ТЕМА: ТАЛХА ҒИНИӘТУЛЛИН. “МИҘАЛ”.
Белем биреү маҡсаты: Әҙәбиәт дәрестәрендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллиндың тормошон һәм ижадын өйрәнеү буйынса ҡыҙыҡлы, эффектив, инновацион алымдар, ысулдар, эш төрҙәре менән таныштырыу.
Үҫтереүсе: уҡыусыларҙың ассоциатив, логик фекерләүен, ижади һәләттәрен үҫтереү.
Тәрбиәүи:Талха Ғиниәтуллин тормошон, ижадын өйрәнеүгә
ҡыҙыҡһыныу уятыу. Балалар күңелендә мәрхәмәтлек сифаты тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:Талха Ғиниәтуллиндың китаптар күргәҙмәһе, мультимедия проекторы, компьютер.
Дәрес барышы.
I.Ойоштороу эше. Сәләмләү (слайд).
- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Минең исемем Нурзилә Мозафаровна. Мин бөгөн һеҙҙе әҙәбиәттән уҡытам. Дәрестә бөтәгеҙ ҙә әүҙем, матур ҡатнашып ултырығыҙ, үҙ фекерҙәрегеҙҙе, уйҙарығыҙҙы әйтергә тартынмағыҙ.
СЛАЙД (Бөрйән районы ветерандарының фотоларын күрһәтеү)
Эйе, былар беҙҙең хөрмәтле ветерандарыбыҙ, беҙгә тыныслыҡ һәм яҡты тормош бүләк итеүсе геройҙарыбыҙ.
Уҡыусылар, иғтибар итегеҙ әле, ветерандарҙың күкрәктәрендә нимәләр бар?
Нисек уйлайһығыҙ миҙалдарҙы ни өсөн бирәләр? Һорашҡанығыҙ бармы?
Тимәк орден, йә миҙал алыр өсөн ниндәй кеше булыр кәрәк? (Миҙал һәм ордендарҙы ҙур батырлыҡ эшләгән өсөн бирәләр. Тимәк, миҙал алыр өсөн батыр йөрәкле, ысын күңелдән тыуған илеңде яратыусы кеше булыр кәрәк. (Хәрби батырлыҡ йәки хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн бирелә торған һүрәт һәм яҙыу төшөрөлгән түңәрәк металл).
Уҡыусылар, нисек уйлайһығыҙ бөгөн беҙ дәрестә нимә хаҡында һөйләшәсәкбеҙ?
Эйе, дөрөҫ, беҙҙең бөгөнгө дәресебеҙ ҙә Бөйөк Еңеү һәм ошо шатлыҡлы көндө яҡынайтыусылар, хөрмәтле ветерандарыбыҙ, тураһында буласаҡ. Һеҙ был темаға бағышланған күп кенә әҫәрҙәр үттегеҙ бит инде, ниндәйҙәрҙе иҫләйһегеҙ?
Яуаптар тыңлау. (М. Кәрим – Билдәһеҙ һалдат, Йәмил Мостафин – Ыласын, Рәшит Ниғмәти – Еңеүселәргә дан!)
(Слайд) (Число, тема яҙыу)
II. Әйҙәгеҙ яҙыусы менән танышып китәйек. (Слайд. Тормош юлы менән таныштырыу, фотоһүрәттәрен күрһәтеү).
- Һеҙ Талха Ғиниәтуллин тураһында ишеткәнегеҙ бармы?
А) Һүҙлек эше.
Б) Әҫәрҙе уҡыуға күсеү. (Башта уҡытыусы үҙе уҡый).
III Анализ.
Уҡыусылар, әҫәрҙә ваҡиғалар ҡасан бара?
Төп геройҙар кем?
Вәлиәхмәт ниндәй кеше ул?
Ул ғүмеренең һуңғы көндәрендә нимә көтә? Нимәләр борсой уны?
Төркөмдәрҙә эш:
1 –рәт әҫәр буйынса өс һорау төҙөй.
2 – рәт Вәлиәхмәт ҡартҡа характеристика бирә. (Нисек итеп күҙ алдына килтерәләр)
3 – Әҫәрҙән хикәйәнең идеяһын асырлыҡ,күңелгә ятҡан биш һөйләм (цитаталар) күсереп ала.
IV. Ял итеү минуты. (слайд) .
А). Ижади эш.
- Ә хәҙер беҙ бергәләп ветерандар тураһындағы биш юллыҡ шиғырҙы ҡарайыҡ. (Синквейн яҙыу).
Ветерандар.
Батырҙар, көслөләр.
Көрәшкәндәр, алышҡандар, ҡурҡмағандар.
Ветерандарға рәхмәтле булығыҙ!
Ғорурланам!
“Ветерандарыбыҙ” тигән темаға проект эшен башҡарырға.
IV. Йомғаҡлау.
Өйгә эш.
Һығымталар:
Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?
Нимәгә өйрәндегеҙ? Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарға ирештекме?
-Алған белемдәрегеҙ тормошта кәрәк булырмы?
Уҡыусыларҙы баһалау.
Уҡыусылар, таҡтала сумаҙан, турағыс һәм сүп һауыты эленгән.
Кемдәр дәрестә алған белемдәрен тормошта кәрәк була тип иҫәпләй, сумаҙанға ҡыҙыл маркер менән билдә ҡуя.
Кемдәр теманы яҡшы үҙләштергән һәм дәрес уларға яңы мәғлүмәттәр биргән улар турағысҡа билдә һала.
Ә кемдәр дәрестә алған белемде кәрәкһеҙ тип һанай һәм теманы яҡшы үҙләштерә алмаған сүп һауытына тамға һала.
Дәрестә алған белемдәрегеҙҙе тормошта ла ҡулланырһығыҙ, тип ышанам. Тәртипле. аҡыллы малайҙар һәм ҡыҙҙар булып Тыуған илебеҙгә файҙалы, кәрәкле шәхестәр булып үҫеүегеҙҙе теләйем.
Дәрес бөттө, иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт! Һау булығыҙ.