Просмотр содержимого документа
«Фольклорный праздник " Летний нардуган"»
Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округының
“Әкиәт” бала үҫтереү үҙәге балалар баҡсаһы
Муниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы
Фольклор байрамы
”Йәйге Нардуған”
Әҙерләнеләр һәм үткәрҙеләр:
Ҡолмөхәмәтова Р.Ю
Исҡужина А.С
Сибай 2018
Йәйге Нардуған
Маҡсат:балаларҙы башҡорт халҡының йолалары менән таныштырыу; башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадына һөйөү тәрбиәләү.Ҡымыҙлыҡ, балдырған, һарына үләндәренең файҙаллы булыуы тураһында белемдәрен нығытыу, формалаштырыу. Тәбиғәткә һәм тыуған яҡҡа ыңғай,һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһызландырыу: урман аҡланы итеп биҙәлгән йәйге балалар майҙансығы. Ҡоштар тауышы яҙылған яҙма яңғырай. Хәрәкәтле уйындар өсөн атрибуттар.
Ҡатнашалар: алып барыусы һәм дүрт бала.
Алыпбарыусы: Йәйҙең уртаһы ла үтеп бара.
Бар доньяға, тәбиғәткә йәй хужа булып алды. (ҡурай тауышы яңғырай).
Беренсе бала:
ҠЫМЫҘЛЫҠ
Әскелт тәмле ҡымыҙлыҡ
Ҡымыҙыңа торолоҡ,
Ҡандыра һыуһыныңды,
Ҡупшылай буй-һыныңды.
Ябай бер үлән, тимә,
Үҫә ул беҙҙә генә.
Икенсе бала:
ҺАРЫНА
Һары-һары, һарына,
Беҙ ҡәнәғәт барына,
Йыябыҙ сәскә итеп,
Ашайбыҙ утта өтөп.
Беренсе бала:
Йылына бер балтырған ашамаған кешенең эсе ҡортлар имеш — шулай тигән боронғолар. Балтырғандың һабағында һәм япраҡтарында С витамины лимондан бер нисә тапҡырға күберәк, каротин, тимер, никель, баҡыр, марганец, титан, бор һымаҡ һирәк осрай торған микроэлементтарға бай. Былар кеше организмы өсөн ифрат кәрәкле матдәләр. Кешене тынысландыра торған үҙенсәлеге лә бар.
Алып барыусы: Әйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ балалар! Ошо үләндәрҙе беҙ ашап үҫтек тә инде. Бигерәк күп беләһегеҙ! Афарин!
Беренсе бала: Ҡурай тауышын ишетеп,
Беҙ сығабыҙ болонға.
Ҡурайсы менән бергәләп
“Кем һуҡтыны” уйнарға.
Әйҙәгеҙ тағы ла уйын уйнап алайыҡ!
Икенсе бала:
Һанашмаҡ әйтәйек.
Бер бабай юлға сыҡҡан,
Тәгәрмәсе боҙолған.
Тәгәрмәсте төҙәтергә
Нисә сөй кәрәк булған?
Йә, әйт, тиҙерәк!
Бер, ике, өс,дүрт, биш.
Өсөнсө бала:
Мин – уйын башлаусы! Йомортҡаны төшөрмәйенсә йүгерәм!
Күрһәт әле, үҫкәнем,
Гөлдәр нисек үҫкәнен?
Бына шулай, бына шулай,
Гөлдәр шулай үҫәләр
Күрһәт әле, үҫкәнем,
Ҡоштар нисек осалар?
Бына шулай, бына шулай,
Ҡоштар шулай осалар.
Күрһәт әле, үҫкәнем,
Нисек күңел асалар?
Бына шулай, бына шулай,
Ат сабыштырып күңел асалар!
-Әйҙә, һынныға, көс һынашырға!
Алып барыусы: Балалар! Был уйындарҙы беҙҙең ата-бабалар уйнап үҫкәндәр. Был уйындар башҡорт халыҡ уйындары тип атала. Һеҙгә оҡшанымы? Ҡайһылай күңелдәр күтәрелеп киттеләр! Әйҙәгеҙ “Йәшерәм яулыҡ “ уйыны уйнап, уйындарҙы дауам итәйек.
Дүртенсе бала:
Ялыбыҙ күңелле үтһен!