СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Ғилми - тикшеренеү эштәре.

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

Был  ғилми – тикшеренеү эше Яңы Ҡайпан ауылы халҡының тарихын өйрәнеү.  Ҡайпан тарихы йәғни илдең хәтер хазинаһы булыу йәһәтенән – уникаль мираҫ.  Илде, телде,тарихты белеү  өсөн ер-һыу атамаларының  барыһын да – боронғоларын да, һуңғыраҡ осорҙа барлыҡҡа   килгәндәрен дә бик ентекләп йыйыу кәрәк.   

Просмотр содержимого документа
«Ғилми - тикшеренеү эштәре.»

Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы

Башҡортостан РеспубликаһыТәтешле районы муниципаль районы

хәкимиәтенең мәғариф бүлеге

Иҫке Ҡайпан ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе













Тарих – ул быуаттар хәҡиҡәте.

(Яңы Ҡайпан  ауылы халҡы тарихы)










Башҡарҙы: 10 класс уҡыусыһы

Сәлихова Әлфиә

Етәксеһе: башҡорт теле

һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Нурыева Лиза Борис ҡыҙы.






  













                  



Йөкмәткеһе:

1.Инеш.

2.1-се бүлек

Ауыл халҡының ғәйнәләр менән бәйлелеге.

Төньяҡ тарихыбыҙ эҙенән.

Ҡайпан түбә тарихынан.

3. 2-се бүлек

Шәжәрәлә-биш ырыу вәкилдәре.

4. Ҡулланылған әҙәбиәт.

 

 

Инеш

Был  ғилми – тикшеренеү эше Яңы Ҡайпан ауылы халҡының тарихын өйрәнеү. Ҡайпан тарихы йәғни илдең хәтер хазинаһы булыу йәһәтенән – уникаль мираҫ.  Илде, телде,тарихты белеү  өсөн ер-һыу атамаларының  барыһын да – боронғоларын да, һуңғыраҡ осорҙа барлыҡҡа   килгәндәрен дә бик ентекләп йыйыу кәрәк. 
Актуаллеге:
        Башҡортостан тәбиғәте менән танышырға тип килгән кешеләргә беҙ  тәбиғәт  ҡомартҡыларын күрһәтеп, уларҙың  быуаттар  төпкөлөнән килгән тарихи исемдәрен әйтеп  бирә белмәһәк, тарихын һөйләмәһәк, тарихыбыҙҙы һәм үҙ –үҙебеҙҙе һанға һуҡмау, топонимик мираҫыбыҙҙы күрәләтә юҡҡа сығарыу була. Шуға ла Башҡортостандың бер мөйөшө булған Яңы Ҡайпан ауылы халҡының тарихын өйрәнеү актуаль проблеманың өлөшө,тип иҫәпләнем 
Тикшеренеү  объекты:    
Яңы Ҡайпан ауылы халҡының тарихы.  
Тикшеренеү       предметы: 
халыҡ тарихы тураһында серҙәр һаҡлаған Яңы Ҡайпан ауылы халҡы

Эшебеҙҙең  маҡсаты: : 

Яңы Ҡайпан ауылы халҡының тарихы һәм ауылының килеп сығыуына ҡарата төрлө бирелмәләр һәм ауылдың тарихи  үткәнен өйрәнеү һәм киләсәк быуынға ҡалдырыу . 
Эштең  бурыстары: 

Яңы Ҡайпан  ауылының яҙмышы ил тарихы, халыҡ тарихы менән  бәйле булыуын күрһәтеү;
 

Тикшеренеү барышында ҡулланылған  методтар:

тарихи, интервью, күҙәтеү эҙләнеү
Эштең структураһы :
Тикшеренеү эше инеш,2 бүлектән , ҡулланылған  әҙәбиәттән тора.

 

Эштең  ҡыҫҡаса йөкмәткеһе:

      Теге йәки был атама халыҡтың оҙайлы тарихын, уның башҡа халыҡтар  менән аралашыуын, ысынбарлыҡта булған йәки булмаған  төрлө хәл-ваҡиғаны сағылдыра. Билдәле булыуынса, күпселек  башҡорт ауылдарының атамаһына бәйле  бик күп версиялар йәшәй. Был Яңы Ҡайпан ауылының килеп сығыуына ҡағыла. Күп кенә тикшеренеүҙәр, күҙәтеүҙәр, әңгәмәләр  алып барылғандан һуң, ауылдың исеменең килеп сығыуына төрлө  ҡараштар  йәшәгәнлеге асыҡлынды һәм уның 5 версияһы табылды.

1-се бүлек

Ауыл халҡының ғәйнәләр менән бәйлелеге.

ҒӘЙНӘЛӘР – Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышындағы бик боронғо һәм күп һанлы башҡорт ырыуы. Ғәйнә башҡорттары үҙҙәренең нәҫел-нәсәптәрен «Минзәлә яҡтарынан» күсеп килеүсе булғарҙарға бәйләй. Ырыуҙарының башы «Булғар өлкәһе»ндә йәшәүсе тархандар нәҫеленән килә. Бынан сығып, ғәйнәләрҙең этник тамырҙары тарихтың V – XIII быуаттарына барып тоташа, тип фаразларға мөмкин. Тап ошо осорҙа Волга булғарҙары менән көнбайыш башҡорт ырыуҙары арауығында яңы этник төркөмдәрҙең барлыҡҡа килеүе ихтимал. Шул төркөмдәрҙең береһендә Ғәйнә башҡорттары формалашҡан, тип фаразларға ла урын бар. Урындағы риүәйәттәр буйынса, борон ғәйнәләрҙең ата-бабалары «Булғар өлкәһе»ндәге тыуған ерҙәрен XII быуат аҙаҡтарында ташлап китә һәм Урал тауҙарына күсеп ултыра. Миграция барышында ғәйнәләр бер нисә төркөмгә бүленә. Топонимик һәйкәлдәргә ҡарап, уларҙың бер өлөшө Өршәк һәм Дим йылғалары бассейнында урынлаша. Унда улар Ғәйнә, Кесе Ғәйнә, Таулыҡай Ғәйнә, Ғәйнә Ямаҡ ауылдарына нигеҙ һала, шунда ағып ятҡан йылғаны Ғәйнә тип исемләйҙәр. 
Ғәйнәләрҙең килеп сығышына ҡағылышлы ғалим Р. Янғужин түбәндәге мәғлүмәтте килтерә: «Они сами себя называют башкурт и производят оной народ... от тарханов... булгарскую область, в которой они обитали, по собственным их преданиям, в исходе XII столетия и поселились в Уральских горах, а другие расселились по тем местам Пермской губернии, где ныне обитают». 
Ғәйнә ырыуы башҡорттарының күбеһе Тиҙ Танып йылғаһының ағымында ултыра, XIII – XIV быуаттарҙа улар йылға буйынса өҫкә күтәрелә һәм Сылва йылғаһының Камаға ҡойған урынына барып етә. XVIII быуатта Ғәйнә башҡорттарының Кама – Сылва – Тиҙ Танып йылғалары аҡҡан ерҙәрҙәге биләмәләре арыу ғына була. Көньяҡта уларҙың ерҙәре Тиҙ Танып йылғаһының ике яҡ яры буйлап урта ағымынан өҫкә тиклем һуҙыла. Тулва йылғаһы ғәйнәләрҙең ер биләмәләрен урталай бүлеп үтә. Шунан сығып ғәйнәләрҙе «тулва башҡорттары» тип тә атағандар. Көнбайышта һәм төньяҡ-көнбайышта ғәйнәләрҙең аҫаба ерҙәре Кама йылғаһының уң яҡ ярына тиклем барып еткән һәм киң һыҙаттай Сива йылғаһының тамағынан алып Очера йылғаһы тамағына тиклем һуҙылған. Төньяҡта һәм төньяҡ-көнсығышта Ғәйнә башҡорттарының ер биләмәләренең сиге Кама йылғаһының һул яҡ ярынан барып, Сылва йылғаһының тамағына һәм уға Ырғынҡа йылғаһының ҡойған урынына тиклем була. Шунан ул Тиҙ Танып йылғаһына барып сыға. 
Ғәйнә башҡорттары тәүгеләрҙән булып үҙ ирке менән Рус дәүләте составына инә. Уларҙың киң ер биләмәләренә аҫабалыҡ хоҡуҡтары яҙма сығанаҡтар менән иҫбатлана. 1596 йылда улар рус батшаһы Федор Ивановичтан «Кама йылғаһының ике яғынан алып» ерҙәргә жалованный грамоталар ала. 1672 йылда, ошо грамотаға таянып, ерҙәренең башҡа халыҡтар тарафынан баҫып алыныуын сикләү өсөн Кама йылғаһының ике яҡ яры буйлап, уға ҡойоусы Змеевка, Медвежевка, Очера һәм уң яҡтан ҡойоусы йылғалар менән бергә кәртәләп алыуҙы һорап мөрәжәғәт итәләр. Аҫаба халыҡ булараҡ, XVII – XVIII быуаттарҙа ғәйнәләр Уран, Йәнәй һәм Гәрәй башҡорттары менән берлектә Кама йылғаһынан ары ялан ерҙәрен Сарапул һәм ҡаракүл рус крәҫтиәндәренә, суҡындырылған һәм суҡындырылмаған татарҙарға, типтәрҙәргә ҡуртымға бирә. 
XVII быуат аҙағы – XVIII быуат баштарында был ырыу башҡорттары Кама йылғаһының уң яғындағы ерҙәргә аҫабалыҡ хоҡуҡтарын һаҡлап килә. V ревизия материалдары буйынса, бында 25 ауыл була: Вятка губернаһының Сарапул өйәҙендә – 21, Алабуға өйәҙендә – 4. Шулар араһында Иҫәнбай, Үтәгән, Ыҫлаҡ, Ҡасай, Ҡуразай, Турай, Девяторна, Ситән, Безека һәм башҡа ауылдар бар. Әммә был осорға ҡарата күпселек башҡорт ауылдары татар, типтәр-бобыль һәм рус крәҫтиәндәре припущенниктарының тулыланыуы менән күп милләтлегә әүерелә. 
Уса ҡалаһының төҙөлгәс, ғәйнәләр Кама – Сылва йылғалары арауығының төньяғынан көньяҡҡа һәм көнсығышҡа табан, Ирень, Сылва, Чусовая йылғаларының өҫкө ағымындағы урмандарына ҡыҫырыҡлана. XVII – XVIII быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдарын баҫтырғанда, 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында һәм тау заводтарын төҙөгәндә Ғәйнә башҡорттарының Кама һәм Сылва буйҙарынан ҡыҫырыҡланыуы тағы ла көсәйә. Ғәйнәләрҙең бик күп өлөшө Бисерт йылғаһы бассейнына барып ултыра. Шунда Бисер ғәйнә төркөмө барлыҡҡа килә. Красноуфимск ҡалаһынан төньяҡта 20 саҡрым арала ятҡан Бисерт Ғәйнә ауылы халҡы үҙен, Пермдән күсеп килеүсе Ғәйнә башҡорттарының нәҫеленән, тип иҫәпләй. Ғәйнә башҡорттарының йәшәгән биләмәләрен билдәләргә бик күп топонимик сығанаҡ һәм XIX быуатҡа тиклем һаҡланған ырыу ҡәбиләләре атамалары (Тор ғәйнә (Тор йылғаһы бассейны), Тол ғәйнә (Тулва йылғаһы бассейны), Мол ғәйнә (Үрге һәм Түбәнге Мулла йылғалары бассейны), Бисер ғәйнә (Бисерт йылғаһы бассейны) ярҙам итә. Пермь ҡалаһынан 25 саҡрым алыҫлыҡтағы Муллянка йылғаһы буйында Ҡултай, Башҡултай һәм башҡа ғәйнә ауылдары һаҡланған. Пермь ҡалаһынан 30 саҡрым алыҫлыҡта Ҡуян ауылы (Тасим) ята. Был билдәле руда сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимовтың тыуған ауылы һәм ул XVIII быуат урталарында урта Уралда руда сәнәғәтенең үҙәге була. 
XVIII быуатта Ғәйнә башҡорттары Өфө провинцияһы Уса юлының Ғәйнә улусын тәшкил итә. 1775 йылда Өфө провинциаль канцелярия тарафынан төҙөлгән «Ведомость» буйынса Ғәйнә улусында 795 башҡорт йорто һәм ир затынан 113 яһаҡлы татар иҫәпләнә. Әммә унда башҡорт ауылдарының атамалары, халҡының һаны тураһында бер мәғлүмәт тә бирелмәгән. Тик 532 йорттоң башҡорт старшинаһы Туҡтамыш Ишбулатовтың командаһына, 263 йорттоң старшина Көсөкбай Абдуллиндың командаһына инеүе билдәле. Яһаҡлы татарҙар һаны улуста түбәндәгесә була: Танып ауылында – 63, Барҙа ауылында – 20, Солтанай ауылында – 30 кеше. Уларҙың барыһы ла Туҡтамыш Ишбулатовтың командаһына инә. Ғәйнә улусының халҡы һәм Ғәйнә башҡорттарының һаны тураһында тулыраҡ мәғлүмәт XVIII быуат аҙағы – XIX быуат башында үткәрелгән V ревизия материалдарында һаҡланған. XVIII быуатта тәүге тапҡыр башҡорт халҡының иҫәбен алыу ойошторола. Ғәйнә башҡорттарын иҫәпләү буйынса ыҙансылар (межевщиктар) тарафынан Ғәйнә улусы ике «дачаға» бүленә, үҙәктәре Елпачиха һәм Краснояр ауылдарында урынлаштырыла. Беренсе «дача»ла 19 башҡорт ауылы, биш рус ҡаҙна ауылы иҫәпләнә. Татар типтәрҙәренең үҙҙәренең ауылдары булмай, улар башҡорт ауылдарында йәшәгән. Был «дача»ла барыһы 164094,5 дисәтинә ер була. Икенсе «дача»ла Ғәйнә башҡорттарының 15 ауылы теркәлә. Уларҙың ҡарамағында 128376 дисәтинә ер була. Ғәйнәләр йәшәгән Бисерт ауылы батша власының ихтыяры менән Красноуфимск өйәҙенә индерелә. Бынан тыш, Бөрө өйәҙендәге Сиҙәш ауылында был ваҡытта 18 йортта Ғәйнә башҡорттары припущенниктар хоҡуғында төпләнә. Тәүге «дача»ның 19 ауылында барыһы 286 йортта 2535 ир-ат һәм 2212 ҡатын-ҡыҙ була. Икенсе «дача»ның 15 ауылында 861 башҡорт йорто, унда йәшәүсе 2457 ир-ат һәм 2283 ҡатын-ҡыҙ теркәлә. Бисерт ауылында 40 ир-ат һәм 44 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. XVIII быуат аҙағында 26 башҡорт ауылында 1183 йорт, унда йәшәүсе 9678 кеше иҫәпләнә. XIX быуаттың 30-сы йылдарында Башҡортостанда үткәрелгән һигеҙенсе ревизия материалдары буйынса, Уса өйәҙенең Ғәйнә улусында 42 башҡорт ауылы иҫәпләнә, унда 13448 кеше йәшәүе теркәлә. 
Бынан тыш, Ғәйнә улусы биләмәһендәге Иҫке Ҡайпан һәм Яңы Ҡайпан ауылдарында Ҡара Табын улусы башҡорттары йәшәгән. XVIII быуат аҙағы – XIX быуат башында ғәйнәләр күп һанлы, ойошоп йәшәгән халыҡты тәшкил итә. Был шарт уларға колонизациялау осоронда башҡорт ерҙәренә аҫабалыҡты, этноҡатлам составының сағыу булыуына ҡарамаҫтан, милли йолаларын, телен, мәҙәниәтен һаҡ­ларға, социаль-иҡтисади, сәйәси һәм мәҙәни үҫешенең юғары кимәленә етергә мөмкинлек бирә. Ғәйнә башҡорттары араһынан тарихи шәхестәр ҙә юҡ түгел: руда сәнәғәтсеһе, батшабикә Елизавета Петровнаның Уложенная комиссияһына Пермь тау заводсыларының наказын төҙөүсе һәм Рәсәйҙә Тау институтына нигеҙ һалыусы Исмәғил Тасимов, Уложенная комиссия депутаты, Өфө провинцияһы башҡорттарының ошо комиссияға наказы авторы, Ғәйнә улусы старшинаһы Туҡтамыш Ишбулатов тап ошо яҡтарҙан. Туҡтамыш Ишбулатов – абруйлы башҡорт феодалы, билдәле руда сәнәғәтсеһе, сауҙа менән бу­лышҡан. 20 йыл дауамында ул Ғәйнә халҡы старшинаһы вазифаһын атҡарған, өс тапҡыр юғары дәүләт органы – Уложенная комиссияла бөтә башҡорт халҡының мәнфәғәтен яҡлап сығыш яһай, Өфө провинцияһының башҡорт выборщиктары исеменән наказ төҙөй. Унда ер мәсьәләләре, башҡорт йәмғиәтенең үҙидаралыҡ проблемалары, рус, рус булмаған халыҡ менән мөнәсәбәттәр, мосолман динен һаҡлау һәм башҡа көнүҙәк проблемалар күтәрелә. 
Ғәйнә башҡорттары быуаттар дауамында үҙ ерҙәрен колонизаторҙарҙан ҡурсалаған, динен башҡа дин тотоусыларҙан аралаған, ирек һөйөүсе халыҡ баҫым-ҡыҫымға түҙмәгән. Быға дәлил итеп, 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыуҙарын да килтерергә була. Ғәйнәләрҙең күбеһе Салауат Юлаев отрядында көрәшә. Пугачев ихтилалында йәмғеһе 900 Ғәйнә башҡорто ҡатнаша. Кәрҫтиәндәр һуғышына Уса юлы башҡорттары туғыҙ полковник, ете атаман, 16 поход старшинаһын бирә. 
Өфө өйәҙенең Уса юлына ҡараған ер биләмәләре 1744 йылдан Ырымбур губернаһына инә. 1798 – 1865 йылдарҙа Барҙа, Ҡуйыҙа, Чернушка һәм Пермь крайының Башҡортостан Республикаһы менән сиктәш райондары беренсе башҡорт кантоны составына индерелә. Шуны ла билдәләргә кәрәк, кантон системаһы крайҙың башҡорт һәм мишәр халҡына ғына тарала. Кантондар этник планда ла бер төрлө була. 1865 йылдан был ерҙәр Пермь губернаһы составына инә. 1926 йылда бында Барҙы районы барлыҡҡа килә.





Төньяҡ тарихыбыҙ эҙенән ( йәки Ҡайпан түбә ауылдары)


1859 йылда Беләш ауылына Иҫке Ҡайпандан, Кәлтәүҙән, Салдауҙан, Шәрҙәктән күсеп килгән һәр ғаиләне үҙ мәғлүмәтендә ошо яҙыу менән билдәләп ҡуйғандар: «Это семейство перечислено 18 июля 1859 года во вновь заведенную деревню Беляшки Белебеевского уезда 13 кантона 14 юрты», ә Бүләгәрт ауылынан күсеп килгән һәр ғаиләне ул документҡа былай тип кенә яҙғандар: «Это семейство перечислено в 1859 году в Беляшки». Тимәк, Будум йылғаһы бассейнындағы бик күптәнге Бүләгәрт ауылының төп этник төркөмө ул замандар­ҙа 13-сө кантондағы 14 йорттоҡо булып һаналған.
Беләш ауылы халҡын ике этник төркөм тәшкил иткәнлеген тағы бер тарихи мәғлүмәт аныҡ раҫлай (ҡара: ЦГИАРБ, фонд 473, опись 1, һаҡлау берәмеге 306). 1916 – 1917 йылдарҙа төҙөлгән был яҙмала Беләш ауылы ғаиләләренең ҡайһыһы – Беләш, ә ҡайһыһы Иҫке Ҡайпан йәмғиәтенән икәнлеге ҙур теүәллек менән күрһәтелә.
Әйтеп үткән әлеге иҫке архив материалдарының тәүгеһенә ҡабат туҡталайыҡ. Күреүебеҙсә, 1859 йылда Беләш ауылы яңынан барлыҡҡа килде, тип унда күп тапҡыр һәм ап-асыҡ яҙылған. Яңынан барлыҡҡа килде, тигән мәғлүмәт нимәне аңлата? Әллә ул ауылдың тәүгеһен дәһшәтле 1737 йылда карателдәр яндыр­ғанмы?
Беләш ауылы туғыҙынсы ревизия материалдарында (1850 йыл) иҫәпкә алынмаған. Һигеҙенсе, етенсе, алтынсы, хатта бишенсе ревизия был ауылды бөтөнләй белмәй. Өҫтәүенә, «Беләш ауылы үҙенең элекке урынында түгел» тигән һүҙ-ҡомарт­ҡы ошо ауылда быуындан-быуынға күсеп килә. Ә ниңә элекке урынында түгел? Әллә ауылдың иҫке урыны ниндәйҙер фажиғә- гә бәйлеме?
Ошо ауыл тарихының тағы бер сере – уның йылғаһының исемендә. Ә ул йылғаның да атамаһы – Беләш. Был гидронимдың һәм ойконимдың семантик мәғәнәһе. Әй-өбө-әйле чуйы (чу кеше) тигән төшөнсәгә тап килә. Был атаманың компоненттары бөтәһе бергә, бигерәк тә һуңғыһы, йәғни боронғо әш (аш) һүҙе, беҙгә ошоно хәбәр итә: әй-өбө-әйле чуй этник төркөмө башҡорттарҙың, ошо йылға буйына килеп етеп, ауыл һалған заман хәҙер инде алыҫтарҙа, урта быуаттарҙа, уҡ ҡалған.
Үрге Таныптағы Чулмаш, Ҡаҙмаш, Ямаш йылғаларының да исемдәре составында нәҡ ошо боронғо әш (аш) һүҙенең төплө генә урынлаша ала алғанын асыҡ. Һәм нәҡ ошо өс гидроним буйынса ғилми тикшеренеүҙәр шаҡтай ҡыҙыҡлы ошо сер-мәғлүмәттәрҙе лә быуаттар төпкөлөнән тартып сығарырға әмәл бирә: Чулмаш йылғаһы буйындағы бик күптәнге Сулмаш ауылы Үрге Таныпҡа Сылва (Ас-эл-өбө) этник ареалынан килеп ултырған, ә Ҡаҙмаш йылғаһы атамаһының семантикаһы Ҡай-ас-ай-ма- чуйы тигәнде, ә Ямаш йылғаһы исеменең этимологик төшөнсәһе Ай-ма чуйы тигәнде белдерә. Ҡыҫҡаһы, өс гидронимдың да төп нигеҙ ташын чуй этнонимы тәшкил итә.
Ҡаҙымаш һәм Ямаш менән бер тәңгәлдәрәк Таныпҡа бәләкәй генә Тауыш йылғаһы ла барып ҡоя. Ә был йылғаның атамаһы ҡайҙан икәнлеге хаҡында оҙаҡ йылдар бары былай тип кенә уйлап-иҫәпләнә ине: Тауыш гидронимының этимологик сере үҙенсәлекле ниндәйҙер тау менән бәйлелер, моғайын. Ләкин дөрөҫө улай түгел икән. Йылғаны буйынан-буйына, яҡын-тирәлә тауҙар юҡ, ҡайҙа ҡарама – бары тик үрле ҡалҡыулыҡтар ғына. Тауыш буйында – Ҡуян-соҡор. Бейек түбә, Ҡапҡантау кеүек ысын мәғәнәһендәге тауҙар юҡ. Ғәйнә башҡорттарының алыҫтағы бер төйәге – Тау ауылы: кем белә, бәлки шул ауылда Тауыш гидронимының серенә төшөнөргә нимәлер табылыр, тиккә генә уй ауылға Тау тигән исем бирелмәгәндер бит...
Ғәйнәләрҙең ул ауылы бейек һәм текә тау башында ултыралыр тиһәк, яңылыш булыр.Ауылдың уртаһында һәм ситендә ике тау бар, ләкин улар икеһе лә тәпәш һәм ялпаҡ. Ә бит Үрге Таныпта һәр ауыл тиерлек шундай тауҙарға һалынған, шуға ҡарамаҫтан, ул төйәктәрҙең береһенә лә тау исеме ҡушылмаған. Тимәк, Ғәйнә ерендәге Тау ойконимының этимологияһы тау һүҙе түгел.
Тауыш һәм Тау... Был ике географик атаманың семантик мәғәнәһен белергә шул уҡ Беләш, Сулмаш, Ҡаҙмаш, Ямаш йылғалары ярҙам итә аламы? Әйтәйек, «тауыш» гидронимының да тәүге өлөшө – боронғо этноним. Ләкин ул этник атаманы Танып һәм Тулва ауылдары тарихын сағылдырған архив документтарынан табып булырмы?
Була икән дә! Ошо атаманың эҙенә Ҡыр-Танып улусы Ҡайпан түбәһе ер биләмәләренең бик ҙур өлөшө ХVlll быуатта Ғәйнә башҡорттарына һәм уарҙарға, йәғни удмурттарға бирелгәнлеге хаҡында төҙөлгән ике документ мәғлүмәттәре ярҙамында төшөнөлдө.
Ул документтарҙың тәүгеһе – 1703 йылда, икенсеһе – 1710 йылда төҙөлгән. Беренсеһендә шул турала һүҙ бара: Будум йылғаһы бассейнындағы Ҡайпан ауылы башҡорто Яусура ҡарт Йәнгилдин (тимәк Яусура ҡарттың атаһы – Йәнгилдин атлы булған) әллә күпме ерен – Кәлтәү һәм Бәрмеш йылғалары аралығын – уар кешеһе Йәнбәкте Йәнкәевҡа бүлеп бирә (ЦГИА РБ, фонд 2, опись 1, һаҡлау берәмеге 4816).
Был документтың башҡорт мөхите өсөн ябай түгеллеген билдәләп үтергә кәрәк: уар кешеһе Йәнбәктегә Кәлтәү һәм Бәрмеш йылғалары араһындағы шул тиклем ҙур биләмәне Яусура ҡарт бер үҙе бүлеп биргән. Ни өсөн үҙе генә? Тимәк, ул ерҙәр электән үк Ҡайпан йәмғиәтенең дөйөм вотчинаһы булып иҫәпләнмәгән.
Ошо сергә асҡыс, бәлки, был документтарҙың икенсеһенән (1710 йылда барлыҡҡа килгәненән) табылыр? Документҡа иғтибар итәйек: «... Ноября в 26 день писана запись такова: Уфинского уезду Сибирской дороги, Кайпанские волости деревни Кайпан башкирец Кульмет Точюбаев дал на Уфе сию на себя запись. Уфинского ж уезду, Осинской дороги, Гайнинской волости деревним Сараш башкирцу Мурзаметю Азменеву в томя, что поступился я. Кульметь, ему, Муфрзаметю, вотчиною деда своего Якшиметя Янгильдина, юртом и пахотною землею, и сеннымы покосы, и лесом, и всякими лесными ухожьи. И вольно, ему, Мурзаметю, в том лесу бревна и дрова рубить, и всякого зверя побивать, и в борти лазить, и вновь борти делать, и хмель щипать. И жити ему, Мурзаметю, с нами в той вотчине вместе и всякие великого государя подати платить нам вопче, как дед мой...» (Материалы по истории Башкирской АССР, т. 3, М.–Л., 63-сө бит).
Бына бит ниндәй мәғлүмәт! Тимәк, Ҡайпандың Яусура ҡарты ғына түгел, Ҡолмәт исемле башҡорто ла күп ерҙәренең берҙән-бер хужаһы тип һаналған. Текстан күренеүенсә, заманында Килмәттең олатаһы Яҡшымәт Йәнгилдин да айырым вотчина хужаһы булып ғүмер иткән.
Үкенескә күрә, был документта Ҡолмәттең атаһы Тайсынбайҙың кем улы икәнлеге яҙылмаған. Ләкин договорҙағы ошо контекст «... поступился я, Кульметь, ему, Мурзаметю, вотчиною деда своего Якшиметя Янгильдина...» беҙгә ошо ла теүәл белдерә: Ҡайпандан Тол буйҙарына тиклем һуҙылған ерҙәр хужаһы Килмәт Тойсыбаевтың атаһы – Тойсыбай Яҡшымәтов! Эйе, юғарыла тексы тулыһынса тиерлек бирелгән ҙур документта – таҙҙар менән ирәктеләр араһында төҙөлгән договорҙа исем-фамилияһы теркәлеп ҡалған Таҙ ырыуы кешеһе Тойсыбай Яҡшымәтов – Ҡолмәттең атаһы!
Был факт тәүге ҡарашҡа ышанырлыҡ та түгел. Ләкин договор­ҙа бит асыҡ итеп әйтелгән. Будум йылғаһы электән тулыһынса Таҙҙар улусы ере һаналған. Шуға ла иғтибарҙы йүнәлтәйек: ирәктеләр тарихына ҡарата беҙгә мәғлүм бер генә архив материалы ла, был ырыу ауылдары Будум йылғаһының урта һәм үрге ағымында ла бар йәки унда ла булған, тип дәлилләмәй. Яңы Ҡайпан ауылы янындағы Изге шишмә (ул шишмә Будумдың уң яҡ ярында), шул шишмәнән ике саҡрым алыҫлыҡтағы ике археологик ҡомартҡы (Ыйыҡ соҡор һәм Алыптар ҡәбере) – быларҙың бөтәһе лә Будум йылғаһы бассейны аборигендары – башҡорттар­ҙың Таҙ ырыуы аймаҡтарының (әт һәм ас аймаҡтары) инде күптән, Ислам диненә күсеүҙәренә ҡәҙәр үк, донъя көткәнен белдерә.
Тойсыбай Яҡшымәтов үҙе лә Ҡайпанда көн күргән. Был хаҡта әлегә теүәл мәғлүмәтем юҡ. Ә бына Тойсыбайҙың тамғаһын тулыһынса тиерлек ҡабатлаған ике тамғаны шулай ҙа табылды, уларға юғарыла күрһәтеп үткән архив материалдарының (ЦГИА РБ, фонд 2, опись 1, һаҡлау берәмеге 4316) һуңғы биттәрендә бар. Был тамғаларҙы 1855 йылда Үрге Таныптағы Кәлтәү ауылы башҡорттары, ағалы-ҡустылы Хәйретдин һәм Әбүбәкер Нуримановтар, ҡуйған икән. Ағалы-ҡустылы Хәйретдин һәм Әбүбәкер Нуримановтарҙың нәҫел-нәсәбен күрергә кәрәк ине.Кәлтәү ауылының тарихы менән үтә лә ҡыҙыҡһыныусы уҡытыусы Әхнәф ағай Мөхәмәтғәлиев нәҡ ошо нәҫел-нәсәптеке икән.
Әхнәф ағай тамғаларға иғтибар менән ҡарап торҙо ла: «Беҙҙең зат – таулы, шәжәрәбеҙ ҙә бар, – тип һөйләй башланы. – Шәжәрәбеҙҙә быуындар: Хангилде – Борһанетдин – Иҙрис – Нуриман – Әбүбәкер – Миңлегөл – Мөхәммәтғәли. Күрәһегеҙ, быуындар унда етәү генә, аҙ. Уның ҡарауы, был шәжәрә беҙҙе бер ни тиклем Кәлтәүҙең алыҫ үткәненә үк яҡынайта. Ауылдың өлкәндәре һөйләп ҡалдырыуынса, Кәлтәүгә нигеҙ һалыусылар – Иҫке Ҡайпандың ғәйрәтле ике кешеһе: олатайым Иҙрис һәм уның ҡорҙашы, аусы Кәнжәй. Олатайым Иҙрис болала – Пугачев ихтилалында ҡатнашҡан, шуға күрә уны батша хөкүмәте һөргөнгә оҙата. Ә һөргөндә ул нисә йыл булған һәм ниңә ҡайтмауы тураһында мәғлүмәттәр юҡ. Ғөмүмән, беҙ әле тарихыбыҙҙы белмәйбеҙ тиерлек».
– Архивтағы әлеге документҡа Әбүбәкер бабайҙар шулай тип яҙҙырып ҡуйған: Кәлтәү һалыныуға – 80 йыл. Тимәк, ауылығыҙ 1774 – 1775 йылдар тирәһендә барлыҡҡа килә, – тинем, Кәлтәү тарихына ҡарата үҙемдең табыштарым менән уртаҡлашып. – Ауылығыҙ һалыныуҙың сәбәбе Пугачев яуына бәйле булманымы икән? 1774 йылдың көҙөн күҙ алдына килтерәйек: Әбей батшаның карателдәре Танып һәм Будум еренең Салауат Юлаевтың көрәштәштәрен – Ҡайпан батыры Әлетдин Иртуғановты һәм уның тоғро дуҫтары Иҙрис менән Ҡәнжәйҙе эҙләй. Ә улар Ҡалатауҙан арыраҡ, Кәлтәү йылғаһы урманына, йәшеренгән.
– Шулай булғанлығы бик ихтимал. Кәлтәү ере бит – элекке ҡара урман, айыуҙар төйәге.


Ҡайпан түбә тарихынан...



Ҡайпан ауылы тарихы 17 быуат төпкөлөнә китә.Ҡайпан түбә башҡорттарының төп йәшәү урыны Бодом йылғаһы буйында урынлашҡан Ҡайпан ауылы булған. Тәү тапҡыр сығанаҡтарҙа Ҡайпан 1703 йылда иҫкә алына. 1758 йылда ике ауыл була: Иҫке –һәм Яңы Ҡайпан. Ә бына 1795 йылда 5-се ревизия беркетеүенсә өс ауылда иҫәпләнгән була. Был ваҡытта төп ауыл булып –Иҫке Ҡайпан ауылы һанала. Ауылда55 ир, 50 ҡатын- ҡыҙ менән 38 йорт –ҡура булған. Бында Өфө првинцияһы канцелярияһының 1747 йыл 24 июнь указы буйынса типтәрҙәр ҙә йәшәгән. 1834 йылға улар барлығы 4 ир һәм 2 ҡатын булғандар. Артабан типтәрҙәр Яңы һәм Бүләгарт ауылдарына күсенеү сәбәпле Иҫке Ҡайпанда иҫәпләнмәгәндәр.1834 йылда ИҫкеҠайпанда 10-сы кантон составында 30 йорт –ҡурала 113 башҡорт һәм 1-се башкантонға буйһонған 164 башҡорт йәшәгән. 1850 йылды йорт-ҡура 60 еткән, ә йәшәүселәре 346 кеше булған. 10 ревизия буйынса 8 йорт-ҡурала 430 кеше йәшәгән. Бөтәһе лә – аҫаба.1870 йылда Бүләгарт Ҡайпанда мишәрҙәр иҫәпкә алына. 18 быуат аҙағында ҡайпанлылар игенселек менән шөғөлләнгәндәр, тип яҙыла 5 ревизияла. Һәр йортҡа 3,8 ат, 4,Ю6 һыйыр, 2,7 һарыҡ, 1,0 кәзә тура килгән.1920 йылда 154 йорт һәм 765 башңҡорт иҫәпкә ҡуйылған.

2-се бүлек.

Биш ырыу вәкилдәре.

Яңы Ҡайпан халҡы яҙмышы тотош башҡорт халҡы яҙмышынан айырылғыһыҙ. Ошо ауылдан сыҡҡан Аладин Биктуғанов полковник чины ала һәм Пугачев яуында әбей батша ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. Уның отряды Көңгөр ҡалаһы, Борай ауылы эргәһендә барған ҡаты алыштарҙа ҡатнаша. А.Биктуғанов Бөрө эргәһендә әсирлеккә төшә һәм Ҡазан ҡалаһында яҙалап үлтерелә.

Ауылдың тарихы бай, боронғо. Әлеге ваҡытта төбәктә биш ырыу вәкилдәре йәшәй. Нуғай, сәңкә һәм танып ырыуҙары иң күп һанлылыларҙан, ҙурҙарҙан иҫәпләнә. Ырыу вәкилдәре үҙ шәжәрәләрен төҙөгән. Һәр ырыуҙың үҙ тамғаһы, ағасы һәм ҡошо бар. Мәҫәлән, нуғайҙарҙың ағасы-ҡарағай, ҡошо- ыласын.

Сәңкәләр ситтән килгән.Был ырыу вәкилдәре Пермь крайының Барҙа районы Краснояр ( элек Әржән тип йөрөткәндәр) ауылынан килгәндәр.

Ошоларҙың барыһында туплар өсөн “Шәжәрә” байрамдары уҙғарыла.Ауыл халҡы, әлбиттә был байрамды ҙур әҙерлек һәм теләк менә ауыл клубында уҙғара.













Йомғаҡлау.

Шәжәрә, тарихта эҙләнеү ҙур тәрбиәүи көскә эйә.Үҙеңдең нәҫел-нәҫәбеңдә эҙләнеүҙәр алып барышында һис шикһеҙ халҡың яҙмышына, тарихына тап киләһең.Был эш барышында Яңы ҡайпан ауылы халҡының ҡайһы ырыу вәкилдәре икәнлеге, был кешеләрҙең ҡайҙан килеп төпләнеүе тураһында мәғлүмәттәр тупланды. Үҙ ара “туған “ ауылдар асыҡланды. Яңы Ҡайпан ауылының үткәне, тарихи ваҡиғалары, шәхестәре тураһында материал тупланды.Ауылда изге урындар барлығы асыҡланды. Эшебеҙҙе йомғаҡлап, шуны билдәләйем: ауыл, уның үткән тарихын, бөгөнгөһөн белеү- барыбыҙ өсөн бик мөһим эш. Бер ауылдың исемен өйрәнеүҙән генә башланған эш бик күп сер йомғағын тағатты. Уларҙы ентекләп өйрәнеү халҡыбыҙҙың тарихын өйрәнеүгә бик мөһим яңылыҡтар өҫтәйәсәк.



Ҡулланылған әҙәбиәт.

Интернет сығанаҡтар:http://www.yeshlek-gazeta.ru/bashkortostan/5833-t1257nja1185-tarikhyby1177-je1177en1241n.htm

“Башҡортостан” газетаһы, 2007 йыл,№53 (Вадим ХӘБИРОВ,Рауил ИСЛАМШИН яҙмалары ҡулланылды)



Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!