СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Исследование горы "Алты каен"

Категория: Экология

Нажмите, чтобы узнать подробности

В наши дни, когда проблема загрязнения окружающей среды становится все более актуальной. Постоянно вырубаются деревья, мотивируя, тем, что они старые. По литературным данным старовозрастные леса продолжают аккумулировать углерод, несмотря на распространенное мнение об их нулевом углеродном балансе. Более 40% лесов мира - малонарушенные лесные территории, как правило, старовозрастные. Половина из них - это бореальные и умеренные леса северного полушария, накапливающие 1.3+-0.5 гигатонн углерода в год. Если эти леса будут нарушены, то весь накопленный углерод (в т.ч. почвенный) вернется в атмосферу в виде углекислого газа.[8] Своей белизной береза обязана органическому красителю бетулину. Но бетулин уникален не только этим. В нем содержится очень много ионов серебра, обладающего антимикробным действием. В почве березовой рощи серебра в сто раз больше, чем в почве смешанного леса. Вот почему рядом с березой так неуютно микробам, а лекарства из березы настолько эффективны. Жизнестойкость этого чудо-дерева до сих пор удивляет ученых. В ходе экспериментов березовые ветки помещали в камеры, где царил страшный мороз — минус 273 градуса по Цельсию. Но когда побитые холодом ветки доставали из камеры, они, оттаивая, оживали.

Просмотр содержимого документа
«Исследование горы "Алты каен"»







Алты ҡайын янында



Саҡмағош районы Яңы Балтас урта дөйөм белем биреү мәктәбенең “Мираҫ” фольклор төркөмө.

Девиз “Үткәндән – бөгөнгөгә, бөгөнгөнән – киләсәккә”



















Алты ҡайын янында.

Тын ғына ҡурай моңо ағыла.

Рәсим менән Илүсә сәхнә алдына сыға, сиратлап һөйләйҙәр.

Р.Борон – борон боронда,

Олатайҙар ҙа булмағанда,

Йәмле Базы буйында

Балта тотҡан бер бабай

Килеп урын тапҡан, ти

Шунда йәшәп киткән, ти.

И.Бабай булған Балтас исемле,

Ауылға ла ҡушҡан Балтас исеме

Ауыл көндән – көн үҫкән,

Халҡы көндән – көн артҡан

Был яҡтарҙы үҙ итеп

Күптәр үҙ төйәген тапҡан.

Р.Бына минең шәжәрәм дә

Ошо ерҙән башланған,

Олатай, өләсәйемдәр

Бында йәшәй башлаған.

И.Ожмах кеүек был урынды

Хоҙай шулай яратҡан;

Был ауылдың тирә – яғын

Бейек тауҙар уратҡан.

Саф шишмәле йылғаһы ла,

Урманы ла бай булған.

Р.Бик күп татыу ғаиләләр

Йәшәгән был ауылда.

Табышҡандар, ҡауышҡандар

Алты ҡайын буйында.



Шаршау асыла. Ҡоштар һайрай. Олатай менән малай һөйләшеп ултыра.

М.Ҡалай моңло итеп һайрайҙар, эйе бит, олатай?

О.Эйе, улым, моңдары күңелгә үтеп инә, йөрәкте елкендерә хатта.

М.Олатай, Миңһылыу өләсәйем әйтә, элек был ерҙәр үтеп сыға алмаҫлыҡ ҡуйы урман булған ти, дөрөҫмө шул?

О.Шулай, улым, өләсәйең дөрөҫ әйтә. Базы йылғаһынан алып, әнә теге алты ҡайын тауҙары йырып сыҡҡыһыҙ урман булған. Бик ауыр йылдар булған, улым. Кешеләр утынға ла интегеп йәшәгәндәр. Шул ваҡыттарҙа урманһыҙ яҡтарҙа йәшәгән халыҡтар утынға тип ағастарҙы күпләп ҡырҡҡандар, шулай әкренләп урман бөтә барған, алты ҡайын тауы ла яланғас тороп ҡалған.

М.Олатай, ниңә ул тауҙы алты ҡайын тип йөрөтәләр, унда бит ҡайындар юҡ?

О.Эй улым, уның үҙ тарихы бар. Әйткәнемсә, урмандағы ағастарҙы күпләп ҡырҡҡандан һуң ошо тау итәгендә алты ғына ҡайын тороп ҡалған. Халыҡ был ҡайындарҙы күҙ ҡараһылай һаҡлаған. Ауыр һуғыш йылдарында ла был ағастарға тотонмағандар. Халыҡ был тауҙы үҙ итеп алты ҡайын тауы тип йөрөтә башлаған. Алты ҡайын тауы йәштәрҙең осрашыу, төрлө уйындар уйнап, күңел асыу урынына әйләнгән ине. Беҙ ҙә өләсәйең менән беренсе тапҡыр ошо тау итәгендә күрештек. (Олатай уйға сума). Әй-й, йәш саҡтарҙы иҫкә төшөрҙөң бит, улым…

Йәштәрҙең йыры ишетелә. Йырлап сығалар.

Йыр.Беҙҙең Базы буйҙарында Бейек тауҙың баштарында

Үҫә икән тал – тирәк. Теҙелеп үҫкән аҡ ҡайын

Яна тиһәң – ялҡыны юҡ, Шул ҡайындарға ҡарайым

Ялҡынһыҙ яна йөрәк. Һине һағынған һайын.

Я.Р. Әйҙәгеҙ, Самауыр уйнап алабыҙ.

Бергә. Әйҙәгеҙ, әйҙә.

И. Ә кем самауыр була.

Р. Давай, үҙем булам.

(Тимур ҡурайҙа уйнай, йәштәр аяҡ остарында ғына Рәсимдең артына киләләр, шунда береһе һуғып ала)

Я.Р.Кем һуҡты?

Рәсим әйләнеп ҡарай. береһенә төртөп күрһәтә. – Һин.

Йәштәр бергә. – Юҡ.

Л. Белмәне, белмәне.

Я.Р. Рәсимгә ниндәй яза бирәбеҙ?

М.Әтәс булып ҡысҡырһын.

Р.Юҡ ул матур бейей,бейеһен

Бергә.Эйе бейеһен.

Тимур ҡурайҙа уйнай, Рәсим бейей.

С.Регина.-Ай афарин, булдырҙы.Ҡул сабалар,маҡтау һүҙҙәре әйтәләр.

Я.Р.-Уйынды дауам итәбеҙ.-Кем самауыр була?Рәсим үҙ урыныңа кемде ҡалдыраһың?

Р.Миләүшә булһын .

М.Ярай инде булам ,ныҡ һуҡмагыҙ.Уйын дауам итә,Миләүшә лә кем һуҡҡанын белмәй.

Я.Р.Ә Миләүшәгә ниндәй яза бирәбеҙ?

Л.Әкиәт һөйләһен.

М.Тағы нимә?

Рум.Йырлаһын.Күтәреп алалар,әйҙә йырлаһын .Ленар уртаға йүгереп сыға.

Л.Беҙҙең ауыл ҡыҙҙарынан

Иң сибәре Миләүшә

Миләүшәнең тауышынан

Һандуғастар көнләшә.

М.-Бер үҙем генә йырламайым.Әйҙәгеҙ әле ҡыҙҙар егеттәргә бер әйттереп алабыҙ.

Ҡ.Әйҙәгеҙ әйҙә,Ҡыҙҙар бер яҡҡа ,егеттәр икенсе яҡҡа китәләр.Ҡыҙҙар йырлап егеттәргә ҡаршы киләләр.

Ҡ. Базы буйы, Баэы буйы

Базы буйы- тал тирәк

Һағыныу түгел,һарғайырһың

Осрашабыҙ бик һирәк...

Е. Базы буйы, Баэы буйы

Базы буйы- әрәмә,

Һағыныуҙарым юҡҡа сыға

Һин булалһаң эргәмдә.

Ҡ.Алты ҡайын,баштарында

Үҫә икән аҡ ҡайын

Ике ятып бер төшөмә

Инмәйһең бит дуҫҡайым.

Е.Һикертмә ҡаш, бҡҙрә сәс

Үпкәләмә үпмәгәс,

Әллә ни эшләп булмай инде

Хоҙай насип итмәгәс.

Ҡ.Ике лимон,бер әфлисун,

Әфлисуны үҙемә

Күҙҙән тамған тамсы кеүек

Күренәһең күҙемә.

Е.Һандуғас күкәй һалмаһын,

Бала ла сығармаһын

Ҡыҙлы кешк ҡыҙын тыйһын

Урамға сығармаһын.

Бергә. Төштәремә керәһең,

Үҙәгемде өҙәһең.

Һөйөү уттарында янам,

Үҙең генә беләһең.

Р.Әйҙәггеҙ бер бейеп тә алайыҡ.Үҙе бейей башлай.Егеттәр таҡмаҡ әйтә.

Е.Беҙ Балтас егеттәре

Типһәк тимер өҙәбеҙ

Бейеһәк өҙҙөрәбеҙ ҙә

Донъяһын емерәбеҙ.

Л.Вәт шулай.Р.Әнә шулай ,баҫ шулай.Күмәк бейеү.

М.Барып индем өйөнә

Яулыҡ элдем сөйөнә

Туйғансы бейейем әле

Ошо таҡмаҡ көйөнә.

Л.Иҫке лә шырпы ҡабы

Яңы ла шырпы ҡабы

Быйыл алған итегемдең

Туҙа инде табаны.

Р.Ондо һатып алһаҡ та

Эпи үҙебеҙҙеке

Күпме төшөп бейеһәк тә

Тәпәй үҙебеҙҙеке.

С.Р.бейей башҡалар таҡмаҡ әйтә!.

Баҫ баҫ бер генә

Күҙ тимәһен үҙеңә

Һин бит ауылда бер генә

Һине белмәй кем генә.

Бергә. Китайский әфлисун

Килә икән йәшниктә

Ҡартайғастын бейеп булмай.

Әйҙә бейейек йәшлектә.

Һыуға һалһаң һыу күтәрмәй

Бер мыҫҡал тимерҙәрҙе

Ҡайтарып ала алмабыҙ

Уҙған йәш ғүмерҙәрҙе.

Рум.-Халыҡ ,таң атып килә түгелме һуң.Әтәс ҡысҡырған тауыш ишетелә.

С.Р.-Эйе,әтәстәр ҙә ҡысҡыра.

Р.-Таралышабыҙҙамыни.

Я.Р,-Әйҙәгеҙ,эшкә баралмай йоҡлап ҡалһаҡ

Әкрен генә йырлап сығып китәләр.Бер пар сәхнәлә тороп ҡала.

Бергә.Күгәрсендәр күп әле

Бар ҙа йәшел түбәле

Һөйләшергә һүҙ күп әле

Бер һөйләшербеҙ әле.

Яңынан бабай менән малай сәхнәлә.

М-Олатай,ә ул ҡайындар ҡайҙа булды һуң?

О.-Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ниндәйҙер бер мәрхәмәтһеҙ кеше, ошо ҡайындарҙы ҡырҡып киткән.Ауыл халҡы бик ауыр кисерҙе был ҡайғыны,бигерәк тә беҙ-йәштәргә ауыр б

М.Ниндәй иҫтәлекле урындарыбыҙ бар икән бит...

О.Эйе улым тик ул быуаттар аша тарихы булған урындарҙы һаҡлай белергә лә кәрәк шул...

М.Олатай беҙ ул тау итәгенә яңынан ҡайындар ултыртырбыҙ,киләсәктә был ерҙәр матур ҡайынлыҡҡа әйләнер,ҡоштар моңо әллә ҡайҙан ишетелер ,тирә-яҡ йәмләнер...

Амин улым .Рәхмәт йылы һүҙеңә.Киләсәк һеҙҙең ҡулда!


Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!