Просмотр содержимого документа
«Әхмәтзәки Вәлиди-Туған ижады буйынса веб-квест»
Башҡорт әҙәбиәте дәресенән веб-квест
Ә.Вәлиди-Туған «Хәтирәләр»
Башҡарҙы: Мусакаева Э.Р. Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт һәм төрки телдәр филологияһы факультетының БИН-21 төркөмө.
Предмет өлкәһе:башҡорт әҙәбиәте.
Ҡатнашыусылар: 9 синыф уҡыусылары.
Бурыстар:
Уҡыусыларҙы үҙ аллы кәрәклә булған материалды һайлап алырға һәм уның өҫтөндә эшләргә өйрәтеү.
Балаларҙы төркөмдә эшләргә,үҙ эше өсөн яуаплылыҡ булдырыу өҫтөндә эшләү.
Маҡсат:
Белем биреү:
-Уҡыусыларҙы Ә.Вәлиди-Туған тормош юлы һәм ижады менән ентекле таныштырыу,бирелгән тема буйынса белемде нығытыу,төрлө заманса технологиялар менән эшләргә өйрәтеү.
Үҫтереү:
-Уҡыусыларҙы төркөмдә эшләргә өйрәтеү, эш барышында ижади һәләттәрен үҫтереү.
Тәрбиәүи:
-Ә.Вәлиди-Туған ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу,тыуған илебеҙ тарихына,арҙаҡлы шәхестәренә ҡарата ихтирамлылыҡ һәм һөйөү тәрбиәләү.
Инеш
Ә.Вәлиди-Туған тарих менән үтә лә ҡыҙыҡһынған кешеләрҙең береһе.Үткәндәр уның өсөн хәҙерге тураһында ғына түгел,ә киләсәк өсөн хәстәрлек күреү ҙә.Яҙыусының тарихи әҫәрҙәре беҙҙең заманда ла бик актуаль. «Хәтирәләр» исемле китабында уның бәләкәй сағы,яҙмышы Башҡортостан республикаһына индергән тос өлөшө сағыла.
Эш планы:
-Уҡыусыларҙың эҙләнеү эшәренең темаларын биреү.
-План буйынса һөйләшеү.
-Уҡыусыларҙың үҙ аллы эҙләнеүҙәре.
-Уҡыусыларҙың эшләнгән эштәре буйынса һығымта.
-Килеп сыҡҡан эштәрҙе яҡлау һәм һөҙөмтәләр сығарыу.
Эш:үҙегеҙҙең темаларығыҙ буйынса кәрәкле мәғлүмәт йыйып, материал туплау.Үҙегеҙҙең эштәрегеҙҙе бирелгән вариантта эшләргә.
Роль:Тарихсылар
Һеҙ тарихсылар.Һеҙҙең бурысығыҙ тарихи ҡомартҡыларға нигеҙләнеп, Ә.Вәлиди Башҡортостан тарихына индергән өлөшөн өйрәнеү.Эшләнгән эш һөҙөмтәләре буйынса презентация,реферат һәм доклад яһарға мөмкин.
Роль:Әҙәби критиктар
Һеҙ әҙәби критиктар.Иғтибарығыҙ әҙәби әҫәрҙәгә йүнәлтелгән булырға тейеш. Әҙәби образдарға ҡыҫҡаса анализ һәм үҙегеҙҙең мөнәсәбәтегеҙҙе асыҡлағыҙ.Автор геройҙы нисек итеп күҙ алдына баҫтыра шуға иғтибар итегеҙ. Эшләнгән эш һөҙөмтәләре буйынса презентация,реферат һәм доклад яһарға мөмкин.
Роль:Телселәр.
Һеҙ-тел белгестәре.Һеҙҙең маҡсатығыҙ әҫәрҙә булған иҫкергән һәм аңлашылып етмәгән һүҙҙәргә аңлатма табыу,геройҙарҙың телмәренә анализ яһау һәм уларҙың телмәре аша характерына һәм психологияһына ҡыҫҡаса анализ. Эшләнгән эш һөҙөмтәләре буйынса «Серле һүҙҙәр» аталмаһында буклет эшләргә мөмкин.
Ижади эш:
Ә.Вәлиди-Туған менән бәйле булған төрлө спектакльдар,фильмдар картиналар,шиғырҙар менән танышығыҙ.Үҙегеҙ ҙә ижади эш эшләп ҡарағыҙ.Эшләнгән эш һөҙөмтәләре буйынса ижади эш: иллюстрация,шиғыр,йыр һ.б.
Эштең һөҙөмтәһе булып конференция,балаларҙың үҙ эштәрен яҡлау,урындар билдәләү һәм бүләкләү була.