Тып - тып итә, кем икән, тип
Тәҙрәнән тышҡа баҡһам,
Өй башынан тамсы тама -
Яҙ ҡайтҡан йылы яҡтан.
Һүҙлек эше:
яҙ - весна
яҙын - весной
яҙғы - весенний
йыл миҙгеле – время года
тамсы - капля
йылы яҡ – тёплый край
сыйырсыҡ - скворец
ҡара ҡарға - грач
гөрләүек - ручеёк
боҙ китә – ледоход
умырзая – подснежник
Текст буйынса эш: уҡырға, тәржемә итерегә, өҫтәп һөйләмдәр яҙырға.
Яҙ килә. Ҡар ирей. Тамсы тама. Гөрләүек аға. Ҡояш нығыраҡ ҡыҙҙыра. Боҙ китә. Ағастар бөрөләнә. Ҡоштар оя ҡора.
Ошо ике генә хәрефтән торған "яҙ" һүҙендә күпме үҙгәреш, күпме өмөт!
Бирелгән текст буйынса һүрәт эшләгеҙ:
Яҙ – йылдың тылсымлы һәм серле ваҡыты. Зәнгәр күктә һары ҡояш йылмая. Ағастар яңы ғына япраҡ яра. Йәшел үләндән келәм ҡаплана. Һап-һары бәпембәләр ерҙе түшәй.
«Яҙ» һүҙе менән синквейн төҙөү (5 юл): 1. Яҙ. 2. Ҡояшлы, күңелле. 3. Иретә, йылыта, ҡыуандыра. 4. Яҙын бөтә тәбиғәт уяна.. 5. Яҙ – ҡояш (умырзая, байрам).