| 2 | “Уңыш” ситуацияһын тыуҙырыу | Өйгә эште тикшереү, уңышлы яҡтарҙы билдәләү, баһалау. | Ятлаған шиҡырҙарын яттан һөйләү | ТБУУЭ: танып белеү мәсьәләһен асыҡлау һәм маҡсат ҡуйыу |
| 3 | “Интеллектуаль ҡаршылыҡ” ситуацияһы тыуҙырыу | -Плакатта һеҙгә таныш булған шиғыр юлдары. Был шиғырҙың авторы кем? Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа Тәү башлап аяҡ баҫҡан көнөм. Тәү башлап мәктәп ишеген Үрелеп асҡан көнөм. (М.Кәрим) -М.Кәрим тураһында кем нимә белә? -Ниндәй шиғырҙарын уҡынығыҙ? -Уны ниндәй кеше тип күҙҙалайһығыҙ? | Плакатта таныш булған шиғыр юлдарының авторын әйтеү -Һорауҙарға яуап биреү | КУУЭ: класташтар һәм уҡытыусы менән уҡыу эшмәкәрлеген ойоштороуҙа хеҙмәтләштек итеү ШУУЭ:үҙмаҡсат куйыу |
| 4 | Маҡсатҡа сығыу | -Авторҙың биографияһы менән таныштырыу -Бөгөн беҙ дәрестә М.Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йөме” әҫәре менән таныша башлаясаҡбыҙ. | -Китаптан автор тураһында уҡыу | ТБУУЭ: танып белеү мәсьәләһен асыҡлау һәм маҡсат ҡуйыу |
| 5 | Маҡсатты хәл итеү | -Уҡыу күнекмәләре өҫтөндә эш Һең-һең-һең-ҡайҙан ҡайтып киләһең? Һаң-һаң-һаң – ял итеп ал арыһаң. Һәң-һәң-һәң – дәртле баҫып йөрөһәң, Һең-һең-һең – моратыңа етерһең. -1-се бүлекте уҡытыусының уҡыуы -Балаларҙың уҡығанды аңлауҙарын тикшереү: -Йәмил менән Оксана атайҙарын һағынып ҡайҙан көтәләр? -Ни өсөн ул һаман ҡайтмай? -Һайланма уҡыу -Йәмил менән Оксананың атайҙарын һағынып, өҙөлөп көтөүҙәрен һүрәтләгән урындарын табып уҡығыҙ. -Атай кешенең ни өсөн оҙаҡ ҡайтмағанын аңлатҡан юлдарҙы табығыҙ. -Китаптағы һүрәткә тап килгән һөйләмде табып уҡып ишеттер. | Тел шымартҡысты ҡабатлау Уҡытыусы уҡыуын күҙәтеп барыу Һорауҙарға яуап биреү -Һайланма уҡыу -Йәмил менән Оксананың атайҙарын һағынып, өҙөлөп көтөүҙәрен һүрәтләгән урындарын табып уҡыу. -Атай кешенең ни өсөн оҙаҡ ҡайтмағанын аңлатҡан юлдарҙы табыу. -Китаптағы һүрәткә тап килгән һөйләмде табып уҡып ишеттереү. | РУУЭ: ҡағиҙә, инструкцияларҙы иҫтә тотоу һәм уларға эйәреп эштәрҙе үтәү. КУУЭ: коллектив фекер алышыуҙа ҡатнашыу . үҙ фекереңде тулы һәм теүәл итеп әйтә белеү ТБУУЭ: уҡыу мәсьәләләрен сискәндә логик фекерләү, төп фекерҙәрҙе айырып алыу нигеҙендә ҡағиҙә формалаштырыу РУУЭ: үҙконтроль, эштәрҙең үтәлеүенең дөрөҫлөгөн тикшереү ШУУЭ:күршеңә ярҙам итеүҙә танып белеү инициативаһы күрһәтеү КУУЭ: мәғлүмәт туплауҙа үҙ-ара хеҙмәтләшлек инициативаһы күрһәтеү. ТБУУЭ:фекерләүҙә логик сылбыр төҙөү |
| 6 | Рефлексив анализ | -Бөгөн беҙ нимәләр тураһында һөйләштек? -Дәрес беҙҙә ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы? -Кем иң активы булды? -Һин нисек эшләнең? | Дәрескә йомғаҡ яһау, үҙбаһа биреү | ШУУЭ:үҙ уңыштарың (уңышһыҙлыҡтарың сәбәптәре) тураһында фекер йөрөтөү. РУУЭ: үҙеңдең эшсәнлегеңде контролгә алыу. Эшләгән эшеңдең сифатын билдәләү. |