СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Рауил Бикбаев. Тормош. Тарих.

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

Рауил Бикбаев поэзияһында халыҡ яҙмышына бәйле проблемалар күтәрелә, заман, ил, халыҡ, киләсәк алдында яуаплылыҡ тураһында һүҙ бара. "Карауанһарай", "Баҙар балтаһы", "Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!" поэмаларында, "Халҡыма хат" шиғырында был бигерәк тә асыҡ күренә. Рауил Бикбаев – күренекле әҙәбиәт ғалимы. Ул филология фәндәре докторы, профессор. Хәҙерге башҡорт поэзияһының үҫеү проблемаларына арналған күп ғилми хеҙмәттәрҙең авторы. Уның бигерәк тә Ш.Бабич ижадын өйрәнеү, әҫәрҙәрен халыҡҡа ҡайтарыу буйынса хеҙмәте ҙур.

 

Просмотр содержимого документа
«Рауил Бикбаев. Тормош. Тарих.»

Рауил Бикбаев  Тормошо h ә м Ижады

Рауил Бикбаев

Тормошо h ә м Ижады

Әҙиптең шәжәрәһе  Аҫылгәрәй  Бикбай  Ҡотлоәхмәт  Хәсән  Мөхәмәтша  Шәрәфетдин  Төхфәтулла  Рауил

Әҙиптең шәжәрәһе

Аҫылгәрәй

Бикбай

Ҡотлоәхмәт

Хәсән

Мөхәмәтша

Шәрәфетдин

Төхфәтулла

Рауил

 Өләсәһе  Өләсәһе Мәүлитбикә - Табылдиндар ҡыҙы – һүрәт төшөрөргә әүәҫ булған  Ул шулай уҡ сәсән телле зат булған. Ауылдағы төрлө хәлдәр,ҡылымһыр ҡылыҡтар тураһында төртмә таҡмаҡтар сығарырға яратҡан.  Кесе улы Ғизетдин Алыҫ Көнсығышта һалдат хеҙмәтендә вафат булғас, уға оло бәйет бағышлаған.

Өләсәһе

Өләсәһе Мәүлитбикә - Табылдиндар ҡыҙы – һүрәт төшөрөргә әүәҫ булған

Ул шулай уҡ сәсән телле зат булған. Ауылдағы төрлө хәлдәр,ҡылымһыр ҡылыҡтар тураһында төртмә таҡмаҡтар сығарырға яратҡан.

Кесе улы Ғизетдин Алыҫ Көнсығышта һалдат хеҙмәтендә вафат булғас, уға оло бәйет бағышлаған.

Ша ғ ир ҙ ы ң    биографияhы Рауил Бикбаев тыуып –үҫкән Туҡсоран буйындағы Үрге Ҡунаҡбай ауылы ҡыпсаҡ ырыуы нигеҙләгән боронғо ауылдарҙан иҫәпләнә. Күренекле шағир, әҙәбиәт белгесе,1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһе Покровский районы Үрге Ҡунаҡбай ауылында ауылында тыуып үҫкән .

Ша ғ ир ҙ ы ң биографияhы

Рауил Бикбаев тыуып –үҫкән Туҡсоран буйындағы Үрге Ҡунаҡбай ауылы ҡыпсаҡ ырыуы нигеҙләгән боронғо ауылдарҙан иҫәпләнә. Күренекле шағир, әҙәбиәт белгесе,1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһе Покровский районы Үрге Ҡунаҡбай ауылында ауылында тыуып үҫкән

.

 Бикбаевтар ғаиләһе  Бикбаевтар бик матур ғаилә ҡоралар. Биш бала үҫтерәләр.1938 йылдың декабрь айында донъяға килгән Рауил шул ишле ғаиләлә, етеш тормош шарттарында иркен үҫә.

Бикбаевтар ғаиләһе

Бикбаевтар бик матур ғаилә ҡоралар. Биш бала үҫтерәләр.1938 йылдың декабрь айында донъяға килгән Рауил шул ишле ғаиләлә, етеш тормош шарттарында иркен үҫә.

 Атаһы    Төхфәтулла Бикбаев Туҡсоран буйы башҡорто. Йорт һалырға ағасы, яғырға утыны булмаған яландарҙа халыҡ барыбер әмәлен тапҡан, гөрләтеп донъя көтөр өсөн көс-ғәйрәт туплай алған.

Атаһы

Төхфәтулла Бикбаев Туҡсоран буйы башҡорто. Йорт һалырға ағасы, яғырға утыны булмаған яландарҙа халыҡ барыбер әмәлен тапҡан, гөрләтеп донъя көтөр өсөн көс-ғәйрәт туплай алған.

 Әсәһе    Хәлле ғаилә – кулак, тип, Архангель губернаһындағы Котлас лагерҙарында бик күп нужалар күрә. Ыҙа-яфаларға сыҙай алмай, 1936 йылда ауылына ҡасып ҡайта.Армиянан ҡайтҡан Төхфәтулла Рәҡиәгә өйләнә, шулай ғына кире һөрөлөүҙән ҡотола

Әсәһе

Хәлле ғаилә – кулак, тип, Архангель губернаһындағы Котлас лагерҙарында бик күп нужалар күрә. Ыҙа-яфаларға сыҙай алмай, 1936 йылда ауылына ҡасып ҡайта.Армиянан ҡайтҡан Төхфәтулла Рәҡиәгә өйләнә, шулай ғына кире һөрөлөүҙән ҡотола

Белем алыу  Күрше Ғәбдрәфиҡ ауылына күсеп, шунда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлаған. Аҙаҡ Аҡ-булаҡ Педагогия училищеһендә белем алғас, Өфөлә Башҡорт дәүләт университетында башҡорт филология факультетында уҡый. Артабан Өфө Фәндәр академияһында аспирантура үтеп, филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә ирешә. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында 30 йыл (1965-1995) тирәһе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Белем алыу

Күрше Ғәбдрәфиҡ ауылына күсеп, шунда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлаған. Аҙаҡ Аҡ-булаҡ Педагогия училищеһендә белем алғас, Өфөлә Башҡорт дәүләт университетында башҡорт филология факультетында уҡый. Артабан Өфө Фәндәр академияһында аспирантура үтеп, филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә ирешә. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында 30 йыл (1965-1995) тирәһе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Ша ғ ир ҙ ын Ижады:

Рауил Бикбаев төрлө күләмдәге ундан артыҡ поэма ижад итте. Илленсе-алтмышынсы йылдарҙа яҙылған шиғырҙарынан алып яңы мең йыллыҡ башланған осорҙарҙа ижад ителгән әҫәрҙәренә тиклем Рауил Бикбаев ижадында халыҡ яҙмышын, илдең бөгөнгөһөн һәм киләсәген ҡурсалау һәр саҡ үҙәктә булды. Шағир ғәзиз милләте һәмБашҡортостаны өсөн иң кәрәкле һүҙҙе иң тейешле ваҡытта әйтә белә. Шуға ла уның шиғри юлдары уҡыусыларҙың рухи юлдашына әйләнә, телдән-телгә күсә, сәхнәләрҙә яңғырай, дәреслектәргә инә. Быға миҫал итеп бик күп шиғырҙарҙы, «Һыуһаным - һыуҙар бирегеҙ!», «Халҡыма хат», «Баҙар балтаһы», «Система», «Барокамера»,«Хазина» һ.б. ҙур хеҙмәт башҡарҙы. Башҡортса һәм русса фундаменталь шиғри антологияларҙы уҡыусыларға еткереүгә лә ул күп көс һалды. Ҡәләмдәштәре хаҡында әйтелгән һүҙҙәр, төрлө жанрҙар буйынса ғилми тикшеренеүҙәр, яҙыусыларҙың съездарындағы бай йөкмәткеле докладтар, публицистик сығыштар, шиғри тәржемәләр, һуңғы йылдарҙа үҙенсәлекле күренешкә әйләнгән шиғри хәҙистәр үҙҙәре махсус томдарҙы тәшкил итерлек. Рауил Бикбаевтың «Сәфәрҙәрҙә сығам сәхәрҙәрҙә» китабы башҡорт әҙәбиәтендә сәйәхәтнамә жанрын өр-яңы баҫҡысҡа күтәрҙе. 

Ғүмер уртаһы Көндәремде ваҡлыҡтарҙан әрсеп, Һөҙөп ташлап шау-шыу туртаһын, Юлдарыма хафа менән бағам Еткән саҡта ғүмерем уртаһы... (1976)

Ғүмер уртаһы

Көндәремде ваҡлыҡтарҙан әрсеп,

Һөҙөп ташлап шау-шыу туртаһын,

Юлдарыма хафа менән бағам

Еткән саҡта ғүмерем уртаһы...

(1976)

Бураҙналар (1985)  Туҙан бөртөгөләй кесерәйҙем  Тал сыбығы булып бөгөлөп төштөм,  Йондоҙҙарға саҡлы ҙурайҙым,  Мәғрур имән булып турайҙым.  (1985)

Бураҙналар (1985)

Туҙан бөртөгөләй кесерәйҙем

Тал сыбығы булып бөгөлөп төштөм,

Йондоҙҙарға саҡлы ҙурайҙым,

Мәғрур имән булып турайҙым.

(1985)

 Яҙмышым (1988)  Бөгөнгө көн менән төн шикелле  Бүленмәгән тигеҙ яҙмышым.  Үтә көнөм, төнөм хаҡлыҡ тиеп,  Ғәҙелһеҙлек менән алышып...  (1988)

Яҙмышым (1988)

Бөгөнгө көн менән төн шикелле

Бүленмәгән тигеҙ яҙмышым.

Үтә көнөм, төнөм хаҡлыҡ тиеп,

Ғәҙелһеҙлек менән алышып...

(1988)

Барыһы ла беҙҙең намыҫта. Халҡыма хат.  Башҡорт балаһы мин, Ер хәтерендә  Мең йыл уйылып ҡалған эҙем бар.  Быуындарға ялғап быуындарҙы,  Илде тотҡан телем, һүҙем бар.  Шул тел менән халҡым хаҡ яҙмышын  Ҡайһы быуаттарға яҙмаған.  Күпме аҫыл ерҙәренән яҙған,  Күпме аҫыл ирҙәренән яҙған,  Күпме аҫыл йырҙарынан яҙған,  Тик моңонан, теленән яҙмаған  (1991)

Барыһы ла беҙҙең намыҫта. Халҡыма хат.

Башҡорт балаһы мин, Ер хәтерендә Мең йыл уйылып ҡалған эҙем бар. Быуындарға ялғап быуындарҙы, Илде тотҡан телем, һүҙем бар.

Шул тел менән халҡым хаҡ яҙмышын Ҡайһы быуаттарға яҙмаған. Күпме аҫыл ерҙәренән яҙған, Күпме аҫыл ирҙәренән яҙған, Күпме аҫыл йырҙарынан яҙған, Тик моңонан, теленән яҙмаған

(1991)

Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны (2003)  Ниндәй заман!  Ҡуҙғалды бар илдәр...  Һәр хәбәрҙе тертләй-тертләй көтәм.  Иҫкән ел дә гүйә уйҙарыма,  Юлдарыма мина һалып китә.  (2003)

Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны (2003)

Ниндәй заман!

Ҡуҙғалды бар илдәр...

Һәр хәбәрҙе тертләй-тертләй көтәм.

Иҫкән ел дә гүйә уйҙарыма,

Юлдарыма мина һалып китә.

(2003)

Йөҙ ҙә бер хәҙис  Кешелектең төп ҡиммәте иман, тигән,  Имандың һәр тармағына инан, тигән,  Иман нурын һанлаусының  Хикмәт тулы һүҙҙәренә  Һис шикләнмәй инан, тигән.  (2001-2003) “ Хәҙистәр үҙҙәренең кешелеклеге, тәрән фәлсәфәһе, тапҡыр теле менән мине ғүмерлеккә арбаны», тип яҙа Рауил Бикбаев

Йөҙ ҙә бер хәҙис

Кешелектең төп ҡиммәте иман, тигән,

Имандың һәр тармағына инан, тигән,

Иман нурын һанлаусының

Хикмәт тулы һүҙҙәренә

Һис шикләнмәй инан, тигән.

(2001-2003)

“ Хәҙистәр үҙҙәренең кешелеклеге, тәрән фәлсәфәһе, тапҡыр теле менән мине ғүмерлеккә арбаны», тип яҙа Рауил Бикбаев

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны Башҡортостан, һин һөйөклө ғәзиз ер, Халҡыбыҙҙың изге Ватаны. Сал Уралдан ҡалҡа бар тарафҡа Тыуған илдең тыныс ар таңы. Дан һиңә, Башҡортостан! Илен һөйгән азат халҡына дан! Рәсәй менән бөйөк берҙәмлектә Сәскә ат, Башҡортостан! (2008)  (Р. Бикбаев менән Р. Шәкүр һүҙҙәре)

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны

Башҡортостан, һин һөйөклө ғәзиз ер,

Халҡыбыҙҙың изге Ватаны.

Сал Уралдан ҡалҡа бар тарафҡа

Тыуған илдең тыныс ар таңы. Дан һиңә, Башҡортостан! Илен һөйгән азат халҡына дан! Рәсәй менән бөйөк берҙәмлектә Сәскә ат, Башҡортостан!

(2008)

(Р. Бикбаев менән Р. Шәкүр һүҙҙәре)

Халҡыма бер һүҙ  Мин аҡһаҡты бар яһаным —  Аяҡлыға булһын һабаҡ.  Мин сулаҡты бар яһаным —  Зарланмаһын ҡуллы ҡабат.  Мин күҙһеҙҙе бирҙем ергә —  Күҙ ҡәҙерен белһен күҙле.  Мин телһеҙҙе бирҙем ергә —  Һүҙ ҡәҙерен белһен һүҙле.  Бәндәләрҙән ҡаҙытамын  Мәңгелек йорт — гүр-ҡәберҙе.  Бәлки, шул саҡ ҡәҙерләрҙәр  Нур ғүмерҙе, ғәзиз ерҙе.

Халҡыма бер һүҙ

Мин аҡһаҡты бар яһаным — Аяҡлыға булһын һабаҡ. Мин сулаҡты бар яһаным — Зарланмаһын ҡуллы ҡабат. Мин күҙһеҙҙе бирҙем ергә — Күҙ ҡәҙерен белһен күҙле. Мин телһеҙҙе бирҙем ергә — Һүҙ ҡәҙерен белһен һүҙле. Бәндәләрҙән ҡаҙытамын Мәңгелек йорт — гүр-ҡәберҙе. Бәлки, шул саҡ ҡәҙерләрҙәр Нур ғүмерҙе, ғәзиз ерҙе.

 Шағирҙың шиғырҙар һәм  поэмалар ингән йыйынтыҡтары: «Дала офоҡтары» (1964) «Ҡош юлы» (1967), «Бураҙналар» (1985), «Звездный дом» (1985), «Поющие скалы» (1986), «Время. Поэт. Народ.» (1986), «Эволюция современной башкирской поэзии» (1991), «Һыуһаным - һыуҙар бирегеҙ!» (1991), Шайехзада Бабич. Жизнь и творчество. (1995), «Шағир һүҙе - шағир намыҫы» (1997),  «Ай күргәндәй, ҡояш алғандай» (1998) һ.б.

Шағирҙың шиғырҙар һәм  поэмалар ингән йыйынтыҡтары: «Дала офоҡтары» (1964) «Ҡош юлы» (1967), «Бураҙналар» (1985), «Звездный дом» (1985), «Поющие скалы» (1986), «Время. Поэт. Народ.» (1986), «Эволюция современной башкирской поэзии» (1991), «Һыуһаным - һыуҙар бирегеҙ!» (1991), Шайехзада Бабич. Жизнь и творчество. (1995), «Шағир һүҙе - шағир намыҫы» (1997),  «Ай күргәндәй, ҡояш алғандай» (1998) һ.б.

Эшмәкәрлеге:  Аҡ-Болаҡ педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Аспирантуранан һуң оҙаҡ йылдар Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. 1995 йылдан  Башҡортостан  Яҙыусылар союзының идара рәйесе вазифаһын башҡара. Рауил Бикбаев университетта уҡыған йылдарында яҙыша башлай.

Эшмәкәрлеге:

Аҡ-Болаҡ педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Аспирантуранан һуң оҙаҡ йылдар Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. 1995 йылдан  Башҡортостан  Яҙыусылар союзының идара рәйесе вазифаһын башҡара. Рауил Бикбаев университетта уҡыған йылдарында яҙыша башлай. "Дала офоҡтары" тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1964 йылда донъя күрә. Шунан бирле ул ике тиҫтәгә яҡын китап сығарҙы, хәҙерге башҡорт поэзияһының кимәлен билдәләрлек күренекле шағир булып танылды. Рауил Бикбаев поэзияһында халыҡ яҙмышына бәйле проблемалар күтәрелә, заман, ил, халыҡ, киләсәк алдында яуаплылыҡ тураһында һүҙ бара. "Карауанһарай", "Баҙар балтаһы", "Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!" поэмаларында, "Халҡыма хат" шиғырында был бигерәк тә асыҡ күренә. Рауил Бикбаев – күренекле әҙәбиәт ғалимы. Ул филология фәндәре докторы, профессор. Хәҙерге башҡорт поэзияһының үҫеү проблемаларына арналған күп ғилми хеҙмәттәрҙең авторы. Уның бигерәк тә Ш.Бабич ижадын өйрәнеү, әҫәрҙәрен халыҡҡа ҡайтарыу буйынса хеҙмәте ҙур.

 Ул Шəйехзада Бабич, Рəми Ғарипов əҫəрҙəрен ентекле өйрəнеүгə һəм халыҡҡа еткереүгə күп көсһалды, Мостай Кəрим, Баязит Бикбай, Рəшит Ниғмəти һəм башҡа бик күп шағирҙарҙың ижади портреттарын яҙҙы,башҡорт əҙəбиəтенең алты томлыҡ тарихын баҫтырып сығарыуға күп көс һалды.  Рауил Бикбаевтың Өфөлə, Мəскəүҙə, Ҡазанда башҡорт, рус, татар телдəрендə егерменəн ашыу китабы баҫылды.  Шиғриəттəге һəм фəн өлкəһендəге хеҙмəттəре өсөн Рауил Бикбаевҡа 1993 йылда Башкортостандың халыҡ  шағиры тигəн исем бирелде. Ул — Башкортостандың атҡаҙанған фəн эшмəкəре, Башкортостандың Салауат  Юлаев исемендəге дəүлəт премияһы, Ғəлимов Сəлəм исемендəге йəштəр премияһы, Рəми Ғарипов исемендəгепремиялар лауреаты.1966 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Ул Шəйехзада Бабич, Рəми Ғарипов əҫəрҙəрен ентекле өйрəнеүгə һəм халыҡҡа еткереүгə күп көсһалды, Мостай Кəрим, Баязит Бикбай, Рəшит Ниғмəти һəм башҡа бик күп шағирҙарҙың ижади портреттарын яҙҙы,башҡорт əҙəбиəтенең алты томлыҡ тарихын баҫтырып сығарыуға күп көс һалды.

Рауил Бикбаевтың Өфөлə, Мəскəүҙə, Ҡазанда башҡорт, рус, татар телдəрендə егерменəн ашыу китабы баҫылды.

Шиғриəттəге һəм фəн өлкəһендəге хеҙмəттəре өсөн Рауил Бикбаевҡа 1993 йылда Башкортостандың халыҡ

шағиры тигəн исем бирелде. Ул — Башкортостандың атҡаҙанған фəн эшмəкəре, Башкортостандың Салауат

Юлаев исемендəге дəүлəт премияһы, Ғəлимов Сəлəм исемендəге йəштəр премияһы, Рəми Ғарипов исемендəгепремиялар лауреаты.1966 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Ҡулланылған әҙәбиәт Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе / Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 696 бит, һүрәттәре менән. Рауил Бикбаев. Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны /Шиғырҙар.  Рауил Бикбаев:

Ҡулланылған әҙәбиәт

  • Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе / Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 696 бит, һүрәттәре менән.
  • Рауил Бикбаев. Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны /Шиғырҙар. 
  • Рауил Бикбаев: " Халҡым яңылышмаһын ине" 
  • 1967 йыл: Ҡош юлы: Шиғырҙар, поэмалар. Өфө, 1967. 1976 йыл: Ғүмер уртаһы: Шиғырҙар, поэмалар. Өфө, 1976. 1985 йыл: Бураҙналар: Шиғырҙар, поэмалар. Өфө, 1985.
  • Ғ. Хөсәйенов. Рауил Бикбаев. Тормошо һәм ижады. Өфө-2008
  • Берйән Байым. Ижадсылар. Өфө-2008