Изложение №.1
Өс алтын ҡурсаҡ.
(һинд халыҡ әкиәте)
Бер батша,күрше ил халҡын һынап ҡарарға уйлап,шул илдең солтанына өс алтын ҡурсаҡ ебәрә.Был ҡурсаҡтар бер төҫлө була.Ауырлыҡтары,буй-һындары ла бер үк.Ә хаҡына килгәндә,береһе-мең һум,икенсеһе-йөҙ,ә өсөнсөһө ун һум ғына икән.Ниңә улай булыуы һис кенә лә билдәле түгел,ти.
Солтан бүләкте ала ла үҙенең ярандарына ҡурсаҡтарҙы ҡарарға,уларҙың ниндәй ғилләһе барлығын белергә ҡуша.Бөтә вәзирҙәр,ғалимдар һәм бүтән белгестәр ҡурсаҡтарҙы әйләндереп-әйләндереп ҡарай.Ләкин бер кем бер нимә лә аңламай.
Ярандары белмәгәс,солтан ябай халыҡҡа һарайға инергә рөхсәт бирә.
Бер көндө һарай ҡапҡаһы төбөнә бер егет килә.Уны индерәләр ҙә ҡурсаҡтарҙы күрһәтәләр.Егет уларҙы бик ентекләп ҡарай.Ҡарай торғас,ул ҡурсаҡтарҙың ҡолаҡ тишектәренә туҡтала.Ҡыл ала ла береһенең ҡолағына тыға.Ҡылдың осо ҡурсаҡтың ауыҙынан барып сыға.Икенсе ҡурсаҡҡа ла тыҡһа,ҡыл уның бер ҡолағынан икенсеһенә килеп сыға.Шунан өсөнсө ҡурсаҡты ала.Ҡолағынан индерелгән ҡыл уның йөрәгенә барып етә һәм шунда туҡтай.
Шунан егет солтанға былай ти:
-Был ҡурсаҡтар өс төрлө кешегә оҡшаш.Тәүге ҡурсаҡ-ни ишетһә,шуны лығырлап йөрөй торған кеше.Бындай бәндәгә бер ҙә ышанып булмай.Бының хаҡы арзан.Икенсе ҡурсаҡ бер ҡолағына ингән һүҙ икенсеһенән сығып китә торған кешегә тартым.Бындай бәндә һүҙҙе аңламай,кәңәште тотмай,еңел аҡыллы була.Унан әллә ни файҙа ла,зыян да юҡ.Бының хаҡы уртаса йөрөй.Ә өсөнсө ҡурсаҡ-ни ишетһә лә ,йөрәгенә һалып ҡуя торған,сер һалар кеше.Бының хаҡы бик ҡиммәт.
Солтан егеттең зирәклегенә аптырай.
-Кем өйрәтте быға һине?-тип һорай.
-Олатайым,-ти егет.
-Кем ул олатайың?Ни эшләй?Нисек донъя көтә?-тип һорай солтан.
-Ул ҡырҡ йыл иген сәскән,ҡырҡ йыл көтөү көткән,һикһән йыл халыҡ һүҙен тыңлаған,-тип яуап бирә егет.
-Һуң ул йөҙ алтмыш йыл йәшәгәнме ни?
-Юҡ,һикһәндә генә.Ул иген иккәндә лә,көтөү көткөндә лә ил халҡынан фәһем алып йөрөгән.
-Һуң,минең вәзирҙәрем халыҡтан фәһем алмаймы икән ни?
-Улар халыҡты йә ат,йә фил өҫтөнән генә күрәләр бит,-тигән тапҡыр егет.
Изложение №.2
Дәһшәтле ҡойондар.
Океан-диңгеҙҙәр һәм ҡоро ер өҫтөндә ҡайһы саҡта иҫ киткес ҡеүәтле ҡойондар барлыҡҡа килә.Океан-диңгеҙ ҡойондарын “смерч”тип йөрөтәләр.Ҡоро ер өҫтөнән үткән ҡеүәтле ҡойондарҙы Төньяҡ Америкала “торнадо”,Европала”тромб”тип атайҙар.Был дәһшәтле күренештең башҡортса исеме-“ҡойон”.
Ситтән ҡарағанда ҡойон һығылмалы шлангыға оҡшаш.Уның бер осо болоттарға олғашҡан,икенсеһе ергә тоташҡан була.Ҡойондарҙың диаметры йөҙәр метрға,ә ҡайһы саҡта 2-2,5километрға етә!Ҡойон эсендә һауа иҫ киткес ҙур көс менән өйөрөлә.Өйөрөлөү тиҙлеге секундына 120 метрға етә,тип яҙалар ҡайһы бер ғалимдар.Ҡойондоң эсендә иһә баҫым бик ныҡ кәмей,һәм һауа титандарса ҡеүәт менән “үҙәк”буйлап өҫкә күтәрелә.Гигант һурғысҡа оҡшаш була шул саҡта ҡойон!Ҡом-туҙанды,үҫемлек орлоҡтарын,ә ҡайһы саҡта эрерәк әйберҙәрҙе ул болоттарға тиклем күтәрә ала.Океан-диңгеҙ һыуҙарын,ә ҡоро ерҙә быуа,күл һәм йылға һыуҙарын ҡойон һауаға күтәреп ала.Һыу менән бергә тәлмәрйендәр ҙә,балыҡтар ҙа,ҡыҫалалар ҙа,медузалар ҙа эләгә.Кәрзинкәләре менән бергә әфлисундар ҙа осҡан саҡтар булған.Металл аҡсалар ҙа күккә күтәрелгән.
Һауала “сәйәхәт”иткәндән һуң,ул әйберҙәр,йән эйәләре ямғыр һыуы менән бергә ергә төшә.
Был күренеште халыҡ “дейеү күтәрелеү”тип атаған.(һүҙ )(Д.Бураҡаев).
Изложение №3.
Ат-башҡорттоң яуҙашы.
Ат башҡорт һуғышсыһының айырылғыһыҙ дуҫы,яуҙашы булған.Башҡорт атына шул заман кешеләре ныҡ һоҡланған.Башҡорттар менән күп аралашҡан генерал Чернов былай тип яҙған:”Башҡорттар үҫмер сағынан уҡ аттан айырылмай.Малайҙар дүрт-биш йәштән үк атҡа атлана.Шуның өсөн уларҙың ат өҫтөндә арымауҙары аңлашыла.Үҙ ерҙәренән үткән хөкүмәт кешеләренең экипаждарын һыбай оҙатып барыусы башҡорттарҙы йыш күрергә мөмкин.Арыу-талыуҙы белмәй,алты-ете сәғәт эсендә йөҙ саҡрым һәм унан да күберәк юл үтәләр.Һис бер ҡаршылыҡтан ҡурҡмайҙар: һыуҙы ла улар йөҙөп сыға,ҡуйы урманды ла тәбәнәк аттарының йылғырлығы арҡаһында бик шыма уҙа,текә үрҙе лә ,уйһыу ерҙе лә башҡорт атынан төшмәй сыға,ҡыҫҡаһы,йәйәү кеше йөрөй алған ерҙән ул һис ҡыйынлыҡһыҙ һыбай үтә.Аттары бөтә талаптарға яуап бирә: еңел кәүҙәле,сыҙам,ҡурҡыу белмәй,шул уҡ ваҡытта түҙемле,йыуаш һәм арзан тора.”
Егет менән атты халыҡ һәр саҡ айырылғыһыҙ бер бөтөн итеп ҡараған.Йырҙа ла улар һәр саҡ йәнәш ҡуйыла.Мәҫәлән:
Алыҫтарҙан күгәреп,ай,күренә
Ирәндеккәй тауҙың аҡ ташы.
Ҡайҙа ғына бармай,ниҙәр күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы. (Ә.Әсфәндиәров)
Эш.
Башҡорт аттары тураһында белгәндәрегеҙҙе өҫтәп яҙығыҙ.Тағы ла ниндәй йырҙарҙа ат образы осрай.