Докладтың темаһы:
«Ә. Әминевтың “Ҡытайгород” повесында образдар системаһының бирелеше»
Башҡарыусы: 4 курс, БИС группаһы студенты Алгушаева М.А.
Кеше – тарих хəрəкəтен тиҙлəтеүсе, үҙгəртеүсе икəне тарихи əҫəрҙəрҙə һүрəтлəнгəн реаль шəхестəр типтарында ла күренə. Яҙыусыларҙың тарихи шəхестəр образына мөрəжəғəт итеүе уларҙың биографияһын һөйлəү түгел, ə халыҡтың уй-телəктəрен сағылдырыу, ваҡиғаларҙың əһəмиəтлелеген, типиклығын биреү, заманға бəйле актуаль яҡтарын күтəреү.
Образ – ысынбарлыҡтың, кешеләр тормошоноң конкрет күренештәр, конкрет кешеләр рәүешендә сәнғәтсә һүрәтләнеше. Әгәр, әйтәйек, ғалим ысынбарлыҡты, кешеләр тормошон үҙ күҙәтеүҙәре, тәжрибәләре аша төшөнсәләр ярҙамында аңлатып бирһә, яҙыусы иһә быны үҙ фантазияһын, уй-хыялдарын ҡушып, образдар ярҙамында тормоштағыса күргәҙмәле, йәнле итеп матур тел менән тасуирлай.
Яҙыусы, алған темаһына ҡарап, тормош материалдарын һайлап ала, уларҙың иң әһәмиәтле тигәндәрен дөйөмләштереп бирә, әммә ул дөйөмлөктө тәғәйен урынға, ваҡытҡа бәйләп, конкрет кешеләр рәүешендә индивидуалләштереп хикәйәләй. Шуға яҙыусы сағылдырған тормош күренештәре, кешеләр йәнле булып күҙ алдына баҫа, ысын булып аңлашыла, хәтерҙә ҡала.
Кешеләрҙе күҙ алдында тоторҙай образ итеп һүрәтләү, тормошто, тәбиғәтте, хәл-ваҡиғаларҙы нәҡ булғандай итеп һынлы, образлы биреү – әҙәбиәттең һәм сәнғәттең төп художестволы үҙенсәлеге ул. Мәҫәлән, Дауыт Юлтыйҙың “Ҡан” романында Булат исемле һалдаттың фронтта күргәндәрен, кисергәндәрен уҡыу, танышыу аша уҡыусы уны тере кеше кеүек ҡабул итә, уның образын күҙ алдында тота .
Әҫәрҙең идея йөкмәткеһен асыуҙағы әһәмиәтенә, сюжеттағы ваҡиғаларҙа ҡатнашыу әүҙемлегенә ҡарап, әҙәби образдар, мәғлүм булыуынса, төрлө төркөмдәргә бүләләр. Был күренеш кемдең дә булһа уйлап сығарыуы буйынса эшләнмәй, бәлки әҙәби әҫәрҙең үҙ тәбиғәтенән килеп сыға. Ысынлап та, сюжет үҫешендәге бөтә төйөндәрҙе лә бергә төйнәүсе, алынған ваҡиғаларҙың күпселегендә ҡатнашыусы һәм әҫәрҙең композицияһы яғынан теүәллеген тәьмин итеүсе төп геройҙан башҡа сәнғәт үҙенең төп ҡоралдарының береһенән мәхрүм ҡалыр ине. Уҡыусыларҙы үҙ артынан әйҙәй алырлыҡ йәки, киреһенсә, унда ерәнеү тойғоһо уятырлыҡ идея-эстетик “берәмек” булараҡ, төп геройҙың әһәмиәте әйтеп бөтөргөһөҙ . Мәҫәлән, Әмир Әминевтың “Ҡытай-город” повесында ла ҡулланылған образ системаһындағы төп герой, образ-персонаждарҙың роле әҫәрҙең идея-тематик үҙенсәлектәрен асыуҙа ҙур роль уйнай.
Ә. Әминевтың “Ҡытай-город” повесында ваҡиғалар беҙҙең көндәрҙә, беҙ йәшәгән ерҙә, дөрөҫөрәге ваҡиғалар үҫеше районда артта һөйрәлеүсе “Алға” колхозында бара. “Алға” колхозының артҡа һөйрәлеүе – был көрсөктән сығыу юлының булмауы, Һыбай ауылы кешеләренең колхоз хәленә бәйле ауыр шарттары һүрәтләнә, район, ауыл түрәләреләре, әлбиттә, был хәлдән сығыуҙың берҙән-бер юлы бар, ул да булһа ауыл халҡын ымһындырып торған газлы, йылы һыулы ҡала фатирына күсереп, ауылды ҡытайҙарға ҡуртымға биреп тороу. Шунда колхозды таратып, ерҙәрен ситтәргә таратыу мәсьәләһе ҡалҡып сыға, кемдер быны үҙ файҙаһына эшләһә, ауыл халҡы араһынан ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә бар.
Ғөмүмән, “Ҡытай-город”та һәр образдың, һәр персонаждың үҙ позицияһы бар. Ваҡиғалар ағышында кемдең кем икәнлеге бик асыҡ күренә. Улай ғына ла түгел, “Алға”ның көрсөккә терәлеүенең сәбәптәре лә ҡалҡып сыға. “Бының өсөн яҙыусы төрлө һүрәтләү сараларын (айырыуса сағыштырыу формаларын), образдарҙың портрет характеристикаларын, телмәр үҙенсәлектәрен, символик деталде (батып ултырған “ЗИЛ” автомобиле) уңышлы файҙаланыла,” – тип яҙҙы Рим Исхаҡов.
Әҫәрҙә иң тәүҙә иғтибар район хакимиәте башлығы Нурислам Нурлығаяновичҡа йүнәлтелә. Барлыҡ күрһәтмәләр уның идеяһы һымаҡ тойола. Ләкин, юҡ икән: уның үҙенә юғарынан әмер төшә. “Ҡытай-город”та аңлашылыуынса, хәкимиәт башлығы ла, колхоз рәйесе лә (автор был образға хатта исем дә ҡушып тормай), ҡалған белгестәр ҙә бер ҡалыптан: улар ел ыңғайына боролоп тороусы флюгер хәлендәләр. Ағымға ҡаршы барыу йәки юғарынан бирелгән әмерҙәрҙе кире ҡағыу, инициатива күрһәтеү кеүек эштәр улар ҡулынан килмәй. Улар шулай өйрәнгән, сөнки шул холоҡтары арҡаһында улар ел-ямғырҙан имен ҡалалар. Ошо уңайҙан автор повесында Нурислам Нурлығаянович образына тулыраҡ урын бирә һәм уның тирәһендә барған ваҡиғалар ағышында әҫәрҙәге башҡа образдарҙың характерҙары ла асыла.
Хакимиәт башлығы Нурислам Нурлығаянович ауыл кешеләрен, үҙе әйтмешләй, килеп тыуған ситуацияла үҙе теләгән яҡҡа борорға ҡөҙрәтенән килгән хаким булып күҙ алдына баҫа. Ысынлап та, уға үҙе барҙа ғына исем-шәрифтәре менән өндәшәләр, ә башҡа ваҡытта – ҡушаматы менән генә: Хаким. Уға, элекке райкомдың беренсе секретаре, хәҙерге хакимиәт башлығы Нурислам Нурлығаяновичҡа замана ел-ямғыры бөтөнләй ҡағылмай: ул һаман да “ғүмер буйы етәкселек итә һымаҡ”. Заман үҙгәрә, Хаким – үҙ урынында. Әммә эш стиле элеккесә: ул ҡәҙимгесә лозунгылар, ялтырауыҡ фразалар ҡоло булыуын дауам итә (иң яратҡан һүҙе: “Кемдеке – шуныҡы”). Әммә, ябай халыҡты ҡайғыртыуҙан түгел, ә нисек тә юғары түрәләр алдында дәрәжәһен һаҡлап ҡалыу. Ошо рәүешле Нурислам Нурлығаянович үҙ фекере, үҙ позицияһы булмаған, ә үрҙән ебәрелгән күрһәтмәләрҙе һуҡыр рәүештә үтәргә әҙер булған әҙәм булараҡ ҡ-ҙ алдына баҫа. Уға эйәреп районда башҡа етәкселәр ҙә шулай, “Алға” колхозы рәйесенең эшлекле етәксе булмауы һис тә ғәжәп түгел.
Ә. Әминевтың “Ҡытай-город” повесында хакимға, исемһеҙ ауыл рәйесенә, ауыл хужалығы министры урынбаҫарына ауыл, уның халҡының яҙмышы бар ни ҙә юҡ ни булһа, ауылда йәшәп көн күргән, алдынғы ҡарашлы Фәйзулла, Нәғимә, ауылда “Белдекле” ҡушаматын алған элекке уҡытыусы Рәсүл кеүек образдарҙа иһә тура һүҙле, үҙ фекерле, ваҡиғаларҙы төптән уйлап баһалаусы, дөйөм халыҡ мәнфәғәте менән яныусы образ-персонаждар ҙа ҡулланыла повеста. Тик уларҙың ҡаршылығы елгә борсаҡ һибеү һымаҡ ҡына. Сөнки күпселек ауыл халҡы түрәләр яҡлы. Әммә улар образын меҫкен образдар тип ҡарарға ярамай. Улар ялҡынлы көрәшселәр. Мәҫәлән, Фәйзулла тура һүҙлелеге әҫәрҙә йыш ҡабатлана, ул ауылының яҙмышы тураһында һүҙ барғанда бер кем дә ҡурып тормай. Автор уның хаҡта: “...мал аяғына сырмалған эт эсәге кеүек түрә-ҡараның һәр һүҙенә бәйләнергә әҙер торған кеше,” – ти. Ысынлап та, Фәйзулла тура һүҙле, уйлап эш итә, ерһеҙ ҡалыуҙың илһеҙ ҡалыу, илһеҙ ҡалыу – милләттең юҡҡа сығыуы икәнлеген яҡшы аңлай ул.
Тағы ла, күпселеккә ҡаршы булғандарҙың береһе – Нәғимә образы ла ҡулланыла повеста. Ул ябай ғына сөгөлдөрсө ҡатын булһа ла, хәл-ваҡиғаларға тәрән төшөнөп баһа бирә белә, ауылдаштарының битарафлығына йәне көйөүе уны үҙен юғары белемле иҫәпләп йөрөгән күптәрҙән өҫтөнөрәк итә.
Рәсүл – “Белдекле” образы ла повеста юҡтан килеп инмәй. Автор уның образы аша, уның әйтеүҙәре, сағыштырыуҙары менән халыҡты айыҡ ҡарашҡа, уяулыҡҡа саҡыра. Шулай итеп, Фәйзулла, Нәғимә, Рәсүл (“Белдекле”) образдарын повеста түрәләргә, аумаҡай халыҡҡа ҡаршы ҡуйып автор, улар кеүек кешеләр күберәк булғанда, һыбайҙар меҫкен хәлгә ҡалмаҫ, ерҙәренән, ауылдарынан ине тигән фекерҙә.
Шулай итеп, Ә. Әминевтың “Ҡытай-город” повесында образдар системаһына ҡылыҡһырлама биреп, әҫәрҙең идея-тематикаһын асырға, унда һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаларҙы һүрәтләүгә ярҙам итә.