СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Игра "Счастливый случай"

Категория: История

Нажмите, чтобы узнать подробности

Сценарий мероприятия "Б?хетле осра?"  на башкирском языке .Содержит материал по истории и культуре Башкортостана. Разработка может быть использована на уроках истории  и культуры Башкортостана,  на классных часах.

Просмотр содержимого документа
«??????? ?????»

Бәхетле осраҡ”

Маҡсат:

1.Балаларҙың тыуған төйәк, башҡорт халыҡ ижады, Башҡортостан мәҙәниәте тураһында белемдәрен нығытыу.

2.Уҡыусылырҙың логик фекерләүен, хәтерен һәм иғтибарын һәм телмәрен үҫтереү.

3.Башҡорт халҡының мираҫы аша тыуған яҡҡа һөйөү, ихтирам тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: тоҡсай менән уйынсыҡ мискәләр, ҡом сәғәте, ҡотлау грамоталары, жетондар.


Уйын барышы.

Уҡыусылар ике командаға бүленә. Командалар үҙҙәренә исем уйлай. Командалар менән таныштырыу.

1 тур.

1 минут эсендә мөмкин тиклем күберәк һорауҙарға яуап бирергә, һәр яуап өсөн бер жетон.

1-се команда өсөн һорауҙар.

1.Башҡорт телендәге тәүге күп сериялы фильм (“Ай ҡыҙы”).

2.Салауат Юлаевтың бюсын ниндәй скульптор беренсе эшләгән?

(Фрих-хар)

3.Ниндәй башҡорт халыҡ батырын Рогервик крепосына каторгаға ебәрәләр?(Салауат Юлаев)

4.Салауат Юлаевтың атаһының исеме (Юлай Аҙналин)

5.Ни өсөн башҡорттарға тимерселек менән шөғәлләнергә тыйылған?

(баш күтәреүҙәр күп булғанға)

6.Башҡортостандың Президенты (Мортаза Рәхимов)

7.Башҡортостандың гербында ниндәй батыр һүрәтләнгән? (Салауат Юлаев)

8.Боронғо башҡорт халыҡ эпосы (“Урал батыр”)

9.Башҡорттар ниндәй дингә табына ?(Ислам)

10. Боронғо ваҡытта башҡорттар тештәрен нимә менән таҙартҡан?(ағас күмере, аш тоҙо)

11.Өфө ҡалаһындағы Салауат Юлаев һәйкәоенең авторы. (С.Тавасиев)

12.С.Юлаев тураһындағы романдың авторы (С.Злобин)

13.Ниндәй рәссам Салауат Юлаевтың образына инеү өсөн Петропавловск крепосында бер тәүлек ултыра?(Лежнев)

14.“Ырғыҙ” романының авторы. (Һ.Дәүләтшина)


2-се команда өсөн һорауҙар

1.Башҡортостандағы иң ҙур күл.(Асылыкүл)

2.Башҡортостандағы иң билдәле мәмерйә.(Шүлгән таш)

3.Беҙҙең ырыуыбыҙ (мең)

4.Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары уйнаған музыкаль инструмент (ҡумыҙ)

5.Тәүге башҡорт рәссамы (Ҡ.Дәүләткилдеев)

6.Тыуған илгә ҡарата һөйөү (патриотизм)

7.Башҡортостанда нисә район?(54)

8.Ҡанатлы толпар (аҡбуҙат)

9.Борон башҡорттар ҡайҙа уҡыған? (мәҙрәсә)

10.Башҡорт милли музыка ҡоралы (ҡурай)

11.Башҡортостан флагында ниндәй төҫтәр бар? (аҡ, зәңгәр, йәшел)

12.Кесе йәштәге балар өсөн журнал (Аҡбуҙат)

13.Башҡорттарға һуғышта мәргәнлек өсөн ниндәй исем бирелә?(төнъяҡ амурҙары)

14.Башҡортостанда иң беренсе булып барлыҡҡа килгән дауалау учреждениеһы (госпиталь)



2 тур

Уйында ҡатнашыусылар сиратлап тоҡсайҙағы номерҙар яҙылған мискәләрҙе ала. Алып барыусы шул номерҙарға тап килгән карточкаларҙағы һорауҙарҙы ҡысҡырып уҡый.

  1. Ир бала(егет)

  2. Апайыңдың ире(еҙнә)

  3. Александр Матросовтың батырлығын кем ҡабатлай? (М.Ғөбәйҙуллин)

  4. Кәмһетелгәндәр” романының авторы?З.Биишева)

  5. Фантастик йән эйәһе, башҡорт әкиәттәрендәге яуыз зат (дейеү)

  6. Башҡорт халыҡ әкиәттәрендәге убырлы ҡарсыҡ (мәсекәй)

  7. Башҡортостанда үткәрелгән матурлыҡ бәйгеһе (“Һылыуҡай”)

  8. Эстрада йыр конкурсы(“Гәлсәр һандуғас”

  9. Бейеүселәр бәйгеһе (“Байыҡ”)

  10. Мейес артындағы ятыу урыны (һәндерә)

  11. Йыуынғыс урынына башҡорттар нимә менән файҙаланған?(ҡомған)

  12. Башҡорттарҙың ваҡытлы торлағы (тирмә)

  13. Башҡорттарҙың милли эсемлеге.(ҡымыҙ)

  14. Урындыҡ, йоҡлау урыны (һике)

  15. Йор һүҙле кеше, бәйетсе (сәсән)

  16. Легенда буйынса Айҙа йәшәүсе ҡыҙ (Зөһрә)

  17. Бейеүселәрҙең күн итеге (ситек)

  18. Мосолмандарҙың аллаға табыныу урыны (мәсет)

  19. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары нисә йылға бер үткәрелә?(7)

  20. Башҡортостан гербындағы ҡурайҙың нисә тажы бар?(7)

  21. Башҡорттарҙың туҡланыу рационы нисә ашауҙан торған?( 3)

  22. Ай ҡыҙы” күп сериалы фильмы нисә сериянан тора?(33)

  23. Башҡорт академия бейеү ансамбле кем исемен йөрөтә? (Ф.Ғәскәров)

  24. Башҡорт дәүләт педагогия университеты кем исемен йөрөтә?(М.Аҡмулла)

  25. Башҡортостандың хоккей командаһының исеме(Салауат Юлаев)

  26. 1967 йылда ниндәй премия булдырыла?(С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы)

3 тур

Нимә тураһында һүҙ бара?

  1. Был байрам йәйен көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта үткәрелә. Ҡыҙҙар менән егеттәр усаҡ аша һикереп уйнайҙар. (Иван купала байрамы)

  1. Өйҙәге тишек-тошоҡ урындар ҡапланыла. Һалҡын һыу һалынған һауытҡа табала иретелгән аҡ ҡурғаш һалына.(ҡот ҡойоу)

  2. Ҡорбан салына, ҡанды ергә һибәләр. Олораҡтар намаҙ уҡый, малайҙар һыҙғыра, йәштәр һыу һибешә.(ямғыр теләү йолаһы)

  3. Яҙ көнө сәсеү бөткәс үткәрелә был байрам. Байрам ваҡытында төрлө яраыштар үткәрелә.(һабантуй)

  4. Байрам ваҡытында ҡарғалар хөрмәтенә бутҡа бешерәләр. Йәштәр уйнап күңел асалар. (“Ҡарға бутҡаһы”)

4 тур

Йомаҡ сисеү.


  1. Теле юҡ уның-көйләй,

ҡош теле менән һөйләй,

тыңлаусы берсә илай,

берсә ҡушылып йырлай,

нимә була ул? (ҡурай)

  1. Эсе ағас,

тышы ҡалай,

һалдыҡ беҙ шундай һарай,

һарайға байлыҡ һалдыҡ,

һаҡлаһын уны…(һандыҡ)

  1. Ут ашай ҙа,

Һыу әсә лә,

Сәсәй-сәсәй һуҙа йыр.

Йыры бөтһә,

Һыуы бөтһә,

хужа кеше һағайыр,

ул ни була? (самауыр)

  1. Һуҡҡан һайын ҡабара ул,

унһыҙ үтмәй төндәр.

Йәгеҙ, дөрөҫ яуапты

әйтә ала кемдәр,

нимә һуң ул?(мендәр)

  1. Элек булған, хәҙер юҡ.

Ниндәй ҡорал? Ул бит…(уҡ)


Йомғаҡлау. Еңеүселәрҙе ҡотлау.



Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!