СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Ғарифулла Кейеков тормошонан күренеш

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Ғарифулла Кейеков тормошонан күренеш»

Яҡтылыҡ нуры

Белемлелек – арыҫландан көслө батыр.

Аҡмулла.


Сәхнәлә ҡайынлыҡ урманы күренеше, ҡоштар һайрай.

Маһинур әбей ейәндәре менән тәбиғәткә сыҡҡан.


Маһинур. Ҡайҙа булды был бала. Күҙ менән ҡаш араһында юҡ була ла ҡуя. Бер тик тормай, вәт булды бит башҡа бәлә. Иҫән-һау әсәләренә ыздавать итеп буламы – юҡмы? Шул тиклем дә булмай торғайны, үҫә –үҫә аҡылы сығып бара, ахырыһы (Зәлифә менән Уралды эҙләйҙәр).

Урал сыға.

Урал. Ух, өләсәй, үлә -ә -ә -әм, аяғым әллә нимә эшләне, әллә һынды, әллә шарнирынан ысҡынды, у–у –х.

Маһинур. Эй алла, үәт ата шайтан, бәлә эҙләп минән ҡасып киткәйнең. Шулай була инде – олоно оло итә белмәгән балаға. Үкермә, үкермәй тор үгеҙ кеүек. Быуыны сыҡҡандыр инде. Һыларға теге имсе Мәстүрәне сыҡыртмаһам булмаҫ, ахыры. Бына бөгөн төш күргән инем – Мәстүрәнең ата ҡаҙы баҫтыра икән тим үҙемде…Ҡайҙа йөрөнөң ошо хәлгә төшкәнсе.

Урал. Ана теге Уяҙға, Оло соҡор буйына барғайным, шунда яңылыш соҡорға төштөм.

Маһинур. Соҡор тиклем соҡорҙо күрмәй… күҙең ҡайҙа булған. Мәстүрәне саҡырмай булмаҫ. Ул ғына белә аяғыңдың хәлен. Бар Зәлифә ҡыҙым Мәстүрә әбей артынан. Тиҙ килеп етһен ыштубы.

Урал. Ах…… ауырта инәй , аяғым ауырта. Харап булдым соҡорҙо күрмәйенсә.

Маһинур. Соҡорға төшөүе еңел, анан сығыуы ғына ауыр. Ғүмерҙәрен соҡорҙа үткәргән кешеләр ҙә бик күп инде. Әммә соҡорҙан сығып, бейек Ирәндек тауҙарына тиңләшкәндәр ҙә әҙ түгел. Соҡорҙо тау бейеклегенә күтәргән улдары ла байтаҡ илемдең.

Мәстүрә менән Зәлифә килеп инә.

Мәстүрә. Үәт саптым, һинең ала кәзәңдән дә шәп йүгерҙем. Хәлем бөттө, Маһинурҡайым.

Маһинур. Эйе һинең ата ҡаҙыңдан лутсыраҡ әле минең ала кәзә. Өндә генә түгел, төштә лә баҫтыра бит һинең ата ҡаҙың. Бөгөн төштә баҫтырып, тирләп уяндым, ҡәһәр төшкөрө.

Мәстүрә. Йә, минең ата ҡаҙҙы һөйләргә саҡырҙыңмы ни, ни булды?

Маһинур. Бынау, ҡоромай ҡалғыр малайы, соҡорға төшөп, аяғын ауырттырған, ҡарай һалып ебәр әле тиҙерәк минең ала кәзәне һөйләгәнсе.

Мәстүрә. Мин һиңә ыскурыйҙыр шул, тиҙ генә булырға. Аныһы ла ярты көн килә саҡырһаң… Һе, тиҙ генә, имеш. Ҡайҙа йөрөнөң шул тиклем, Урал улым.

Урал. Яңылыш соҡорға тайып төштөм.

Мәстүрә. Китер булдым сығып илдән уҡырға,

Белем өҫтәп ҡайтайым тип Соҡорға (һамаҡлай).

Хәҙер үтә ул, балам, өшкөрөп алһаҡ, как нувый будет (өшкөрә).

Маһинур. Башҡа сыҡмаҫтай булдыңмы, улым. Шул кәрәк, тыңламаһаң.

Мәстүрә. Алай тимә…Беҙҙең Ғәли Соҡорой кеүек данлыҡлы булып китһә, йөрөрһөң әле әллә кем булып.

Маһинур. Аныһы ла бар. Белеме булған соҡорҙо тауға әйләндерә ала.

Мәстүрә. Шулай, шулай. Ғәли Соҡорой ана ҡалай кеше булған. Хәҙер бик күптәр белә, ғорурлана, күптәр ғорурлана.

Зәлифә. Ҡайҙа тыуған ул Ғәли Соҡорой.

Мәстүрә. Элекке Ырымбур губернияһы, Бөрө өйәҙе, Тәтешле волосы, Иҫке Соҡор ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Бик күп уҡытҡан атаһы Ғәлиҙе, бик күп.

Урал. Зәлифә. Беҙ бит белмәйбеҙ Тәтешле ерендә шундай аҡыл эйәһе йәшәгәнен.

Маһинур. Эй, балалар. Белемгә һай булһаң йәшел баҡа кеүек күләүекте диңгеҙ тип йәшәп тик ятаһың инде. Белемлелек - арыҫландан көслө батыр. Белемең булмаһа , ҡурҡаҡ ҡуян кеүек дерелдәп ҡыуаҡ аҫтында йөрөп ғүмер уҙғарырға ла була.

Мәстүрә. Белмәгәндең беләге тыныс, ти. Әҙерәк һөйләп китәйек, Маһинур, был балаларға.

Маһинур. Ошо сәңгелдәктә кем ятҡанын кем белһен. Ғәли менән ҡатыны Мәрфуға Ғарифулла улым тыуҙы тип шатланһа, тик ваҡыт ҡына кешенең тырышлығына ҡарап уға баһа бирә.

Бер яҡ ситкә китәләр. Ширма асыла. Боронғо өй эсе (мәҙрәсә) күренеше.

Баныу. Ғарифулла, Ғарифулла… Әйҙә өйлә намаҙына хәтлем яланға сығып ҡуҙғалаҡ, кәзә һаҡалы йыйып киләйек. Гел генә китап уҡып булмай бит инде.

Ғәрифулла. Туҡта Баныу, ашыҡма, ашыҡма.

Баныу. Ашыҡма имеш. Һине атай бөгөн Ҡазанға оҙата, анан Бохараға. Ҡасан күрешербеҙ, бер Хоҙай ғына белә.

Ғәрифулла. Ҡайғырма. Белемемде әҙерәк тулыландырғас ҡоштар кеүек осоп ошо матур яҙ кеүек һеҙҙе һағынып ҡайтып етермен.

Баныу. Эйе, ҡоштар изге йәндәр бик күп ара үтәләр, тыуған ер уларҙы ла тарта. Уларҙы ла яҙмыш аямай.

Ҡыҙҙар килеп инә.

Ҡыҙҙар: Ғарифулла, беҙ өс көн буйы һиңә бағышлап таҡмаҡ сығарғайныҡ, йырлап күһәтәйекме? Әйҙә, әйҙә.

Йырлайҙар, шарҡылдашып көлөшәләр.


Ғәрифулла: Эх, ҡыҙҙар, ҡыҙҙар.

Юҡ бар һөйләү маҡсатмы, әллә уҡыу маҡсатмы;

Белем алаһың килһә, уҡыу мәғлүм иң әүәл.

Һәр көн кил һин һабаҡҡа, сәғәтеңде яҙҙырма;

Алға китәһең килһә, уҡыу мәғлүм иң әүәл.

Белгәнеңде онотма, китабыңды һис йыртма;

Бәхетле булаһың килһә, уҡыу мәғлүм иң әүәл.

Фирүзә йүгереп килеп инә

Фирүзә. Уф, саҡ өлгөрөп ҡалдым. Бына, Ғарифулла, әсәйем һиңә күстәнәс ебәргәйне.

Ғәрифулла. Рәхмәт, рәхмәт. Ҡыҙҙар, мин шиғыр яҙҙым, шуны һеҙгә лә уҡып ишетерәйем әле. Ҡазанға киткәс бик һағынырмын үҙегеҙҙе.

Баныу. Һағынырһың, Ғәрифулла, бик Һағынырһың. Беҙгә лә шиғырыңды уҡы әле.

Шиғырын уҡып ишеттерә.

Самауыр тотҡан Әхмәт инә.

Әхмәт: Китегеҙ юлдан, китегеҙ, самауыр килә.(Самауырын ултырта) Ғарифулла, бына һин хәҙер Ыстамбулға бараһың бит инде, һин унда урам әртистәрен күрәһең. Бына хәҙер мин һеҙгә улар һымаҡ уйнап күрһәтәм.

Йомортҡалар алып, өҫкә һикертеп күрһәтә. Ҡыҙҙар ҡысҡырыша.

Сәхнә артынан тауыш ишетелә: Ғәрифулла, китаптарыңды арбаға сығарып һал. Хәҙер ҡуҙғалабыҙ. Сығып китәләр. Ширма ябыла.

Маһинур. Бына шул инде, балалар. Белем өсөн кешеләр йәндәрен дә аямағандар ҡайһы бер саҡ, ниҙәр генә күрмәгән беҙҙең халҡыбыҙҙың ҡыҙҙары, улдары.

Мәстүрә. Йәйәүләп тә, атҡа ла атланып, төрлө хәлдәргә юлығып, ҡайһылары бик ҙур михнәттәр сигеп атлағандар белем юлынан. Бына бит ул, балалар, белем арыҫландан көслө, белем ул, балалар, ҡояш кеүек барыһын да йылыта. Тырышҡанға барыһын да бирә. Йә, Урал улым, аяғың әҙерәк яҙылдымы, ҡайтыр яҡҡа атлайыҡ.








Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы

Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы муниципаль районы

хәкимиәтенең мәғариф бүлеге

Иҫке Ҡайпан ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе




Мәғрифәтсе, ғалим, шағир

Ғарифулла Кейеков тормошонан сәхнәләштерелгән күренеш.





« Яҡтылыҡ нуры»


Маҡсаты:

  • Ғ.Кейеков тураһында белемде арттырыу

  • Белемгә һөйөү уятыу

  • Күренекле шәхес тормошо нигеҙендә әхлаки тәрбиә биреү




Төҙөүсеһе:башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы

Нурыва Лиза Борис ҡыҙы.


2016 й




Ролдәрҙе башҡаралар:




Маһинур- Салихова Әлфиә


Урал- Ғосманов Ильяс


Зәлифә-Шәйәхмәтова Алһыу


Мәстүрә-Шәйәхмәтова Юлиә


Баныу-Сәғитова Элина


Ғарфулла-Ниғәмәтйәнов Илнур


Ҡыҙҙар-Миңлебаева Алиса, Динеева Диләрә,Шәбетдинова Фәниә


Фирүзә-Ғөмәрова Алин


Әхмәт-Ғимаев Илсур


Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!