СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

"Донъя" концепты

Нажмите, чтобы узнать подробности

Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙы линвомәҙәни йүнәлештә уҡытыу алымдары бирелде.

Просмотр содержимого документа
«"Донъя" концепты»



Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы

Бөрйән муниципаль районы Иҫке Собханғол дөйөм урта белем биреү

учреждениеһы урта дөйөм белем биреү мәктәбе










Башҡорт теле дәрестәрен лингвомәҙәни

йүнәлештә уҡытыу



Тема. Башҡорт телендә һүҙ төркөмө.

“Донъя” концепты.

(башҡорт теле, 6-сы класс)









Иҫке Собханғол урта мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы Сәғитова Резеда

Ғәйзулла ҡыҙы



Иҫке Собханғол – 2016



Тема: Башҡорт телендә һүҙ төркөмө.

“Донъя” концепты.

Дәрестең төрө. Яңы теманы өйрәнеү дәресе.

Уҡыу-методик комплект: УМК “Башҡорт теле” 6-сы класс (Ә.Аҙнағолов.)

Йыһазландырыу: презентация, һүҙлектәр, уҡыу китаптары, Ғ.Хөсәйенов “Донъя” китабы.

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

1)Шәхси сифаттарҙы үҫтереү: үҙеңдең эшеңде аҙымлап һәм һөҙөмтә буйынса баһалай белеү, уҡытыусының тәҡдимдәрен һәм баһаһын  тейешле ҡабул итә белеү;

2)Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: төрлө һүҙлектәр менән эшләй белеү күнекмәһе булдырыу

3)Предмет өлкәһендәге үҫеш: предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәрҙе таный, урынлы ҡуллана белеү, концепт төшөнсәһен нығытыу,һүҙлек байлығын арттырыу.

Дәрес барышы
I. Ойоштороу мәле. Сәләмләү. Психологик комфорт булдырыу.

Яҡты көндө сәләмләйек,

Һаумы, ҡояш!

Һаумы, зәңгәр күк!

Һаумы, тыуған ерем!

Һаумы, яҡын дуҫым!


  1.  Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

Донъяны нимә тота? Кеше аҡылымы?

Донъяны Донъя аҡылы тота, ти философтар.

Донъяны, Ер шарын тартыу көсө тота, ти физиктар.

Донъяны Алла тота, ти дин кешеләре.

Эй, хикмәтле, серле донъя!!!

  • Балалар, экранда бирелгән өҙөктән дәрес темаһын билдәләп булырмы?

  • Тимәк, бөгөнгө дәрестә һүҙ нимә тураһында барасаҡ, тип уйлайһығыҙ?

  • Донъя. Беҙ үҙебеҙ йәшәгән донъя тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Эйе, балалар, бөгөн беҙ дәрестә донъя-концептын ҡараясаҡбыҙ. Ә нимә  ул концепт?

  •  Концепт- (латин теленəн conceptus – күҙ алдына килтереү, төшөнсə) – халыҡтың йәшәү рәүешен, мәҙәниәтен сағылдырыусы һүҙ,төшөнсә. Ябай ғына итеп әйткәндә, һүҙ менән бәйле бөтә нәмә концепт була.


  1. Дәрестең маҡсатын әйтеү

  • Шулай итеп беҙҙең бөгөнгө дәрес темаһы нисек булыр?

“ Донъя” концептын өйрәнеү.

  1. Уҡыу мәсьәләһен сисеү

  1. Асссоциатив эксперимент

-Уҡыусылар донъя һүҙе һеҙҙә ниндәй асоциациялар тыуҙыра?

-Уларҙы ниндәй төркөмдәргә бүлеп булыр?

Уҡыусыларҙың яуаптарын һүҙ төркөмдәре буйынса таблицаға урынлаштырыу:

донъя

Исемдәр

Ҡылымдар


Ҡояш

гөрләй

Ҙур


урата

оло

Йорт, өй

бара

матур

ауыл

ҡала

һоҡланғыс

ил

барлыҡҡа килә

Ҡәҙерле

Ер шары







Донъя концепт-һүҙе  өҫтөндә эш

-Концепт –һүҙ өҫтөндә эште ошо планға таянып эшләйбеҙ

Төркөмдәрҙә эш:

1-се төркөм

Һүҙҙең мәғәнәһе.

Килеп сығышы

2-се төркөм

Синонимдар, антонимдар, омонимдар, фразеологизмдар

3-сө төркөм

Мәҡәлдәр, йомаҡтар, әкиәттәр

4-cе төркөм

Мини-проект, компьютер презентацияһы төҙөргә


3. Уҡыусыларҙың концепт буйынса эштәрен тыңлау.

1-се төркөм

Һүҙҙең мәғәнәһе.

Килеп сығышы

Тамырҙаш һүҙҙәр

ҺҮҘ ҺҮҘЛЕКТӘРҘӘ:

Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегендә ике төрлө мәғәнәһе бирелә  :

донъя  
1.Йыһан. Донъяның барлыҡҡа килеүе. Донъя яралыу.

Ер шарының бөтә булған өҫтө, уның барлыҡ тәбиғәт, кешелек донъяһы, мөхит.

Йәнле тәбиғәттең айырым бер өлкәһе.

2. Күсмә мәғәнәлә. Кеше йәшәгән тормош. Донъяла йәшәү. Донъя көтөү. Донъя күргән. Донъя мәшәҡәттәре.

Кешегә йәшәү өсөн кәрәк булған донъя ҡаралтылары, көнкүреш, хужалыҡ нәмәләре, мал, мөлкәт, байлыҡ.

әсәй  һүҙе һүҙлектә:

Беҙҙе уратып алған тирә-йүн.
Башҡортса-русса һүҙлектә:

Донъя – мир, вселенная, мироздание

2-се төркөм

Синонимдар, антонимдар.


Синонимдар һүҙлегендә:

Донъя – йыһан, ғаләм, Ер шары, үҫемлектәр донъяһы һ .б.

Антонимдар 

3сө төркөм

Мәҡәлдәр

Әкиәтттәр

йомаҡтар

Мәҡәл  һәм әйтемдәрҙә

Башҡорт мәҡәл һәм әйтемдәрендә “донъя” концептының киң урын алыуын күрәбеҙ.

  1. Донъя ҡораманан йыйыла. Әсә янында бала етем булмай.

  2. Донъя – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа.

  3. Донъяның яйы – ҡоймаҡтың майы.

  4. Донъя бер алдын, бер артын күрһәтер.

  5. Иренсәк донъянан ҡоро ҡалыр.

  6. Донъя бөтөр, мәшәҡәт бөтмәҫ.


ДОНЪЯ” ҺҮҘЕ ЙОМАҠТАРҘА:

Кейгән кейеиенең биҙәге

Бар донъяны биҙәне. (Йәй)

Зәңгәр ашъяулыҡ бөтә донъяны ҡаплаған. ( Күк йөҙө).

Донъя биҙәр йәм бит ул,

Һүнмәй торған шәм бит ул.

Алыҫ булһа ла үҙе,

Балҡып нурлана йөҙө. (Ҡояш).

 Әкиәттәрҙә:

Әлмирйән

Хан Әлмирйәндең әйткән һүҙенә риза булған. Әлмирйәнгә хан беренсе һорауҙы әйтте, ти.

    • Донъяла кешенән, кейектән башҡа тағы ниндәй йән эйәһе йәшәй?

Әлмирйән уйлаған да ханға:

    • Донъя – ер өҫтө гегә түгел, унда һауа ла бар. Унда ла кешеләр. Төрлө йән эйәләре йәшәй, - тине, ти.

    • Улай булһа, ҡайҙа? – тигән хан.

Әлмирйән:

    • Һауалағы йондоҙҙарҙа беҙҙән дә элек донъяға тыуған кешеләр йәшәй, тигән.

Шиғырҙарҙа

Кәкүк

Кәкүк, Кәкүк, әйтсе миңә,

Күпме минең ғүмерем?

Күпме минең был донъяла

Шатлыҡтарым, күререм?

Йырҙарҙа

Донъя һүҙе һүҙе бигерәк тә йырҙарҙа күп Мәҫәлән:.

Элмәлек  (башҡорт халыҡ йыры)

2.Элмәлек, Элмәлек

Элмәле лә тундарҙы беҙ кеймәнек.

Ерҙә лә тыуып, ерҙә үҫтек,

Донъя рәхәткәйҙәрен күрмәнек.


4-cе төркөм

Мини-проект

  Донъя

Йыһан Ер шары

ғаләм


Һығымта

Уҡыусылар, дәрес башындағы өҙөккә кире ҡайтайыҡ. Һеҙ уның авторын һәм ниндәй әҫәрҙән булыуын күрмәнегеҙ. Әле дәрестә беҙ “донъя” һүҙен төрлө яҡлар ҡараныҡ. Әммә был һүҙ мәғәнәһе буйынса сикһеҙ. Һәм уның тураһында ғалимдар ҙа уйлана. Хатта әҙәбиәт белгесе Ғайса Хөсәйенов “Донъя” тип аталған ҙур күләмле китәбын сығарған. (китапты күрһәтеү)

Донъяны нимә тота? Кеше аҡылымы?

Донъяны Донъя аҡылы тота, ти философтар.

Донъяны, Ер шарын тартыу көсө тота, ти физиктар.

Донъяны Алла тота, ти дин кешеләре.

Эй, хикмәтле, серле донъя!!!


  1. Һығымта

  • Донъя концепты башҡорт донъяуи тел картинаһында ниндәй урын алып тора?

  • Башҡорт тел картинаһында донъя концепты мөһим урын алып тора.

  • Уның шулай икәнен беҙ ҡайҙан белдек?

  • Донъя-концепты мәҡәлдәрҙә, әҙәби әҫәрҙәрҙә, сәнғәттә киң таралған концептарҙың береһе.  Сөнки донъя – ул беҙ йәшәгән сикһеҙ ҙур йыһан, беҙҙе уратып алған, беҙ йәшәгән мөхит .

  1. Теманы нығытыу

Донъя һүҙенә ҡараған ҡылымдарҙы табайыҡ. (таблица)

Уларҙы ҡылым төркөмсәләре ялғауҙарын ҡушып үҙгәртегеҙ.

Исем ҡылым – әйләнеү

Сифат ҡылым – әйләнгән донъя

Уртаҡ ҡылым – әйләнергә

Хәл ҡылым – әйләнеп, әйләнгәс, әйләнгәнсе


Ижади эш

 Әйҙәгеҙ, синквейн төҙөп ҡарайыҡ. Нимә ул синквейн? (француз һүҙе, 5 тигәнде аңлата). Был осраҡта биш юлдан бәйләнешле текст килеп сығырға тейеш. 

1. Теманы асыҡлаусы бер исем.
2. Предметты баһалаусы ике сифат.
3. Предметҡа хас булған өс ҡылым.
4. Теманың йөкмәткеһен асыусы фраза.
5. Һығымта. 

Донъя

Сикһеҙ, оло.

Барлыҡҡа килгән, бара, гөрләй.

Беҙ йәшәгән ер.

Тормош.

  1. Рефлексив анализ

  • Бөгөн һин нимәгә өйрәндең?

Мин бөгөн.......белдем.

........ҡыҙыҡ булды

.......ҡыҙыҡһыныу уятты

  1. Өйгә  эш биреү.

“Донъялар имен булһын ” темаһына исемдәрҙе күберәк ҡулланып инша яҙырға  




Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!