Тема: “Һорау + яуап = портрет” (6 в класында әҙәбиәт дәресе, ҡунаҡ ветеран уҡытыусы Камалеева З.Т)
Маҡсат: Балаларҙың һөнәрҙәр тураһындағы белемдәрен системалаштырыу, уй – фекерләү һәләттәрен үҫтереү.Ололарға ҡарата ихтирамлылыҡ тәрбиәләү.
Дәрес барышы.
Уҡыусылар, “Һөнәре бар үргә йөҙөр.”
Ошо мәҡәлде нисек аңлайһығыҙ?
“Һөнәрҙең артығы юҡ” – нисек аңлайһығыҙ?
Ә һеҙ ниндәй һөнәр эйәләрен беләһегеҙ? (һанап үтәләр)
Эйе һөнәрҙәр бик күп. Илебеҙҙә 40 меңләп һөнәр бар, уны һанап бөтөрлөктә түгел. Ниндәй генә һөнәрҙе һайлаһаҡ та, белемле, ә бының өсөн иң элек, тырышып уҡырға кәрәк. Бөгөн беҙ, һеҙ әйтеп үткән, ике һөнәр төрөнә туҡталабыҙ.
Беренсеһе, әҙәбиәт дәресендә һуңғы үткән темаға бәйләнешле. Һуңғы дәрестәрҙә кем тураһында , ниндәй һөнәр тураһында һөйләштек әле.(уҡытыусы)
-Уҡытыусы тураһында ниндәй әҫәрҙәр уҡыныҡ? Ҡыҫҡаса кем һөйләп китә?
Уҡыған шиғырҙар һәм хикәйәләр, уҡытыусы һөнәренең ниндәй бөйөк икәнен иҫбатлайҙар.
Икенсе туҡталасаҡ һөнәр кем тип уйлайһығыҙ? (рәссам)
Ни өсөн мин ул һөнәрҙе һайланым икән?(сөнки мәктәптә Ә.Лутфуллин айлығы бара, уның 4 февраль тыуған көнө.)
Һәр береһенең үҙ яратҡан һөнәре бар.
Шул кешеләр араһында бөгөн ерҙә
Ҙур һәләткә эйә булған уҡытыусы һәм рәссам бар.
Һәм шуға ла уҡыусылар дәресте БСТ каналында барған телетапшырыуға бәйләп алдым . Ул “Һорау + яуап = портрет” тип атала. Бәлки, бөгөнгө дәрес кемгәлер уҡытыусы һөнәрен һайларға теләк тыуҙырыр, бәлки һеҙҙең арағыҙҙа бөйөк рәссамдар ултыралыр.
Ә был маҡсатҡа ирешергә, беҙгә, ауылыбыҙҙың абруйлы кешеһе, дөрөҫлөктө яратҡан, талапсан уҡытыусыбыҙ, әлеге ваҡытта хаҡлы ялда булған Зәйнәб Тимерхановна ярҙам итәсәк.
Түрҙән уҙығыҙ, хөрмәтле, Зәйнәб апай.
Тимәк, белеүебеҙсә был тапшырыуҙа килгән ҡунаҡҡа һорауҙар бирәбеҙ, һәм уның портретын төшөрәбеҙ. Дәрес аҙағында портретты хөрмәтле ҡунағыбыҙға бүләк итәбеҙ.
Физ –ка. Йыр “Уҡытыусыма”
Һорауҙар.
Бәләкәй саҡта уҡытыусы булам тип уйланығыҙмы?
Уҡытыусы һөнәренә ҡайһы ҡалала уҡынығыҙ?
Ниндәй фәндәрҙән уҡыттығыҙ? Нисә йыл мәктәптә эшләнегеҙ?
Нисек уйлайһығыҙ, балаларҙы яратмайынса, уҡытыусы булып эшләп буламы? Һеҙҙеңсә уҡытыусы нисек булырға тейеш?
Беҙ Лира Яҡшыбаеваның “Уҡытыусы – ул белем биреүсе лә, икенсе әсәй ҙә” тигән хикәйәһен уҡыныҡ. Унда “ Бәхетең үҙ ҡулыңда ” тигән һүҙҙәр бар ине. Һеҙ шуны нисек анлатыр инегеҙ?
Үҙегеҙҙең бала- сағығыҙ , мәктәп йылдарығыҙ тураһында һөйләп китһәгеҙ ине?
Балалар эшләгән портреттарын бүләк итәләр. Килгән ҡунаҡҡа рәхмәт һүҙҙәре еткерелә.
Һеҙгә булған сикһеҙ рәхмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә!
Уҡытыусы эше еңел тиҙәр –
Бараһы ла кире ҡайтаһы.
Балта тотоп, утын ярыу түгел,
Ручка бит уның “балтаһы”
Таш киҫәһе, нужа күрәһе юҡ –
Бараһы ла кире ҡайтаһы.
Өшөйһө юҡ һалҡын бурандарҙа,
Бысраҡҡа ла түгел батаһы.
Ҡапсыҡ аҫып, билде бөгәһе юҡ
Бараһы ла кире ҡайтаһы.
Эш ҡоралы һөйрәп йөрөйһө юҡ,
Урынында аҡбур, таҡтаһы.
Ил түгел дә, бары сабый менән
Эш итәһе, әллә ауырмы?
Юлдар һалмай, ҡала төҙөмәй ул...
Үҙеңдән һуң эҙең ҡалырмы?
-Үҙемдән һуң эҙем ҡалмай, тиеп
Ваҡытмы һуң ауыр һуларға –
Йөрәккәйем ярып бирәһем бар
Ҡаршымдағы малай, ҡыҙҙарға.
Йән йылыһын телем-телем итеп
Күңелдәргә бар бит һалаһы...
Йәшәүеңдең оло мәғәнәһелер
Ошо барып ҡайтыу араһы!
Таштар киҫеп түгел, аҡбур менән
Ерҙә эҙ ҡалдырып ҡара һин!
Маңлайҙарға күпме һырҙар өҫтәй
Ошо барып ҡайтыу араһы.
Уҡытыусы эше еңел тиҙәр
Тик ниңәлер сәстәр ағара.
Барып , ҡайтып ҡына йөрөр булһаң,
Был һөнәрҙе , зинһар, һайлама.
Ваҡыт ҡалһа
1.Үҙегеҙҙең коллегаларығыҙға ниндәй теләктәрегеҙ һәм кәңәштәрегеҙ бар?
2. Мәктәпте 10 йылдан нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?
3. Уҡытыусының иң ҙур бәхете нимәлә?
4.Һез бөгөн үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ? Иҫбат итегеҙ.
5.Нисек дәрескә әҙерләнмәйенсә килеп тә «2» алмаҫҡа?
10.Һеҙ балаларҙы яратаһығыҙмы? Иҫбат итегеҙ.
11.Ошо һүҙҙе уҡымайынса, балаларға аңлат. (потомимо - аҡбур)
А – артист, агроном, архитектор, адвокат
Б – бригадир, баянсы, бетонщик
В – врач
Г – геолог
Д – доктор,дережёр
Р - рәссам
Т – тегеүсе, табиб,төҙөүсе
У – укытыусы, умартасы, урмансы
Ш – шофёр, шахтёр
С – сварщик, слесарь
Һ- һатыусы, һауынсы.