СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

"Ябайҙан ҡатмарлыға" (ҡушма һөйләмдәрҙе еңел үҙләштереү алымдары)

Нажмите, чтобы узнать подробности

Ҡушма һөйләм темаһын уҡыусыларға ябай юлдар менән нисек аңлатып булыу мөмкинлектәре тураһында

Просмотр содержимого документа
«"Ябайҙан ҡатмарлыға" (ҡушма һөйләмдәрҙе еңел үҙләштереү алымдары)»

Исламова Т.М.,

республика инженер лицей –

интернатының башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы,Өфө

ҡалаһының Орджоникидзе районы

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙе еңел үҙләштереү алымдары

Был сығышымдың темаһын мин “Ябайҙан ҡатмарлыға” тип атар инем.Сөнки эшләй торғас, үҙең өсөн көтмәгәндә ниндәйҙер асыштар яһайһың, һығымталар эшләйһең. Ошо тема менән ҡыҙыҡһыныуым уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8-се класы өсөн Ҡушма һөйләм синтаксисы дәреслеген төҙөүҙә соавтор булыуыма алып килде. Был эшкә йәлеп итеүҙәре өсөн Сәмситова Луиза Хәмзә ҡыҙына рәхмәтлемен. Күп йылдар тупланған эш тәжрибәһенән сығып, ҡулланылып килгән бик күп эш алымдары ошо дәреслеккә һалынды. Шуларҙың иң ябайҙары менән бөгөн таныштырып китәм.

Мәктәптең төп бурысы – төрлө яҡлап үҫешкән шәхес тәрбиәләү. Уҡытыусы һәм уҡыусы хеҙмәттәшлеге аша ғына ысын шәхес тәрбиәләп була.Үҙ иленә,туған халҡына,уның рухи байлығына,туған теленә оло ихтирам,тәрән һөйөү тәрбиәләү – уҡытыусылар алдына ҡуйылған маҡсат.Ошо маҡсаттарға ирешеүҙең иң файҙалы юлы – дәрес. Дәрес –мәктәптә уҡытыу-тәрбиә эшен ойоштороуҙың төп формаһы.Шуға күрә “Бөгөнгө дәрестәр ниндәй булырға тейеш ?”, “Дәрестең сифатын нисек күтәрергә?” тигән һорауҙарға яуап эҙләү- көнүҙәк мәсьәләләрҙән һанала.

Беҙ Ватан педагогикаҺы Һәм психологияһы ҡаҙанаштыры В.В. Давыдов менөн Д.Б Элькониндың «Үҫтереүле уҡытыу системаһы» концепцияһына, шулай уҡ Р.Ғ. Аҙнағоловтоң «Уҡыусы шәхесен уҫтереүҙең лингводиктик нигеҙҙәре» хеҙмәтенә нигеҙләнеп, «Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү аша ижади үҫешкән шәхес тәрбиәләү» йүнәлешендә эшләйбеҙ. Уҡытыу процесенда тикшеренеү методына таянып, түбәнге маҡсаттарҙы ҡуйҙыҡ:

  • Уҡыуға һәм белеү алыуға ыңғай мотивтар булдырыу;

  • Тәрән, ныҡлы һәм ғәмәли белем формалаштырыу;

  • Шәхестең танып белеү активлығын, үҙаллылығын һәм интеллектын үҫтереү;

  • Тормошта һәр нәмәгә ҡарата үҙ фекере булған, үҙ ҡарашын яҡлай белгән,бай рухлы шәхес тәрбиәләү;

Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн уҡытыусыларға дәрестәрҙә ниндәй эш алымдарын һәм ысулдарын ҡулланыу отошло?

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр темаһы уҡытыусыларға аңлатыу, уҡыусыларға ҡабул итеү өсөн ҡушма һөйләм синтаксисында ғына түгел,ғөмүмән тел фәнендә иң ҡатмарлы тема.

Беҙ эш барышында ябайҙан ҡатмарлыға күсә барыу юлдары аша темаларҙы өйрәтергә тәҡдим итәбеҙ.

1-се ябай алым.

Иң тәүҙә ябай һөйләмдәрҙән ҡушма һөйләмдәр төҙөргә өйрәтеү бик мөһим.Ул һөйләмдәр уҡыусыларҙың көндәлек тормошо менән бәйле булһын. Шул ваҡытта теманы хәтерҙәренә төшөрөүе еңелерәк буласаҡ. Мәҫәлән:

1.Айбулат уҡый. Таһир шаяра. (ябай һөйләмдәр).

2.Айбулат уҡый,Таһир шаяра. (ҡушма һөйләм).

3.Айбулат уҡығанда, Таһир шаяра. (ҡушма һөйләм).

2-се ябай алым.

Теҙмә ҡушма һөйләм менән эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙе айыра белергә өйрәтеү.

Был осраҡта 7-се класта үткән һүҙбәйләнеш темаһы ярҙамға килә.

Белеүебеҙсә, һүҙбәйләнештең ике төрө бар:

1.Теҙмә һүҙбәйләнеш.

2.Эйәртеүле һүҙбәйләнеш.

Ҡушма һөйләмдәр ҙә теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәргә айырып йөрөтөлөүен миҫалдар нигеҙендә аңлатабыҙ.

Мәҫәлән:

1.Айбулат уҡый, Таһир шаяра. (Теҙмә ҡушма һөйләм).

2.Айбулат уҡығанда, Таһир шаяра. (Эйәртеүле ҡушма һөйләм).

3-сө ябай алым.

Дәреслектә эйәрсән һөйләмдең ун өс төрө бирелә. Уҡыусыларға уларҙың һорауҙарын иҫтә ҡалдырыуы ауыр.

Ярҙамға килештәр һәм һөйләм киҫәктәре килә.

1.Белеүегеҙсә, 6 килеш бар. Уларҙың һоруҙарын уҡыусы ятлап алһа, эйәрсән һөйләмдәрҙең һорауҙарын хәтерҙә ҡалдырыуы күпкә еңел.

Мәҫәлән:

Төп килеш - кем? Нимә? - Эйә һөйләм

Эйәлек килеш – кемдең? нимәнең? – Аныҡлаусы һөйләм

Төшөм килеш – кемде? нимәне? – Тултырыусы һөйләм

Төбәү килеш – кемгә? нимәгә? – Тултырыусы һөйләм

Урын-ваҡыт к. – кемдә? нимәлә? – Тултырыусы һөйләм

Сығанаҡ килеш – кемдән? нимәнән? – Тултырыусы һөйләм

2. Һөйләм киҫәктәренең атамалары, һорауҙары менән эйәрсән һөйләмдәрҙең атамалары, һорауҙарының тап килеүе эшебеҙҙе күпкә еңелләштерә.

Эйә – кем?нимә? – Эйә һөйләм

Хәбәр – нимә эшләй? – Хәбәр һөйләм

Аныҡлаусы – ниндәй? Кемдең? Нимәнең? –Аныҡлаусы һөйләм

Ошолай ике теманы сағыштырып, һорауҙарҙы иҫтә ҡалдырыу отошло.

4-се алым.

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙе еңел үҙләштерергә ярҙам иткән алымдарҙың иң мөһиме ул – һөйләмдәрҙең мәғәнәһе (йөкмәткеһе) уҡыусылар тормошона яҡын,аңлайышлы һәм төҙөлөшө яғынан ябай булыуы.

Ике һөйләмде сағыштырып ҡарайыҡ. Тәҡдим ителгән һөйләмдәрҙең ҡайһыһын тикшереүе еңелерәк?

1.Кем дә кем яҡын киләсәктә идара итеү, сәнәғәт, фән һәм башҡа өлкәләрҙә етәксе булып эшләрлек юғары квалификациялы белгес булырға теләй, шул бөгөндән үҙ алдына ҙур маҡсаттар ҡуйырға һәм уға ынтылырға тейеш.

2.Кемдең уҡыуы яҡшы, шуның киләсәге өмөтлө.

5-се алым.

Эйәрсән һөйләмдең баш һөйләмгә бәйләнеү саралары

Белеүебеҙсә, эйәрсән һөйләмдең баш һөйләмгә бәйләнеү саралары бик күп. Ул саралар барыһы ла 5-7-се кластарҙа үтелеүенә ҡарамаҫтан, уҡыусылар материалды ауыр үҙләштерә. Уҡыу ҡулланмаһында тәҡдим ителгән таблицала улар барыһы бер ергә тупланған. Уҡыусылар материалды даими рәүештә ҡулланып, эйәртеүле ҡушма һөйләм темаһын үтеп бөткәндә, терәк таблицаһыҙ ҙа эшләй башлайҙар.

Иғтибар!

1.Һәр ваҡыт тиерлек бәйләүсе сара эйәрсән һөйләмдең аҙҙаҡҡы өлөшөндә урынлаша. Мәҫәлән:Уҡыусы тырышҡанға уҡытыусы шатлана.

2.Бәйләүсе саралар айырым һүҙҙәр йә ялғауҙар рәүешендә бирелә. Мәҫәлән:Уҡыусының белеме төплө булғанға,уҡытыусы ҡәнәғәт.Уҡыусының белеме төплө булған өсөн,уҡытыусы ҡәнәғәт.

3.Бер нисә бәйләүсе сара бергә бирелеүе ихтимал. Мәҫәлән:Уҡыусы тырышып уҡыуына ҡарамаҫтан,миҙал бирмәнеләр.

6-сы алым.

Эйәрсән һөйләмдең баш һөйләмгә бәйләнеү саралары һәм уларҙа тыныш билдәләренең ҡуйылышы

Эйәрсән һөйләмдең баш һөйләмгә бәйләнеү саралары күп булған кеүек, уларҙа тыныш билдәләренең ҡуйылышы ла ҡатмарлы темаларҙың береһе. Был осраҡта бер төрлөрәк йөкмәткеле һөйләмдәрҙе ҡулланыу отошло алым:

1.Искәндәр уҡыған мәктәп – Кейекбаев урамында.

2.Искәндәр уҡығандың һин яртыһын да уҡымағанһың.

3.Искәндәр уҡығанға, шатланам мин.

4.Искәндәр уҡығанды яратмайһың һин.

5.Искәндәр уҡығанда, һин яҙҙың.

6.Искәндәр уҡығандан һиңә зыян булмаясаҡ.

1.Көршәктәр эшләнеп бөтөүгә, … .

2.Көршәктәр эшләнеп бөткәндә, … .

3.Көршәктәр эшләнеп бөткәс, … .

4.Көршәктәр эшләнеп бөтөү менән, … .

5.Көршәктәр эшләнеп бөткәне бирле, … .

7-се алым.

Күрһәтеү алмашынан килгән мөнәсәбәт һүҙҙәрҙең баш һөйләмдә ниндәй һөйләм киҫәге урынында килеүенә ҡарап, эйәрсән һөйләмдәрҙең төрөн билдәләргә өйрәтеү.

Мәҫәлән:

1.Шул билдәле: (Эйә һөйләм).

2.Шундай кешеләр бар: (Аныҡлаусы һөйләм).

3.Эш шулай: (Хәбәр һөйләм).

4.Эш шунда: (Хәбәр һөйләм).

5.Шуныһы асыҡ: (Эйә һөйләм).

6.Кәңәш шул: (Хәбәр һөйләм).

7.Шуны бел: (Тултырыусы һөйләм).

8.Шуға шатланам: (Тултырыусы һөйләм).

9. ... , шулай эшләй. (Рәүеш һөйләм).

10. ..., шунда була. (Урын һөйләм).

Шулай итеп,эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙе еңел үҙләштереү өсөн ниндәй генә алымдарҙы ҡулланһаң да, еңелдән ҡатмарлыға күсеү юлдарын күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк.

Тәҡдим:

Программа буйынса һигеҙенсе синыфта теманы өйрәнеүгә 16 сәғәт бирелә. Ошо ҙур бүлекте ете сәғәттә блоклап аңлатып,ҡалған сәғәттәрҙә үтелгәндәрҙе нығытыу маҡсатында күнегеүҙәр һәм ижади эштәр үткәрергә була.Теманы үткәндә терәк таблицалар ҡулланыу алымы менән эшләү ҙур һөҙөмтәләр бирә.Таблицаларҙы уҡытыусы менән берлектә уҡыусылар төҙөй ала. Терәк таблицалар,схемалар ҡулланыу уҡыусыларҙа күҙәтеүсәленлек,логик фекерләү үҫтереүгә һәм темаларҙы блоклап биреүгә булышлыҡ итә. Был үҙ нәүбәтенә ижади эшләргә,бәйләнешле телмәр үҫтереүгә ҙур мөмкинлектәр бирә,яҙма эштәрҙең төрлө төрҙәрен үткәрергә күп ваҡыт ҡалдыра.



















Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!