Башланғыс кластар өсөн кластан тыш сара
Тема: Өфө- Башҡортостандың баш ҡалаһы.
Маҡсат: 1) Башҡортостандың баш ҡалаһы менән таныштырыу, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләү;
Йыһазландырыу: «Өфө» тураһында һүрәттәр йыйылмаһы, аудио һәм видеояҙмалар, Өфө ҡалаһы төшөрөлгән слайдтар.
Сара барышы.
1-се алып барыусы.
Башҡортостан- ҡурай иле,
Башҡортостан- Урал ере,
Башҡортостан- ҡумыҙ теле,
Башҡортостан- ҡымыҙ сере.
(Ә. Үтәбай)
2-се алып барыусы.
Өфөм - илдең аҫыл бер ынйыһы,
Туғанлыҡ һәм дуҫлыҡ төйәге,
Башҡортостан атлы гүзәл ерҙең
Мәңге тибер дәртле йөрәге. (Ф. Мөхәмәтйәнов)
1-се алып барыусы.
-Һеҙ Башҡортостан тураһында нимә беләһегеҙ? (Башҡортостан- республика)
- Ул ҡайҙа урынлашҡан? ( Уралда)
- Башҡортостан Республикаһының майҙаны күпме? (143,600 мең квадрат километр)
- Унда күпме халыҡ йәшәй? ( 4 миллиондан ашыу)
-Баш ҡалаһын беләһегеҙме? (Өфө).
2-се алып барыусы.
Эйе, Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы. Ул боронғо ҡалаларҙың береһе. Эргәһендәге Ағиҙел йылғаһына Дим һәм Ҡариҙел йылғалары ҡушыла. Бейек тауҙа урынлашҡан. Өфө ҡалаһының тарихы ла бай, үткәне лә яҡты.
1574 - се йылда барлыҡҡа килгән.
1632 - се йылда Өфөгә ҡала статусы бирелә.
1919 - сы йылда баш ҡала булып китә.
1-се уҡыусы. С.Юлаевтың шиғырын «Уралым».
Ай, Уралым, Уралым,
Күгәреп ятҡан Уралым!
Нурға сумған түбәһе,
Күккә ашҡан Уралым
Һине маҡтай йырҙарым,
Һине данлай йырҙарым.
Төнөн күккә ай ҡалҡһа,
Көмөштәй балҡый Уралтау,
Көндөҙ күккә көн ҡалҡһа,
Алтындай балҡый Уралтау.
Биттәреңдә, Уралтау,
Ҡамыштай ҡарағай урманың,
Итәгеңдә, Уралтау,
Балаҫтай болон – ҡырҙарың.
Күҙҙең яуын алалар
Аҡ, һары, ал сәскәләр.
Сәскәләр менән һандуғас
Тәңрегә тәсбих әйтәләр.
Ҡыҙарып ҡалҡҡан ҡояшты
Һайрап ҡаршылай ҡоштарың,
Тонйорап батҡан ҡояшты
Һайрап оҙата ҡоштарың.
Ай, Уралым, Уралым.
Һылыу ҙа һылыу Уралым!
Һүҙем бөтһә лә телемдә,
Йырым бөтмәне, Уралым!
Маҡтап ҡурай уйнаһам,
Бөтмәй ҙә торған көй булыр.
Данлап йырым йырлаһам,
Бөтмәй ҙә торған йыр булыр.
1-се алып барыусы.
Эйе, Башҡортостан бик бай һәм матур ерҙә урынлашҡан-Урал ерендә.
Баш ҡала тураһында ныҡлап өйрәнеү өсөн, бөгөнгө дәресебеҙ экскурсия формаһында үтәсәк. Беҙ автобус менән төрлө күренекле урындарына сәйәхәт итербеҙ.
Экскурсия.
2-се уҡыусы.
Уҡыусылар, күҙ алдына килтерегеҙ беҙ автобусҡа ултырабыҙ. “Еңеү” кинотеатыры, Ордженикидзе мәҙәниәт һарайы, Еңеү паркы, “Ләлә” мәсете, Өфө дәүләт нефть техник университеты. Ҡала мәҙәниәт һарайы, рус драма театры, Өфө ҡалаһы хакимиәте,В. И. Ленин һәйкәле, артында М. Ғафури исемдәге паркы, Өфө дәүләт циркы, Өфө универмагы, Мир фирмаһы, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Боҙ аренаһы,Үҙәк баҙар, И. Якутов исемендәге балалар паркы, М. Кәрим исемендәге Башҡортостан Республикаһының милли йәштәр театры, Башҡортостан кунаҡханаһы, “Нефтселәр” мәҙәниәт һарайы, Родина кинотеатыры, Өфө Ҡарауанһарайы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, М. В. Нестеров исемендәге художество музейы, Өфө дәүләт авиациа техник университеты, Башҡорт дәүләт филармонияһы, Башҡорт дәүләт медицина университеты, Телеүҙәктең бейеклеге 90 метр, С. Юлаев һәйкәле. Ни өсөн С. Юлаевтың ҡолағында алҡа тора? (Сөнки ул полководец булған). Һәйкәлдең бейеклеге 19, 8 метр, ә ауырлығы 40 тонна. Скульпторы Сосланбек Дафаевич Тавасиев, ә архитекторы И. Ғ. Ғәйнетдинов.Уны ижад иткән өсөн Сосланбек Дафаевич Тавасиевҡа 1970 йылда СССР- ҙың дәүләт премияһы бирелде.
3-сө уҡыусы
Эргәһендә Халыҡтар дуҫлыҡ йорто, Башҡорт дәүләт университеты, Тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Башҡортостан Республикаһы йорто. М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры, Аксаков парк, Дуҫлыҡ монументы ул Зәки Вәлиди урамында урынлашҡан. “Ихлас” мәсете, Ботаник баҡсаһы, Башҡортостандың һатыу үҙәге, Аҡбуҙат иппадромы, Һупайлы микрорайоны, Василий Блаженов сиркәүе. Бына сәйәхәтебеҙ тамамланды. Һәр бергеҙҙең күңеле күтәрелеп киткәндер. “Гүзәл Өфөм - баш ҡалам” - тигән йырҙы йырлап алайыҡ.
Йыр «Матур Өфө ҡалаһы» йыр. К.Даян шиғыры, М.Вәлиев көйө.
1)Ағиҙелдең буйы йәмле,
Гөл сәскәле далаһы,
Шул иҙелдең буйҙарында
Матур Өфө ҡалаһы.
2) Өфө урамдары асфальт,
Бейек яңы йорттары,
Ҡара төндө көндөҙ итә
Балҡып янған уттары.
3) Эх, Өфө ҡалаһы
Йәмле иҙел буйында.
Ҡайҙа ғына йөрөһәмдә
Һин булырһың уйымда.
4-се уҡыусы.
Башҡортостандың баш ҡалаһы - Өфө. Өфө ҡалаһы Ағиҙел буйында бейек тауҙа урынлашҡан. Өфө - боронғо ҡала. Тәүҙә - Тура-тау, аҙаҡ Имән ҡала исемдәрен йөрөткән. Тимер күперҙән сыҡҡан саҡта йылғала аҡ пароходтар тирбәлә
5-се уҡыусы.
Яр башында - ике мөһабәт һәйкәл. Береһе башҡорт халҡы менән урыҫ халҡының мәңгелек дуҫлығын данлай. Икенсеһе Салауат Юлаевҡа арналған. Салауат батыр текә ерҙә ат өҫтөндә илен һаҡлап тора.
6-сы уҡыусы.
Өфө ҙур, матур, гүзәл ҡала. Ҡалала музейҙар, театрҙар, уҡыу йорттары бик күп. Был күркәм матур бина - Башҡорт драма театры. Унда башҡортса спектаклдәр ҡуйыла, байрамдар үткәрелә. Бына Милли йәштәр театры, ә быныһы “Ҡурсаҡ” театры. Тағы ла “Нур” татар, рус драма, опера һәм балет театрҙары бар. Ҡалала музейҙарҙа күп: Тыуған яҡты өйрәнеү, М. В. Нестеров музейы, Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейы.
7-се уҡыусы.
Был күркәм йорт - Республика йорто. Президент ошо йортта эшләй. Өфө урамдары киң, матур, таҙа. Иң ҙур урамдарҙың береһе - Октябрь проспекты. Өфөлә төрлө халыҡтар йәшәй: башҡорттар, урыҫтар, татарҙар, марийҙар, сыуаштар, удмурттар һәм башҡалар. Улар дуҫ, татыу йәшәй.
Йыр "Гүзәл Өфөм – Баш ҡалам"
Тау башында балҡый бер ҡала,
Ул ҡала Өфө тип атала.
Яҡтыраҡ яна йондоҙҙары,
Матурҙар егет һәм ҡыҙҙары.
Алмалары бешә балланып,
Ағиҙел аға борғаланып.
Уға ҡушыла йәмле Дине,
Ах Өфөм, мин яратам һине!
Хуш еҫ бөрккән айлы кистәре
Тирбәлдерә йөрәк хистәрен.
Баҡсаһында иркен тын алам,
Ах Өфөм, минең гүзәл калам!
Урамдары көҙгөләй асфальт,
Эшсән халҡы күңелле һәм шат.
Күрген һайын һине шатланам,
Ах Өфөм, гүзәл һин, баш ҡалам!
Һиндә үҫтем, эстем һыуҙарың,
Тыңланым йыр, ҡурай моүдарың.
Ҡайҙа барһам, һиңә ашҡынам,
Ах Өфөм, гүзәл Өфөм, баш ҡалам!
2-се алып барыусы.
Өфө- Башҡортостандың баш ҡалаһы. Ул тау башында ултыра. Өфө эргәһендә Ағиҙелгә Ҡариҙел, Дим йылғалары ҡушыла.
1-се алып барыусы.
Өфө - зур һәм матур ҡала. Унда һәйкәлдәр, парктар, театрҙар,кинотеатрҙар бар.Өфө театрҙарында башҡортса спектаклдәр ҡуйыла. Тимер күперҙән сыҡҡан саҡта йылғала аҡ пароходтар тирбәлә.Яр башында – ике мөһабәт һәйкәл. Береһе –башҡорт халҡы менән урыҫ халҡының мәңгелек дуҫлығын данлай. Икенсеһе –Салауат Юлаевҡа арналған. Салауат батыр текә сағылда ат өҫтөндә илен һаҡлап тора. Өфө бигерәк матур икән.
2-се алып барыусы.
Бөгөнгө сарала алған белемдәрегеҙҙе тормошта ла ҡулланырһығыҙ, баш ҡалабыҙ Өфөлә, ошо театрҙарға, һәйкәлдәргә, музейҙарға йөрөһөгөҙ тип ышанып ҡалабыз.
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы
“2-се Башҡорт лицейы”
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
КЛАСТАН ТЫШ САРА
Тема: Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы.
Класс : 4А, 3Б
Уҙғарҙылар: Ғәлимова Кәшифә Сәфиулла ҡыҙы,
Ишбулдина Лилиә Айбулат ҡыҙы
Өфө 2016