СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Иң көсһөҙ звено!

Нажмите, чтобы узнать подробности

Рәшит Назаров ижады буйынса интеллектуаль уйын

Просмотр содержимого документа
«Иң көсһөҙ звено!»

ИҢ КӨСҺӨҘ ЗВЕНО” УЙЫНЫ

Маҡсат:   1.  Феноменаль фекер эйәһе, яңы шиғри аң асыусы шағирҙың ҡыҫҡа ғына арауыҡтағы мөғжизәле ижады менән таныштырыу;

2. Шиғри теленең бөйөклөгөн “аң менән аңлап булмай” тигән фекергә килеү;

3. Тел байлығына, юғары фекер ҡеүәһенә һоҡланыу;

4. Башҡорт милләтле ошондай гениаль шағирыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Р. Назаров китаптары күргәҙмәһе; портреты, презентация.

Уйын барышы.

-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

Кешелек донъяһы башланғандан бирле донъяға күпме сәсәндәр, шағирҙар, һүҙ оҫталары тыуған. Улар халыҡтың ғорурлығы ғына булып ҡалмай, милли мәҙәниәттең символына әүерелгән. Донъя күләмендә күренер оло таланттар башҡорт улдары һәм ҡыҙҙары араһында булған һәм буласаҡтар.

Йыртып астым күкрәгемде,

Йолҡоп алдым йөрәгемде,

Һәм йомарлап устарыма,

Илттем уны дуҫтарыма.

Бөгөнгө беҙҙең уйыныбыҙ ҙа, башҡорт халҡының бөйөк улы, башҡорт әҙәбиәтендә йәшен кеүек йәшнәп, яҡты эҙ ҡалдырған Рәшит Назаровҡа арналған.

Рәшит Назаров – башҡорт әҙәбиәт тарихына исемле алтын хәрефтәр менән яҙылған шағирҙарҙың береһе. “Ун һигеҙ йәшендә уның ижады уникаль ваҡиға, әҙәбиәттең артабанғы үҫеше күҙлегенән ҡарағанда, тарихи күренеш булды”, - тип яҙҙы хаҡлы рәүештә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, замандашының юғары баһа биреп.

Шағирҙың биографияһы ҡыҫҡа ғына, ә уның ижадына килгәндә ул бик күп шиғырҙар, хикәйәләр, нәҫерҙәр, драмалар ижад иткән.Уйын барышында Рәшит Назаровтың тормошо, ижады хаҡында һүҙ барыр.

-Бөгөнгө беҙҙең уйында 15 уҡыусы ҡатнаша. Әйҙәгеҙ, ҡаршылайыҡ беҙҙең ҡатнашыусыларҙы.(алҡыштар менән ҡаршылайыҡ)

“Иң көсһөҙ звено” уйынының ҡағиҙәләре:

  • Һорауҙы тыңлағас, биш секунд эсендә тиҙ генә яуап бирергә;

  • Уйын биш раундтан тора, һәр раундта дөрөҫ яуап бирә алмаған ҡатнашыусы төшөп ҡала.

  • Әйҙәгеҙ, “Иң көсһөҙ звено” уйынын башлайыҡ.

Беренсе раунд- Тормошо.

1. Рәшит Назаров нисәнсе йылда тыуған? ( 1 ноябрь,1944й ).

2. Р. Назаров ниндәй районда тыуған? ( Ауырғазы районы)

3. Ата – әсәһенең исемдәре нисек? (Фатима, Сәйетбаттал)

4. Төрөмбәт ауылында урта мәктәпте уҡып бөткәндән һуң, ҡайҙа эшләй?(колхозда)

5. Шағирҙы тыуған ауылында, уға арнап нимә асылған? ( мәктәптә кабинет- музей)

Икенсе раунд- Ижады.

1. Рәшит Назаров тәүге шиғырын нисә йәшендә яҙа? (11йәштә)

2. 1961 йылда шағирҙың республика матбуғатының ниндәй журналында шиғырҙары һәм хикәйәләре баҫыла? (“Ағиҙел”)

3. 1965 йылда Рәшит Назаровтың беренсе китабы сыға. Китаптың исеме нисек атала?( “Таңды ҡаршылағанда”)

4. ”Ҡояш юлы буйлап” тигән икенсе китабы нисәнсе йылда донъя күрә? (1965 йылда)

5. Был шиғри юлдар ниндәй шиғырҙан алынған? (“ Йөрәк”)

Йыртып астым күкрәгемде,

Йолҡоп алдым йөрәгемде

Һәм, йомарлап устарыма,

Илттем уны дуҫтарыма,

Илттем уны һиңә, йәнем,

Тик күрмәнең ниңә, йәнем?..

Өсөнсө раунд- ҡаҙаныштары

1. Тәүгеләрҙән булып, Ғ. Ибраһимов исемендәге беренсе лауреат исемен нисәнсе йылда ала? ( 996 йылда)

2. 2004 йылда Рәшит Назаровҡа ниндәй премия бирелә? ( Башҡортостан Республикаһының С.Юлаев исемендәге Хөкүмәт премияһы)

3. Шағир нисәнсе йылда Башҡортостан республикаһының Яҙыусылар Союзы ағзаһы була? ( 1993 йылда)

4. Р. Назаровтың ижадын өйрәнеүсе, йыйыусы тәүге әҙип. Кем ул? ( Р. Мифтахов)

5. “Рәшит Назаров – шиғриәтебеҙҙең тантанаһы ла, фажиғәһе лә. Гениаль шиғри шәхес, феноменаль фекер эйәһе” – тип кем тарафынан әйтелгән? (Р. Бикбаев)

Дүртенсе раунд –асыш

  1. Рәшит Назаров кемдең шиғырҙарын башҡорт теленә тәржемә иткән?(А.С. Пушкин)

Ҡышҡы юл.

Тулҡынлы томандар аша 

Тоноҡ ай ҡарай бына, 

Ул моңһоу ҡарҙар өҫтөнә 

Нур һибә моңһоу ғына. 

Ҡышҡы, күңелһеҙ юл буйлап 

Тройка ярһып елә, 

Тик ялыҡтырғыс бер көйгә 

Ҡыңғырау сыңлап килә. 

2. Шағир һуңғы шиғырын нисәнсе йылда ижад итә? (1977 йыл)

3. Р. Назаровтың Йөрәк исемле шиғырҙарын йыр итеп башҡарыусы йырсының  исеме (В. Яруллин)



Бишенсе раунд- Иң көслө звено

Бишенсе раунда өс йәки бер уйынсы ҡалыуы ихтимал. Һуңғы һорауға кем беренсе дөрөҫ яуап бирә, шул “ИҢ КӨСЛӨ ЗВЕНО” исеменә лайыҡ.

Һорау: Рәшит Назаров тормошон һәм ижадын өйрәнеүгә режиссер Г. Батталова, оператор У. Ғатауллин ҙур өлөш индерҙе. Улар шағир ижадына арналған ниндәй документаль фильм төшөрә? ( “Йөрәк”)

Еңеүсене ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Бөгөн беҙҙең кисәбеҙ ҙә тик әҙәбиәт һөйөүсе, Рәшит Назаров ижадына битараф булмаған ҡатнашыусыларыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Талантлы, йәйғор булып, донъя күләменән күренер шәхестәребеҙ бар. Ана шундайҙарҙың береһе — Рәшит Назаров… Ул беҙҙең баш особоҙҙа ғына түгел, әҙәбиәтебеҙ йыһаны күгенән күренер балҡыш, яңы яҡтылыҡ, беҙҙең йөрәктәргә күскән йондоҙ!



Күҙ асып һәм йомған кеүек булды
Һинен уҙған ҡыҫҡа ғүмерең.
Йәшен кеүек ялтлап балҡыуыңдың
Йөрәктәрҙе өттө күмере...
Ләкин күмер бик тиҙ һүнәме ни,
Киләсәккә бирә илһамды.


Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!