеп ингән һүҙҙәр
Октябрь революцияһы менән бәйләнгән бөтә үҙгәрештәр башҡорт теленең лексик яҡтан байығыуына һәм тулыланыуына уңайлы шарттар тыуҙырҙы. Яңы ижтимағи боролош менән бергә яңы төшөнсәләр һәм уларҙы атау өсөн бик күп яңы һүҙҙәр барлыҡҡа килде, мәҫәлән:
автобус, автомат, автомобиль, агроном, адмирал, бомбардировщик, бригадир, броневик, бронепоезд, бульдозер, бюро, веялка, волость, вышка, генерал, генерал-лейтенант, генерал-майор, генерал-полковник, грузовик, жнейка, заготзерно, зенитчик, избач, кантон, капитан, катюша, колхоз, комсомол, контр-адмирал, кооператив, кооперация, лейтенант, ликбез, лобогрейка, майор, метро, милиция, министр, миномет, молотилка, МТС, мотороллер, нэп, нэпман, повесть, подполковник, полковник, профсоюз, райком, район, сеялка, совет, совхоз, союз, стачка, счетовод, съезд, танк, трактор, тракторист, трамвай, троллейбус, учетчик, учреждение, экскаватор һ. б.
Хәҙерге башҡорт телендә Октябрь революциһынан һуң рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе рус телендәгесә әйтеү һәм яҙыу ҡабул ителгән. Шуның менән улар Октябрь революцияһына тиклем үҙләштерелгән рус һүҙҙәренән айырылып тора.
Рус теле аша башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр
Сит телдәрҙән һүҙҙәр үҙләштереүҙең сәбәптәре ҡатмарлы мәсьәләләрҙән һанала. Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең күп өлөшө башҡа халыҡтарҙың йоғонтоһо нигеҙендә барлыҡҡа килгән предмет һәм күренештәр, элек атамаһы булмаған төшөнсәләр менән бергә килеп инә. Мәҫәлән, башҡорттарҙың күсмә һәм ярым күсмә тормоштан ултыраҡ тормошҡа күсеүе, шуның менән бәйле игенселек һәм хужалыҡтың яңы төрҙәренең үҫеүе күп һандағы яңы төшөнсәләр Һәм һүҙҙәр кәрәклеген тыуҙыра. Уларҙың атамалары әҙер көйөнсә башҡа телдәрҙән үҙләштерелә.
Рус теленә башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр тәбиғи рәүештә башҡорт әҙәби теленә килеп инделәр һәм уның лексикаһын байыҡтырҙылар. Ул һүҙҙәр сығышы менән рус теле аша түбәндәге телдәрҙән килеп инделәр:
Латин теленән:
абсолютизм, абстракция, авиация, агрегат, агрессия, администратор, адъютант, академия, аккумулятор, аккредитив, актив, алюминий, амбулатория, амплуа, ампутация, ангина, аппарат, арматура, аспирант, аттестат, вакцина, вариация, ветеран, вибрация, витамин, витрина, вокаль, газификация, генератор, глобус, градус, гуманизм, дебет, декан, декларация, делегат, демократия, демонстрация, депрессия, депутат, дивизия, диктатор, диктатура, директива, директор, дискуссия, диспут, диссертация, дистанция, доктор, доцент, иллюстрация, империализм, индукция, инерция, инкубатор, инстинкт, институт, инструкция, интеллигенция, интервенция, интернат, интернационал, инфаркт, инфекция, кандидат, квартет, класс, колония, комбинат, коммунизм, композитор, конгресс, конкурент, конкурс, конспект, конституция, консул, консультация, контрибуция, конференция, концентрация, кредит, культура, лаборант, легенда, локомотив, максимум, манифест, мануфактура, материализм, медицина, милитаризм, мобилизация, молекула, мотор, негатив, нейтралитет, нигилизм, нотариус, обсерватория, оккупация, операция, оппозиция, оппортунизм, оригинал, орнамент, массив, пленум, позиция, президиум, препарат, прогрессив, прогрессия, пролетариат, пропорция, радиатор, радиация, радио, реакция, реализм, ревизия, ректор, репетиция, республика, рецензия, сателлит, сатира, сенат, сессия, скульптура, снайпер, социализм, спекулянт, статья, стиль, стипендия, субъект, территория, трапеция, траектория, транспорт, университет. фактор, факультет, федерация, формула, футуризм, химия, цензура, цивилизация, цитата, эволюция, экстерн, экстернат, элемент, эмигрант, юстиция һ. б.
Грек теленән:
автобиография, автомат, автономия, агония, агротехника, акробат, аксиома, аллегория, алфавит, амнистия, амфибия, амфибрахий, амфитеатр, аналогия, анапест, анархизм, анатомия, анахронизм, анафема, анафора, аноним, антитеза, антология, астрономия, атлет, атмосфера, аэростат, барометр, биология, ботаника, варвар, галактика, гегемония, география, гигант, гигиена, гидрология, гимн, гипотеза, гипс, горизонт, график, демагог, демократия, деспот, диагноз, диалектика, диалог, диафрагма, динамика, динамит, династия, догма, епископ, зона, идеология, идиллия, ипподром, ирония, канат, катастрофа, категория, каторга, кафедра, климат, комедия, космополит, костер, кризис, лабиринт, лексика, лирика, логика, магнит, металл, метафора, метод, метрополия, механизм, микроскоп, миокардит, мистика, монархия, монополия, морфология, музей, ода, оптика, орган, орфография, охра, палата, панорама, пантеон, паразитизм, параллель, пародия, парус, патология, патриотизм, педагогика, педиатрия, период, пирамида, планета, поликлиника, политика, поэзия, поэма, призма, программа, псевдоним, психика, психология, ритм, сарказм, семафор, симфония, синдикат, система, скандал, склероз, стадион, стихия, стратегия, сурик, талант, театр, тезис, телескоп, теорема, теория, термос, типография, тиран, трагедия, трахома, утопия, фантазия, фаэтон, физика, философия, хамелеон, хирургия, хор, хроника, экономика, энергия, электр, эпос, эстетика һ. б.
Француз теленән:
абажур, абонент, авангард, аванпост, аванс, авансцена, авантюра, азарт, аквариум, аккомпанемент, актер, актриса, аллея, армия, ассамблея, амбразура, анонс, ансамбль, антракт, апартамент, армия, ассамблея, атака, афиша, багаж, база, баланс, балет, бандероль, банк, банкет, баррикада, барьер, бассейн, батальон, батарея, беллетристика, бельэтаж, бинокль, блиндаж, блок, блокнот, брасс, бриллиант, брошюра, буржуа, бюллетень, бюро, бюрократ, бюст, вестибюль, визит, винегрет, витрина, водевиль, газон, гарнизон, гвардия, генерал, гравюра, грим, девиз, декада, декорация, декрет, депо, десант, деталь, дивизион, диплом, дипломат, дирижабль, дирижер, драматург, драп, дуэль, жандарм, жанр, жаргон, жилет, журнал, жюри, идеал, идеализм, изолятор, интендант, интрига, кабина, кабинет, кавалерия, кампания, капитан, карабин, карантин, карьера, кашне,каюта, комиссар, коммунизм, коммунист, коммюнике, комод, конвой, контузия, культиватор, купе, куплет, курьер, лафет, лейтенант, ложа, лотерея, лупа, люстра, мандарин, маневр, манеж, манто, марш, маршал, маршрут, маскарад, массаж, машина, медальон, метро, минерал, миссионер, модель, монтаж, монтер, мораль, мотив, павильон, пальто, парад,парашют, парламент, партия, паспорт, патрон, патруль, педант, пейзаж, перрон, персонаж, пилот, планер, пляж, премьера, прожектор, пьеса, раса, революция, режиссер, резерв, рекрут, репертуар, реплика, романтизм, саботаж, салон, сапер, сервиз, сержант, социализм, социалист, суфлер, сюжет, тамбур, тариф, тир, тираж, тонна, трамплин, траншея, трюмо, туалет, туризм, увертюра, фельетон, ферма, фойе, фонд, фрак, шантаж, шарж, шовинизм, экран, эксплуатация, эскадрон һ. б.
Инглиз теленән:
аврал, айсберг, баскетбол, бифштекс, блиндаж, блок, бойкот, бокс, буккер, буфет, бюджет, вокзал, волейбол, гангстер, джемпер, джунгли, диспетчер, док, докер, доллар, импорт, клоун, клуб, комбайн, крокет, лайнер, лидер, лифт, матч, митинг, мичман, памфлет, пионер, рекорд, рельс, сейф, спорт, стандарт, старт, танкер, теннис, торт, трамвай, троллейбус, тренировка, фильм, финиш, футбол, хоккей, чемпион һ. б.
Немец теленән:
аншлаг, балетмейстер, банкрот, биржа, бруствер, бутерброд, вафли, вахта, вексель, верстак, верфь, гастроль, гаубица, гауптвахта, гильза, граф, гроссмейстер, ефрейтор, кран, крендель, кухня, ландшафт, лафет, лейтмотив, лозунг, люк, мастер, масштаб, мачта, мундир, мундштук, орден, ордер, парламент, патронташ, плацкарт, полиция, ракета, рашпиль, рейд, рейс, рота, рюкзак, слесарь, стамеска, танцы, турнир, цейтнот, цех, шаблон, шахта, шлагбаум, шпион, штаб, штамп, штанга, штатив, штиль, штрейкбрехер, штурвал, штурм, фельдмаршал, фельдшер, флагман, флейта, фокус, формат, эрзац, юнкер һ. б.
Итальян теленән:
авария, аллегро, альт, ария, арка, балерина, банда, бас, бутафория, буффонада, валюта, виолончель, виртуоз, галерея, гранит, импровизатор, импровизация, карнавал, комедия, консерватория, контора, концерт, либретто, новелла, опера, партитура, сонет, тенор, фальцет, фортепьяно һ. б.
Голланд теленән:
бак, бакен, боцман, буксир, вахта, верфь, вымпел, гавань, гарпун, дамба, док, дрейф, компас, крейсер, лоцман, рейд, трюм, форвард, флагшток, шрурвал, штурман һ. б.
Рус теле аша Көнбайыш Европа телдәренең һүҙҙәре, башлыса, фәнни-техник, ижтимағи-политик әҙәбиәт арҡылы үҙләштерелгәнлек-
тән, улар рус телендәге әйтелеше һәм яҙылышы менән ҡабул ителгән.
Xалыҡ-ара интернациональ һүҙҙәр
Башҡорт әҙәби теленә рус теле аша латин һәм грек телдәренән килеп ингән һүҙҙәрҙең күбеһе халыҡ-ара һүҙҙәр иҫәбенә инә, сөнки улар донъялағы бик күп телдәрҙә шул уҡ мәғәнәлә киң ҡулланыла.
Шулай итеп, латин һәм грек телдәренән үҙләштерелеп, бер нисә (өс йәки унан артыҡ) ҡәрҙәш булмаған телдәр өсөн уртаҡ һаналған һүҙҙәр халыҡ-ара (интернациональ) һүҙҙәр йәки интернационализмдар тип атала. Интернациональ һүҙҙәрҙең күп өлөшө фән, техника, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәләрендәге махсус һүҙҙәр, ижтимағи-политик терминдар тәшкил итә.
Килеп сығышы яғынан интернациональ һүҙҙәр грек-латин тамырҙары менән бәйле:
автомат, актив, анализ, биология, геология, глобус, грамматика, демократия, диктант, директор, дессонанс, каталог, коллегия, контрреволюция, мелодия, микроб, нейтралитет, орфография, прогресс, проспект, радий, симфония, телефон, телеграф, термометр, транзит, физиология, фосфор, эпилог, юрист һ.б.
Интернациональ һүҙҙәр араһында хәҙерге тере телдәрҙән алынғандары ла бар:
большевик, колхоз, совет, спутник һ.б, - рус теленән;
блок, блюминг, бокс, клоун, футбол, хоккей һ.б. - инглиз теленән;
альт, барокко, бас, браво, клавесин, мандолина һ.б.- итальян теленән. Интернационализмдар араһында ғәрәп һүҙҙәре лә бар:
адмирал, азимут, алгебра, алгоритм, алазарин, алкоголь, алколоид, арабески, цифра һ.б.
Телдәге интернациональ һүҙҙәрҙең һаны шаҡтай күп һәм ул арта бара.
Үҙләштерелгән һүҙҙәр халыҡ-ара бәйләнештәр һөҙөмтәһе булғанға күрә, һәр саҡ ҡабул ителгән, ҡабул ителә һәм киләсәктә лә ҡабул ителәсәк.
1.2.Ғәрәп- фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр
Фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр
Башҡорт теле һүҙлек составының формалашыуында фарсы һүҙҙәре ҙур ғына урын тота. Боронғо башҡорт ҡәбиләләре башҡорттарға ислам дине килеп инмәҫтән бик күп замандар элек үк, боронғо Хорезм, Хиуа һәм Бохара ханлыҡтары менән ҡыҙыу сауҙа итер булған. Ә Хорезм, Хиуа һәм Бохара ханлыҡтары фарсы телле дәүләттәр булған. Бына ошо Урта Азия ханлыҡтары менән сауҙа элемтәһе арҡаһында башҡорт теленә байтаҡ һүҙҙәр килеп ингән. һуңға табан фарсы теленән һүҙҙәр үҙләштереү китап теле, уҡымышлылар теле аша булған.
Фарсы теленән килеп ингән ҡайһы бер һүҙҙәр:
абруй гүйә зинһар насар
баҙар гүр зирәк өмөт
барса гәп зыян падишаһ
батша гәрсә зәмин пайтәхет
баһа гәрәбә зәһәр пак
баһадир гәүһәр йыһан пәйғәмбәр
биниһая ғауға йәки пәйҙә
бисара дана йән рисуай
бөхтә дарман каруан сара
булат даръя каса сауҙа
былбыл диуан келәм сауҙагәр
бәдбәхет диуана кеҫә сирек
бәндә дошман көмбәҙ сөнки
бәһлеүән дөрөҫ ҡәмәр сынйыр
вайран дуҫ майҙан сыра
гөл дәррәү мәгәр таж
гөнаһ дәрүиш наҙ тамаша
груһ зар намаҙ таҫтамал
таҫтар хур һис шәкерт
тиҫтә хуш һөнәр шәмбе
фил хушбуй һөрмә шәһәр
фәрештә хәнйәр һуш әшнә
хана һаман һәм ядкәр
хоҙай һануз һәммә януар
хуп һарай һәр яран
Фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр сағыштырмаса аҙ һанлы булһалар ҙа башҡорт телендә улар төрлө тематик төркөмдәргә ҡарай. Уларҙың күбеһе тормош кәрәк-яраҡтары, йәғни конкрет предметтарҙың атамаһы (таҫтамал, таҫтар, шәкәр һ. б.), кеше, зат, шәхестәр исеме (бәндә, диуана, дәруиш, ефет, йәр, шәкерт һ. б.), экзотик үҫемлек, хайуан, ҡош- ҡорт исемдәре (аждаһа, фил, хөрмә, януар һ. б.), абстракт мәғәнәле һүҙҙәр, төшөнсәләр атамаһы (баһа, гөнаһ, зәһәр, миһырбан, ураҙа, хур, ядкәр, янъял һ.б. ) иҫәпләнә.
Аҙналағы көн исемдәре лә фарсы теленән алынған: йәкшәмбе (беренсе көн: йәк- 1,) душәмбе (икенсе көн: дү- 2), шишәмбе (өсөнсө көн: ши- 3), шаршамбы (дүртенсе көн: шар- 4).
Фарсы сығанаҡлы һүҙҙәрҙең башҡорт теле мөхитенә тәрән үтеп ингәндәре йәнле телмәрҙә киң ҡулланыла, һәм улар, нигеҙҙә, башҡорт әйтелешенә буйһондоролған.
Миҫалдарҙан күренеүенсә, фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең күбеһе тормош-көнкүрешкә бәйләнгән һәм шуға ла уларҙы үҙләштереүҙең ислам диненә бер ниндәй бәйләнеше юҡ, тип әйтергә мөмкин.
Ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр
Ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр башҡорт теленә ислам дине менән бергә уҡымышлылар теле, китап теле аша килеп ингән. Дин менән бергә ғәрәп культураһының да, әҙәбиәтенең дә йоғонтоһо көсәйә һәм улар аша ғәрәп һүҙҙәре көнкүреш сфераларына ла килеп инә. Ғәрәп теленән үҙләштерелгән ҡайһы бер һүҙҙәр:
ағза ғәҙәт ижад ләғнәт
алгебра ғәжәп илтифат ләззәт
аман ғәзиз илһам ләкин
аманат ғәйеп имам мажара
ахыр ғәйет иман милек
бәғзе ғәййәр имза милләт
бәйет ғәйрәт имтихан миҫал
бәлә ғәйәт инҡар моғайын
бәхет ғәм инсаф мосолман
бәхәс ғәрәп инша мотлаҡ
ваба ғәскәр исем мохтаж
ваҡиға дауам иҫбат мөғжизә
ваҡыт дин ифрат мөкиббән
варис дини ихлас мөлкәт
васыят доға ихтирам мөмкин
ватан донъя йома мөнәсәбәт
вафат дәғүә йыһаз мөрәжәғәт
выждан дәлил йәмғиәт мөхит
вәғәҙә дәрес йәннәт мөһөр
вәкил дәрәжә йәрәхәт мөшкөл
вәхши дәүер китап мөьмин
ғади дәүләт кәйеф мулла
ғазап дәһшәт кәсеп мәғариф
ғазраил ен ҡабул мәғлүмәт
ғаилә етди ҡағиҙә мәғрифәт
ғалим етем ҡарар мәғрүр
ғаләм залим ҡаһарман мәғәнә
ғариза заман ҡеүәт мәжлес
ғафил зарар ҡиммәт мәймүн
ғашиҡ зат ҡитға мәкер
ғибрәт зауыҡ ҡиәмәт мәктәп
ғибәҙәт зиһен ҡиәфәт мәҡәл
ғилем золом ҡотоп мәҡәлә
ғиллә зыярат ҡәҙрәт мәлғүн
ғилми зәхмәт ҡәбер мәртәбә
ғифрит иблис ҡәбилә мәрхүм
ғишыҡ иғлан ҡәҙер мәсхәрә
ғорур иғтибар ҡәләм мәсьәлә
ғүмер идара ҡәнәғәт мәҫәл
мәҫәлән сәнғәт фәһем хәтәр
мәхлүк сәфәр хазина хәүеф
мәхрүм сәхәр хайран һандыҡ
мәхшәр сәхнә хайыуан һауап
мәһәр табут хаҡ һөжүм
мәшғүл талап халыҡ һүрәт
мәшһүр тамам харам һәйкәл
мәшәҡәт тантана хата һәләкәт
нағыш тасуир хаят шағир
намыҫ тасуири хеҙмәт шайтан
нөктә тәбиғи хикмәт шарт
нур тәбрик хилаф шаһит
нәҫел тәғлимәт хисап шиғыр
нәҫер тәғәйен холоҡ ширҡәт
нәтижә тәжрибә хөкөм шөбһә
нәфис тәҡдим хөкүмәт шөғөл
нәфсе тәҡдир хөр шөкөр
рамаҙан тәҡәт хөрмәт шөһрәт
риза тәләф хөрриәт шәрбәт
ризыҡ тәрбиә хөрәфәт шәриғәт
рәис тәүбә хөсөт шәфҡәт
рәсем тәүфиҡ хыял шәхес
рәсми тәүәккәл хыянат әҙәбиәт
рәссам тәшкил хәбәр әҙәп
сабах тәһәрәт хәҙер әжер
сабый тәьмин хәҙрәт әзәл
сабыр тәьҫир хәжәт әлбиттә
саҙаҡа фажиғә хәйер әлифба
сар файҙа хәйлә әмер
сатыр фараз хәҡиҡәт әмир
саф фекер хәл әмәл
синыф фетнә хәләл әсбап
сифат фиҙа хәмер әүлиә
сихыр фиҙаҡәр хәрби әхирәт
сихәт фирҡә хәреф әхлаҡ
сәбәп форсат хәрәкәт әһәмиәт
сәғәт фәҡир хәсрәт яза сәйәхәт фән хәтер яуап
сәләм фәтүә хәтирә яфа
Ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр күбеһенсә абстракт мәғәнәле булып, тематик йәһәттән улар фәнни һәм дини, ижтимағи-йәшәйеш һәм идара-хакимиәт, мәғариф һәм мәҙәниәт, хоҡуҡ һәм әхлаҡ, тормош-көнкүреш төшөнсәләрен аңлата.
Ғәрәп һүҙҙәре башҡорт теленең парлы һүҙҙәрендә тотороҡло урын алған:
бәлә-ҡаза, йәбер-золом, кәйеф-сафа, хәүеф-хәтәр, шаҡ-шөбһә (икеһе лә ғәрәп һүҙҙәре), зат-ырыу, иҫәп-хисап, ҡайғы-хәсрәт (береһе башҡорт, ә икенсеһе ғәрәп һүҙе).
Культура-ағартыу, мәғариф эштәренең матур әҙәбиәт, фән һәм техниканың, сауҙа бәйләнештәренең прогрессив үҫеше арҡаһында рус әҙәби теле, башҡа телдәр үҫешенә көслө йоғонто яһаған кеүек, башҡорт әҙәби теленең лексик яҡтан байыуына, тулыланыуына ла ҙур булышлыҡ итә. Рус теленә башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр тәбиғи рәүештә башҡорт әҙәби теленә лә килеп керә һәм уның лексикаһын байыта.
Шулай итеп, башҡорт теленең лексик составында үҙләштерелгән һүҙҙәр байтаҡ урын ала. Бер генә халыҡ та айырым, аралашмайынса йәшәй алмаған. Тәүҙә башҡа ҡәбиләләр менән, һуңға табан төрлө халыҡтар, дәүләттәр менән аралашыу һөҙөмтәһендә башҡорт теленә теге йәки был телдән һүҙҙәр килеп кергән. Уларҙың ижтимағи тарихи ерлеге төрлөсә булған. Бер халыҡтан матди байлыҡ элементтары алышҡанда теге йәки был һүҙҙәр инһә, икенсе халыҡтан сәйәсәткә, мәҙәниәткә, әҙәбиәткә, дингә, сауҙаға һәм башҡа мөнәсәбәттәргә бәйле һүҙҙәр килеп кергән. Уларҙың боронғораҡ осорҙа килеп ингәндәре башҡорт телендә хәҙер сит һүҙ итеп тойолмай ҙа, сөнки улар башҡорт теленең фонетик закондарына тулыһынса буйһонған, йәғни "башҡортлашҡандар". Быға миҫал итеп бура, бала, һыра, сынйыр, һөнәр, етем (йәтим), тыныс, һурпа, һөрмә, ҡағыҙ, малай, йүшкә, һалам, синдек, шыя, әзмәүер йәки азмауыр, эләүкә, мейес һәм башҡа бик күп һүҙҙәрҙе күрһәтергә мөмкин.
ИКЕНСЕ БҮЛЕК
Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә һүҙьяһалыш ысулдары
Һүҙьяһалыш ысулы-телдең ниндәй ҙә булһа материаль берәмектәренән, улар араһында һүҙьяһалыш мөнәсәбәттәре булдырып, яңы һүҙҙәр яһау алымы, методы. Бөтә ысулдар үҙҙәренең бөтә һүҙьяһалыш типтары һәм саралары менән һүҙьяһалыш системаһын тәшкил итә. Башҡорт телендә һүҙьяһалыштың түбәндәге ысулдары бар: 1) фонологик ысул; 2) ялғаулау ысулы; 3) һүҙҙәр ҡушылыу; 4) һүҙбәйләнештең ҡушма һүҙгә күсеүе; 5) һүҙбәйләнештең, ялғау алып, ҡушма һүҙгә күсеүе; 6) конверсия (лексик-грамматик ысул); 7) лексик-семантик ысул; 8) аббревиация (ҡыҫҡартмалар яһалышы). Ялғаулау, һүҙҙәр ҡушылыу, һүҙбәйләнештәрҙең ҡушма һүҙҙәргә күсеү ысулдары иң продуктив ысулдар һанала. Конверсия һәм лексик-семантик ысулдар бик үк продуктив түгел.
2.1 Рус теле һәм рус теле аша үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә һүҙьяһалыш ысулдары
1.Һүҙьяһалыштың фонологик ысулы.
Был ысул тел үҫешенең башланғыс осоронда бик продуктив булған. Хәҙерге ваҡытта был ысул менән һүҙҙәр яһалмай тиерлек. Һүҙҙә фонетик йәки просодик үҙгәреш һүҙҙең йөкмәткеһен үҙгәрткәндә генә фонетик һүҙьяһалыш була. Әгәр үҙгәреш һүҙҙең семантикаһын үҙгәртмәһә, ул һүҙьяһалыш тәшкил итмәй. Башҡорт телендә һүҙҙең мәғәнәһен үҙгәртеүгә килтерә торған бер нисә фонетик үҙгәреш бар: һүҙҙә айырым өндәрҙең төшөп ҡалыуы, өндәрҙең сиратлашыуы, баҫымдың күсеүе һәм нигеҙҙең палатализацияһы (нескәреүе). Башҡорт телендә был фонетик үҙгәрештәрҙең бөтә төрҙәре һүҙьяһалыш ысулының алымдарын тәшкил итә. Мәҫәлән, рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең аҙағында баҫымһыҙ һуҙынҡы төшөп ҡала: пара - пар, минута - минут, секунда - секунд, штука - штук һ.б. Башҡорт телендә аҙаҡҡы һуҙынҡының төшөп ҡалыуының сәбәбе ул һүҙҙәрҙең һанды аңлатыуында.
Рус теленән революцияға тиклемге осорҙа килеп ингән һүҙҙәрҙең күбеһе башҡорт теленең эске закондарына буйһондоролоп, әйтелеш яғынан ныҡ үҙгәртелгән. Ул һүҙҙәрҙең үҙгәртелеүе башҡорт теленең фонетик закондары менән бик еңел аңлатыла. Улар араһында ҡалынлы- нәҙекле ижектәрҙән торған һүҙҙәр, төрки телдәргә хас сингармонизм законы нигеҙендә, тора- бара йә ҡалын ғына, йә нәҙек кенә ҡулланылып китә: бревно - бүрәнә, деготь - дегет, керосин- кәрәсин, книга - кенәгә, корзина - кәрзин, матица - матса, озимь - ужым, перчатка - бирсәткә, тесьма - таҫма, утюг - үтек, церковь - сиркәү, чайник - сәйнүк һ. б.
Һүҙҙәрҙең үҙгәреп ҡабул ителеүе, барыһынан да бигерәк, ҡайһы бер рус фонемаларының башҡорт телендә булмауынан килеп сыҡҡан.
Билдәле булыуынса, төп башҡорт һүҙҙәрендә [в], [о] һәм [э] фонемалары булмай. Шуға күрә был һуҙынҡылар булған һүҙҙәр үҙләштерелгәндә рус телендәге [в] тартынҡыһы [v] йәки [ф] тартынҡыһы менән алмашына: канава- канау, квартира- фатир. Киң әйтелешле [о] һуҙынҡы өнө башҡортса [а], [у], [ү] һуҙынҡыларына күсә: кровать- карауат, хомут- ҡамыт, мох- мүк, мочало- мунсала, самовар- самауыр, смола- ыҫмала, солома- һалам. Рус теленә хас киң әйтелешле [э] өнө башҡорт теленә ингән һүҙҙәрҙә [и] өнө менән алмашына: газета - гәзит, тарелка - тәрилкә. Ошо рәүешле, рус теленән башҡорт теленә ингән һүҙҙәрҙең үҙгәреүе башҡорт теленең фонетик закондары менән еңел аңлатыла ала.
Беҙҙең ҡарамаҡҡа, рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә ике тартынҡынан башланған осраҡтарҙа алдынан һуҙынҡы өн өҫтәлеү осрағын һүҙьяһалыштың фонологик ысул тип ҡарарға кәрәктер. Башҡорт телендә һүҙ башында тартынҡыларҙың ойошоп килеү осрағы юҡ, хатта бер рәттән ике тартынҡы ла килмәй. Шуға күрә лә башҡа телдәрҙән- бигерәк тә рус теленән- һүҙҙәр үҙләштергәндә, бер рәттән килгән тартынҡылар алдынан ы,е,о,ө һуҙынҡылары өҫтәлгән. Һүҙ башында килгән р,л,й,у,(уы) өндәре алдынан да һуҙынҡылар өҫтәлеүе мөмкин.
Миҫалдар: а) әҙәби телдән өҫтәл - стол, эшләпә - шляпа, эскәмйә - скамья, эҫкерт - скирда, ыҫмала - смола, арыш - рожь, ыласын - лачин; б) халыҡтың йәнле һөйләү теленән: ышкаф - шкаф, эскәмиҙәр -скипидар, эләүкә - лавка, эрзинкә - резина; в) диалекттарҙан: эшлейә - шлея, эләтсә - ласка, сон - әүен һ.б. Миҫалдарҙан күренеүенсә, фонетик үҙгәрештәр рус теленән ингән һүҙҙәрҙең алдында килә. Әйтергә кәрәк, был күренеш татар тленә ҡарағанда башҡорт телендә күберәк урын ала, сөнки татар телендә һүҙҙәрҙең ҡыҫҡарыуы күрһәтелә, тип билдәләй телсе Н. Х. Ишбулатов. Мәҫәлән, башҡорт телендә ысыҡ (роса), ә татар телендә чык (роса).
Рус теленән һәм рус теле аша башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә Р өнөнә килгәндә, башҡорт әҙәби теле закондары һәм р алдан килгән осраҡтарҙа һуҙынҡы өҫтәүҙе сикләй: рәт- ряд, радио- радио (ырадио түгел), рам (ырама түгел), решетка (эрәшәткә түгел).
Эпентетик һуҙынҡыларҙың рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәргә өҫтәлеүе лә фонологик ысулды тәшкил итә. Бигерәк тә ул һүҙҙәр башҡорт халыҡ теле аша үҙләштерелгәндә, телдең фонетик закондарына ярашлы рәүештә һуҙынҡылар өҫтәлә. Миҫалдар: а) әҙәби телдән: торба - труба, көрпә - крупа, келәт - клеть, карауат - кровать, кенәгә - книга, кенәз - князь; б)халыҡ һөйләү теленән: дороп - дробь, көрөшкә - кружка, йәҙерә - ядро, үктәбер - октябрь, пырашка - пирожки, кәрзинкә - корзина, йанарал - генерал, ыстарыста - староста, балнис -- болъница, кәнсәләр - канцелярия, ыстанса - станция һ.б.
Башҡорт телендә һүҙ башында б өнө ҡулланылыуы-бик боронғо күренеш тип иҫәпләнә. Шул рәүешле хәҙер башҡорт әҙәби телендә ныҡлы урын алған үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең п өнө б өнөнә күскән. Миҫалдар: пуд - бот, перец - борос, перчатка - бирсәткә, пальто - бәлтә, падишах - батша, беда - биҙа, переулок - бырауылка һ.б. Әйтергә кәрәк, башҡортлаштырылған был һүҙҙәр әҙәби телдә лә, йәнле һөйләү телендә лә (диалекттарҙа) ҙур урын алған һәм актив һүҙлек составын тәшкил итә.
Билдәле булыуынса, һүҙьяһалыштың фонологик ысулы теге йәки был һүҙҙә баҫымдың үҙгәреүенә лә бәйле. Мәҫәлән, академик (фән хеҙмәткәре) башҡорт телендә академик китап (академическая книга), физик (фән хеҙмәткәре) башҡорт телендә физик тәрбиә (физическое воспитание) тигәндә баҫым һуңғы ижеккә төшә. Рус теле аша башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә баҫым башҡорт телендәгенсә һуңғы ижеккә төшә. Миҫалдар: кенәгә - книга, мискә - бочка, сиркәү - церковь, ситсы - ситец, машина - машина, кәбеҫтә - капуста.
Совет осоронда әҙәби тел аша үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә баҫым рус телендәгесә йөрөй: климат, клеенка, клиника, комплекс, конвейер, конструктор, циркуль, республика, культура, гимнастика, премьера, панорама, ситса, сатин, бумазый, дегет, нишатыр, самауыр, батмус, ҡуласа, ҡамсат, сукна, толоп, лапаҫ, таҫма, һалам, большевик, исправник, колхоз, меньшевик, нэпман, отзовист, өйәҙ, паровоз, поезд, приказ, пристав, совхоз, ударник һ.б.
2. Ялғаулау ысулы.
Һүҙьяһалыш сараларына һүҙ яһаусы ялғау бер дөйөм лексик-семантик мәғәнәгә эйә булған бер-нисә һүҙ яһарға мөмкин. Был күренеш башҡорт теленә рус теле һәм рус теле аша башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә лә күҙәтелә. Мәҫәлән, -се, -сы ялғауҙары (башҡ.) мейес + се, туғын + сы тибы менән бергә (рус.) нефт-се, трактор-сы, экскаватор-сы һ.б. һүҙҙәрендә бер уртаҡ лексик мәғәнә-зат исемен белдерә.
Хәҙерге башҡорт телендә сифат яһаусы түбәндәге ялғауҙар бар тип һанала: -аль, -ар, -и, - ив, -ик, ион, -он, ональ, -тик һ. б.
Ләкин, тел факттары күрһәткәнсә, юғарыла килтерелгән ялғауҙар башҡорт теле нигеҙендә сифаттар яһамай. Был ялғауҙар башҡа телдәрҙән үҙҙәренең яһаусы нигеҙҙәре менән бергә алынған.Шул ялғауҙар менән килгән бөтә сифаттар сығанаҡ телдә уҡ телдең һүҙьяһалыш законсалыктары нигеҙендә һәм структур үҙенсәлектәренә ярашлы рәүештә яһалған. Башҡорт телендә ул үҙләштерелгән сифаттарҙың ялғауҙары йә бөтөнләй алып ташлана, йә ҡыҫҡартыла: объективный- объектив, революционный- революцион һ. б.
Бындай үҙләштерелгән сифаттарҙың ялғауҙарын ҡыҫҡартыу алымдары бөтөн бер система тәшкил итә һәм законсалыклы булып тора.
-арный ялғауының (популярный, элементарный) –ный киҫәге төшөрөп ҡалдырыла: популяр, элементар.
-ивный ялғауының (объективный, субъективный) –ный элементтары алып ташлана: объектив, субъектив.
-ический ялғауының (коммунистический, социалистичес-
кий) –еский элементы төшөп ҡалдырыла: социаль, эксперименталь.
-онный ялғауының (революционный) –ный киҫәге алып ташлана: революцион.
Башҡорт телендә сит телдәрҙән үҙләштерелгән префикстар һәм префиксоидтарҙың шул телдәрҙән алынған һүҙҙәр (а) йә булмаһа төп башҡорт һүҙҙәре составында (б) ҡулланылып йөрөүҙәрен күҙәтергә була:
а) континент, континенталь, трансконтиненталь; норма, нормаль, анормалъ; тропик, субтропик; монтаж, монтажла, демонтажла.
б) киҫәксә, антикиҫәксә; тауыш, ультратауыш
Бынан тыш интернациональ һүҙҙәрҙә ҡулланылған бер төркөм суффикстарҙы ла айырып күрһәтеү кәрәк: Маркс, марксизм, марксист; капитал, капитализм, капиталист.; горизонт, горизонталь; эффект, эффектив.
Һүҙьяһалыш тел тарихы менән тығыҙ бәйләнгән. Уның күп кенә саралары үҙгәрә, бер хәлдә тормай. Телдең тарихи үҫеш процесында һүҙ яһаусы ҡайһы бер саралар һәм ысулдар үҙҙәренең активлығын юғалта, яңы һүҙ яһауҙа ҡатнашмай башлай, хатта ҡайһы саҡта үлегә әйләнә. Ҡайһы берҙәре, киреһенсә, автивлашып китә. Мәҫәлән, арыҫлан, болан һүҙҙәрендәге -ан ялғауы хәҙерге көндә үле ялғауға әйләнгән. -лаштыр, -лып, -сы ялғауҙары хәҙерге көндә бик продуктив булып, үҙләштеренгән һүҙҙәрҙән дә яңы һүҙҙәр яһай: синхронлаштырыу, абсурдлыҡ, транспортсы.
3. Лексик-семантик һүҙьяһалыш.
Бер һүҙҙең семантикаһы омонимдар булып бөтөнләй айырылып китеү юлы менән яңы һүҙ, яңы матди лексик берәмек яһалыу лексик-семантик ысул була. Ниндәй ҙә булһа бер һүҙ базаһында омонимдар барлыҡҡа килеү лексик-семантик ысулдың төп шарты булып тора. Һүҙьяһалыштың был ысулына һүҙ үҫеше процесында полисемияның омономик мөнәсәбәттәргә әүерелеүе һәм ике матди лексик берәмек яһалыу хас. Сит телдәрҙән лексик омонимдар үҙләштереү һөҙөмтәһендә башҡорт телендә лексик-семантик һүҙьяһалыш ысулы байый. Ундайҙарға актив (коллективтың, ойошманың иң алдынғы эшмәкәр өлөшө) – актив (предприятие балансының бөтә байлыҡ һәм мөлкәтте эсенә алған бер өлөшө), лама (будда монахы) – лама (хайуан), нота (музыкаль тауыштың шартлы билдәһе) – нота (дипломатик хат), тур (вальста)- тур (ҡырағай үгеҙ) һ.б. һүҙҙәрҙе индерергә була.
Башҡорт тел ғилемендә яңы һүҙҙәрҙең яһалыу осрағы һүҙ төркөмдәре нигеҙҙәренең семантикаһы айырылыу юлы менән дә яһала. Ундай вариант күберәк исем һәм ҡылым һүҙ төркөмдәрендә осрай.
Башҡорт телендә фонетик үҙгәрештәргә осраған үҙләштерелгән һүҙҙәр үҙҙәренең әйтелештәре һәм яҙылыштары менән телдәге быға тиклем булған һүҙҙәрҙең әйтелешенә һәм яҙылышына тап килеп, лексик омонимдар яһарға мөмкин: бот (рус. пуд) - бот (кәүҙә өлөшө тамғаһы), бур (рус. вор) - бур (аҡбур), ҡомаҡ (рус.хомяк) – ҡомаҡ (юшҡын), һабаҡ (рус. сабаҡ) – һабаҡ (үҫемлектәрҙең өҫкө өлөшө), һеркә (фарс.серкә) – һеркә (беттең йомортҡаһы) һ.б. «Бер ниндәй ҙә үҙгәрешһеҙ үҙләштерелгән һүҙҙәр үҙҙәренең әйтелештәре һәм яҙылыштары менән төп башҡорт һүҙҙәренә тап килеп, лексик-семантик юл менән яңы һүҙ яһай ала. Мәҫәлән, ар (йөҙ квадрат метрға тигеҙ булған ер үлсәү берәмеге) – ар (удмурт халҡының әүәлге исеме), бал (ҙур танса кисәһе) – бал (ашамлыҡ), май (йылдың бишенсе айы) – май (ашамлыҡ), талаҡ (шәриғәт буйынса, ирҙәрҙең ҡатын айырыуы) – талаҡ (ағза) һ.б.», - тип билдәләй омонимдар һүҙлеген төҙөүсе автор М.Х.Әхтәмов. Күренеүенсә, бындағы иштәрҙең тәүге һүҙҙәре сит телдәрҙән үҙләштерелгән: ар һәм бал – рус теле аша француз теленән, май – рус теле аша латин теленән, талаҡ – ғәрәп теленән.
«Һүҙьяһалыш семасиологик процестар менән дә бәйләнгән. Теләһә ниндәй яңы һүҙҙең яһалыуы яңы мәғәнә йәки яңы мәғәнә төҫмөрө, төшөнсәләр айырыу менән бәйләнә. Был мәсьәләләр инде туранан-тура семасиологияға ҡарай», - тип билдәләй ғалим М.Х.Әхтәмов.
Шулай итеп, ҡайһы бер яғы менән һүҙьяһалыш лексикология менән дә бәйләнгән. Һүҙьяһалыш ваҡытында һүҙҙең яңы формаһы түгел, ә яңы төшөнсә йәки төшөнсәнең төҫмөрөн белдергән яңы лексик берәмек яһала. Билдәле булыуынса, тел берәмеге булараҡ һәр һүҙ лексикологияның да өйрәнеү объекты иҫәпләнә. Мәҫәлән, һүҙ омонимия, синонимия, антонимия күҙлегенән, активлығы-пассивлығы, сығышы яғынан характерланырға мөмкин.
4. Аббревиация. Был ысул ниндәйҙер кимәлдә Һүҙьяһалыштың лексик-синтаксик ысулына ла оҡшап китә, сөнки аббревиация һүҙбәйләнештәрҙең беренсе элементтарын йәки һүҙҙәрҙең беренсе өндәрен йә булмаһа беренсе хәрефтәрен ҡушыу юлы менән һүҙҙәр яһау ысулы була. М.Х.Әхтәмов билдәләүенсә, башҡорт телендәге күпселек ҡыҫҡартылған һүҙҙәр рус теленән алынған һәм алына. Рус телендәге был ҡыҫҡартмаларҙың күпселеге үҙ ерлегендә яһала: ВУЗ (высшее учебное заведение), ФГОС (федеральные государственные образовательные стандарты), ЕГЭ (единые государственные экзамены)-БДИ (берҙәм дәүләт имтихандары), БОМЖ (без определенного места жительства), ИКТ (информационно-коммуникационные технологии), КТП (календарно-тематическое палнирование), СНГ (союз независимых государств)-БДО (Берләшкән дәүләттәр ойошмаһы), ОАО (открытое акционерное общество)- ААЙ (асыҡ акционерҙар йәмғиәте, ЗАО (закрытое акционерное общество)- ЯАЙ (ябыҡ акционерҙар йәмғиәте) һ.б.
Рус теле аббревиатураларын башҡорт теленә ауҙарылған осраҡта ҡулланылышы хәҙер осрай. Аббвреатураларҙың Европа һәм башҡа телдәрҙән үҙләштерелгәндәренә түбәндәгеләр ҡарай: НАТО, ООН (организация объединенных наций)-БМО (берләшкән милләттәр ойошмаһы), США (Соединенные штаты Америки)-АҠШ (Америка ҡушма штаттары), ЮНЕСКО һ.б.
Морфологик юл.
Был ысул ике йәки һирәк кенә бер нисә ябай нигеҙҙең бер һүҙ булып ҡушылыуына ғибәрәт. Һис һүҙһеҙ, ҡушма һүҙҙәренең компоненттары араһында үҙ- ара бәйләнеш була. Был хәл компоненттарҙың грамматик тәбиғәтенән һәм лексик йөкмәткеһенән сығып һайлап алыныуында сағыла.
Һүҙьяһалыштың морфологик ысулына рус теленән үҙләштерелгән колхоз, совхоз, паровоз, пароход, теплоход, самолет, вертолет (мке тамыры ла ҡыҫҡартылған) һүҙҙәре керә. Йәки икенсе өлөшө башҡортсаға ауҙарылған драматүңәрәк, радиоприемник- радиоалғыс, радиосетъ- радиоселтәр, радиопередача- радиотапшы-рыу, радиосвязъ - радиобәйләнеш, мотопила- мотобысҡы һүҙҙәрен осратырға мөмкин.
Морфологик ысулда сит һүҙҙең морфологик төҙөлөшө һәм мотивировкаһы ҡабул ителә. Мәҫәлән, флешкарта, блогмен, медиатека.
6. Калькалаштырыу. Калька — французса үтә күренмәле тигән һүҙ. Теге йәки был
һүҙҙе киҫәкләп морфемалап бер телдән икенсе телгә тәржемә
итеп, бер бөтөн һүҙ барлыҡҡа килә. Тәржемә һүҙгә-һүҙ,
элементҡа элемент булып, тәржемә ителгән киҫәктәр асыҡ
күренеп торғанға, бындай һүҙ яһалышын калькалаштырыу
тигәндәр. Калькалаштырғанда, сит һүҙҙең морфологик төҙөлөшө
һәм мотивировкаһы ҡабул ителә. Мәҫәлән, озеленение
йәшелләндереү, подвижностъ-хәрәкәтсәнлек, объединение - берләшмә.
А.А.Юлдашев терминдар төҙөүҙә аналитик юл менән һүҙҙәр яһалышының активлашып китеүен һәм был терминдарҙың сығышы яғынан калькаға бурыслы булыуын әйтә. Мәҫәлән, предвыборный- һайлау алды, горная цепь- тау теҙмәһе. Шулай уҡ продуктив һәм продуктив булмаған калькалар (күп ҡулланышлы һәм аҙ ҡулланышлы) хаҡында әйтеп үтә. Мәсәлән, ярым колония (полуколония), ярым сүл (полупустыня), ярымутрау (полуостров), ярымшар (полушарие) һ.б. - продуктив калькалар, ярым класс (подкласс), ярым отряд (подотряд), ярым тип (подтип)-бик аҙ ҡулланылалар, продуктив түгелдәр. Һүҙҙең рус телендәге под-(приставка) компоненты "ярым" рәүешендә калькалаша, ә ҡалған өлөшө шул көйө күсерелә, йә калькалаша. Әгәр һүҙҙең икенсе өлөшө рус телендәге кеүек күсерелһә, ярым калька барлыҡҡа килә. Килтерелгән миҫалдарҙан ярым колония, ярыт класс, ярым отряд, ярым тип һүҙҙәре ярым калъкалар.
Телселәр калькаларҙы ике төп өлөшкә бүлеп йөрөтәләр:
лексик һәм фразеологик калькалар. Лексик калькалар үҙ
нәүбәтендә түбәндәгесә бүлеп өйрәнелә: а) структур, йәғни һүҙ
яһаусы калькалар. Мәҫәлән, надстройка-өҫҡорма, овощеводство-йәшелсәлек, остановка-туҡталыш һ.б. б)семантик калькалар. Мәҫәлән, -ҡаҙау, сөй (гвоздъ)- тура
мәғәнәһендә, гвоздъ программы -программаның төп өлөшө
(ҡаҙауы) -ситләтелгән мәғәнәлә, йәғни семантик калька һ.б
Рус теле тәьҫирендә һүҙҙәрҙең мәғәнәләре байый, уның ҡулланылыш активлығы арта: айлыҡ (месячник), ҡара эш (черная работа), ауыр уҫмер (трудный ребенок), кеҫәгә һуҡыу (ударитъ по карманам), -ҡара баҙар (черный рынок), ҡара тап (черные пятна), аҡ таптар (белые пятна), йәшел йылан (зеленый змей), ауыртҡан урын (больное место), сауҙа нөктәләре (торговые точки) һ.б. Мәғәнәүи калькалар терминлашыу, конверсия һәм детерминация юлы менән яһалалар.
Калькалар ҙа телдәрҙең тығыҙ бәйләнеше һөҙөмтәһендә барлыҡҡа киләләр, ләкин улар күберәк яҙма тел аша килеп инәләр.
Һығымта яһап, шуны әйтергә кәрәк: рус теленән ингән калькалар, башҡорт теленең һүҙлек байлығы артыуында мөһим сығанаҡ булараҡ, рус һәм башҡорт телдәренең лексик-морфологик элементтарының ҡушылыуы, бәйләнеүе арҡаһында килеп сыҡҡан һүҙ яһалыштарын белдерәләр. Улар башҡорт телендә яңы типтағы лексик һәм семантик, фразеологик берәмектәрҙе барлыҡҡа килтерәләр.
2.2 Ғәрәп- фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә һүҙьяһалыш ысулдары
Хәҙерге башҡорт әҙәби телендә ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ифрат күп булыуы, беҙҙең ҡарамаҡҡа, 1930 йылдарға тиклем башҡорттарҙың ғәрәп- фарсы яҙмаһы менән файҙаланыуынан киләлер. Башҡорт телендәге ғәрәп- фарсы һүҙҙәренең башҡорт теленә хас булмаған төҙөлөшө һаҡланыуын беренсенән, ж, з, ф өндәренең булыуы, ҡ, ғ өндәренең алғы рәт һуҙынҡылары менән ҡулланылыуы һ.б. менән аңлатырға була. Икенсенән, рус теленән элегерәк осорҙа үҙләштерелеп тә, телдә нығынып өлгөрмәгән рус һүҙҙәре рус орфографияһы нигеҙендә яҙыла башлайҙар, ә ғәрәп- фасы һүҙҙәре ныҡ үҙгәрешкә бирелмәйҙәр, сөнки башҡорт теленең махсус өндәрен сағылдырыусы хәрефтәр (ҡ, э, у, ө һ.б.) уларҙы элеккесә яҙырға мөмкинселек булыуынан килә.
Фонетик ысул. Һәр һүҙ өндәр ярҙамында материаль сағылыш таба һәм мәғәнә менән тауыш берҙәмлеген тәшкил итә. Яңы һүҙҙәр шул телдең фонетик закондарына ярашлы рәүештә яһала. Мәҫәлән һүрәт- сүрәт һүҙҙәрендә һ өнө с өнөнә, шиғыр- шағир һүҙҙәрендә и өнө а өнөнә әйләнгән. Тасуир- тасуири һүҙҙәрендә и өнө өҫтәлгән. Йәки, киреһенсә, хәҙер- әҙер һүҙҙәрендә тәүге өн төшөп ҡалған. (хайыуан- хайуан, дин- дини)
Ялғаулау ысулы. Ғәрәп-фарсы телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр башҡорт телендә һәр ялғау яһаусы нигеҙгә сингармонизм законынан сығып яһала: фәҡир + лек, ғилем-ғилми. Шуның һөҙөмтәһендә башҡорт телендә ялғауҙарҙың һәр саҡ ике (ҡалын һәм нәҙек) варианты була. «Башҡорт теленең төп фонетик күренештәре булған редукция, элизия, ассимиляция һ.б. кеүек күренештәр һүҙьяһалыш процесында ла сағыла: зәһәр – зәһәрләнеү һ.б.
Был телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙең ҡайһы берҙәре башҡорт телендә яңы һүҙҙрр яһауға ла ҡатнаша. Был инде уларҙың телебеҙҙе ныҡлап үҙләштерелеүе хаҡында һөйләй. Мәҫәлән: бәхет – бәхетле – бәхетһеҙ – бәхетһеҙлек, иғтибар – иғтибарлы – иғтибарлылыҡ – иғтибарһыҙ – иғтибарһыҙлыҡ, мәғәнә – мәғәнәле – мәғәнәләш – мәғәнәһеҙ – мәғәнәһеҙлек, тәбрик – тәбрикләү, тәжрибә – тәжрибәле – тәжрибәһеҙ – тәжрибәһеҙлек, фекер – фекерләү, хәрәкәт – хәрәкәтле – хәрәкәтсән – хәрәкәтһеҙ, һөнәр – һөнәрселек һ.б.
Ғәрәп-фарсы телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр һүҙьяһалыш системаһында стилистика фәне менән дә яраҡлаша алыуы түбәндәге миҫалдарҙа күренә һәм билдәле бер бәйләнештә тора. Яңы яһалған теләһә ниндәй һүҙ стилгә ҡарата битараф булмай. Ҡайһы бер һүҙ яһаусы ялғауҙар, мәҫәлән, -сек, -сә, -сыҡ, -соҡ ялғауҙары китап-китапсыҡ һ.б. һүҙҙәргә асыҡтан-асыҡ экспрессив-эмоциональ биҙәк өҫтәй.
Морфематик үҙенсәлектәре буйынса ла фарсы һүҙҙәрен танып була. Мәҫәлән, би- префикслы һүҙҙәр (бимаза, бинихак, бисара, битараф, бихәбәр), на- префикслы һүҙҙәр (насар, нахаҡ), бәд— префикслы һүҙҙәр (бәдбәхет, бәддоға), -гәр, -ҡәр префикслы һүҙҙәр (сауҙагәр, фиҙаҡәр) фарсы теленән үҙләштерелгән була һ.б.
Башҡорт телендә үҙләштерелгән префикстар һәм префиксоидтарҙың шул телдәрҙән алынған һүҙҙәр (а) йә булмаһа төп башҡорт һүҙҙәре составында (б) ҡулланылып йөрөүҙәрен күҙәтергә була:
а)бәхет, бәдбәхет; хаҡ, нахаҡ; хисап, бихисап
б)баш, баштаҡ, бибаштаҡ.
һүҙгә юҡлыҡ мәғәнәһен биреүсе би- префиксы: бимаза (ғәрәпсә мадағ тыныс, яй ), бинахаҡҡа (ғәрәпсә нахаҡ "яла яғыу"), битараф (ғәрәпсә тараф "йүнәлеш", "яҡ"), бихисап (ғәрәпсә хисап "иҫәп", бигөнаһ (фарсыса гөнаһ "ғәйеп"), бисара (фарсыса сара "кимәл", "сара"); юҡлыҡ мәғәнәһе биреүсе на-префиксы: нахаҡ (ғәрәпсә хаҡ "дөрөҫлөк"), нәтәрхәм (ғәрәпсә мәрхүм "үлек"), насар (фарсыса сара ); тамырҙағы үҙенсәлектең булыуын йәки һөнәр мәғәнәһен биреүсе -кәр/-гәр суффиксы: хәйләкәр, фиҙакәр (ғәрәпсә фидаъи "ҡорбан"), һәүәҫкәр, хеҙмәткәр, сауҙагәр; башҡорт телендә генә ҡулланылған, һүҙҙәге мәғәнәгә эйә булыуҙы белдергән -яр/-йәр суффиксы: Бәхтейәр (бәхетле), Муллаяр (мулла һымаҡ белемле), Шәмсийәр (ҡояшлы), Данияр (данлы), Ниғмәтйәр (затлы, бай).
Миҫалдарҙан күренеүенсә, ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә башҡорт теле закондары инҡар ителгән, йәғни, нәҙек һуҙынҡылар ҡ,ғ тартынҡылары менән килгән. Шулай уҡ һуҙынҡылар сингармонизм законына буйһонмаған. Бер һүҙ эсендә алғы рәт һуҙынҡылары ла, артҡы рәт һуҙынҡылары ла бар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар башҡорт теленең лексик составында нытслы урын алғандар һәм хәҙерге көндә лә беҙ уларҙы йыш ҡулланабыҙ.Ҡайһы бер ялғауҙар лексик мәғәнәгә лә, грамматик мәғәнәгә лә эйә. Мәҫәлән, ҡиммәтле, тимерлек, нигеҙһеҙ һүҙҙәрендә -ле, -лек, -һеҙ ялғауҙары яңы семантик мәғәнә, ә күҙлекле (кеше), килгәнлек, дәфтәрһеҙ (ҡалыу) һүҙҙәрендә грамматик мәғәнә белдерә.
Лексик-семантик ысул.
Бер һүҙҙең семантикаһы омонимдар булып бөтөнләй айырылып китеү юлы менән яңы һүҙ,яңы матди лексик берәмек яһалыу лексик-семантик ысул була. «Ниндәй ҙә булһа бер һүҙ базаһында омонимдар барлыҡҡа килеү лексик-семантик ысулдың төп шарты булып тора», - тип билдәләй М.Х.Әхтәмов. Шул юл менән телдә ике матди берәмек – элекке мәғәнәһе менән иҫке һүҙ һәм яңы мәғәнәле яңы һүҙ барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, эйә һүҙенең элек хужа мәғәнәһе генә булған. Һуңынан уның яңы мәғәнәһе (эйә - һөйләмдең баш киҫәге) барлыҡҡа килә. Һүҙҙең ошо ике мәғәнәһе семантик яҡтан айырылып китеп, ике матди лексик берәмек барлыҡҡа килгән. Башҡорт телендә ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр араһында бындай һүҙҙәр байтаҡ осрай: мәктәп (белем алыу урыны) һәм, мәҫәлән, проф. Ж.Кейекбаев мәктәбе, ҡибла (тараф) һәм фр. дүрт яғың ҡибла (теләһә яҡҡа кит мәғәнәһендә), тарих (предмет) - ил тарихы, ғәҙәт (привычка) - ғөрөф-ғәҙәт (обычай, традиция), ҡиммәт (сифат, ҡыйбатлы тауар)-ис.кешелек ҡиммәттәре, мөбәрәк - ғәрәпсә мөбәрәк бәхетле, хәйерле, мөрит - мөрид уҡыусы , эйәреүсе, Сәғәҙәт - сәгадәт бәхет, аят - доға, васыят, ғалим, халыҡ - ғәм, дәүләт,аң-зиһен, иғтибар, кәйеф-сафа, һын-ҡиәфәт һ.б.
Лексик-семантик ысул ваҡытында һүҙҙәр бер үк нигеҙҙән барлыҡҡа килә, бер үк һүҙ төркөмөнә ҡарай, үҙ-ара лексик омоним һанала. Улар бер һүҙҙән айырылып китеп, уҙ ара «тере» мөнәсәбәттәрен юғалтҡан була. «Башҡорт телендә лексик омоним төҙөүсе компоненттар һәр саҡ бер үк һүҙ төркөмөнән була», - тип М.Х. Әхтәмов тағы ла бер тапҡыр үҙенең «Омонимдар һүҙлегендә иҫбатлап ҡуя. Был ысулға түбәндәге миҫалдарҙы (ғәрәп теленән) ла килтерергә була. Мәҫәлән, миҫал өсөн башҡорт һөйләштәрендә ҡулланылып, әҙәби телдә булмаған түбәндәге һүҙҙәр: бөхил һаран, бикәр таҙа , хәжәт бурыс , хәрез йәки һәреҙ мөмкинселек, юл кәрәк-яраҡтары, фәтеүә йәки һәтеүә белем, ғибәрәт, өлгө, аңлау, хая йәки һая тәрбиәле ,оят һ.б.
Лексик- грамматик ысул.
Һүҙьяһалышта дөйөмләштереү грамматикалағы абстракциянан бик ныҡ айырыла. Һүҙьяһалыш дөйөмләштереүе һәр саҡ яңы үҙ аллы төшөнсә төҫмөрө менән бәйләнә: гүзәл (ҡыҙ) -гүзәллек (бөтөнләй яңы төшөнсә - билдә исеме), буяу (эш-хәрәкәт)-буяп сығыу (эш-хәрәкәттең төҫмөрө, үҙенсәлеге), ғәрип (билдә исеме)- ғәрип (сифат). Грамматик абстракция ваҡытында лексик йөкмәткенән айырылыу, грамматик билдәләрҙең һәм мөнәсәбәттәрҙең бүленеүе килеп сыға. Мәҫәлән, ауылға ҡарау, ауылда тороу һүҙбәйләнештәрендә -ға һәм -да ялғауҙары һүҙ бәйләнешен ген ә белдерә.
Һүҙьяһалыштың был ысулы саф йәки грамматик форманттар алған нигеҙҙәрҙең башҡа һүҙ төркөменә күсеү юлы менән яңы һүҙҙәр яһалыуҙан ғибәрәт. Конверсия, йәғни һүҙьяһалыштың лексик-грамматик ысулы, донъялағы күп телдәргә билдәле. Был күренеш инглиз, француз, молдаван, әрмән һ.б. телдәрҙә бар. Һүҙҙәрҙең бер лексик-грамматик класҡа күсеү юлы менән һүҙҙәр яһалыу башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә лә осрай.
Морфологик ысул.
Ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр, юғарыла билдәләүебеҙсә, бөгөнгө көндә ысын мәғәнәһендә башҡорттоң төп һүҙлләренә әйләнеп бара кеүек. Шуның өсөн дә лексик-семантик ысулға ҡарағанда был ике телдең һүҙҙәренән мәғәнәләш парҙарына иғтибар итергә кәрәк. Мәҫәлән, өгөт- нәсихәт, ҡәҙер-хөрмәт, хәйер-фатиха, тел-әҙәбиәт һ.б. Беҙгә ҡалһа, был парҙарҙың беренсе компоненттары, өндәр системаһына ҡарағанда, төп башҡорт, ә икенсе компоненттары ғәрәп һүҙҙәре. Сөнки, белеүебеҙсә, ғәрәп теленән ингән һүҙҙәрҙең күпселеге сингармонизм законына буйһонмай (ә-ҡ,ғ), йә булмаһа бер һүҙҙә ҡалын һуҙынҡы ла, нәҙек һуҙынҡы ла бер ҡатарҙан килеүе мөмкин (китап, мәҫәлән).
-Хана, -стан, -намә, -хур тибындағы аффиксоидтар мәсьәләһе лә телселәр иғтибарынан ситтә ҡалырға тейеш түгел: ашхана, сәйхана; китапхана, ҡымыҙхана; йондоҙнамә, сәйәхәтнамә; сәйхур, балхур, ҡанхур.
Миҫалдарҙан күренеүенсә, ғәрәп- фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә башҡорт теле закондары инҡар ителгән, йәғни, нәҙек һуҙынҡылар ҡ,ғ тартынҡылары менән килгән. Шулай уҡ һуҙынҡылар сингармонизм законына буйһонмаған. Бер һүҙ эсендә алғы рәт һуҙынҡылары ла, артҡы рәт һуҙынҡылары ла бар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар башҡорт теленең лексик составында нытслы урын алғандар һәм хәҙерге көндә лә беҙ уларҙы йыш ҡулланабыҙ.
Шулай итеп, башҡорт телендә үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең һүҙьяһалыш ысулдары башҡорт теленең һүҙьяһалыш ысулдарына буйһона. Бынан башҡорт тел белемендә «һүҙьяһалыш » тигән терминдың ике мәғәнәһе бар икәнлеге асыҡлана: - телдең һүҙ яһаусы саралары нигеҙендә яңы һүҙҙәр яһалышы, йәғни махсус һүҙьяһалыш процесы; - яңы һүҙҙәрҙең һәм типтарҙың яһалыш закондарын һәм ысулдарын өйрәнә торған лингвистик дисциплина. Башҡорт тел ғилеменең ғәйәт ҙур, ҡатмарлы, мауыҡтырғыс һәм бик тә үҙенсәлекле, бик тә бай тип иҫәпләнгән һүҙьяһалыш бүлеге үҙенең аныҡ проблемаһы булған үҙ аллы фән.
ӨСӨНСӨ БҮЛЕК
Һүҙьяһалыш ысулдарын мәктәптә өйрәнеү.
Рус теле мәктәптәренең бишенсе класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн программаһында үҙләштерелгән һүҙҙәр һәм уларҙың һүҙьяһалыш ысулдары өйрәнелә. Һәм уҡытыу предметының төп йөкмәткеләренең береһе булып ошо һүҙьяһалыш юлдарын асыҡлау тора.
Ошо йәһәттән, мин Благовещен районы Төрөшлө дөйөм белем биреү мәктәбендә сығарылыш квалификацион эшемдең темаһы буйынса практик эшемде үткәрҙем.
Практика күрһәтеүенсә, тәүге дәрестәрҙә рус теленән һәм рус теле аша башҡа телдәрҙән, ғәрәп- фарсы телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең һүҙьяһалыш ысулдарын ҡарап үткәндә уҡыусылар ифрат ҙур хата ебәрәләр.
Шуға ярашлы, мин башҡорт теленең һүҙьяһалыш ысулдарына нигеҙләнеп үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең һүҙьяһалыш ысулдарын ҡарап үтеү яйлыраҡ булһын өсөн таблицалар төҙөнөм һәм уларҙы кабинет стенаһында даими урынға элеп ҡуйҙым.
се таблица
Рус теле, рус теле аша башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең һүҙьяһалыш ысулдары.
Фонологик ысул | пара- пар минута- минут эскәмйә- скамья эшләпә- шляпа рәт- ряд бүрәнә- бревно көрпә- крупа карауат- кровать перец- борос беда- биҙа академик (фән хеҙмәткәре)- академик китап (акдемическая книга)
|
Ялғаулау ысулы | революция- революцион абсурд- абсурдлыҡ агрессив- агрессивлыҡ гипноз- гипнозсы флейта- флейтасы |
Лексик- семантик ысул | актив (коллективтың, ойошманың иң алдынғы эшмәкәр өлөшө)- актив ( предприятие балансының бөтә байлыҡ һәм мөлкәтте эсенә алған бер өлөшө) лама (будда монахы) – лама ( хайуан) |
Лексик- синтаксик ысул | ярым колония ярым отряд |
Морфологик ысул | радиоприемник- радиоалғыс радиосеть- радиоселтәр мотопила- мотобысҡы |
Аббревация ысулы | ВУЗ (высшее учебное заведение) ИКТ(информационно- коммуни-кационные технологии) ОАО ( открытое акционерное общество) |
се таблица
Ғәрәп- фарсы телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең һүҙьяһалыш ысулдары.
Фонологик ысул | һүрәт- сүрәт шиғыр- шағир тасуир- тасуири әҙер- хәҙер бисара- бисура диуан- диуана |
Ялғаулау ысулы | мәғрифәт- мәғрифәтсе ләззәт- ләззәтлелек фетнә- фетнәлек һөнәр- һөнәрселек |
Лексик- семантик ысул | Рамаҙан- рамаҙан Сара- сара мәктәп (белем алыу урыны)- проф. Ж. Кейекбаев мәктәбе |
Лексик грамматик ысул | Гүзәл (исем)- гүзәл (сифат) ғәрип (исем)- ғәрип (сифат) бәхет (исем)- бәхетһеҙ (сифат) |
Лексик- синтаксик ысул | бәхет- бәхет шишмәһе дөрөҫ яҙыу |
Морфологик ысул | әлиба ғөрөф- ғәҙәт өгөт- нәсихәт ҡәҙер- хөрмәт хәйер- фатиха |
Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең һүҙьяһалыш ысулдары өҫтөндә эш алып барғанда, уҡыусыларҙың орфографик яҡтан ҡыйынлыҡ тыуҙыра торған урындарҙы күрә, таный алыу һәләтлеген үҫтереү мөһим. Дәрестәрҙә һүҙьяһалыш ысулдарын нығыраҡ иҫтә ҡалдырыр өсөн юғарылағы таблицаларҙы йышыраҡ ҡулланырға кәрәк һәм уларҙы кабинет стенаһына элеп ҡуйыу тәҡдим ителә. Күнегеүҙәрҙе төрлөләтеп һайлау талап ителә.
Практика күрһәтеүенсә, аҙаҡҡы дәрестәрҙә күпселек уҡыусылар башҡорт текстарында үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең һүҙьяһалыш ысулдарын ауырлыҡһыҙ айыра, ялғауҙарҙы дөрөҫ ҡуша башланылар, диктанттарҙа хаталары күпкә кәмене.
ДӘРЕС КОНСПЕКТЫ (ҡабатлау дәресе)
Тема: Башҡорт лексикаһында үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең һүҙьяһалыш ысулдарын ҡабатлау.
Маҡсат:
рус теле, рус теле аша латин, француз, грек, инглиз, немец, итальян телдәренән; ғәрәп-фарсы телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең һүҙьяһалыш ысулдарын нығытыу;
балаларҙың телмәрен үҫтереү, белемдәрен ситемаға килтереү;
башҡорт теленә ҡарата һөйөү уятыу.
Йыһазландырыу: таблицалар, схемалар, карточкалар.
ДӘРЕС БАРЫШЫ
Ойоштороу мәле.
- Һаумыһығыҙ, балалар! Хәйерле көн! Ултырығыҙ! Бөгөн беҙҙең асыҡ дәрес! Иғтибар менән тыңлап, әүҙем ҡатнашып ултырыуығыҙҙы теләйем!
Артикуляцион-фонетик күнегеү. Тиҙәйткес уҡыу.
Ҡара ҡарға ҡунған ҡарға,
Ҡарға ҡунған аҡ ҡарға,
Шул ҡарғаны ҡарар өсөн
Ҡарға йыйылған ҡарға.
Таҡтала бирелгән тиҙәйткесте үҙ аллы уҡып сығығыҙ. Хәҙер мин уҡыйым, һеҙ минең арттан күҙәтеп барығыҙ.
Бер-ике тапҡыр класс менән уҡып сығыу.
- Кем беҙгә матур итеп интонация менән уҡып ишеттерә?
Өйгә эште тикшереү
Үткән дәрестә ниндәй өй эше бирелде? Әйҙәгеҙ, тикшерәйек.
Өйҙә хикәйәлә осраған үҙләштерлгән һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөп килергә тейеш инегеҙ.
Үткән теманы ҡабатлау
Уҡыусылар, үткән дәрестә беҙ ниндәй тема ҡарап үттек?
Үткән тема буйынса һораҙар бирелә)
Башҡорт телендә ниндәй телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр ҡулланыла? (Рус теле, рус теле аша латин, француз, грек,инглиз, немец, итальян телдәренән; ғәрәп-фарсы телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр ҡулланыла)
Уларҙың һүҙьяһалыш ысулдарын тағы ла берҙе, әйҙәгеҙ, ҡабатлап үтәйек һәм миҫалдар килтерәйек. (фонологик ысул, лексик-семантик ысул, лексик-грамматик ысул, лексик-синтаксик ысул, морфологик ысул, ялғаулау ысулы, аббревация)
Тема буйынса эш.
Балалар, таҡтала бирелгән һүҙҙәрҙе ике төркөмгә бүлеп күсереп яҙырға кәрәк. Беренсе төркөм- рус теле, рус теле аша башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр, икенсе төркөм- ғәрәп- фарсы телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр.
Кәрниз, хыянат, хәҙер, һалдат,автомат, дуҫ, лупа, алфавит, конкурс, дошман, армия, әлифба, концерт, майҙан, кеҫә, спортсмен, таҫтамал, теплоход, дөрөҫ, самолет, ғилем, эскәмйә, мәктәп, вертолет.
Әйҙәгеҙ, тикшереп сығайыҡ.
Яҡшы, барығыҙ ҙа был эште һәйбәт башҡарҙығыҙ. Ә хәҙер китаптарығыҙҙы асып 45- се күнегеүҙе табығыҙ. Күнегеүҙә нимә эшләргә кәрәк? (Тексты тасуири итеп уҡып сығырға, күсереп яҙырға һәм үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙып сығырға, сылбыр буйнса уҡып тикшереп сығыу).
Был күнегеүҙе лә яҡшы башҡарҙығыҙ, афариндар!
- Карточкалар менән эшләү. (Карточкаларҙа бирелгән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең һүҙьяһалыш ысулдарын таблицаға таянып билдәләп сығыу).
- Был күнегеүҙе башҡарыр алдынан, әйҙәгеҙ, таблицаларҙы тағы ла бер тапҡыр ҡарап үтәйек.
Студентмын Райондаш БДУ Йәшел йылан Һүрәт Совхоз Ҡәҙер-хөрмәт Монтажлау Революцион Гүзәл Самолет Тракторсы Ярым утрау Физик карауат сәйхана әлифба тасуир |
Йыйып алып тикшереү.
6. Дөйөмләштереү.
Уҡытыусы һүҙе.
- Бөгөн нимәләр тураһында һөйләшеп үттек?
- Нимәләр ҡабатланыҡ?
7. Өйгә эш биреү.
- Уҡыусылар, һеҙгә өйҙә әҙәби китаптан үҙләштерелгән һүҙҙәр ҡулланылған дүрт һөйләм күсереп яҙып алырға кәрәк.
8. Баһалау.
- Дәрестә бик әүҙем ҡатнашып ултырған өсөн ............. биш билдәһе
ҡуям, ә ................дүртле. Уларға артабанғы дәрестәрҙә активыраҡ булыуҙарын теләйем.
9. Йомғаҡлау.
- Дәрес тамам, барығыҙға ла рәхмәт! Һау булығыҙ!
ЙОМҒАҠ
Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһын бай һәм күп яҡлы һүҙҙәр системаһы һәм уларҙың мәғәнәләре тәшкил итә. Уның лексик байлығы ҙур үҫеш алған тип һаналған телдәрҙән бер нисек тә ҡалышмай. Унда төрлө структураларға һәм стилдәргә ҡараған йөҙәрсә мең һүҙ бар.
Башҡорт теленең лексик байлығы, башҡа телдәрҙәге кеүек үк ҡапыл ғына барлыҡҡа килмәгән. Унда яйлап ҡына яңы һүҙҙәр барлыҡҡа килгән, йәшәп килгән лексик берәмектәрҙең мәғәнәләре киңәйгән. Был процесс халыҡтың сәйәси, иҡтисади һәм мәғәнәүи тормошо менән бәйле рәүештә барған. Башҡорт телендә бигерәк тә XX быуат баштарында һәм урталарында бик күп яңы һүҙҙәр барлыҡҡа килә: боҙватҡыс, интеллигенция, колхоз, радар, синаж, телевизор һ.б.
Һуңғы осорҙа дөйөм тел ғилемендә, тюркологияла, шул иҫәптән башҡорт тел ғилемендә лә, айырым телдәрҙең һүҙьяһалыш системаларына арналған байтаҡ фундаменталь пландағы тикшеренеүҙәр башҡарылды, монографиялар донъя күрҙе, докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертациялары яҡланды. Был хеҙмәттәрҙә тел ғилеменең морфемика, һүҙьяһалыш, морфонология бүлектәренә ҡағылышлы яңы төшөнсәләр тикшерелде һәм уларға ярашлы лингвистик терминдар булдырылды. Улар, үҙ сиратында, академик пландағы фәнни грамматикаларҙа һәм юғары, шулай уҡ махсус урта уҡыу йорттары студенттары һәм мәктәп уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән уҡыу-уҡытыу программаларында һәм дәреслектәрендә билдәле бер кимәлдә урын алырға тейеш.
Башҡорт теленең неологизмдары исемлегенә егерменсе быуатҡа тиклем үк барлыҡҡа килгән йәки рус теленән һәм рус теле аша башҡа телдәрҙән, ғәрәп- фарсы телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе керетеп йөрөтәбеҙ. Һәр телдең байыу процесы шулай икенсе телдән яңы һүҙҙәрҙең килеп кереүе һәм актив йәки пассив ҡулланылышлыға әйләнеүе беҙҙең ижтимағи тормош күренештәре менән тығыҙ бәйләнгән. Шул һүҙҙәрҙең киң даирәһен һәр саҡта ла аңлап, һөйләү һәм яҙма телмәрҙә урынлы ҡулланыу бөгөн мәктәп уҡытыусыһының бурысы.
Үҙләштерелгән һүҙҙәр башҡорт теленең һүҙьяһалыш закондарына буйһона. Ялғаулау ысулы ярҙамында ( -лыҡ|-лек, -сы|-cе, -аль, -ар, -и, - ив, ик, -ион, -он, -ональ, -тик һ.б) яңы һүүҙәр барлыҡҡа килә. Шулай уҡ фонологик, лексик- семантик, морфологик, аббревация, морфологик-синтаксик, ысул менән яһалған һүҙҙәр телдең һүҙлек сосотавын байытыуҙа хәл иткес роль уйнай.
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ ИСЕМЛЕГЕ:
Ахтямов М. Х. Образование лексико- грамматических омонимов (омоформ) в башкирском языке// Башкирская лексика. Тематический сборник/ Под редакцией Т. М. Гарипова.- Уфа: Башкирское книжное издательство, 1966.-С.17- 25.
Ахметов М. А. Неаффиксальные средства выражения грамматических значений в башкирском языке// Советская тюркология-1984, №5.-С.32- 39.
3. Виноградов В. В. Очерки по истории русского литературного языка 17- 19 вв.- Москва,1934.-С.34- 37.
4. Гарипова Т. М. Н. К. Дмитриев и проблемы башкирского словообразования// Актуальные вопросы тюркской филологии.- Уфа, 1991.- С. 13-18.
5. Ғарипова Н. Д. Башҡорт телендә фарсы һүҙҙәре// Башҡортостан уҡытыусыһы,1962, №11, 34- 40 бит.
Әхтәмов М. Х. Омонимдар ( аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге.- Өфө: Китап, 2006.- 14 бит.
3. Халикова Р. Х. Русско- башкирские языковые контакты после
присоединения Башкирскому государству// Советская тюркология, 1983. №6. 11- 18 с.
4. Кейекбаев Ж. Ғ. Күрһәтелгән хеҙмәт.- Өфө: 2002.- 276 бит.
5. Терегулова Р. Н. Русские заимствования в башкирском языке.- Уфа, 1957.- 88 с.
6. Юлдашев А. А. Закономерности развития литературных языков народов СССР в Советскую эпоху. Отв. Ред. Н. А. Баскаков. Москва, 1969.- 111 с.
8. Хәкимов Ә. Р. Думбыра сыңы.- Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1986.- 45 бит, 54 бит, 58 бит, 150 бит.
9. Хәйри Ғ. Ғ. Өсәүҙең тарихы. Повестар һәм хикәйәләр.- Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990, 55 бит, 58 бит, 89 бит,177 бит.
10. Хәкимов Ә. Р. Күпер.- Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1979.- 32 бит, 45 бит
11. Хәкимов Ә. Р. Каруан.- Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1997.- 69 бит
12. Хәкимов Ә. Р. Өйөрмә.- Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1997.- 19 бит
13. Ишбулатов Н. Х., Әхтәмов М. Х. Хәҙерге башҡорт теле.- Өфө, 2002.- 177- 214 бит
14. Әхтәмов М. Х. Хәҙерге башҡорт теле.- Өфө, 2002.- 67- 84 бит
15. Кейекбаев Ж. Ғ., Ғәлләмов А. А. Фәритов Х. С., Аҙнабаев, Ә. М. Сәйетбатталов Ғ. Ғ. Башҡорт теле.//Педагогия училищелары өсөн дәреслек./- Өфө, 1983.-114- 127 бит
16. 17. Ишмөхәмәтов З. Ҡ. Башҡорт әҙәбиәтендәге ғәрәп- фарсы һүҙҙәренә аңлатмалар// Башҡортостан уҡытыусыһы, 1963, №12, 24- 32 бит
18. Кейебаев Ж. Г. Ғәрәп- фарсы телдәренән ингән һүҙҙәрҙә сингормонизм// Башҡортостан уҡытыусыһы, 1959, №2, 24- 28 бит.
19. Харисов Ә. И. Һүҙлек: Ғәрәпсә- фарсыса- башҡортса// Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы XVIII- XIX быуаттар.- Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1965.- 397- 414 бит.
20. Кейекбаев Ж. Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы: Уҡыу ҡулланмаһы.- Өфө:Башҡортостан китап нәшриәте,1966.- 279 бит
21. Кейекбаев Ж. Ғ., Сәйетбатталов Ғ. Ғ., Ишбирҙин Э. Ф һ. б. Башҡорт теле: Педучилищелар өсөн дәреслек. Өфө: Китап, 1997.- 352 бит
22. Фәритов Х. С., Ғүмәров Ғ. Һ. б. Башҡорт теле. Лексика, фонетика, морфология: Педагогия училищелары өсөн дәреслек. I киҫәк. Төҙәтелгән һәм өҫтәлгән өсөнсө баҫмаһы.- Өфө: Башҡортостан китап издательствоһы.- 1953.- 252 бит
23. Хәҙерге башҡорт теле: Педагогия институтының башланғыс кластар факультеты студенттары өсөн дәреслек.- Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996.- 400 бит
24. Әҡмәр Ҡ. З. Башҡорт теле: Педагогия училищелары өсөн дәреслек.- Өфө: Башҡортостан китап издательствоһы, 1941.- 198 бит
25. Әхтәмов М. Х. Хәҙерге башҡорт теле. Лексикология: Уҡыу ҡулланмаһы. Өфө: БДУ, 1986, 136 бит
26. Әхтәмов М. Х. Хәҙерге башҡорт теле: Практик курс дәрестәре өсөн материалдар. Өфө: БДУ, 1980.- 70 бит
27. Ишбулатов Н. Х., Әхтәмов М. Х. Хәҙерге башҡорт теле. Фонетика, графика, орфорграфия, орфоэпия, грамматиканың төп төшөнсәләре, һүҙьяһалыш: Уҡыу ҡулланмаһы.- Өфө, БДУ, 2002.- 235- се бит.
28. Кагарманова Г. Г. Способы образования общественно- политических терминов башкирского языка// Вопросы башкирского языкознания/ Под редакцией А. Г. Биишева, Н. Г. Максютовой, З. Г. Ураксина (Ответственный редактор).- Уфа, БФАИ СССР, 1975.- с.85
30. Зәйнуллин М. В. Хәҙерге башҡорт теле. Морфология.- Өфө: Китап, 2005.- 55 бит.
31. Халикова Р.Х. Русско-башкирские языковые контакты после присоединения Башкирусскому государству// Советская тюркология. 1983. № 6. с.11-18.
33. Кейекбаев Ж.Ғ. Күрһәтелгән хеҙмәт. Өфө, 2002. 276 бит.
34. Терегулова Р.Н. Русские заимствования в башкирском языке. Уфа, 1957. с.88
35. Юлдашев А.А. Закономерности развития литературных языков народов СССР в Советскую эпоху. Отв. ред. Н.А.Баскаков. М., 1969.