Тема: Яныбай Хамматовтың
“Ҡаһым түрә” әҫәрен өйрәнеү.
Маҡсат: Я.Хамматовтың ижад юлы менән таныштырыу һәм “Ҡаһым түрә” әҫәрен өйрәнеү.
Бурыстар: 1) Я.Хамматовтың ижад юлы менән таныштырыу һәм “Ҡаһым түрә” әҫәрен үҙләштереү, башҡорт халҡының бай тарихы һәм батырҙары тураһында мәғлүмәттәрен байытыу;
2) уҡыусыларҙың логик фекрләүен, һөйләү телмәрен (монологик һәм диологик) үҫтереү;
3) башҡорт телен өйрәнеүгә һәм башҡорт халҡының тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу, башҡорт халҡының күренекле батырҙары аша уҡыусыларҙа батырлыҡ, ғорурлыҡ, ихтирамлыҡ тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: башҡорт теле дәреслеге, интерактив таҡта.
Дәрес барышы.
I. Ойоштороу мәле.
1. Иҫәнләшеү.
Ҡыңғырау шылтыраны
Беҙ ултырҙыҡ дәрескә,
Китап, дәфтәрҙәр әҙер
Тотонайыҡ беҙ эшкә.
II. Артикуляцион күнегеүҙәр.
1. Тренажер.
III. Инеш әңгәмә.
1) Мәҡәл өҫтөндә эш.
Слайд №1.
Батырлыҡ яуҙа һынала.
Слайд №2.
батыр-герой
батырҙарса-героически
батырлыҡ-героизм
Батыр кеше кем ул? Ниндәй батырҙарҙы беләһегеҙ?
Салауат ҡалаһының ниндәй батырҙарын беләһегеҙ? (Бочкарев, Ахтямов).
Беҙҙең мәктәп торған урам ниндәй батырҙың фамилияһын йөрөтә?
Слайд №3.
Батыр аллеяһы, мемориаль комплекс.
Һеҙ беләһегеҙ беҙҙең ҡалала Батыр аллеяһы һәм мемориаль комплекс бар.
“Батыр” һүҙенең синонимдарын табығыҙ. Һеҙҙең алдығыҙҙа карточкалар ята, бирелгән һүҙҙәрҙе иғтибар менән уҡығыҙ һәм шул һүҙҙәр араһынан батыр һүҙенең синонимын табығыҙ.
Уҡыусылар, һеҙҙең арала батырҙар бармы? Ғаиләгеҙҙә батырҙар бармы?
Башҡорт халҡы ҡайҙа йөрөһә лә, үҙен батыр һуғышсы итеп күрһәткән, аяуһыҙ һуғышҡан. Беҙ бөгөн дәрестә башҡорт халҡының батырлығы тураһында һөйләшәбеҙ.
2) Проблемалы һорау ҡуйыу.
Слайд №4.
200 йыл.
- Был һан нимә тураһында әйтә?
- 1812 йылда Рәсәйгә кем яу башлаған? (Наполеон).
- Илгә ҡурҡыныс килгәндә, Рәсәй батшаһы һәр саҡ башҡорттарға мөрәжәғәт иткән. 1812 йылда Ватан һуғышы башлана. Беҙҙең ир-егеттәребеҙ был һуғышта ҡатнашҡан. Ошо турала фильм ҡарап китәйек. Иғтибар менән ҡарағыҙ фильм буйынса һорауҙар була.
3) Фильм күрһәтеү.
Фильм.
Бондарчук о башкирских воинах.
- Шулай итеп, 1812 йылда башҡорттар ниндәй ҡорал менән һуғышҡан?
Слайд №5.
Башҡорт яугиры.
- Француздар башҡорттарҙы кем тип атаған? (Северные амуры – Төньяҡ амурҙары).
4) Автор менән таныштырыу.
Слайд №6, 7.
Автор портреты, китаптың тышлығы.
- Бөгөн беҙ дәрестә Яныбай Хамматов яҙған “Төньяҡ амурҙары” дилогияһынан өҙөктәр менән танышыуҙы башлайбыҙ һәм артабан алдағы дәрестәрҙә һөйләшеүҙе дауам итербеҙ.
Яныбай Хамматов 1925 йылда Белорет районы Ыҫмаҡай ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты. “Төньяҡ амурҙары” дилогияһын яҙыр алдынан бик күп архивтарҙа тарихи документтарҙы өйрәнә.
5) Ҡаһым түрә тураһында мәғлүмәт.
- Был өҙөктә һүҙ башҡорт халҡының батыры тураһында бара. Хәҙер уның турала беҙгә Алһыу һөйләп китә.
Слайд №8,9,10.
Ҡаһым түрә.
IV. Текст өҫтөндә эш.
1) Һүҙлек эше. (Китап 51-се бит).
- Тектса һеҙ белмәгән һүҙҙәр осрай, әйҙәгеҙ шуларҙы хор менән уҡыйыҡ.
- Мин русса вариантын һеҙ башҡортса. Һөйләмдәр төҙөп ҡарағыҙ.
Минең матур хыяләм бар. Мин татлы алма ашаным.
Слайд №11.
Һүҙбәйләнештәр.
2) Тексты 1-се ҡат уҡыу.
- Мин беренсе ҡат уҡығанда ҡәләм менән аңлашылмаған һүҙҙәрҙе һыҙып барығыҙ.
- Нимә тураһында был текст? Ниндәй ваҡиға һүрәтләнә?
- Ниндәй һүҙҙәр аңлашылманы?
3) Физминутка.
Мәскәүгә лә керҙек беҙ,
Парижде лә күрҙек беҙ.
Француздарҙы еңгәндә,
Ер емертеп йөрөнөк беҙ.
Любезники, любизар,
Маладис, маладис!
4) Тексты 2-се ҡат уҡыу.
сылбырлап уҡыу;
хор менән уҡыу (рәтләп);
парлы уҡыу.
5) Анализ өсөн һорауҙар.
- Башҡорт халҡына Рәсәй батшаһы ниңә мөрәжәғәт итә?
- Башҡорттар был үтенескә нисек яуап бирәләр? Текстан табып уҡығыҙ.
- Башҡорт атлыларының командиры итеп кем ҡуйыла? (Башҡоорт атлыларының командиры итеп Ҡаһым түрә ҡуйыла).
- Башҡорт яугирҙарының батырлығын урыҫ шағиры Денис Давыдов нисек һүрәтләй? Шул урынды табып уҡып күрһәтегеҙ.
- Башҡорт яугирҙарын француз генералы нисек һүрәтләй? Шул урынды табып уҡып күрһәтегеҙ.
V. Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт.
Слайд №13.
Гете тураһында.
Уҡыусылар сиркәүҙең башында нимя тора?
Ул унда нисек барып эләккән тип уйлайһығыҙ?
Наполеонды еңгәс, башҡорт егеттәре еңеү менән ҡайтып килгәндә, Германия аша үтәләр һәм унда Гете менән осрашалар (немец яҙыусыһы). Гете үҙенең китабында былай, тип яҙа: “Мин башҡорт егеттәре менән таныштым. Улар протестан мәктәбендә намаҙ уҡынылар, аҙаҡ мин уларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙым. Улар миңә үҙҙәренең уҡ-һаҙаҡтарын бүләк иттеләр. Шул мәктәптән алыҫ түгел бер сиркәү бар. Мин (Гете) уҡ менән улай алыҫ атып булыуына ышанмайым тинем һәм шул уҡ арала башҡорт егете минең тәрәҙәмдән шул сиркәүҙеге флигельға атып ебәрә һәм уҡ тейә.” Әлеге көндә сиркәүҙең башында тимер уҡ тора, оригеналы сиркәүҙең муҙейында һаҡлана.
VI. Тест һорауҙары.
Слайд №14,15,16.
Нимәләр иҫеңдә ҡалды.
VII. Йомғаҡлау.
VIII. Баһалау. Өй эшен биреү.
50,51-се биттәрҙе уҡырға, 52-се биттәге һорауға яуап бирергә.
Ошоноң менән дәрес тамам. Һау булығыҙ!