СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Использование информационно-коммуникационных технологий на уроках башкирского языка

Нажмите, чтобы узнать подробности

Использование информационно-коммуникационных технологий на уроках башкирского языка. Пазлы. 

Целью данного метода является формирование внимания, сосредоточенности, умения собирать и анализировать полученную информацию.

Описание данного метода заключается в следующем: материал или понятие делится на отдельные пазлы, которые вместе по кусочкам собираются в одну общую картинку. Задание педагог может варьировать в зависимости от целей и задач, поставленных в рамках урока. Ученики могут собирать итоговую картинку сами, отгадывать закодированный ответ или составлять рассказ, строить логическую цепочку, объяснять: почему детали картинки сложились именно в таком порядке и т.д.

 

Просмотр содержимого документа
«Использование информационно-коммуникационных технологий на уроках башкирского языка»

Башҡорт теле дәрестәрендә информацион-коммуникатив технологиялар ҡулланыу. Пазл.”

Пазл – ул уйын технологияһымы, әллә дидактик методмы? Пазлды уйын технологияһы итеп ҡарайыҡ.

«Пазл» һүҙен инглиз теленән тәржемә иткәндә “аңлашылмаусанлыҡ, йомаҡ, башватҡыс” тигәнде аңлата.

Мин үҙемдең методик темамды һайлап эш башлағанда дәрестә пазлдар йыйыуҙы тик уйын технологияһы итеп ҡуллана инем. Айырыуса башланғыс кластар уҡыусылары өсөн дәрескә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында ҡулланғанда уңышлы буласаҡ.

Пазлдарҙы онлайн, офлайн рәүештә лә, алдан киҫелеп әҙерләп ҡуйған пазлдарҙы йыйыу итеп тә ойошторорға мөмкин. Уларҙы балалар нетбуктарҙа, интерактив таҡталарҙа йыя ала.

Пазлдар йыйыу, төҙөүҙе төрлөсә үткәрергә мөмкин:дәрес темаһы буйынса картиналар йыйыу, йә иһә йәшерелгән һүҙҙе, яуапты табыу, хикәйә, логик сылбыр төҙөү һәм деталдәрҙең ни өсөн тап шулай йыйылыуын аңлатыу. Хатта тулыһынса дәресте лә пазл өлөштәренә бүлеп үткәрергә мөмкин.

Шулай итеп, “Пазл” уйын технологияһын дәрестә ҡулланыу белем биреү процессын әүҙемләштерәсәк, йәнләндерәсәк.

Пазл – дидактик метод

Төркөмдәрҙә эшләү буйынса “Пазл” дидактик методы 1971 йылда америка психологы Эллиот Аронсон тарафынан уйлап сығарылған. Был методтың маҡсаты - уҡыусыларҙа мотивация, коммуникатив, командала эшләү һәләтен үҫтереү, һәр уҡыусыға, үҙ фекерен еткереү мөмкинселеген тыуҙырыу.

“Пазл” методының үҙенсәлеге – класта бар уҡыусылар ҙа бер-береһенә бәйле булыуы. Методтың идеяһын һәм уның актуаллеген һеҙ слайдта күрәһегеҙ.

Был метод яңы теманы өйрәнгәндә бик уңайлы.

Яңы ФГОС талаптары буйынса уҡытыусы уҡыусыларға тик мәғлүмәт, йә иһә уны табырға әҙәбиәт кенә бирергә, ә уҡыусылар белемде үҙҙәре табырға, эҙләнергә тейеш. Һәм шуныһы – бында һәр уҡыусы эшкә йәлеп ителә, бер кем дә ситтә ҡалмай. Пазлдарҙы (мәғлүмәтте) йыйыу этабында һәр уҡыусы әңгәмәгә йәлеп ителә, үҙенең фекерен еткереү өсөн мөмкинселек булдырыла. Уҡыусыларҙың бер-береһенәнә бәйле булыуы коллектив алдында яуаплылыҡты, берҙәмлекте үҫтерә, уларҙыт командала эшләргә өйрәтә. Төркөмдәрҙә эшләү буйынса “Пазл” методында төркөмдәрҙең эшен ҡарап үтәйек. Тимәк, иң беренсе уҡыусылар беренсе төркөмдәрҙә, унан эксперт төркөмдәрендә, һуңынан ҡабат беренсе төркөмдәргә ҡайтырға тейеш булалар.

“Пазл” методтын ҡулланыу буйынса аҙым- кәңәштәр:

Беренсе аҙым – уҡыусыларҙы бер-нисә бәләкәй төркөмдәргә бүлеү (төркөмдәрҙә 4-5 уҡыусы булһа яҡшыраҡ). Һәм шуны күҙ уңында тоторға кәрәк – төркөмдәр тигеҙ бүленергә тейеш. Бер төркөмгә тик көслө, икенсеһендә көсһөҙ уҡыусылар ғына булырға тейеш түгел.

Икенсе аҙым – һәр төркөмдә лидер билдәләр кәрәк.

Өсөнсө аҙым – дәрес материалын төркөмдөр һаны буйынса өлөштәргә (сегменттарға) бүлергә. Әгәр дәрес темаһы яҙыусы, шағирҙың биографияһын өйрәнеү икән, бында материалды түбәндәге өлөштәргә бүлергә мөмкин:

  • Тормош юлы

  • Ғаиләһе

  • Ижады

  • Маҡтаулы исемдәре

  • Хәтер

Дүртенсе аҙым – төркөмдәге һәр уҡыусыға бер сегментты өйрәнергә биреү. Мәғлүмәттең етәрлек булыуына иғтибар итегеҙ, бәлки өҫтәлмә материал бирергә кәрәктер. Һеҙҙең текст буйынса ғына түгел, ә мәғлүмәтте үҙҙәре китап, журналдарҙан эҙләһәләр бигерәк яҡшы.

Бишенсе аҙым – уҡыусыларға сегментты ике тапҡыр уҡып сығырға ваҡыт бирегеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: балалар материалды ятларға тейеш түгел, процесс мөмкин тиклем еңелерәк, уйын формаһында үтергә тейеш.

Алтынсы аҙым – “Эксперт төркөмдәр” булдырыу.

Яңы төркөмдәр төҙөү, был төркөмдәрҙә бер теманы өйрәнеүсе уҡыусылар йыйыла. Улар бында әңгәмәләшә, белемдәрен камиллаштыра.

Етенсе аҙым – уҡыусыларҙы беренсе, үҙҙәренең төркөмдәренә ҡайтарыу.

Үҙ урындарына ҡайтҡас, уҡыусылар иптәштәре алдында сығыш яһай. Уларға бер-береһенә һорау бирергә, уй-фекерҙәре менән алышырға тәҡдим итегеҙ. Уҡыусылар бәләкәй өлөштәрҙән яңы материалды тергеҙергә тейеш.

Һигеҙенсе аҙым – төркөмдәрҙең эшен күҙ уңында тотоғоҙ. Әгәр төркөмдәрҙә дисциплинаны боҙоусы, йә иһә үҙен өҫтөнөрәк тотоусы балалар булһа, уларҙың эшмәкәрлегенә икенсе йүнәлеш бирегеҙ. Мәҫәлән: яҙыусының әҫәре буйынса һүрәт төшөрөргә.

Туғыҙынсы аҙым: Викторина, йә иһә тест үткәрегеҙ.

Мотлаҡ дәрес аҙағында алынған белемде тикшерергә, системаға һалыр кәрәк. Уҡыусылар дәрес уйын түгел, ә белем алыу өсөн уйын алымы икәнен аңларға тейеш.

Был методты төрлө дәрестәрҙә лә үткәрергә мөмкин.

Дәрестә бала үҙен эшмәкәр, эҙләнеүсе, тикшеренеүсе, әүҙем ҡатнашыусы, үҙ аллы фекер йөрөтөүсе итеп тойорға тейеш. 

Шулай итеп башланғыс кластарҙа мин пазлдарҙы уйын технологияһы кеүек, ә олораҡ кластарҙа төркөмдәрҙә эшләү буйынса дидактик метод кеүек ҡулланам. Үҙемдең дәрестәремдә ҡулланып ҡарап уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын күрҙем.



Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей