Просмотр содержимого документа
«Дәрестәрҙә лингвокультурология принциптарын ҡулланыу»
Дәрестәрҙә лингвокультурология
принциптарын ҡулланыу
Раевка 2-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәмиҙуллина Флүрә Риф ҡыҙы
Телдең тәбиғәтен аңламай тороп, уны өйрәнеп булмай.
- Лингвокультурология – лингвистиканың һуңғы осорҙа барлыҡҡа килгән тармағы, асылда ул милли тел менән этник мәҙәниәтте бер бөтөн күренеш итеп өйрәнеүсе өлкә.
Төп өйрәнеү обьекттары - “ Тел ”-- “ Халыҡ”-- «Мәҙәниәт»
- Баланы дөрөҫ яҙырға, уҡырға өйрәтеү, матур, төҙөк һөйләмдәр, текстар ҡулланырға өйрәтеү, һүҙ байлығын арттырыу эше бер генә этаптан (баҫҡыстан) торорға тейеш түгел, тигән фекерҙе әйтә тел ғалимы Л.Г.Саяхова.
« ҡамыр батыр” әкиәте
- ” Борон-борон заманда, йәшәгән, ти, бер әбей менән бабай. Уларҙың көнкүрештәре бик ауыр булған. Бабай иртәнән кискәсә бай алдында бил бөккән, һалабаш сереткән, йүкә ишкән, септә һуҡҡан, балыҡҡа йөрөгән; әбей еп иләгән, йөн теткән, бай ҡыҙҙарына кейеҙ итек теккән...“.
«Ҡамыр батыр” әкиәте
- халҡыбыҙҙың боронғо тормош-көнкүреше: шөғөлдәре, кәсептәре хаҡында әңгәмә ҡорабыҙ.
- Күп кенә һүҙҙәргә аңлатма эшен ойоштороу кәрәк була, һүҙлеккә лә мөрәжәғәт итәбеҙ.
- Артабан әкиәттән айырым ғына һүҙҙәрҙе төркөмләп бүлеп сығабыҙ.
- ------ “ Көнкүреш әйберҙәре “( сәңгелдәк, һандыҡ, урындыҡ, кейеҙ,..),
- ------ “Һауыт- һаба “ ( еҙ самауыр, балғалаҡ, сүлмәк, ....),
- ------ “ Йылҡысылыҡ, кәрәкле әйберҙәре « (тай, толпар, арғымаҡ, ҡонан, ҡойошҡан, йүгән, ҡамсы ), һ.б.
- Башҡорт донъяһын сағылдырған картина килеп баҫа.
-
- «...Ул (дейеү батша) бөтә ырыуҙы ҡырып китте...” Билдәле, халҡыбыҙ халыҡ булып ойошҡансы, ырыу-ырыу булып йәшәгән. Ошонда ырыуҙар тарихы хаҡында өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреп китеү ҡамасауламаясаҡ. Ырыу атрибуттары, йолалары иҫкә төшөрөлә.
- Халҡыбыҙҙың йылдар дауамында азатлыҡҡа, иреккә ынтылыуы, көрәшеүе әкиәттә лә сағылыш тапҡан икәнлеген батырҙар образдары аша аңлатырға була: яуыз көстәр алдында лайыҡлы һынау тотоу, көрәшкә сығыу....
-
Әкиәттә 3, 7 һаны менән бәйле урындарҙы эҙләп табабыҙ 3 көнлөк юл , 3 төн уянмай йоҡлау, көрәштең 3 көн, 3 төн барыуы; 7 диңгеҙ артында ... Һығымта: халҡыбыҙ тураһында киң мәғлүмәт биреүсе ауыҙ-тел ижады - халҡыбыҙ тормошо хаҡында бай мәғлүмәттәр сығанағы.
Һәҙиә Дәүләтшинаның бөйөк “Ырғыҙ» романы
- Халҡыбыҙҙың мәҡәл-әйтемдәрендә, фразеологик берәмектәрендә, афоризмдарында, ҡанатлы һүҙҙәрендә башҡорт халҡының тормош-көнкүреше, йолалары, йәшәү рәүеше, милли һыҙаттары, тарихи факттары сағыла.
Фразеологик берәмектәр
- Был һүҙ Петр Беренсе заманынан билдәле. 18 быуат башында оҙаҡ барған Төньяҡ һуғышы мәлендә илгә күп аҡса кәрәк булғас, Башҡортостанға өҫтәмә яңы һалымдар уйлап сығарыусы Андрей Жихарев тигән кеше килә. Ул башҡорттарға ошоға тиклем ата-бабаларыбыҙ белмәгән 72 (!) төрлө яңы һалымдар уйлап сығара. Халыҡтың ауыр тормошоноң, көрәшенең шаһиты булараҡ, был һүҙ уның күңелендә бер ҡомартҡы булып һаҡлана.
Фразеологик берәмектәр
- Был берәмек борон боронғораҡ дәүерҙәге башҡорт йәмғиәтендәге мөнәсәбәттәрҙе сағылдыра. Ир-ат, ниндәйҙер йәшкә еткәс, ҡорға алынып, тормоштағы мөһим мәсьәләләрҙе хәл итер, халыҡ эшенә йәлеп ителер булған.
- ир ҡорона инеү- үҫеп етеп балиғ булыу(ир-атҡа ҡарата ҡулланыла).
Коннотатив компонент – ул һүҙҙең тура мәғәнәһе менән бер рәттән халыҡтың психологияһын һәм аңын сағылдырыусы өлөшө.
- башҡорт халҡында кешегә, тәү сиратта ир-егеткә, һөлөк кеүек тип әйтһәләр, был уның матур буй-һынына һоҡланыу тип ҡабул ителә,
- рус телендә шул уҡ һүҙҙе (пиявка) кешегә ҡарата әйтһәләр, был инде кешене ниндәйҙер ҡанэскес, зарарлы итеп һүрәтләй
-Л.Х. Сәмситова “Башҡорт тел картинаһында мәҙәниәт концепттары”, “Реалии башкирской культуры”.” Словарь безэквивалентной лексики башкирского языка”, -Ф.А. Нәҙершинаның “Русско-башкирский словарь пословиц-эквивалентов” З.Г Ураҡсиндың “Русско-башкирский фразеологический словарь”
пословицы, поговорки
- Пословицы и поговорки:
- А дело бывало: и коза волка съедала – о бестолковом, глупом, нелепом человеке.
- Ты ему про дело, а он тебе про козу белу – когда говорят не по делу, невпопад.
- Не учи козу, сама стянет с возу – не надо докучать умному человеку своими советами.
- Видит волк козу – забыл и грозу – когда человек чем-то искушен, перед чем-то не может устоять, любые опасности исчезают или начинают казаться незначительными.
“ Фразеологизмдар”
- Драть Сидорову козу – сечь, пороть сильно, жестоко, безжалостно.
- На козе не подъедешь – невозможно найти подход к кому-либо (из-за его гордости, крутого нрава, упрямства и т.п.).
- Отставной козы барабанщик – о человеке без определенных занятий, потерявший общественное положение.
- Драть козла – петь плохо, неприятным голосом.
- Козел отпущения – о том, на кого сваливают ответственность за все.
- Пустить козла в огород – допускать кого-либо туда, где он может навредить. От поговорки пусти козла в огород – он всю капусту пожрет.
- Отделять овец от козлищ – Отделять полезное от вредного, хорошее от плохого.
- В башкирском языке:
- Кәзә билеты – Башҡа урынға эшкә, уҡырға инергә хоҡуҡты юҡ иткән таныҡлыҡ. Был кешегә кәзә билеты бирергә кәрәк (М. Ғафури).
- Кәзә майын сығарыу. 1.Беләккә киҫә һуғып ҡабартыу. 2. Хәлде алыу. Ну нисә Ғәззәмиевтың кәзә майын сығарҙыҡ (А. Ғирфанов).
- Кәзәне кәбеҫтә ҡарауылларға ҡуйыу. Урлай, эш боҙа торған кешегә ышанып, ниҙелер һаҡларға ҡушыу.
- Кәзәһе артынан ҡалмай (эргәһендә йөрөй, төкөй). Һөйл. үсексән. Кеше булғас, һөйләшә лә бел. Кәзәң төкөгән кеүек киләһең («Сов. Башҡ.»).
- Кәзә мөгөҙө – йыла япраҡлы, ваҡ ҡына сәскәле, һуҙаҡ емешле йылы яҡ ағасы һәм шул ағастың оҙон ҡара емеше .
һүҙҙең коннотатив компоненты-“Кәзә” зоонимы
- “ Кәзә” зоонимы рус телендә ыңғай һәм шул уҡ ваҡытта кире коннотация тәшкил итә. Үрҙәге мәҡәл-әйтемдәрҙән, фразеологизмдарҙан күренеүенсә, кәзә рус халҡы аңында аҡыллы, хәйләкәр образ (“а дело бывало — и коза волка съедала”; “не учи козу, сама стянет с возу”). Шулай уҡ әйтеп китергә кәрәк, кәзә зоонимы рус халҡы өсөн ниндәйҙер ябай халыҡсанлыҡ символы булып тора.
- Башҡорт телендә иһә был зооним кире коннотация тәшкил итә. Башҡорт халҡының аңында кәзә образы ниндәйҙер алдашыу, урлашыу, маҡтаныу символы булып һанала ( кәзә билеты, кәзәне кәбеҫтә ҡарауылларға ҡуйыу, кәзәһе артынан ҡалмай. )
м әҡәлдәр
- Большой осёл учит ослёнка только ослиному .
- Мальчика, упавшего с осла, не сажай на скакуна .
- Я эмир, и ты эмир. Кто же погонит ослов?
- Скажешь – плохим станешь, не скажешь – ослом будешь .
- Ишәк тиреһен ябынһаң да, арыҫлан эшен эшлә.
- Ишәк барға һаналһа ла, малға һаналмай.
- Ишәк ите ит булмаҫ.
- Ишәктең ите хәрәм, көсө хәләл.
- Ишәге ямандың өйөнә барма,
- Әсәһе ямандың ҡыҙын алма.
лингвокультурология – мәҙәниәт һәм филология сиктәрендәге фәнни дисциплина
- башланғыс дөйөм белем биреүҙең Федераль стандарттарында: “Туған телдәрҙе өйрәнеү уҡыусыларҙың тел компетентлығын, коммуникатив, диалогик, монологик телмәр һәләтен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Туған телдә уҡыу барышында уларҙың телмәре,мәҙәнилеге,туған тел менән ҡыҙыҡһыныуы, традицияларға һаҡсыл ҡарашы формалаша”, тиелгән.
“ Исем” темаһын үткәндә, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәргә аңлатма бирелә. Дәрескә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн балаларҙан үҙ исемдәренең аңлатмаларын һорарға мөмкин. Өй эшенә ғаилә ағзаларының исемдәренә аңлатма яҙып килергә бирергә мөмкин. Ә инде уртаҡлыҡ исемдәргә миҫалдар ҡарағанда, ырымдарҙан алынған һүҙҙәргә аңлатма бирергә мөмкин .
Т.Кусимованың “Башҡорт исемдәре” китабын ярҙамға алырға була.
“ Башҡорт аштары” тигән теманы үткәндә һәр ашамлыҡҡа аңлатма бирелә. Миҫалға һалма һәм туҡмасты алырға мөмкин. Нимә менән айырыла һуң улар, нисек эшләнә,әлеге көндә ҡулланабыҙмы – бына ошоларҙың барыһын да асыҡлайбыҙ.
- Бында инде Р.Дәүләтбаеваның “Лингвокультурология һүҙлеге” ярҙамға килә.
Концепт – тел менән мәҙәниәтте бәйләп өйрәнеүсе лингвоменталь берәмек.
- «
- Тыуған ил» темаһын
- Тыуған ил – кешенең донъяға килгән ере, уның ата-әсәһе, яҡындары,туғандары менән бергә булған донъя, тыуған яҡтағы тәбиғәт итеп ҡабул ителә. Башҡорт өсөн, ғөмүмән, һәр кеше өсөн иң ғәзиз, иң ҡәҙерле ер. Шул донъя аша кеше үҙен уратып алған йәшәйештең бар нескәлектәренә төшөнә. Тыуған илгә мөхәббәт- башҡорт милли характерының иң төп үҙенсәлеге.
- Ә Һүҙлектә тыуған ил – тыуып үҫкән, йәшәгән ер, ватан тип бирелә.
- Синонимдарын әйттерәбеҙ:тыуған төйәк, тыуған яҡ, тыуған ер, ватан.
- Антонимдары: сит ил, сит ер, сит яҡ, ят ил.
- Иле берҙәмдең – көнө берҙәм. Илен һатып ашаған- ике көн генә йәшәгән.
Лексик берәмектәрҙе өйрәткәндә һүҙҙе төшөнсә концепт булараҡ тикшереү, төрлө һүҙлектәрҙән мәғәнәләрен асыҡлау, лексик күҙлектән анализлау, эквивалентһыҙ лексиканы байҡау һ.б.; һүҙ төркөмдәрен өйрәнгәндә иһә теге йәки был һүҙ төркөмөнә ҡараған һүҙҙең мәғәнәһен аңлау, төплө тикшереү аша телде тойоу, һиҙемләү тойғоларын үҫтереү,
стилистикала, мәҫәлән, телмәр культураһын күтәреү өҫтөндә эшләү һәм башҡа мөмкинлектәрҙе айырып күрһәтергә мөмкин. Синтаксис бүлеге уҡыусыларҙың телмәр ҡеүәләрен, грамоталылыҡ һәләттәрен үҫтереүҙә лә ҙур әһәмиәткә эйә.
В.Кузнецовтың “Салауаттан һорау алыу” картинаһы
- С.Юлаев хаҡында презентация ҡарап үтеү
- Дәүерҙәге халыҡтың йәшәйеше хаҡында әңгәмә
- Башҡорт батырҙары хаҡында һөйләшеү
- Рәссамдың ҡыҫҡаса биографияһы менән танышыу
- А.Биҡсуриндың “Салауат” тип исемләнгән ҡурай моңо аҫтында картина менән танышыу. , нимәләр һүрәтләнеүен, жанрын, ниндәй төҫтәр өҫтөнлөк итеүен, кешеләрҙең йөҙ-сырайҙарының һүрәтләнешен, ниндәй кешеләр төшөрөлөүен, ниндәй мәҡәл-әйтем ҡулланырға булыуын асыҡлау
- Картина буйынса бергәләп план төҙөү һәм инша яҙырға әҙерләнеү.
В.Кузнецовтың “Салауаттан һорау алыу” картинаһы
- Тарихи факттар сағылыш тапҡан фразеологизмдар менән эшләү .
- аҡты ҡаранан айырыу –
- 1) аҙмы-күпме грамоталы булыу,
- 2) тормош күреү, кешеләрҙе айыра белеү;
- баш ҡалҡытыу –
1) ауырыу, сирҙән һауығыу,
2) яуға сығыу
М.Аҡмулла ижады
- архаизмдар стилистик маҡсатта әҙәби телдә ҡулланылып, әҫәр телен уҡыуҙы сағыштырмаса ауырлаштырһалар ҙа, осор ысынбарлығын һүрәтләүҙә, персонаждар диалогын характерлауҙа ҙур роль уйнайҙар .
Һәйбәт телмәр ике төп талапҡа яуап бирә – дөрөҫлөк һәм тасуирлыҡ.
- Кешене әҙәп, әхлаҡ камиллығына, йәшәү үрнәктәренә туған телмәр өйрәтә.
- Тел мәҙәниәттең барлыҡҡа килеү ҡоралы,үҫеүе һәм һаҡланыуы, уның төҙөлөшө лә булып тора. Ә мәҙәниәт – халҡыбыҙҙың үҙ-үҙен генетик яҡтан һаҡлай торған ҡалҡан. Шуға күрә лә белем биреүҙең, туған телдәрҙе уҡытыуҙың бөгөнгө шарттарында лингвокультурологик аспект – заман талабы ул.