Просмотр содержимого документа
«Доклад для родительских собраний про суицид»
Был донъяларҙан китергә ашыҡма.
Кешенән башҡа Ер йөҙөндәге бер тере йән эйәһе лә үҙ теләге менән яҡты донъянан китмәй. Һуңғы арала балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең үҙ-үҙенә ҡул һалыу, йәғни суицид осраҡтары йышая.Үҫмерҙәрҙе үҙ ғүмерен ҡыйырға йыш ҡына ата-әсәһе, туғандары һәм тиҫтерҙәре менән низағтар, яуапһыҙ мөхәббәт мәжбүр итә, йәнә бындай күренештең кемдәндер үс алыу, үкенергә мәжбүр итеү маҡсатында ла булыуы мөмкин. Шулай уҡ язаға тартырыуҙан ҡурҡыу, психик ауырыуҙар, өйҙәге күңелһеҙлектәр, аҡса юғалтыу, тормоштан ялҡыу, физик ауырыуҙарҙың да быға сәбәп булыуы ихтимал. Үҙ-үҙенә ҡул һалыусыларҙың ҡырҡ проценты билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында яҡты донъяны ҡалдырырға мәжбүр.
Әлбиттә, суицидҡа ҡарата күп халыҡтарҙа насар ҡараш йәшәй. Мәҫәлән, башҡорттарҙа, элек ундай юл менән үлгәндәрҙе зыяратта ерләргә рөхсәт итмәгәндәр.Ислам динендә был ҙур гонаһ һаналған.
Суицидҡа тартылған үҫмерҙәрҙең тәге билдәләре ниндәй һуң?
-Уҡыуға мөнәсәбәте үҙгәрә, дәрескә йөрөмәй башлай.
-Шөғөлдәренә ҡыҙыҡһыныуы юғала.
-Дуҫтары менән дә аралашмай башлай, үҙ эсенә йомола.
-Һәр саҡ йоҡоһо килә йәки, кмреһенсә, йоҡоһоҙ интегә.
-Үлем хаҡында иҫкәртеүсе музыкаға, китаптарға ҡыҙыҡһыныуы арта.
Уларҙы ҡотҡарып буламы? Була. Бары тик ваҡытында иғтибар һәм дөрөҫ йүнәлеш бирер кәрәк. “Ни өсөн был донъяла йәшәйем икән?” тип икеләнгәндәргә ҡағыҙ алып, уның бер яғына кемдәргә бурыстары булыуын һәм икенсе яғына кемдәрҙең уға тейеш булыуын яҙып сығырға кәрәк. Һуңынан бер бизмәнгә һалып иҫәпләгеҙ. Бурыстарың тороп ҡала түгелме һуң? Уларҙы бит ҡайтарырға кәрәк, бәлки, ике-өс аҙнаға был уйыңдан вах кисеп торорһоң? Бына күрерһең, бер нисә көндән был донъянан китеү теләге һиндә һүреләсәк. Әйткәндәй, был алым әллә күпме кешеләрҙе үлемдән араларға ярҙам иткән.
Ата-әсәләргә кәңәштәр
-Балағыҙҙың хәлен көн дә һорашығыҙ, уй-хыялдары менән ҡыҙыҡһынығыҙ, уртаҡ тел табырға тырышығыҙ.
-Балалар йыш ҡына үҙҙәре лә һиҙмәҫтән ололарҙың ғәҙәттәрен, ҡылыҡтарын ҡабатлай. улар алдында суицид ҡорбандары тураһында һөйләшмәгеҙ. Бала һәм үҫмер саҡта кеше йәшәүҙең ҡәҙерен белеп етмәй, үлгәндән һуң был донъяға кире ҡайтып булмаҫын аңламай.
-Киләсәккә пландарҙы бергә ҡороғоҙ.
-Әгәр бала әсәһе йәки атаһы менән генә тәрбиәләнә икән, шуны иҫтән сығарырға ярамай: тулы булмаған ғаиләлә үҫкәндәр араһында үҙ- үҙенә ҡул һалыусылар күберәк.
-Балаларға тормошта йыш осраған ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлдарын өйрәтергә кәрәк.
-Әгәр ҙә ниндәйҙер сәбәп арҡаһында ғүмерен ҡыйырға уйлауын белеп ҡалһағыҙ, бала менән күҙгә-күҙ ултырып һөйләшегеҙ. “Был тормоштан китеү
–Ауырлыҡты еңеү түгел, ә унан ҡасыу. Үҙеңде үлемгә дусар иткәс, башҡа бер ҡасан да ҡояшты, йәйғорҙо , тыуған йортоңдо, туғандарыңды, дуҫтарыңды күрә алмаясаҡһың”-тип аңлатығыҙ. Балалар ауырлыҡтарҙы ата-әсәгә таянмайса йырып сығырға күнекһен. Уларҙа еңеүгә ынтылыш тәрбиәләү мөһим.