СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Ижад иленә сәйәхәт .

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

О лауреатах премии имени Салават Юлаева. Материал  для классного часа или дл я уроков      башкирской литературы, ИКБ.

Просмотр содержимого документа
«Ижад иленә сәйәхәт .»



















Ижад иленә сәйәхәт.

(дәрес-сәйәхәт)

































Тема:

Ижад иленә сәйәхәт (дәрес-сәйәхәт).

Маҡсат:

Уҡыусыларға Салауат Юлаев исемендәге премия тураһында мәғлүмәт биреү, үҙ районыбыҙҙан сыҡҡан был премияға лайыҡ булыусылар ижады менән таныштырыу, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:

Бөтәһенеңдә портреттары, альбомдар, магнитофон яҙмалары, видеофильмдар, сәйәхәт маршруты.

Дәрес барышы:

I.Ойоштороу.



II. Яңы тема.

Уҡытыусы:

Һәр дәүләт үҙенең данлыҡлы ул-ҡыҙҙары менән дан тота. Һүҙ юҡ, кешене заты, алған исем-титулдары ғына күркәм итмәй, тәү сиратта, башҡарған эштәре, лайыҡлы хеҙмәте биҙәй. Һәр хеҙмәт үҙ баһаһын алырға тейеш. Ғөмүмән, алға киткән илгә граждандарын дәртләндереү, лайыҡлы рәүештә бүләкләү үҙенә күрә мәртәбә лә һынала.

Башҡортостан Республикаһында иң ҙур баһалауға һаналған Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының 50 йыллығы алдынан булдырыла. Салауат исеме иһә Башҡортостанда шағир һәм көрәшсе, урындағы халыҡтың иң аҫыл һәм дә халыҡтар дуҫлығы символын һынландыра. Был премия әҙәбиәт, сәнғәт һәм башҡарыу оҫталығы өлкәһендәге уңышлы эштәргә бирелә.

Тәүге премия 1967 йылдың октябрь айында дандары Башҡортостанда ғына түгел, шулай уҡ ул ваҡыттағы СССР – ҙа, донъя кимәлендә танылыу тапҡан шәхестәребеҙ – күренекле балетмейстер Фәйзи Ғәскәров, атаҡлы композитор Заһир Исмәғилевтарға, бөйөк шағир Мостай Кәримгә, арҙаҡлы яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаға (үлгәндән һуң) бирелә. 1968 йылдан алып йыл һайын был бүләк БАССР-ҙың тыуған көнөндә – 23 мартта тапшырыла башлай. 90-сы йылдар башынан, Башҡортостан Республикаһы үҙаллылыҡ алғас, лайыҡлылар “Салауатты” 11 октябрь көнө алып ҡыуана. 1998 йылдан был премия ике йылға бер тапҡыр тапшырыла башлай.

Беҙҙең Баймаҡ яҡтары таланттарға бик бай. Районыбыҙҙың абруйын мул уңышлы иген баҫыуҙары, киң күңелле илгәҙәк халҡы менән бергә рухи байлыҡ өләшеүселәр, ошо ерҙә тыуып-үҫкән бөгөнгө көндә ҙур ғалимдар, күренекле яҙыусылар, рәссамдар, артистар булып етешкән таланттарыбыҙҙа күтәрә.

Уҡыусы: Тыуған яғыбыҙҙың йәнгә яҡын тәбиғәте яҡташтарыбыҙ Абдулһаҡ Игебаев, Таңсулпан Ғарипова әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡан, композиторҙарыбыҙ Хөсәйен Әхмәтов, Рәүф Мортазин йырҙарында йырлана, ҡурайсыларыбыҙ Ғата Сөләймәнов, Юлай Ғәйнетдинов, бейеүсебеҙ Рәшиҙә Туйсина ижадтарында сағылыш тапты.

Уҡытыусы: Эйе, улар лайыҡлы хеҙмәттәренә лайыҡлы баһа алдылар һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булдылар.

Бөгөн беҙҙә дәрес – сәйәхәт дәресе. Беҙ “Хыял” ҡанаттарына ултырып күренекле шәхестәребеҙ ижадтарына сәйәхәткә сығабыҙ. Дөрөҫөрәге – ижад иленә.

I туҡталыш

(Магнитофондан әҫәрҙәре яңғырай).

Темәс ауылы. Бында композитор Рәүеф Мортазин тыуып үҫкән. Ул башҡорт музыка сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. “Азат”, “Һәҙиә” опералары өҫтөндә эшләй. Айырыуса, “Дауыл” операһында музыкаль драматургия оҫталығына һәләтле композиторҙың таланты, уның оркестрҙы яҡшы белеүе, хор үҙенсәлектәрен тойомлауы, төрлө-төрлө тауыштарҙы күҙаллауы асыҡ төҫмөрләнә. Уның симфоник музыкаға индергән хеҙмәтендә баһалап үтергә кәрәк. Уны хаҡлы рәүештә башҡорт симфонияһына нигеҙ һалыусы, тиҙәр, һәм 1990 йылда ошо ҡаҙаныштары өсөн Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһына лайыҡ булды.

(Видеофильмдан өҙөк “Азат” операһы).

II туҡталыш.

Ирәндек тауҙары аша тура урман юлынан тәбиғәттең матур ерендә урынлашҡан Күсей ауылына йүнәләбеҙ. Был ауылда ошо премияға лайыҡ булыусы ике шәхес үҫкән. Шағир Абдулхаҡ 1991 йылда “Әйтелмәгән һүҙҙәрем бар” шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтығы өсөн лайыҡ була.

Уның шиғырҙары матбуғатта 1948-1949 йылдарҙа уҡ күренә башлай. Ә тәүге китабы “Йәшлек йыры” 1954 йылда баҫылып сыға. Уның шиғырҙарына айырыуса йәшлек дәрте менән һуғарылған лиризм, алсаҡ юмор хас. (Уҡыусылар йыйынтыҡтан үҙҙәре һайлаған шиғырҙарҙы һөйләйҙәр).

Ә яҙыусы Таңсулпан Ғарипова был премияға 2006 йылда “Бөйрәкәй” романы өсөн лайыҡ булды. (Уҡыусылар газета-журналдағы интервьюһы менән таныштыра)

III туҡталыш.

Артабан 1-се Төркмән ауылында туҡталайыҡ. Бында атаҡлы артист, ҡурайсы, йырсы, фольклор йыйыусы, педагог, Башҡортостандың Халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғата Сөләймәнов тыуып үҫкән. Ул тәүгеләрҙән булып ҡурайға өйрәнеү өсөн дәреслек баҫтырып сығара. 1971 йылда ҡурайҙы пропагандалағаны өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.

(Магнитофондан Ғ. Сөләймәнов башҡарған көйҙәр тыңланыла)

IV туҡталыш.

Күңелле музыка аҫтында Сыңғыҙ ауылына килеп еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Тәбиғәттең иҫ киткес матур ерендә урынлашҡан Сыңғыҙ ауылы. Тәбиғәтенең матурлығы, кешеләренең йомартлығы менән дан алған ауыл ул. Сәнғәт донъяһында ла уның күренекле шәхестәре бар. XX быуат башҡорт музыка сәнғәтенең күренекле вәкиле, атаҡлы композитор һәм музыка эшмәкәре, оло талант эйәһе Хөсәйен Әхмәтовтың тыуған ауылы ул.

Уның ижады күп ҡырлы, киң ҡоласлы, һоҡланғыс һәм үҙенсәлекле сағыу бер күренеш. Хөсәйен Әхмәтов музыка мәҙәниәтенең төрлө тармаҡтарында бик ҙур уңыштар һәм ҡаҙаныштарға иреште. Йырҙар, романстар, балладалар, хор, инструменталь һәм симфоник әҫәрҙәр, опера һәм балет, театр спектакльдәренә музыка – уның ижад диапазонын билдәләүсе жанрҙар. Ул шулай уҡ йыр ижадсыһы һәм фольклорсы булараҡ та башҡорт йыр мәҙәниәтен үҫтереүгә айырыуса ҙур өлөш индерҙе.

1968 йылда Б. Бикбай һүҙҙәренә “Халҡым өсөн” һәм башҡа әҫәрҙәре өсөн Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ булды.

(Уҡыусылар менән бергә йыр “Гүзәл Өфөм – баш ҡалам” (Р. Янбулатова һүҙҙәренә башҡарыла).

Бейеүселәрҙән беренсе булып ошо ауылда тыуып үҫкән “ансамблдең йөҙөк ҡашы” тип йөрөтөлгән Рәшиҙә Туйсина 1974 йылда был оло премияға лайыҡ булды. Уға бейеү оҫталығы тәбиғәттән һалынған һәм ул ғәжәп эш һөйөүсән һәм үҙенә талапсан. Өҫтәүенә, ул бейеүҙәрҙе иҫ китмәле халыҡсан итеп башҡара. (Видеофильм ҡарау).

V туҡталыш.

Таулыҡай ауылы. Ошо ауылда тыуып үҫкән, “Башҡортостан” Дәүләт телетапшырыуҙар компанияһының “Хазина” ижади берекмәһе етәксеһе Юлай Ғәйнетдиновтың республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһына тәҡдим ителеүен дә йәмәғәтселек ихлас хупланы һәм 2002 йылда уға был оло исем бирелде. (Магнитофон яҙмаһы).

III Теманы нығытыу. Уҡыусылар менән әңгәмә.

IV Дәресте йомғаҡлау.

Уҡыусылар беҙҙең сәйәхәтебеҙ аҙағына ла етте. Киләсәктә яҡташтарыбыҙҙың ижадын өйрәнеүҙе дауам итербеҙ.

V Рефлексия

VI Өйгә эш.

Һеҙҙә был оло баһаға лайыҡ булыусылар тураһында өйрәнеү теләге уянғандыр һәм өйгә эш – өҫтәмә мәғлүмәттәр менән танышырға. “Хыял” ҡанаттарына ултырып тыуған ауылыбыҙға юл алайыҡ