Башҡортостан республикаһы
Учалы районы муниципаль районының
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
5- се урта дөйөм белем биреү мәктәбе.
Тема: «Бөйөк Ватан һуғышы һәм яугир яҙыусылар»
Учалы ҡалаһы 5-се урта мәктәбенең
9-сы класы уҡыусыһы Мөнирова Алинаның ғилми- тикшеренеү эше.
Етәксеһе: Хәсәнова Нәркизә Робес ҡыҙы, Учалы ҡалаһы 5-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
2020
Йөкмәткеһе.
Инеш һүҙ...............................................................................................................3-5
Һығымта............................................................................................................15-16
Ҡулланылған әҙәбиәт............................................................................................16
Ҡушымта.
Тема :" «Бөйөк Ватан һуғышы һәм яугир яҙыусылар»
Теманың актуаллеге: йәш быуын Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, ул ваҡытта яҙышҡан башҡорт яҙыусылары тураһында бик аҙ белә. Быны минең класташтарым араһында үткәргән анкета һөҙөмтәләре лә күрһәтә: мин тәҡдим иткән яҙыусылар һәм шағирҙар араһынан күптәр тик М. Кәримдең әҫәрҙәре менән генә таныш. Беҙ үҙебеҙҙең яҙыусы-шағирҙарыбыҙҙы белергә тейешбеҙ. Улар бит башҡа ябай һалдаттар менән бергә Еңеү яҡынайтып ҡына түгел, ә әсе һуғыштың бар аяуһыҙлыҡтарын үҙ әҫәрҙәрендә күрһәткәндәр. Бурыстар:
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм ижад иткән яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен ентекләберәк өйрәнеү.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугир яҙыусыларыбыҙ менән таныштырып, башҡаларҙа ла ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Маҡсаттар:
Башҡорт яҙыусыларының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ижад иткән һәм һуғыш темаһын сағылдырған әҫәрҙәренә байҡау яһау.
Киләсәк быуынға халҡыбыҙҙың яугир улдары үткән дәһшәтле йылдарҙың әһәмиәтен күрһәтеү.
Халҡыбыҙҙың бөйөк улдары яҙмышына, ижадына ихтирам, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.
Гипотеза:
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугир яҙыусыларыбыҙҙың ижадын, . тормошон өйрәнеү илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.
Эҙләнеү методтары:
Анкета һорауҙарына яуаптар алыу, әңгәмәләшеү, әҙәби материалдарҙы, архив материалдарын өйрәнеү, анализлау.
Инеш өлөш.
Быйыл беҙҙең илебеҙ Бөйөк еңеүҙең 75 йыллығын билдәләй. Был беҙҙең халҡыбыҙ, бигерәк тә йәш быуын өсөн бик әһәмиәтле һәм мөһим сара.Бик күп йылдар үтһә лә, яралар әле уңалмаған. Тарихыбыҙҙағы был ваҡиғаларҙы беҙгә күҙ алдына баҫтырырға яҙыусы – шағирҙарыбыҙ әҫәрҙәре ярҙам итә. Беҙҙең яҙыусыларыбыҙ һуғыш темаһына яҙып ҡына ҡалмаған, ә бик күптәре ошо дәһшәтле ваҡиғаларҙың уртаһында ла ҡайнаған. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк батырҙарса һуғышып һәм актив ижад эше менән йәшәгәндәр. Әҙәбиәтебеҙгә иҫ киткес бай мираҫ ҡалдырғандар. Ошо әҫәрҙәр аша беҙ яу яланында батырлыҡ күрһәткән совет кешеләре образдары менән, һалдат тормошо, тылда хеҙмәт итеүсе ябай халыҡ тормошо менән танышабыҙ. Йылдар үткән һайын улар үҙҙәренең актуаллеген юғалтмай, сөнки тулы мәғәнәһендә беҙгә тарихыбыҙ биттәре хаҡында бәйән итә.
Халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы батырлығы тураһындағы иҫтәлек Башҡортостан Республикаһында йәмғиәтте туплай, быуындар бәйләнешен һәм милләт – ара татыулыҡты нығыта, намыҫ һәм патриотизм өлгөһө булып тора.
Төп өлөш.
Башҡорт яҙыусылары Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән алып уҡ илебеҙҙең азатлығы өсөн көрәшкә күтәрелде. Гитлерсы фашистарға ҡаршы утлы нәфрәт еңеүгә ныҡлы ышаныс тәрбиәләүҙә, һалдаттарҙың ҡыйыулығын, батырлыҡ һәм тәүәкәллеген, һуғышсанлыҡ сифаттарын үҫтереүҙә әҙәбиәтебеҙҙең һәр жанры ифрат әһәмиәтле роль уйнаны. Башҡорт атлылар дивизияһының яуҙа ятып ҡалған 18 яу батырының кеҫәһендә Ғ. Сәләмдең һуғыш алды көндәрендә Ҡазанда сыҡҡан “Һәйкәл” тигән китабы табылыу ғына ла күп нәмә тураһында һөйләй. Тимәк, шағир үҙе булмаһа ла, уның йөрәге аша үткән шиғырҙары яугирҙарҙы яңынан – яңы еңеүҙәргә дәртләндерҙе, ҡанат ҡуйҙы һәм саҡырыу ораны булды, тип әйтә алабыҙ.
Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән С. Мифтахов менән Х. Кәрим үҙҙәре теләп хәрби хеҙмәткә китте. Бер аҙ һуңыраҡ Ҡ. Даян, С. Кулибай, М. Хәй, Н. Ҡәрип, Ғ. Әмири, Х. Ҡунаҡбай, М. Кәрим, М. Абдуллин, М. Харис, Ә. Вәли, А. Карнай һ.б. күренекле яҙыусылар улар сафын тулыландырҙы.
Күренекле драматург С. Мифтахов һуғыш башланғас, броне булыуына ҡарамаҫтан, Оборона халыҡ комиссары исеменә: “Һуғыш провокаторҙарына яуап итеп, мине хәрәкәт итеүсе армияға доброволец итеп алыуығыҙҙы һорайым”, тип телеграмма биреп һуғышҡа китә, уҡсылар батальонында политрук, комиссар вазифаларында һуғышты ҡатнаша. Ләкин яҙыусы – комиссарҙың һуғышсан ғүмере ҡыҫҡа булды, ул 1942 йылдың февралендә Волхов фронтында ҡаты һуғыштарҙа батырҙарса һәләк була.
Шағир Хәниф Кәримдең һуғыштың беренсе көндәрендә яҙылған “Асыу йыры” шиғыры “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитендә баҫылып сыға.
Дауылдан да көслө асыу ҡупты
Йөрәгендә азат халҡымдың,
Мең ҡат көслө булып балҡыны
Тыуған илде һөйөү ялҡыны...
Ер тетрәтер халҡым нәфрәте
Пуля булып тетһен дошманды,
Ҡылыс булып киҫһен, тураҡлаһын,
Танк булып иҙһен дошманды.
Шундай юлдарҙың авторы Х. Кәрим һуғыштың тәүге көндәренән алып көнбайышта немец фашистарын һәм көнсығышта япон самурайҙарын тар – мар итеүҙә ҡатнашты. Байтаҡ ваҡыт ул хәрби гәзиттә эшләй. Бер нисә тапҡыр контузиялана. Майор Х. Кәрим күп кенә хәрби ордендар һәм миҙалдар менән наградлана. Һуғыш яландарында Х. Кәрим ҡәләм менән дә, штык менән дә батырҙарса көрәште. Шағирҙың һуғыш йылдарындағы ижади активлығын “Шиғырҙар”, “Мөхәббәткә үлем юҡ”, “Һуғыш юлдары” тигән өс китабы күрһәтеп тора. Был йыйынтыҡтарға ингән “Атака алдынан”, “Ржев урманы”, “Мөхәббәт һәм нәфрәт”, “Мин тормошто һөйәм”, “Һуғыш юлдары буйлап” һәм башҡа бик күп шиғырҙарында, хикәйәләрендә һәм бихисап публицистик әҫәрҙәрендә совет патриоттарының батырлыҡтарына дан йырлана. Һуңынан да уның бөтә ижад ғүмерендә Ватан һуғышы, хәрби патриотизм темаһы урын алып тора.
Утыҙынсы йылдарҙың аҙағында әҙәбиәткә килгән оло талант эйәһе Мостай Кәрим ижады Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тағы ла активлашты һәм байыны, поэтик оҫталығы ныҡлы өлгөрҙө, популяр шағирҙарҙың береһенә әйләнеп китте. Мостай Кәрим тәүге әҫәрҙәренән 1938 йылда “Дуҫтың үлеме” тигән шиғырын яҙҙы. Был шиғырҙа үлемһеҙ комсомолецтың батыр образын һүрәтләне. Батырҙың комсомол билетын тишеп, дошман пуляһы уның йөрәген туҡтата. Ләкин ул “йәшәү өсөн үлә”, ти шағир. “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” тигән икенсе бер шиғырында шағир:
Сал ҡартлығын һаҡлап ҡарттарымдың,
Һылыуҙарын һаҡлап илемдең,
Бөйөклөгөн һаҡлап Уралымдың,
Гүзәллеген һаҡлап Иҙелдең,
Тыуасаҡ таң, тыуасаҡ яҙ өсөн,
Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,
Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн
Мин фронтҡа китәм, иптәштәр! – тип яҙа.
Һуғыштың башынан алып һуңғы көндәренәсә Мостай Кәрим фронт яландарында батырҙарса һуғышты һәм ғәжәйеп актив ижад эше менән йәшәне. Ҡыҫҡа сроклы хәрби курстарҙы тамамлап, ул элемтә бүлексәһе һәм артиллерия дивизионы штабы начальнигы булып һуғышты үтте. 1942 йылда ул ҡаты яралана. Үрҙә әйтелгән “Дуҫтың үлеме” шиғырындағыса хәлдәр М. Кәримдең үҙе менән дә ҡабатлана. Уның комсомол һәм СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы билеттарын тишеп ингән ярсыҡшағир – һалдатты ҡаты яралай, үпкәһен йәрәхәтләй һәм йөрәге янына килеп туҡтай. Ярты йылдан ашыу госпиталдә дауаланып сыҡҡандан һуң ул “За честь Родины” һәм “Советский воин” тигән фронт гәзиттәрендә хәрби журналист булып хеҙмәт итә. Был осорҙа уға һуғыш шарттарында корреспондент, һуңынан ҙур яҙыусы булып киткән Мәхмүд Мәҡсуд, Алексей Недогонов, Нәзир Сафаров, Николай Атаров, Ғабдулла Әхмәшин, Риза Ишморат һәм башҡа байтаҡ ҡәләм оҫталары менән яҡындан аралашыу насип була. Украинаны, Молдавия, Румыния, Венгрия, Австрияны азат итеү һуғыштарында ҡатнашырға тура килә. Еңеү көнөн ул Австрияның баш ҡалаһы Венала ҡаршылай. Һуғыштағы батырлыҡтары өсөн I – се һәм II – се дәрәжә Ватан һуғышы, “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордендары, күп һандағы миҙалдар менән наградлана. Ауыр йәрәхәтле үпкәһе менән М. Кәрим оҙаҡ йылдар яфалана, ҡырҡынсы йылдар аҙағында күренекле медицина белгестәре уның ғүмерен һаҡлап алып ҡала. Һуғыш осоронда яҙылған “Минең атым”, “Шиғырҙар” йыйынтыҡтарына ингән поэтик әҫәрҙәрҙең бөтәһендә лә һәм айырыуса“Башҡорт халҡына яуап хат”ында ҡыйыу характерлы, ихтыяри көс, ныҡлы рухлы совет һалдаттарының батырлыҡтарына һоҡланып дан йырланы.
1943 йылдың көҙөндә фронтҡа Башҡортостан хөкүмәтенең башҡорт халҡының үҙе үҫтергән батыр улдарына яҙған хаты килә. Шағир – хәрби корреспондент Мостай Кәрим был турала түбәндәгесә хәтерләй: “Проза менән яҙылған был хат үҙе юғары пафослы бер героик поэма ине. Ул беҙҙең өсөн йыр ҙа, бойороҡ та булып яңғыраны. Хатты уҡығас, ҡапыл минең башыма шундай уй килде: халыҡ та бит үҙенең һуғышсан улдарынан яуап көтәлер, беҙҙең ышаныслы һалдат һүҙен ишетергә теләйҙер. Беҙҙе көтөп зарыҡҡан әсәйҙәребеҙҙең , сыҙамлы атайҙарыбыҙҙың, бер ниндәй ҙә үлем хәбәрҙәренә ышанмай торған, илдең ауыр йөгөн үҙ елкәләрендә алып барған ҡатындарыбыҙҙың, хыялдарында тик беҙҙе генә йөрөткән балаларыбыҙҙың йонсоу йөҙҙәре, өмөтлө ҡараштары минең күҙ алдымдан сағылып үтте. Улар минең һүҙемде, бары тик минең һүҙемде генә көтәләр кеүек тойолдо... Мин фронтташтарым исеменән “Башҡорт халҡына яуап хат” яҙырға керештем”.
Был әҫәрҙә шағирҙың Ватанға мөхәббәт, дошманға тулы нәфрәт тойғолары сағылған, ул үҙ халҡына биргән анты булараҡ яңғыраны. Шул уҡ мотивтарҙың үҫтерелеше, совет кешеләренең фронт шарттарындағы батырлыҡтары, башҡорт һалдатының индивидуалләштерелгән милли характеры шағирҙың “Үлмәҫбай”поэмаһында юғары художество алымдары менән уңышлы һүрәтләнде. Шағирҙың лирик поэзияһының был осор өсөн иң характерлы үҙенсәлектәрен фекер, хис һәм тойғо тәрәнлеге, оптимизм, ихласлыҡ тип асыҡ билдәләп була. Халыҡ ижады традицияларын да ул бик уңышлы файҙаланды. “Ерҙәге йондоҙҙар”, “Тәҙрәңде ас та”, “Ямғыр”, “Трубка”, “Таныш түгел ерҙә баҫып торам” һәм башҡа гуманистик идеалдар менән һуғарылған лирикаһы, батыртәбиғәтле совет һалдаттарын еңеүгә рухландырыусы әҫәрҙәр булараҡ, һуғыш осорондағы поэзиябыҙҙы яңы баҫҡысҡа күтәрҙе.
Фашистарҙы тар-мар итеп, тыныс төҙөлөш көндәрендә лә Мостай Кәрим ижадында Бөйөк ватан һуғышы темаһы, фронтташтарҙың батырлыҡтарын данлау ҙур урын алды һәм алып тора. Был йәһәттән уның “Һалдат” шиғыры айырыуса характерлы.
Именлекте һаҡлаусы бер һалдатмын,
Мылтыҡ ҡуйып, ҡулға сүкеш алғанмын.
Төтөн еҫе килә һаман шинелдән...
Килмәһен, тип, шул еҫ диңгеҙ еленән,
Йәш һәм ҡайғы күрмәһен, тип, бер кеше,
Көн-төн тынмай төҙөүсенең сүкеше,
Таштар ватҡан шул төҙөүсе мин үҙем,
Таштан һалам тыныслыҡтың нигеҙен.
“Европа - Азия” шиғырҙар циклында фронтовик шағир өсөн был тема хәҙер именлек өсөн көрәш темаһы менән органик бәйләнештә үҫә. Яңы һуғыш уты тоҡандыдырға маташыусыларға ул автобиографик характерҙағы “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” шиғырында көслө нәфрәт белдерә:
Бына инде ярты быуаттан ашыу йылдар М. Кәрим тәнендә ошо тимер ярсыҡ әленән – әле “әйләнгеләп ҡуя”. Фронтташ башҡа яҙыусылар ижадындағы кеүек, йөрәк әрнеткес Ватан һуғышы ваҡиғаларын уға бер ҡасан да оноторға форсат бирмәйәсәк. Шуға күрә ул был темаға әленән – әле төрлө жанрҙарҙа әйләнеп ҡайтыуҙы намыҫ эше итеп күрә.
Яу яландарында иҫ китерлек батырлыҡтар күрһәткән совет кешеләре образдарын тыуҙырыу, фронт эпизодтарын, совет һалдаттарының физаҡәрлеген Мостай Кәрим “Туй дауам итә”, “Айгөл иле” драмаларында ла, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Ярлыҡау” повестарында ла, күп һандағы ялҡынлы тәрән публицистикаһында ла ҙур оҫталыҡ менән тасуир итә.
Ватан һуғышына тиклем үк ижадында хәрби тема шаҡтай урын тотҡан Ғәйнан Әмири (“Август төнөндә” тигән ҡыҙылармеец хикәйәләре 1936 йылда баҫылып сыға) Мәскәү, Сталинград өсөн ҡот осҡос ауыр һәм яуаплы һуғыштарҙа, Орел - Курск божраһында, Днепрҙы кисеү кеүек хәрби операцияларҙа актив ҡатнаша. Батырлыҡтары өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы, “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордендары һәм миҙалдар менән наградлана. Совет һалдаттарының батырлығын данлап окоп шарттарында яҙған шиғырҙарын Ғәйнан Әмири 1944 йылда “Һалдат йөрәге” тигән йыйынтыҡта туплап сығарҙы. Ватан һуғышы темаһы, немец фашистарының йыртҡыслыҡтарын “Осҡон ҡабына” һәм башҡа проза әҫәрҙәрендә һүрәтләй.
Утыҙынсы йылдарҙа уҡ яҙыусы, шағир, публицист Әкрәм Вәли ижадында Совет Армияһы темаһы, совет һалдаттарының тормошо һәм һуғышсан эштәрен һүрәтләү ҙур урын ала. “Алыҫ Көнсығыш яҙмалары” китабындағы хикәйәләрендә ил сиген һаҡлаусыларҙың батырлыҡтарын, интернациональ дуҫлыҡ тойғоларын уңышлы художество алымдарҙа күрһәтә алды. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та Әкрәм Вәли, ҡулына ҡорал тотоп, немец фашистарына ҡаршы яуға китә. Офицер Ә. Вәли еңеү көндәренә тиклем яу ҡырҙарында була. Фашистарға ҡаршы көрәштә командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм батырлыҡтары өсөн “Ҡыҙыл байраҡ” ордены, миҙалдар менән наградлана. Был осорҙа Ә. Вәлиҙең агитацион рухтағы поэзияһы бөтә идея-художество сифаттары менән шаҡтай үҫеп китә. “Танкист тураһында баллада”,“Һиңә хаттар”, “Тыуған илгә ҡайтыу”, “Фронтовик иптәшкә” һәм башҡа шиғырҙарында совет кешеләренең фронттағы батырлыҡтары һәм хеҙмәт героизмы, үҙ Ватанына тәрән мөхәббәт, үҙ халҡына бирелгәнлек, дошманға ҡаршы нәфрәт тойғолары төп урынды ала. Был әҫәрҙәрҙең күбеһендә шағир совет кешеһенең рухи донъяһын, психологик кисерештәрен оҫта поэтик деталдәрҙә һүрәтләй. “Иҙелбаев Ғата” поэмаһында Ватан бойондороҡһоҙлоғо һәм бәхет өсөн утҡа-һыуға ла инергә әҙер тәүәкәллек, совет һалдатына хас патриотизм, халыҡтар дуҫлығы кеүек сифаттарҙы ошо типик образдарҙа дөйөмләштерҙе.
Ватан һуғышының һуңғы көндәренә тиклем яу ҡырҙарында булған Ҡадир Даяндың “Тыуған ил”, “Башҡортостан улдары” тигән йыйынтыҡтарына ингән күп һандағы шиғырҙары һәм йырҙары, Көнбайыш Украина, Чехословакия,
Польша өсөн ҡаты һуғыштарҙа ҡатнашып, батырлыҡтар күрһәткән Сәләх Кулибайҙың “Бөйөк дуҫ тураһында”, “Дәүер әкиәте” китаптарындағы шиғырҙары һәм “Йондоҙ” пьесаһы совет кешеләренең гүзәл характерҙарын тыуҙырыуға арналғайны.
Ватан һуғышы йылдарында Кирәй Мәргән “Комсомольская правда” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булараҡ Башҡорт атлылар дивизияһында йыш була, дивизия гәзите эшендә лә актив ҡатнаша, һуғыш осоронда уның “Башҡорттар” (1943), “Егеттәр” (1944), “Һуғыш фольклоры” (1944) кеүек китаптары баҫылып сыҡты. Был йыйынтыҡтарға ингән хикәйә һәм очерктарында Башҡорт атлылар дивизияһы һалдаттарының батырлыҡтарын, дивизия уҙған данлы яу юлын күҙ алдына баҫтыра. “Утыҙ батыр ҡалҡыулығы” тигән очеркында панфиловсыларҙың үлемһеҙ батырлығын ҡабатлаған утыҙ башҡорт егетенең бер аҙым артҡа сигенмәй, дошман һөжүменә ҡаршы ике тәүлек буйына тиңһеҙ алышын һүрәтләй. Утыҙ башҡорт егетенең тиңһеҙ ҡаһарманлығын бөтә совет яугирҙарына хас характерлы сифат итеп тасуирлай.
Кирәй Мәргән Ватан һуғышы йылдарында совет халҡының батырлығын һүрәтләгән “Яу”, фронт һәм тыл берҙәмлеге кеүек тормошсан мөһим проблемаларҙы һүрәтләгән “Минең семьям” кеүек пьесалары менән был осорҙағы драма жанрына ла тос өлөш индерҙе. 1944 йылда сыҡҡан “Һуғыш фольклоры” тигән китабы буласаҡ фольклорсы - ғалимдың тәүге эҙләнеүҙәре лә ине.
Баязит Дим иһә Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк полк комиссары вазифаһында яуға инә һәм Смоленск ҡалаһы янында барған һуғышта ауыр яралана, шуның һөҙөмтәһендә ул дембилизациялана. Партия өлкә комитетының хәрби бүлеге инструкторы, бүлек мөдире урынбаҫары булып эшләй.
Ҡайтабыҙ тип киткәйнегеҙ...
Б. Димдең ижад ғүмере ҡыҫҡа булды. Ул беҙҙең әҙәбиәткә хәрби тема – һалдат тормошо, илебеҙҙе һаҡлаусы кешеләр образын үҙенсәлекле хикәйәләү менән килеп инде. Уның хикәйәләренең геройҙары, авторҙың үҙе кеүек, ысын мәғәнәһендә партия һалдаттары. Ул айырыуса совет командирҙарының уңышлы образдарын тыуҙырҙы. Яҙыусы үҙе иҫән саҡта ике китабы баҫыла: Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иткәндә яҙылған “Хәрби хикәйәләр” (1938)һәм Ватан һуғышы материалдары нигеҙендә яҙылған “Фронт хикәйәләре” (1941). Автобиографик характерҙағы тәрән патриотизм менән һуғарылған күпселек хикәйәләрендә автор оҫта типиклаштырыуҙарға өлгәшә ала.
Ижадтары менән һуғыш алды йылдарында танылған , Бөйөк Еңеүгә хатта үҙҙәренең ғүмерҙәрен биреп тә ҙур өлөш индергән А. Карнай, М. Хәй, Низам Ҡәрипов, Төхвәт Морат, Хөсәйен Ҡунаҡбай, Мазһар Абдуллин, Мәлих Харис,Сыңғыҙ Ханов, Бәҙрүш Моҡамай кеүек талантлы яҙыусыларҙың мираҫы башҡорт әҙәбиәтендә үҙенсәлекле урын алды. Уларҙың ҡайһы берҙәре һуғыштың тәүге айҙарында уҡ батырҙарса һәләк булды. Поэзиябыҙға ғәйәт ҙур өлөш индергән М. Хәй һуғыш баланыу менән фронтҡа китә һәм 1941 йылдың декабрендә Көньяҡ фронтта батырҙарса һәләк була. Һуғыш башланғанға тиклем яҙыусылар ойошмаһының етәксеһе булып эшләгән Низам Ҡәрипов 1941 йылда Ватан һуғышына алына, Сталинград өсөн барған ҡот осҡос дәһшәтле бәрелештәрҙә ҡатнаша һәм 1942 йылда яу яландарында ятып ҡала.
Сыңғыҙ Ханов та 1940 йылда Совет Армияһына алына һәм 1941 йылда һуғыштың тәүге көндәрендә һәләк була. Төхвәт Морат 1942 йылдың башында армияға алына һәм ҡыҫҡа сроклы хәрби әҙерлектәрҙән май айында фронтҡа инә. Ике тапҡыр ҡаты йәрәхәтләнә. Батырлыҡтары өсөн “Ҡыҙыл Байраҡ” ордены менән наградлана. 1944йылдың аҙағында Латвия ерендә батырҙарса һәләк була.
Тәхвәт Мораттың фронт шарттарында яҙған шиғырҙары Тыуған илгә һөйөү, фашистик илбаҫарҙарға көйҙөргөс нәфрәт хистәре менән һуғарылған. Уның яу йылдарындағы иң яҡшы поэтик өлгөләре Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һәләк булған йәш шағирҙарҙың шиғри шәлкемдәре тупланған “Йыр сафта ҡала” (1960), “Окопта яҙылған шиғырҙар” (1975) һәм “Утлы йылдар ауазы” (1985) тигән китаптарға индерелгән.
Мазһар Абдуллиндың да хәрби ғүмере ҡыҫҡа булады. Ул һуғыш башланыу менән армияға алына, танкистар мәктәбен тамамлағас, Мәскәү янындағы илебеҙ яҙмышы хәл ителгән аяуһыҙ һуғыштарҙа ҡатнаша. 1942 йылдың авгусында Калинин өлкәһендә барған һуғыштарҙа батырҙарса һәләк була. Уның һуғыш йылдарында совет халҡының фашизмды еңеп сығырына ышаныс, илбаҫарҙарға нәфрәт менән һуғарылған шиғырҙары әле булһа сафта ҡала.
Икенсе бер талант эйәһе – шағир Мәлих Харистың яҙмышы Мазһар Абдуллин, Хөсәйен Ҡунаҡбаевтарҙыҡына оҡшаш. 1941 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған М. Харис шул уҡ айҙарҙа хәрби хеҙмәткә алына, офицерҙар курсында уҡый. 1944 йылда Ватан һуғышы яландарында батырҙарса була. М. Харис үҙе иҫән саҡта әҫәрҙәренең айырым китап булып
сығыуын күреү бәхетенә ирешә алманы. “Йөрәк тауышы” тигән беренсе китабы тик ул үлгәндән һуң, 1944 йылда ғына баҫылып сыҡты. Айырым шиғырҙары урыҫ теленә лә тәржемә ителде. Үҙенсәлекле шағир М. Харистың фронт шарттарында яҙылған лирикаһында батыр һалдаттар образы төп урында тора. “Батыр тураһында баллада”, “Онотмаһын мине Тыуған ил!”,“Хат” һәм башҡа әҫәрҙәрендә шағир ата йорто, Тыуған иле, халҡы өсөн ғүмерен биргән батырҙарҙың үлемһеҙлегенә дан йырлай.
Хөсәйен Ҡунаҡбай ҙа 1942 йылда үҙе теләп фронтҡа китә, рота политругы вазифаһында ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша. 1943 йылдың февралендә Курск өлкәһендәге Новый Оскол районы Ольховатка ауылы өсөн барған һуғыштарҙа батырҙарса һәләк була. Һуғыш алды йылдарында уҡ уның ижадындағы Тыуған илде һөйөү, халыҡтар дуҫлығы, эскерһеҙ мөхәббәт менән һуғарылған патриотик мотивтар артабан тағы ла үҫә, конкретлаша. “Аҡылымдың һуңғы яҡтыһын һәм ҡанымдың һуңғы тамсыһын илем, халҡым өсөн бирермен” кеүек һүҙҙәрҙе шағир бер ҙә юҡҡа ғына әйтмәгән.
Бөйөк Ватан һуғышына тиклемге осорҙа гәзит һәм журнал биттәрендә әле айырым әҫәрҙәре генә күренә башлаған күп һандағы башҡорт яҙыусыларының ижады бына ошо драматик ваҡиғалар мәлендә шаҡтай нығый, үҫә, өлгөрә һәм һуғыш темаһы улар ижадында фашистарҙы тар-мар итеп ҡайтҡандан һуң айырыуса ҙур урын ала. Әҙәбиәтебеҙҙең һәр жанрына фронт яландарында етлеккән, күпте кисергән йәшерәк быуын яҙыусылар әлегәсә күрелмәгән яңылыҡтар алып килде. Халыҡтың бөйөк Еңеүен, тыныстөҙөлөш шарттарында хеҙмәт батырлыҡтарын данлау, тыныслыҡ өсөн көрәш кеүек яңы тема, яңы проблемалар был осор әҙәбиәтенең идея-эстетик йөкмәткеһенә әйләнә. Н. Нәжмиҙең “Окоптарҙа” тигән шиғырҙар циклында һәм һуғыш ваҡиғаларын тасуирлап һуңыраҡ яҙылған башҡа шиғырҙарында, Т. Арыҫландың “Окоптар төбөнән” китабындағы әҫәрҙәрендә, Я. Ҡолмойҙоң “Фронтовик уйҙары”, “Миңә Сталин ҡушты” китаптарына ингән шиғырҙарында совет һалдаттарының гүзәл характеры, ҡыйыулыҡ һәм теүәкәллек, дошманға утлы нәфрәт тойғолары һүрәтләнә.
Күренекле сатирик Т. Арыҫлан армия сафына 1937 йылда алына һәм пограничник булып хеҙмәт итә. Артабан ул Көнбайыш Украинаны, Белоруссияны азат итеүҙә, аҡ финдарға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Ватан һуғышының беренсе көнөнән алып Еңеү көнөнә тиклем фронтта була. Ҡаты яралана һәм контузиялана. 1 – се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, миҙалдар менән бүләкләнә. 1939 йылда яҙылған “Урманда застава” поэмаһында һәм
башҡа әҫәрҙәрендә шағир совет яугирҙарының патриотизмын, Тыуған илгә мөхәббәтен һәм дошманға көслө нәфрәтен сағылдыра.
Яҡуп Ҡолмой ҙа 1939 йылда армия сафына алына һәм илебеҙҙең көньяҡ сигендә – Әрмәнстанда – атлылар дивизияһында хеҙмәт итә. Һуғыш башланғас та Көнбайыш фронтында Мәскәүҙе обороналауҙа ҡатнаша. Яу араларында яҙылған шиғырҙарын хат аша ебәреп республикабыҙҙың гәзит – журналдарында баҫтырып сығара. 1941 йылдың көҙөндә ауыр яралана...
Я. Ҡолмой ут яуғанда ла, ер тетрәгәндә лә “шиғыр һәм ат – яҡын иптәштәрем” тип, оптимистик рух менән йырлай. 1942 йылда Мәскәү өсөн барған һуғыштарҙа яҙған шиғырҙарын туплаған “Фронтовик уйҙары” китабы сыға. Шағирҙың “Миңә Сталин ҡушты” китабы иһә 1944 йылда донъя күрә. Шул уҡ 1944 йылда ул Яҙыусылар союзына ағза итеп алына. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн” һәм башҡа миҙалдар менән наградлана.
Педагогия институтының өсөнсө курсынан 1942 йылда Н. Нәжми һуғышҡа алына һәм 1946 йылғаса армия сафында була. Уның һуғыш юлдары Берлинда тамамлана. Хәрби хеҙмәттәге фиҙаҡәрлеге өсөн ул ике тапҡыр IIдәрәжә Ватан һуғышы, “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Яу ваҡиғалары уның “Котелогым” һәм башҡа шиғырҙарында, “Әсә”, “Ҡайындар”, “Ҡапҡалар”, “Йыр тураһында баллада” поэмаларында сағыу тасуирлана.
Һығымта.
Был проект өҫтөндә эшләгәндә төрлө сығанаҡтарға таянырға тура килде. Мин үҙебеҙҙең яугир – яҙыусылар тураһында күп нәмәләр белдем. Шулай уҡ бындай шәхестәребеҙҙең тормошон, ижадын ентекләберәк өйрәнергә, һәм үҙемдең эш һөҙөмтәләрем менән башҡаларҙы ла таныштырырға тигән һығымтаға килдем. Бөгөнгө аяҙ күгебеҙ, матур тормошобоҙ өсөн беҙ яугир – яҙыусыларыбыҙ һәм яу ҡырҙарында батырҙарса һуғышҡан атай – олатайҙарыбыҙға бурыслыбыҙ, шуға ла улар ҡалдырған әҙәби мираҫты ла һаҡларға , өйрәнергә һәм киләсәк быуындарға лә еткерергә тейешбеҙ.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
Әюпов Р. С. Башҡортостан Республикаһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында. Өфө, 1994
Бикмеев М. А. Башкортостан в годы второй мировой войны 1939 -1945.
Уфа:2000. – с.348
Война прошла, боль осталась. Очерки, воспоминания и посвящения (на башк., татар. и русск. яз.) Уфа: Китап,2000. – 512 с.
Ветераны Башкортостана//Сост. А. И. Захаров. – Уфа: Китап, 2005 г.
Хөсәйенов Г. Мостай Кәрим: Шәхес. Шағир. Драматург. Прозаик.
Өфө:Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1994. – 416 б.
Писатели земли башкирской. Справочник/Сост. Р. Баимов, Г. Гареева,
Р. Тимергалина. Уфа: Китап , 2006.- 496 с.
7. Литература и война. // Знамя. 2000. -№5. Электронный ресурс. //
Журнальный зал: [сайт]. - [Б.м., б.г.]. – URL:
http://magazines.russ.ni/znamia/2000/5/