СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Эссе "Башкортостан-жемчужина Урала"

Нажмите, чтобы узнать подробности

В данном эссе автор описывает красоту своего родного края, рассказывает о его значимости в судьбе каждого человека  и гордится памятными местами родины

Просмотр содержимого документа
«Эссе "Башкортостан-жемчужина Урала"»

Эссе «Башҡортостан – Урал ынйыһы”

Тыуған яғым – алтын бишегем минең. Тыуған яғым – ул минең тыуып үҫкән ерем, әсәйем, атайым, туғандарым йәшәгән төбәк. Шуға бигерәк тә яҡын ул күңелгә. Унда ғына елдәр иркәләй, шишмәләре селтер-селтер мине сәләмләй, ҡоштары йырҙарын бүләк итә. Таң әтәстәре тауышланып уята ла, ана, тыңла тип, тәбиғәт ҡосағына оҙата. Күктә йондоҙҙар һүнә. Тыуған ерем өҫтөнә яңы көнгә яңы теләктәр менән Ҡояш күтәрелә.

Һәр кемдең тыуған төбәге, туған теле бер генә була. Минең тыуған ерем – Башҡортостан, туған телем – бөйөк башҡорт теле. Ватан һүҙе һәр ваҡыт атай, әсәй һүҙҙәре менән йәнәшә йөрөй.

Тыуған ил, Тыуған ер, Туған тел ... Кешене кеше, халыҡты милләт иткән иң изге төшөнсәләр шулар бит ! Әҙәм балаһы бәхет эҙләп, рәхәт тормошҡа өмөтләнеп, әллә ҡайҙарға сығып китә. Ниғмәт – ләззәт тулы, мул ризыҡлы ил – ерҙәрҙә йәшәй, бәхетемде таптым, тип ышана. Әммә ҡайһылыр бер миҙгелдә, йәнендәге бар күҙәнәктәрен тетрәндереп, ата-әсәһенең йәнгә уйылып ҡалған берәр һүҙе уны кинәт кенә һиҫкәндерә, сылтырап аҡҡан шишмә һыуҙары һағындыра, яҙын ҡаҡы, ҡуҙғалаҡтар менән һыйлаған ҡыр – болондары иҫкә төшә. Шул саҡ уның күҙҙәренә мөлдөрәп йәштәр тула. Һағына , ерһенә... Йылға - шишмәләрҙең бер йотом һыуын эсәһе килеп тилмерә, болондарын , еләк йыйып ҡыуанған аҡландарын “Их , тағын бер тапҡыр күрергә!” – тип ымһына. Тыуған яҡ менән бәйле һәр исем – атама иҫтәлек – йәдҡәр булып күңелендә яңыра, улар бик тә ҡәҙерлегә әйләнә. “

Тыуған ер! Олатай – өләсәйемдең әкиәт – ҡиссалары , ғибрәтле нәсихәттәре, риүәйәттәре булып күңелгә, йөрәккә кергән күпме ваҡиғалар шаһиты ул! Әсә теленең бар матурлығы шул ҡиссалар аша һеңгәндер күңелемә! Кемгә лә ғәзиз , яҡын һәм ҡәҙерле бит улар! Ете балаға ғүмер биргән Зөлхизә өләсәйемдең: «Балаҡайым, тыуған ереңде бер ҡасан да онотма, ул һине оло юлға сығарыр, тормош китабының битен асырға ярҙам итер”, - тип әйткән һүҙҙәре һәр ваҡыт ҡолағымда сыңлап тора.

Башҡортостанымдың кескәй генә бер өлөшө - минең тыуған ҡалам Бәләбәйҙә күңелемдә мәңге һаҡланып ҡалыр, йөрәгемдә йәшәр урындар күп. Көмөш һыуҙары сылтырап аҡҡан Өҫән, Сиушка йылғалары, бик күп ваҡиғаларға шаһит булған Шарлы урманы... Ололарға ла, кеселәргә лә үҙ матурлығын йәлләмәй өләшкән Һаулыҡ һуҡмағы… Легендар комдив Чапаевтың эҙҙәрен һаҡлаған парк хәҙерге быуынға тарихыбыҙҙа булып үткән ваҡиғалар хаҡында иҫкәртә һымаҡ. Йәшел туғайлы болондарға, балыҡлы, ҡош – ҡортло һыуҙарға, түңәрәк күлдәргә бай ул. Тәбиғәт ҡосағында кемдең күңеле нескәрмәгән дә, кемдәр, тәбиғи матурлыктан йән аҙығы табып, күңелен күтәрмәгән?! Бында икһеҙ – сикһеҙ урман – ҡырҙар , мөһабәт тауҙар һуҙылып киткән. Үҙебеҙҙең яҡтар бар ерҙәрҙән дә күркәмерәк, гүзәлерәк һәм матурыраҡ, тип әйтәһем килә минең!

Ҡыйыу аҙымдар менән ныҡ баҫып, тау башына менеп еткән Кеше, ғорур ҡарашын тирә-яҡҡа ташлап, оҙаҡ ҡарап торҙо. Уның күҙ алдында йәйрәп ятҡан гүзәллек кемдәрҙе генә уйға һалмаған да, кемдәрҙе генә һоҡландырмаған икән! Кеше, ошо матурлыҡҡа хайран ҡалып, ҡуйынынан ҡурайын һурып алды ла, әҫәрләнеп, дәртле көйҙө һыҙҙырып ебәрҙе. Моң күккә менде лә, бар ғаләмде урап-урап йөрөп, кире ергә төштө. Иҫ киткес ошо илаһи моңда томоролоп сапҡан аттарҙың тояҡ тауыштары ла, саңғылдап осҡан бөркөт ауазы ла, халҡымдың сая үткәне лә, бөгөнгөһө лә, тыуған илгә һөйөү ҙә, һағыш та сағыла кеүек ине.

Тыуған яҡ! Ғәзиз тыуған төйәк! Һәр кеше өсөн ошо һүҙҙәр иң ҡәҙерле, иң яғымлы һүҙҙәрҙер, моғайын. Тыуған илгә һөйөү беҙгә әсә һөтө менән ингән, бишек йыры аша күскән, өләсәй-олатайҙарыбыҙҙың аҡыллы һүҙҙәре, кәңәштәре аша күңелдә һеңеп ҡалған. Һәр кеше тыуған төйәген үҙенсә ярата, үҙенсә уны байытырға тырыша, һәйбәтерәк итергә ынтыла.

Быуындан-быуынға тапшырыла килгән ҡомартҡылары, телдән-телгә күсеп йәшәгән йыр-моңдары аша беҙ тыуған илебеҙ тарихын өйрәнәбеҙ, халҡыбыҙҙың үткәнен барлайбыҙ, билдәле шәхестәре менән танышабыҙ, уларҙың күрһәткән батырлыҡтары, изге эштәре менән ғорурланабыҙ. Беҙҙең тарихыбыҙ-ул элек булып үткән ваҡиғалар ҙа, хәҙерге заманда булып торған хәлдәр ҙә, бар донъяға билдәле булған шәхестәр ҙә, бары бер төйәктә генә дан алған кешеләр ҙә.