Тема: Факиһа Туғыҙбаева “Көтөлмәгән буран”
Маҡсат:
-Факиһа Туғыҙбаеваның ижады тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреү, әҫәрҙең төп фекерен асыҡларға өйрәтеү;
-тасури һәм дөрөҫ уҡыу; телмәр, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, бәйләнешле һөйләм телмәрен байытыу, текст тураһында белемде тулыландырыу,
-белем һәм хеҙмәт, дуҫлыҡ, ярҙамсыллыҡ тойғоһо тәрбиәләү.
-хәтерҙе, фекерләүҙе үҫтереү, логик фекерләүҙе үҫтереү, ижади һәләттәр асыу.
Төп төшөнсәләр: дуҫлыҡ, татыулыҡ, берҙөмлек, ғәҙеллек
Эш төрҙәре: фронталь, төркөмдәрҙә эш
Уҡыу ҡулланмаһы: Ф.Ш. Сынбулатова, Ә.Т. Мәүлийәрова. Әҙәби уҡыу, 4-се класы өсөн дәреслек, 2-се киҫәк.-Өфө: Китап, 2017 йыл.
Йыһазландырыу: интерактив таҡта, китаптар күргәҙмәһе, карточкалар, презентация Power Point
Предмет-ара бәйләнеш: башҡорт теле, рус теле, литературное чтение, тирә-яҡ мөхит,
Дәрес барышы:
Ойоштороу моменты
Слайд 1
Хәйерле көн, теләп ҡояш ҡалҡа
Уяналар ауыл, ҡалалр.
Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:
Хәйерле көн, һеҙгә,балалар!
Мин – Ғәрифуллина Тәслимә Ғүмәр ҡыҙы, Инйәр ауылының икенсе һанлы мәктбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы. Бөгөн беҙҙең ябай булмаған дәрес. Шулай булыуға ҡарамай, беҙ һеҙҙең менән танышып, дуҫлашып та өлгөрөрбеҙ тип ышанам. Шулай уҡ беҙҙең дәрескә жюри ағзалары ла ҡунаҡҡа килгәндәр.
2. Артикуляцион күнегеүҙәр:
-Беҙҙең башҡорт халҡы - ҡунаҡсыл халыҡ. Ҡунаҡ килһә нимә эшләйҙәр һуң әле?
-Эйе, килгән ҡунаҡтарҙы сәй менән һыйлайҙар. Ҡунаҡтар ҙа буш ҡул менән килмәйҙәр, ә күстәнәс алып киләләр шулай бит? Мин дә һеҙҙе пары борҡоп торған сәй менән һыйлайым әле. Сынаяҡтарыбыҙҙы тоттоҡ, яһайым. Сәй бик эҫе. Бешеп ҡуймағыҙ. Ә нисек һыуытабыҙ әле эҫе сәйҙе?
- Дөрөҫ, өрәбеҙ. Инде матур итеп һуҙып ҡына эсеп ҡуяйыҡ. Тынды яйлап ҡына танауҙан сығарабыҙ. Сәйҙе хуш еҫле еләк ҡайнатмаһы менән эсһәң сәй тәмле була. Еләк теш араһына кермәһен өсөн тел менән тештәрҙе таҙартып алабыҙ.
2. Актуалләштереү. Яңы материалды үҙләштереүгә мохтажлыҡ тыуҙырыу.
-Бер-беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ. Миңә ҡарап йылмаябыҙ, ҡунаҡтарға ла үҙегеҙҙең йылмайыуыбыҙҙы бүләк итәйек һәм ошондай матур кәйефтә дәресте дауам итәбеҙ.
-һеҙ бер-берегеҙгә кем ул?
-Эйе, дуҫтар. Ә дуҫтар ниндәй була ул?
- Берҙәм, татыу була, дөрөҫ. Бына мин дә бөгөн һеҙҙең менән дуҫлашырға килдем . Рөхсәт итәһегеҙме? Дуҫтарһыҙ йәшәүе бик ҡыйын булыр ине был донъяла. Шуға ла бихисап яҙыусылар дуҫлыҡ тураһында әҫәрҙәр ижад иткән. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә бөгөнгө дәресебеҙгә дуҫлыҡ, татыулыҡ, берҙәмлекте девиз итеп алайыҡ. Ризаһығыҙмы?
-Нимәнән башлайбыҙ һуң бөгөнгө ябай булмаған дәресте? Әлбиттә телде шымартыуҙан.
Слайд 2 Тиҙәйткес
4.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
-Һәр эште башлар алдынан маҡсат ҡуйып план төҙөргә кәрәк. Беҙ ҙә дәрестең этаптарынтөҙөп алайыҡ.
Слайд 3
1-се әлбиттә, дәрестә уҡыласаҡ әҫәрҙең авторы менән танышыу
2-се йөкмәткеһе аңлайышлы булһын өсөн, яңы һүҙҙәрҙең мәғәнәһен асыҡлау
3-сө әҫәрҙе уҡыу
4-се йөкмәткеһе өҫтөндә эшләү
-ә ниндәй маҡсат менән эшләйбеҙ һуң был дәрестә?
Слайд 4
-дәрестә әүҙем ҡатнашып, һорауҙарға яуаптар эҙләү, дәрестә яңы эш төрө менән дә танышып китербеҙ. Шулай уҡ, үҙебеҙ өсөн нимә алырбыҙ, уҡыған әҫәр беҙҙе нимәгә өйрәтер икән тигән һорауға ла яуап бирербеҙ тип уйлайым.
5.Танып-белеү эшмәкәрлеге. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.
Атор менән танышыу
-Бөгөн беҙ Факиһа Туғыҙбаеваның ижады менән танышыуҙы дауам итәбеҙ. Кем һуң ул Ф. Туғыҙбаева?
-Кем белә?
- Факиһа Туғыҙбаева Башҡортостандың халыҡ шағиры. Киң билдәле башҡорт балалар шағирәһе. Башҡорт телендә балалар өсөн тиҫтәнән ашыу шиғырҙар һәм поэмалар авторы. Балалар өсөн сығарылған “Йәншишмә” гәзитендә, “Аманат ” журналында эшләй. Оҙаҡ йылдар “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррир вазифаһын башҡара. Ә һеҙгә танышмы был гәзит-журналдар? Кем яҙылған был яҙмаларға? Яҙылмаған булһағыҙ, мотлаҡ яҙылырға кәрәк.
4. Китап, журналдар күргәҙмәһе.
-Был авторҙың китаптары, бәлки кемегеҙҙер уларҙы уҡығаны ла барҙыр.
- Дәфтәрҙәрҙе асып, бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ.
Өсөнсө февраль.
Ф.Туғыҙбаева . Көтөлмәгән буран.
- Балалар, тәҙрәгә ҡарағыҙ әле. Бөгөн ниндәй көн?
-Әҫәрҙең исеме менән тап киләме?
- Буран нисек була ул? Беҙҙең бөгөн таныша торған әҫәр бөгөнгө көнгә оҡшармы икән?
-Нимә тураһында булыр икән был әҫәр? Әҫәрҙең йөкмәткеһе аңлайышлы булһын өсөн ҡайһы бер һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлатып китәйек.
Һүҙлек өҫтөндә эш
Слайд 5
Аяҙ көндө йәшен атыу-көтөлмәгән хәл
Энәһенән ебенә тиклем- баштан аҙағына тиклем
Күҙ асып йомғансы-бик тиҙ
Аяғы тартманы-теләмәне
Ярһыуы баҫылды-тынысланды
Ярты-йорто эшләү-тулыһынса түгел
Слайд 6
Ҡупырайып йөрөүе- маҡтанып
Көн һындырыр-үҙгәреп
буран йотто- ишетелмәне
Кенә ҡыуыу- боҙоҡлашыу
Слайд 7
Күңел биреп-теләк менән
Һырма-йылы, ҡалын, мамыҡ менән ҡатлап. Һырлап тегелгән өҫ кейеме
Һөрәнләү-ҡысҡырыу
Ғәрләндерҙе-намыҫына тейҙе
Сәм- дәрт, көс бирҙе
Физминутка
Инде әҫәрҙе уҡый башлаһаҡта була. Иғтибар менән тыңлағыҙ. Уҡыйым.
Ҡалғанын ролдәргә бүлеп уҡыйыҡ. Иғтибарлы ҡарап барығыҙ.
6. Яңы белемдәрҙе нығытыу, үҙ аллы ҡуллана белеү
-Нимә тураһында һүҙ барҙы?
-Әҫәрҙәге көн торошо бөгөнгө көнгә оҡшағанмы?
-Әҫәрҙең төп темаһы ниндәй икән? (кеше менән боҙоҡлашмаҫҡа, үсләшмәҫкә)
-Нисек уйлайһығыҙ, ниңә автор әҫәрен “Көтөлмәгән буран”тип атаны икән? Көн торошо буранлы булғанға ғына микән?
-Фәһим нимә кисерә һуң әле? Уның хис –тойғоларында буранға оҡшатырға мөмкинме?
- Афарин, уҡыусылар.
- Ошо әҫәр һеҙҙе нимәгә өйрәтте?
-Беҙҙең дәрес башында ҡуйған девизыбыҙ ҙа, дуҫлыҡҡа әйҙәй бит беҙҙе. Тимәк был девизда беҙгә татыу, берҙәм булып йәшәргә өйрәтә.
7. Ижади минут
-Мин һеҙҙе бөгөн яңы эш төрө менән таныштырырға уйлаған инем. Был эш төрө синквейн тип атала. Биш юлдан, билдәле принциптар менән рифмаһыҙ төҙөлгән шиғыр. Тимәк беҙҙә бөгөн әҙерәк кенә автор кеүек шағир булып алайыҡ.
Слайд 8
Таҡтаға элә бара
1- се юлы-1 һүҙҙән тора, был әҫәрҙең темаһы, исем.
Дуҫтар
2-се юлы-2 һүҙҙән тора, әҫәрҙең темаһын асҡан ике сифат
Яҡшы , насар
3-сө юлы -3 һүҙҙән тора, әҫәрҙә барған ваҡиғаның эшен белдерә, ҡылым
Бәхәсләшкәндәр, күсергән, өйрәткән
4-се юлы –айырым һүҙҙәр түгел, ә бер-береһе менән бәйләнгән һүҙҙәр, һөйләм, мәҡәл йәки афоризм, цитата.
Буран баҫылып, йондоҙҙар емелдәшә
5-се юлы- бер һүҙ, бөтә әҫәргә йомғаҡ, синоним
Татыулыҡ
-Бына беҙҙең дә синквейн шиғырыбыҙ булды. Нимәгә оҡшаған?
- Шыршыға
8. Төркөмдәр менән эшләү
-Ә хәҙер төркөмдәргә бүлешеп, 1-се рәт Фәһимгә, 2-се рәт Шәрифкә синквейн яҙабыҙ.
Таҡтаға сығып үҙҙәренең синквейндарын һөйләйҙәр.
9. Рефлексия. Уҡыу эшмәкәрлегенә йомғаҡ.
Слайд 10
-Был әҫәр һине нимәгә өйрәтте?
-Партала ятҡан карточкаға үҙегеҙҙең фекерегеҙҙе белдергән һүҙҙәргә һыҙығыҙ һәм баһа ҡуйығыҙ.
-Өйгә эш.
4 өлөштән торған план төҙөргә
Рәхмәт!