5-се синыфта Ғ.Аллаяровтың “Таҫтамал” хикәйәһе.
Омонимдар темаһына дәрес өлгөһө
Маҡсат: хикәйәгә тулы анализ яһау, омонимдар тураһында төшөнсә биреү; уйын технологиялары ярҙамында уҡыусыларҙың логик фекерләүен үҫтереү; Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарына ихтирам тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:сигелгән таҫтамалдар, Бөйөк Ватан һуғышына арналған стенд, Ғ.Аллаяров ижады буйынса китаптар күргәҙмәһе, уйын технологиялары өсөн кәрәкле материалдар, мультимедиа проекторы.
Дәрес барышы
Ойоштороу.
Ҡыңғырау шылтыраны
Беҙ ултырҙыҡ дәрескә
Белем алыр өсөн
Тотонайыҡ беҙ эшкә.
Уҡыусылар, әйҙәгеҙ, бөгөнгө дәрестең маҡсатын бергәләп билдәләйек. Экранға күҙ һалығыҙ. (Слайдта “1941-1945 йылдар” тип яҙылған. Уҡыусылар аңлатма бирәләр.) Тимәк, бөгөн беҙ һеҙҙең менән Бөйөк Ватан һуғышы тураһында һөйләшәсәкбеҙ, ә башҡорт теле буйынса өйрәнәсәк грамматик тема – омонимдар. (Дәфтәргә дата, тема яҙыла.)
Яңы тема.
Артикуляцион күнегеү.
Ҡара толпар менеп оло яуға,
Киткән ауыл егете Батыр.
Ҡара ла тор, бөйөк еңеү яулап
Ил батыры булып ул ҡайтыр.
(Ҡара менән яҙылған һүҙҙәр аңлатыла, миҫалдар килтерелә, слайдтан омонимдар тураһында ҡағиҙә уҡыла.)
“Ерҙән һалдат атлай” йыры (М.Сәлмов көйө, Ф.Шафиҡова һүҙҙәре) аҫтында ял минуты.
Уҡыусылар, йырҙа кем тураһында һүҙ бара? Беҙ танышасаҡ “Таҫтамал” хикәйәһендә лә һүҙ һалдат хаҡында барсаҡ. Әҫәр авторы Ғәзим Аллаяров сығышы менән Учалы районынан, бик күп хикәйәләр, повестар яҙа. Ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, күрһәткән батырлыҡтары өсөн икенсе дәрәжә Ватан ордены менән наградлана. Яу яланынан иҫән-һау тыуған иленә әйләнеп ҡайта, оҙаҡ йылдар ижад менән шөғөлләнә. Яҙыусы 1993 йылда вафат була. (Уҡыусылар Ғ.Аллаяров ижады буйынса әҙерләнгән китаптар күргәҙмәһе менән таныша.)
Хикәйә менән танышыу. (Уҡытыусы хикәйәне тасуири уҡый,уҡыусылар аңлашылмаған һүҙҙәрҙе ҡәләм менән билдәләй бара.)
Һүҙлек эше. Ҡөҙрәтле-сильный; ҡәтғи-категоричный, твердый; биштәр-вещмешок.
Текст йөкмәткеһе өҫтөндә эш.
Әҫәрҙең төп геройҙары кемдәр? (Һалдат, әсә, сестра-һылыуҡай.)
Ваҡиғалар ҡайҙа һәм ҡасан бара? Һуғышта һалдат ниндәй бәләгә тарый? Уны үлемдән нимә ҡотҡара? Таҫтамалды һаҡлап ҡалыуҙа кем ярҙам итә? (Сестра был таҫтамалдың бик ҡәҙерле икәнен аңлап, ғәрәсәтле һуғыш мәле булыуға ҡарамаҫтан, уны эҙләп алып, йыуып, үтекләп һалдатҡа бирә.)
Һуғыш ваҡытында һалдатҡа таҫтамал ҡайҙан килгән? (Өҙөк уҡыла.)
Һалдаттан әсәһе ниндәй кеше тип уйлайһығыҙ? (Аҡыллы, изге күңелле, балаһын шул тиклем ярата.)
Әлбиттә, әсәйҙәр – оло йөрәкле заттар. Ә беҙ алдағы дәрестәрҙә әсәйҙәр тураһында ниндәй әҫәрҙәр уҡыныҡ? ( “Әсә йөрәге” ҡобайыры, Р.Солтангәрәевтың “Эшләп ашаһаң” хикәйәһе.)
Әсәйҙәр һуғышйылдарында ниҙәр генә күрмәгән?! 1415 көн дауамында барған дәһшәтле һуғышҡа ирҙәрен, балаларын оҙатҡан әсәләр ҡайтыр юлдарына ҡарап, сабыр ғына уларҙы көткән. Илгә килгән бәләне үҙҙәренең нескә яурындарында күтәргән улар.
Улар һалдат улдарына оҙон ғүмер теләп, изге доғалар менән таҫтамал, янсыҡ, хатта ағас ҡалаҡ та бирер булған. (Янсыҡ, таҫтамал, ағас ҡалаҡ күрһәтеп барыла.)
Ә ысын һалдатҡа ниндәй сифаттар хас булырға тейеш? (Илһөйәр,намыҫлы, батыр, тоғро булырға тейештәр)
Теманы нығытыу.
Уйын технологиялары ярҙамында омонимдарҙы ҡабатлау. (Егеттәр таҡтаға беркетелгән эштәрҙе атып ала, мәргәнлеген, отҡорлоғон асыҡлай.)
Беҙ еңеү байрамына әҙерләнәбеҙ.
Олатайым быймаһын беҙ менән төпләне.
Һылыу, әллә бөгөн тыуған көнөңмө?
Һылыу әбей улынан хат алды.
Һалдат, тура баҫып, алға ҡара!
Мин-ҡала ҡыҙы.
Хикәйә һәм грамматик тема буйынса тест. (Һорауҙар таратыла.)
Ғ.Аллаяровтың һалдат тураһындағы әҫәре нисек атала?а)ҡулъяулыҡ; б) шәл; в) таҫтамал.
Һалдатҡа таҫтамалды кем тапшыра? а) хат ташыусы; б) сестра-һылыуҡай; в) әсә.
Һуғыш барған урын нисек атала? а) Подгорное; б) Минск; в) Өфө
Омонимдар улар- ... а) яҙылыштары төрлө, мәғәнәһе оҡшаш һүҙҙәр; б) яҙылыштары бер төрлө, мәғәнәләре төрлөсә булған һүҙҙәр; в) яҙылыштары ла, мәғәнәләре лә бер төрлө һүҙҙәр.
Йомғаҡлау.
Уҡыусылар, бөгөн дәрестә уҡылған хикәйә аша үҙебеҙгә ниндәй фәһем алдыҡ, автор беҙгә нимә әйтергә теләгән? ( Автор ошо хикәйә менән әсәләрҙең балаһына булған һөйөү көсөн күрһәтә, әсәһенең йомшаҡ йылы ҡулдары менән һуғылған киндер таҫтамал һалдатты үлемдән ҡотҡара.)
Ғәзим Аллаяров әсәләрҙең һөйөү көсө хаҡындағы был хикәйәне ижад иткәндә, моғайын, үҙ әсәһен күҙ алдына килтергәндер. Ошондай әҫәрҙәрҙе уҡып, һеҙ әсәйҙәрегеҙгә иғтибарлыраҡ булырһығыҙ һәм ихтирам итерһегеҙ, тип уйлайым. Беҙ ҙә, әсәйҙәрегеҙ ҙә киләсәктә һеҙҙең ил өсөн кәрәкле кешеләр булып үҫерегеҙгә ышанабыҙ.
Өйгә эш.
Батырлыҡ хаҡында мәҡәлдәр яҙып килергә.