17.10.14.
7 А класс
Тема: Яныбай Хамматов.
«Төньяҡ амурҙары»
Маҡсат:
Рәсәйҙең хәрби тарихын өйрәнергә, 1812й. Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың иҫтәлегенә ихтирам тойғоһо һәм патриотизм һыҙаттары тәрбиәләргә, уҡыусыларҙа Ватанға хеҙмәт итеү, кәрәк саҡта уны яҡларға әҙер булыу идеяһын аңына һеңдерергә.
Я. Хамматовтың тормош юлын һәм ижадын яҡтыртырға.
Яҙыусының «Төньяҡ амурҙары» әҫәре менән танышырға, башҡорттарҙың 1812й. еңеүгә индергән өлөшөн билдәләргә, батырлыҡтарын һыҙыҡ өҫтөнә алырға.
Йыуазландырыу: Я. Хамматов портреты, слайд, мультимедия, китаптар, музыка, видео.
Дәрес планы:
I.Ойоштороу моменты (1- 2 мин.)
II.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау (5 мин.)
III. Яңы тема өҫтөндә эш.
1.)1812й. һуғыш, башҡорттарҙың еңеүгә индергән өлөшө, батырлыҡтары тураһында һөйләү, тарихи факттар килтереү, башҡорт яугирҙары хаҡында белешмә биреү.
2.) Күргәҙмәлектәр күрһәтеү.
3.) Я. Хамматовтың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, әҫәрҙе уҡырға күсеү.
4) Яҙма эш эшләү.
IV. Йомғаҡлау; (4 мин.)
V.Өйгә эш биреү. (1 мин.)
VII. Баһалау (3 мин.)
Дәрес барышы.
Ойоштороу моменты:
«Любизар» йыры уйнай.
(Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау).
Эйе, афарин уҡыусылар, был йырҙағы ваҡиғалар 1812 й. Ватан һуғышына бәйле. Һеҙ барығыҙ ҙа беләһегеҙ, рус армияһы составында башҡорт полктары бар хәрби походтарҙа, һуғыштарҙа ҡатнашалар. 1812 йылда ла, Наполеон ғәскәре Рәсәйгә баҫып ингәнен ишеткәс, бөтөн башҡорт ерҙәрендә лә оҙайлы походҡа әҙерлек башлана. 500 яугирҙан торған 28 атлы башҡорт полкы формалаша. Яугирҙар үҙ иҫәбенә ҡорал, поход кейеме әҙерләргә һәм ике ат алып килергә тейеш булған.
Уҡыусылар, һеҙ төньяҡ амурҙары хаҡында нимә ишеткәнегеҙ бар? Улар кемдәр ул? Ни өсөн уларҙы тап шулай тип атағандар?
(Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау).
2.Яңы темаға күсеү.
Бик яҡшы уҡыусылар! Ә хәҙер слайдҡа иғтибар итәйек, мин һеҙгә беҙҙең башҡорт яугирҙары тураһында һөйләп үтәм.
“Төньяҡ амурҙары” тигән исемде Француздар, башҡорттарҙы уҡ-һаҙаҡ менән менән ҡоралланғандары өсөн мөхәббәт аллаһына (уҡ-ян тотҡан ҡанатлы малай рәүешендә һүрәтләнгән) оҡшатып ҡушҡан. Париж ҡалаһы йәшәүселәре башҡорттарҙы себер амурҙары тип тә йөрөткәндәр. Шағир Денис Давыдов башҡорттар тураһында былай тип яҙа: «Йәйә һәм уҡтар менән ҡоралланып, осло башлы бүрек кейеп, сыбар кафтандар кейеп, аттарға атланып» улар «Наполеонға ҡурҡыу һалырға еберелгән». Д. Давыдов һыбайлыларҙың батырлығын, тәүәкәллеген дә данлай. Наполеон генералы де Марбо ла һуңынан үҙенең мемуарҙарында башҡорт яугирҙарының мәргән атҡандары өсөн француздарҙың уларҙы “Северные купидоны” (“Төньяҡ амурҙары”) тип атауҙары хаҡында яҙа. Башҡорт уҡсылары француз ғәскәренең мылтыҡтарынан һәм мушкеттарынан да ҡурҡып тормай. Яуҙа башҡорт уҡ-һаҙағын арҡаһынан күкрәгенә күсерә, ике уҡты тешенә ҡыҫа, ә ҡалған икәүһен йәйәгә терәй һәм күҙ асып, күҙ йомғансы дошманына бер-бер артлы 4 уҡ осороп, һөңгөһө менән сәнсә. Уның алыҫ булмаған аранан атҡан уғы кешене генә түгел, атты үтәнән тишеп сыға торған булған.
Үҙенең дошманынан “Төньяҡ купидондары” тигән шундай юғары баһа алған башҡорттар хәрби оҫталыҡҡа бәләкәйҙән өйрәтелгән. Атайҙар улын тәпәй баҫҡас та эйәргә ултыртҡан. Ә инде 5 – 6 йәшендә малай ат эсерергә, ашатырға ғына түгел, оҫта эйәрләргә лә белгән.
Йәш егеттәр милли көрәштең барса ысулдарын, һалҡын ҡоралды: һунарсы хәнйәрен, үткер ҡылысты, бысаҡ сөйөүҙе, һөңгө ырғытыуҙы үҙләштергән.
Уҡтан атыу һуғышсы оҫталығының иң юғары нөктәһе иҫәпләнгән. Дәррәү батырлыҡ, һоҡланғыс яугир оҫталығы күрһәткән башҡорттар ул осорҙағы танылған рәссамдар А. Орловский, К. Вагнер, О. Пархаевтың иғтибарын йәлеп иткән. Уларҙың тарихта һаҡланған һүрәттәре башҡорт ғәскәрҙәренең Гамбургта, Дрезденда, Парижда булыуына шаһит.
Француздар һоҡланып “Төньяҡ амурҙары” тип атаған башҡорт батырҙары араһында хәҙер инде легендаларға әйләнгән шәхестәр ҙә була. Бына Ҡаһым түрә – батша унан, батырлыҡтарың өсөн нимә һорайһың, тигәнгә, байлыҡ та, түрәлек тә түгел, ә азатлыҡ һорағаны өсөн ағыулап үлтертә, унан Буранбай Ҡотошев – һуңынан нахаҡҡа ғәйепләнеп, Себер һөрәләр, халыҡ уға арнап, “табаҡ та табаҡ Буранбайҙың яҙған хаттары” тигән тетрәнгес йыр сығарып йырлай.
Башҡорт халҡы Наполеонға ҡаршы һуғышҡа 16 мең батырын биргән. Тиҫтәләгән башҡорт яугирҙары Изге Георгий, Изге Анна, Изге Владимир ордендары, Парижды алыусылар – “Парижды алған өсөн”, ҡалғандары “1812 йыл иҫтәлегенә” миҙалдары менән наградланған.
Ирҙәре менән күп кенә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа яуға барған. Улар батыр яугирҙарҙы ашатҡан-эсергән, яраларын бәйләгән. Ватан һуғышында ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡатнашыу осраҡтары ла билдәле. XIX быуат урыҫ яҙыусыһы В.С. Зефировтың “Рассказы башкирца Джантюри” хикәйәһе тик-юҡтан килеп сыҡмағандыр. Унда Германияның Дрезден ҡалаһы эргәһендә булған хәл бәйән ителә. Йәнтүрәнең ҡатыны Аҫылбикә һуғышҡа ире менән бергә бара.
Полк командиры полковник Ҡасим Мырҙашевты яугирҙар “Ҡаһым түрә”, “Ҡаһым ағай” тип яратып атап йөрөгәндәр. Ул Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Айыусы ауылында 1778 йылда тыуған. Ватан һуғышы башланғанда, уға 33 йәш тулған була. Ул аҡыллы, талантлы, ҡурҡыу белмәҫ командир була һәм йөҙ башынан полк командирына тиклем күтәрелә. Полководецҡа хәрби оҫталығы өсөн “Парижды алған өсөн”, “1812 йылғы һуғыш иҫтәлеге” миҙалдары бирелә.
3.Яңы тема.
Шулай итеп, 1812 й. Ватан һуғышы менән бәйле бик күп йырҙар һәм әҫәрҙәр яҙылған, шуларҙың береһе – Я. Хамматовтың «Төньяҡ амурҙары» исемле романы. Әйҙәгеҙ иң башта яҙыусының тормош юлы менән танышып үтәйек. (Слайдта Я. Хамматовтың биографияһын күрһәтеү).
Уҡыусылар, хәҙер әҫәрҙе уҡый башлайбыҙ. Тәүҙә мин уҡый башлайым, ә һеҙ иғтибар менән күҙәтеп ултырығыҙ, һуңынан дауам итәсәкһегеҙ.
(Сылбыр буйынса уҡыу).
Йомғаҡлау. Шулай итеп, беҙҙең башҡорт яугирҙары ниндәй сифаттарға эйә булған? Уларҙы ҡылыҡһырлап үтегеҙ. Кемдәр ул төньяҡ амурҙары?
Өйгә эш. Әҫәрҙе уҡып бөтөргә. Башҡорт яугиренең һүрәтен төшөрөргә.
Баһалау. Дәрестә әүҙем ҡатнашып ултырыусыларҙы билдәләү.